Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ шағирының халыҡтың һорауҙарына яуабы

“Беҙ Урал, Ағиҙел хаҡында уйланып үҫтек”.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән “тура бәйләнеш” телефон аша ғына түгел, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә видео осрашыу форматында ла барҙы. Һорау биреүселәр бик күп булды. Шуларҙың иң-иңдәрен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ. Ә видеоосрашыу гәзиттең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һаҡланған, инеп ҡарай алаһығыҙ. Иң шәп һорау биргәндәргә халыҡ шағиры өсәр китаптан торған әҫәрҙәре тупланмаларын бүләк итте. Уларға Лилиә Ҡаһарманова, Дәүләт Бәков, Cәриә Йәмилева- Шәмсетдинова лайыҡ булды. Шулай итеп, халыҡ шағирының 80 йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторолған осрашыуға рәхим итегеҙ!

Лилиә, Өфө ҡалаһы:
– Шағирҙар үҙ шиғырын уҡығанда онотҡан осраҡтар ҙа була. Һеҙҙең шундай хәлгә тарығанығыҙ бармы, Рауил ағай?

– Ундай хәлдәрҙең аҙым һайын осрап тороуы ихтимал. Нисек итеп бөтөн шиғырҙарыңды ла иҫтә ҡалдырып бөтәһең ти? Төрлө хәлдәр була ул, әммә яттан белгән шиғырымды һөйләгәндә, яңылышып ҡалғаным юҡ. Хәтергә һеңгән әйбер онотолмай. Ә былай бөтә шиғырын да иҫендә тота алмай шағир! Хатта бер нисә башың булһа ла, шиғырҙарҙың барыһы ла иҫтә ҡалмаясаҡ. Ғүмер буйы нисәмә шиғыр яҙыла, уйлап ҡарағыҙ әле!

Гүзәл, Өфө районы:
– Беренсе шиғырығыҙ ҡасан яҙыл­ды?

– Уны аныҡ ҡына әйтеп тә булмай. Айын, йылын хәтерләмәйем, һәр хәлдә, мин мәктәптә 6-сы кластарҙа яҙыша башлағайным инде. Ул йылдарҙа мәк­тәптә шиғыр культы ине. Беҙҙең хатта мәктәп директоры ла шиғыр яҙа тор­ғайны. Ул элекке фронтовик, әсәйемдең бер туған ағаһы Рәҡип бабайҙың был шөғөлөн яҡшы хәтерләйем. Һуғышта йөрөп ҡайтҡан кеше булараҡ, үҙенең бәйеттәрен, шиғырҙарын уҡый торғайны. Әйткәндәй, Рәми ағай ҙа уны күреп ҡалды. “Башҡортостан ҡыҙы”нда уның шиғырҙары баҫылып та сыҡты. “Туҡсо­рандан Башҡортостанға сәләм” тип атала ине ул шәлкем.

Мин үҙемдең Сталиндың вафатына ҡарата шиғыр яҙғанымды иҫләйем. 1953 йылдың мартында булды был хәл. Яҙғандарымды Өфөгә редакцияларға ла ебәргеләнем. Мәктәпте бөтөргәс, педучилищеға уҡырға киттем. Унан да һалғыланым шиғырҙарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе лә баҫылып сыҡманы. 1957 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Вуздың яңы асылған ваҡыты ине. Шунда уҡый башлағандан һуң, әҙәби мөхиткә килеп эләктем. Унда түңәрәк эшләне, ул электән булған уҡыу йортонда. Пединститут ваҡытынан, Ғ. Сәләмдәр уҡыған осорҙарҙан эшләгән ул әҙәби ойошма. Йәштәр баҫмаһы “Ленинсы” эргәһендә лә булды ундай түңәрәк. Ана шулай аралашып, башҡаларҙың яҙғандарын тыңлап, үҙемдекен ишеттереп, әҙәби донъяға инеп кителде, һәм 1957 йылдың көҙөндә тәүге шиғырҙарым матбуғатта баҫылып сыҡты.

Яңыраҡ ошо хаҡта “Юлдаш” радио­һында телгә алдым. “Тура бәйләнеш”кә Дәүләкән ҡалаһынан да шылтыраттылар. Был ҡала минең өсөн айырыуса иҫтәлекле: унда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың музейы бар. Тап бына ошо ҡалала мин “Вокзал” тигән поэмамды яҙа башланым, һәм студент сағымда уҡ ошо әҫәрем баҫылып сыҡты. 1964 йылда нәшер ител­гән “Дала офоҡтары” тигән тәүге китабыма ла инеп китте. Тәүге шиғырымдың ҡасан яҙылыуын, баҫылыуын өҙөп кенә әйтә лә алмайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың тәүгеләренең күбеһе баҫылмай ҡалды.

