Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош һин теләгәнсә бармай
Илебеҙҙәге сәйәси-иҡтисади үҙгәрештәр әҙәби процесҡа ла йоғонто яһамай ҡалмай. Шуның һөҙөмтәһе булып яңы типтағы тәрән психологизм менән һуғарылған күләмле проза әҫәрҙәре ижад ителде. Был һүҙҙәрҙе киң билдәле яҙыусы Ринат Камал ижадына ҡарата ла әйтергә мөмкин.

Яҙыусының “Ағиҙел” журналының 2008 йылғы 9-сы, 10-сы һандарында баҫылып сыҡҡан “Талаҡ!” романы — ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһындағы мөнәсәбәтте яҡтыртыуға ҡоролған психологик әҫәр. Унда кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр һүрәтләнә, геройҙар йәшәү мәғәнәһен эҙләй.
“Талаҡ!” романында әхлаҡи-этик күренештәр — төп проблема. Сөнки әҫәрҙең күп темалары һәм мотивтары кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе, тәрбиә нигеҙҙәре тирәһендә тупланып, идеяны асып бирә. Төп темаларҙың береһе ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһындағы мөнәсәбәт булһа, мөхәббәт, ата-әсә һәм бала, кеше һәм йәмғиәт — ярҙамсы темалар.
Ринат Камал был романы менән үҙ уҡыусыларына нимә әйтергә теләй һуң? Минеңсә, әҫәрҙә тормош һин теләгәнсә генә бармай тигән уй ярылып ята. Ниндәйҙер принциптарыңды, донъяға ҡарашыңды үҙгәртеп, ҡайһылыр мәлдә “баш эйеп” ғәфү итә белһәң, һине уратып алған яҡындарыңа, туғандарыңа, ғаиләңә мәрхәмәтле, кешелекле, шәфҡәтле булһаң ғына һин — бәхетле.
Әҫәрҙә хәл-ваҡиға Таңғыр ауылында донъя көтөүсе уҡытыусы Раушания ханым менән ревизор Тәлғәт тирәһендә бара. Улар яратышып өйләнешкән, өс бала үҫтерә. Раушания — төп героиня. Шундай сибәр, биттәре алма кеүек янып торған ҡыҙ йылдар үтеү менән бәхетлеме, эше һәм тормошонан ҡәнәғәтме?
Раушанияның эшлекле, абруйлы икәнен беҙ мәктәптәге эш һөҙөмтәләренә ҡарап әйтә алабыҙ. Класы һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә, завучтар үҙен маҡтап, башҡа уҡытыусыларға өлгө итеп ҡуя. Ә бына өйөндә ул, автор билдәләүенсә “...мал тиҙәгенә батмаған, ер ҡортона әйләнмәгән...”, бар эште Тәлғәте, балалары башҡара. Донъяны өлкән ҡыҙы Йыһания көтә тиһәк тә була. Героиняның киҫкенлеген, ғәҙеллеген күрһәтер өсөн автор беҙгә Ғаян тарихын һәм ирен төрмәнән алып ҡалыуын бәйән итә. Ә инде ҡанһыҙлығы, аяуһыҙлығы балаларына фажиғә килтереүҙә иҫбатлана. Раушанияның һалҡын йән булыуынан ире тамам төңөлөп, бүтән ҡатын-ҡыҙҙан йылылыҡ эҙләй. Иренең хыянат итеүен ишеткәс тә, Раушания ошондай ғазаплы күңел кисерештәрендә лә үҙенең дәрәжәле ханым икәнен онотмай.
Автор төп иғтибарҙы Раушанияның бәғерһеҙ, уҫал булыуына йүнәлтә. Ул үҙен көслөмөн тип һанай, ә ғәфү итеү — көсһөҙҙәрҙең ҡоралы. Раушания — көслө, быны беҙгә автор ирен төрмәнән сығарыуын, дәүләттең хөкөм машинаһына ҡаршы барып, еңеү яулауы менән дә иҫбатлай. Бындай аҙымға тик Раушания, уның ҡәйнәһе Хәкимә ҡарсыҡ кеүек тәүәккәл, сая, уҫал ҡатындарҙың ғына йөрәге етә.
