Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шау-гөр килде Сөн буйҙары
Шау-гөр килде Сөн буйҙары“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы халҡыбыҙҙың күркәм йолаларынан һанала. Ошондай матур сара күптән түгел Яңы Илек ауылында үтте: Туғайлыҡ урамының
100 йыллыҡ юбилейын билдәләнеләр.

Тәбиғәттең иҫ киткес күркәм урынында — Сөн буйында урынлашҡан Яңы Илек ауылы. Халҡы эшһөйәр, берҙәм, ҡунаҡсыл булыуы менән дан тота. Ауылдың 300 йылға яҡын бай тарихы бар. Район үҙәге Баҡалыға хәтлем асфальт юл һалынған, урамдары көҙгөләй ялтырап ята. Халыҡ газ ҡуллана, йорт-ҡуралары ҡараулы, һәммә ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек. Кешеләр тырышып донъя көтә. Бында ике ҡатлы яңы мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто бар.
Һәр нәҫел үҙ табынын ҡорҙо. Һандыҡ төптәрендә ҡәҙерләп һаҡланған сигеүле һөлгөләр, селтәрле ашъяулыҡтар, һуғылған балаҫтар ҡойма һәм ҡапҡаларға эленде, күп урындарҙа еҙ самауыр ялт итеп күҙҙең яуын алып тора. Ә табындарҙа ниҙәр генә юҡ — баллы сәк-сәк тиһеңме, күпереп торған табикмәк, ҡоймаҡ булһынмы — тәмле-тәмле ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып тора, ҡымыҙ хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Туғайлыҡ урамына 1912 йылда Иван Чернов тарафынан нигеҙ һалынған. Бында хәҙер уның бүләре Владимир Кириллов йәшәй. Был урамда йәшәүселәрҙең һәр береһенең ҡапҡаһы алдына стендтар яһалып ҡуйылған — унда ҡасан кемдең йәшәгәнен белергә мөмкин. Урамдың иң оло кешеһе — Мария Корнилова, уға 85 йәш. Һуғыш осоронда ҙур ауырлыҡтар кисергән быуын вәкиле ул. Шөкөр, әле лә бирешмәй, ейәнсәре һәм бүләсәрҙәре менән бергә донъя көтә.
Бөйөк Ватан һуғышына был урамдан байтаҡ кеше фронтҡа киткән, ә ҡайһы берҙәре батырҙарса һуғышып, сит ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡалған.
Шау-гөр килде Сөн буйҙарыКүркәм ғаиләләр байтаҡ. Игушиндар — ауылда иң эшһөйәр, берҙәм, көслө нәҫелдәрҙең береһе. Кооперативтың тәжрибәле шоферы Александр Игушин, ферма мөдире Николай Игушин, райондың фельдшерҙар конкурсында еңеүсе Нәфисә Игушина — ауылдаштары араһында хөрмәтле, абруйлы кешеләр. Шулай уҡ “Баҡалы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Петр Кириллов, бухгалтерҙар Валентина һәм Светлана Агаповалар, механизаторҙар Илья менән Иван Кирилловтар, быҙау ҡараусы Мария Корнилова, һауынсы Нина Әхмәтованың фиҙаҡәр хеҙмәте оло маҡтауға лайыҡ. Хеҙмәт алдынғыларының күбеһе орден-миҙал, маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы уңайынан урамдың иң йәш ғаиләһенә — Мария менән Владимир Кирилловтарға иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Ғаилә башлығы армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң туған колхозында малсылыҡта эшләй, хужабикә — балалар баҡсаһында ашнаҡсы. Йәштәр үҙ йортон һалыу өсөн хөкүмәттән субсидия алған.
Кооператив рәйесе Андрей Давыдов алдынғы эшселәрҙе бүләкләне, хужалыҡтың ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
— Бөгөн иҫ киткес гүзәл байрам. Һәр кемдең шатлығы йөҙөнә сыҡҡан, күп йылдар осрашмаған ауылдаштарға күрешеү, класташтарға йыйылыу форсаты сыҡты, бала саҡ һәм йәшлек дуҫтарының һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, әхирәттәр серләшә. Бына ошо шатлыҡлы минуттарҙы бергәләп кисереү — һәр беребеҙгә оло ҡыуаныс. Тыуған төйәгебеҙҙә тормошто һүндермәү, ауылды йәшәтеү, йәшәртеү беҙҙең ҡулда, — тине Киләй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Геннадий Коземаслов.
Уйын-көлкө, йыр-моңға сорналған байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Лира ГӘРӘЕВА
Баҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779