Автор, Хәкимә ҡарсыҡ менән Раушанияны сағыштырып, уртаҡ яҡтарын таба. Баҡтиһәң, икеһе лә уҫал, ҡаты ҡуллылар, имеш. Хәкимә ҡарсыҡ уйлауынса, донъя уныңса ғына барырға тейеш. Ләкин ысынбарлыҡта улай булмай. Ауырыған киленен өйөнә индермәй, улын Орҡояға өйләндереп, килененән туҡмаҡтан башҡа бер яҡшылыҡ та күрмәй. Ә улы әллә рәнйештән, әллә башҡа сәбәптән вафат була. Автор, Ғәлиәкбәр менән Сәрбиямалдың был фани донъянан иртә китеүҙәренә, бәхетле була алмауҙарына Хәкимә ҡарсыҡты ғәйепләй. Был образ аша Раушанияның да уҫаллығы үҙ балаларына ҡарата яҡшылыҡҡа илтмәйәсәгенә ишаралаған һымаҡ. Ысындан да, героиня иренә ҡарата булған тойғоларына, уйланыуҙарына бирелеп, балаларын бөтөнләй онота яҙа.
Раушания детдомда тәрбиәләнеп, ата-әсә наҙы татымай үҫкәнгә күрә, әсә булғас, үҙ балаларын нисек тәрбиәләй һуң? Балалары аталарын нығыраҡ ярата. Сөнки әсәләренең мәктәптәге уҫаллығы, ҡырыҫлығы өйҙә лә ҡабатлана. Раушаниянан бойороуҙар яуып ҡына тора. Ул булмаһа, бөтәһе лә рәхәтләнеп еңел тын ала. Героиняның таш бәғерле, ҡаты булыуын раҫлау өсөн автор уҡыусыға Йыһанияның көҙ көнө әсә күҙәтеүе аҫтында иҙән йыуып, дауаханаға эләгеүен һүрәтләй.
Уртансыһы, Миләүшәһе, ҡатын айырған Шәүҡәт менән осраша башлағас, Раушания: “Сүп өҫтөнә сүмәлә...” — тип уның бәхетенә аяҡ сала, сөнки уның тәртибе сәменә тейә, хурландыра. Йыһанияһының мөхәббәтенә лә иҫе китмәй, бары тик үҙ принциптарына тоғро ҡалырға тырыша. Һөҙөмтәлә, Йыһания һыуға ташлана.
Автор Йыһания менән Ғаяндың, Миләүшә менән Шәүҡәттең бер-береһенә булған һөйөү хистәрен иҫтә ҡалырлыҡ образдар аша һынландыра. Ләкин был парҙарҙың мөхәббәте аяныслы. Сөнки ата-әсә балаларын аңламай, үҙ мәнфәғәттәрен генә уйлап йәшәй.
Тәлғәт образын автор балаларына булған яратыуы, ҡатынына булған мөнәсәбәте, эше, һөйәркәләре Йомабикә һәм Шәрғиә аша аса. Иң сибәр ҡыҙҙы, Раушанияны, һайлап, Мәғҙән егеттәренең танауына сирттем тип йөрөй. Ә донъя көтөр өсөн сибәрлек кенә етмәй шул. Тик быны Тәлғәт бик һуң ғына аңлай. Тәүҙә ул ҡатын-ҡыҙҙарға иғтибар ҙа итмәй, бирешмәй ҙә. Ләкин ҡатынының ҡырыҫлығына, күңел йылыһы етмәүҙән күрше ҡатыны Шәрғиәгә эҫенеп китә. Аҙаҡ, ҡыҙы Йыһания икеһен күреп ҡалғас ҡына, ата менән ҡыҙ серҙәшкә әйләнә. Тәлғәт балаларын ярата. Йыһанияның Ғаянға, Миләүшәһенең Шәүҡәткә эҫенешеп бөткәндәрен аңлай.
Шулай итеп, кем ғәйепле? Хыянат иткән ирме, әллә ҡаты бәғерле ҡатынмы? Кемдең “талаҡ” тип ҡысҡырырға хоҡуғы бар? Был һорауға яуапты автор уҡыусының үҙенә ҡалдыра.
Гөлфиә МӨХӘМӘТДИНОВА,
БДУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780