– Ошо һорауҙан сығып, икенсеһе тыуҙы: остазығыҙ Рәми Ғариповтың “Табыныу” тигән поэмаһы бар. Ә һеҙ Сталинға арнап шиғыр яҙғанһығыҙ. Бала күңеле юлбашсы тип аталған кешенең үлемен ауыр кисерҙеме?

– Шуны әйтеп китергә теләйем. Беҙ Ырымбур ерендә изоляцияла үҫтек. Бабичты, Рәми Ғариповтарҙы белмәнек. Мостай Кәримдең китаптарға ингән айырым шиғырҙарын ғына белдек. Ғөмүмән, беҙ Урал батырһыҙ, Һәҙиә Дәүләт­шинаһыҙ үҫтек. Бының, әлбиттә, үҙенсә йоғонтоһо булғандыр. Әммә тарихи Башҡортостан ерендә йәшәгәнбеҙ бит.

Рәми Ғарипов менән университетҡа уҡырға инеп, 5-се курста уҡығанда таныштым. Ул Салауат районында йәшәй ине. Шунда үҙешмәкәр таланттар менән радио комитетына килгәйнеләр. Был ваҡытта мин радиола эшләп тә йөрөй инем. Шул ваҡытта танышып киттек һәм шунан бирле беҙҙең бәйләнештәр өҙөлмәне. Мин уны үҙемдең остазым тип һанайым. Ә шәкерт һәр ваҡыт уға тоғро булырға тейеш. Шундайҙарҙың береһе булдым, тип иҫәпләйем. Беҙҙең аралашыуҙар аҙаҡ ижади дуҫлыҡҡа, ижади фекерҙәшлеккә әйләнеп китте.

– Шағир булмаһағыҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?

– Был һорауҙы миңә йыш ҡына бирәләр ул. Һөнәрем буйынса мин – уҡытыусы. Алда әйткәнемсә, педучилище, университет бөтөрҙөм. Һәр бере­һендә беҙҙе уҡытыусылыҡҡа әҙерлә­неләр, беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытырға тейеш инек. Шағир булмаһам, моғайын, шағир йәнле уҡытыусы булыр инем, тип уйлайым. Йәш быуынға әҙәбиәткә ихтирамымды, мөхәббәтемде бирергә тырышыр инем.

– Шағир халҡының уҡытыусыһы була аламы? Халыҡ бит уның уҡы­тыу­сыһы!

– Халҡының, милләтенең уҡытыу­сыһы булырға тейеш, әлбиттә, шағир, ләкин ундай юғарылыҡҡа күтәрелгән шағирҙар бик һирәк.
– Мәҫәлән?

– Шәйехзада Бабич граждандар һуғышы, автономия төҙөлгән осорҙа үҙ һүҙен әйткән. Аҡмулла халыҡ араһында йөрөгән. Рәми Ғарипов киҫкен йылдарҙа милләтенә таяныс булды! Мостай Кә­римде яратып уҡынылар. Уларҙы инде, ысынлап та, халыҡтың уҡытыусыһы тип әйтеп була. Ундай күренештәр, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ижадта бик һирәк. Ул кимәлгә күтәрелеп етә алмағандар бик күп.

Айгөл Йәмилева, Өфө:
– Шиғыр яҙыу өсөн һәләт кәрәк­мәй, ныҡышмалылыҡ та етә, тигән ҡараш бар. Шуның менән килешә­һегеҙме?

– Бер нисек тә килешмәйем бының менән. Шиғриәткә, Аллаға шөкөр, блат менән килеп булмай. Был – Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт. Нисек кенә тырышһаң да, үҙеңдә булмаған һәләтте үҫтереп булмай. Был мәсьәләлә минең ҡарашым ике төрлө түгел, бер төрлө генә. Тәбиғәт биргән таланттарҙы беҙ үҫтерергә тейеш!

– Һеҙ ниндәй кәйеф менән һиге­ҙенсе тиҫтәгеҙгә аяҡ баҫаһығыҙ?

– Һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡан кеше үҙе генә белә быны (көлә – авт.). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп хыялдар хыял көйө ҡалды, ҡайһы бер маҡсаттарға етешеп тә булманы, ләкин бына ҡартлыҡ шатлыҡ түгел тиһәләр ҙә, мин һикһәненсе йәшкә етеүемде бәхет тип һанайым, шатлыҡ тип иҫәпләйем. Рәми ағай иллегә лә етмәй вафат булды. Күп ҡәләмдәш­тәрем менән фажиғәләр, һуғыш ваҡы­тында ғына түгел, тыныс ваҡытта ла күп күрҙек ундай хәсрәттәрҙе, күп талант­тарыбыҙҙы юғалттыҡ. Шуға күрә һикһәнгә етеп, илленән ашыу китабыңды ҡулыңа тотоп ултырыу – мин уйлайым, ул үҙенсә бәхет. Йәштәрҙең, киләсәктең үҫеүен күреү – икеләтә шатлыҡ.
– Күптән түгел республикаға яңы етәксе килде. Уға ҡарашығыҙ нисек?

– Был үҙгәрештәрҙе хуплап ҡаршы алдым. Радий Фәрит улы Хәбиров бик киҫкен, хәл иткес хәрәкәттәр башланы. Ләкин бик уйланып эшләнә, тип уйлайым. Бына, мәҫәлән, 2006 йылда Башҡорт­остан делегацияһы Төркиәлә һабантуй уҙғарып ҡайтты. 300-ләп кеше бер самолет тултырып барҙыҡ беҙ. Ана шунда һабан­туйҙы үткәрер урын һайлағанда, Радий Фәрит улының бик киҫкен хәрәкәттәрен һәм ҡапыл хәл итә торған холҡон күреп ҡалдым. Быға бик ҡыуандым, сөнки Истанбулдан ситтә, ташландыҡ урында һабантуй үткәрергә тәҡдим иткәйнеләр, ул быға ризалығын бирмәне һәм Хөкүмәттәре алдында яңы талаптар ҡуйҙы. “Ая-Сафия” тигән мәсеттәре бар Истанбулдың уртаһында. Ана шунда уҡ “Солтан Әхмәт” мәсете лә урынлашҡан. Ҡаланың үҙәгендәге мең алты йөҙ йыллыҡ тарихы булған ерҙә һабантуйыбыҙ үтте. Был иҫ киткес ҙур ҡаҙаныш ине.

Артабан да беҙҙең һабантуйҙар Истанбулдың үҙәгендә үтә. Радий Фәрит улының маҡсатына өлгә­шеүе ул. Әлеге көндә лә эшен шул рәүешле дауам итеүен хуплайым.

Зөлфиә ханым, Шишмә районы:
– Ҡасан яңы китабығыҙ менән ҡыуандырырһығыҙ?

– Яңы китап тигәндән, 2016 йылда минең “Иң беренсе мөғжизә” тигән китабым баҫылып сыҡты. Һуңғы китабым шул тип әйтергә була. Һайланма әҫәр­ҙәрем биш томда донъя күрҙе. Әле алтын­сыһы әҙерләнә. Һуңғы ҡыуаныс­тарымдың береһе – Рәми Ғарипов тураһындағы ҡалын китабым баҫылды. “Көндәлектәр”емдең ике томы сыҡты. Өсөнсөһө “Ғилем” нәшриәтендә донъя күрер, тигән өмөтөм бар. Өмөтөм аҡланды, китап сыҡты. Бына шундай хыялдар менән йәшәйбеҙ. Әлбиттә, көтөп алынған китаптар ҙа була. Эйе, һәр йыйынтығы ҡәҙерле яҙыусыға, әммә “Иң беренсе мөғжизә” тигән китабым күптән күңелемдә йөрөй ине. Бына уны сығарыу ҙур шатлыҡ булды.

Һуңғы ваҡыт үҙнәшер йышайҙы бит инде. Элегерәк мин быға ҡаршы инем. Хәҙер икенсе төрлөрәк уйлайым. Үҙнә­шер ул бит кемдеңдер өҫтөнән яҙыу түгел, шикәйәт тә түгел, ә бары тик яҙғандарыңды туғандарыңа, балала­рыңа, яҡындарыңа, ауылдаштарыңа ҡалдырырға теләү, тип аңлайым ошо юл менән китаптарын сығарып, башҡа­ларға үҙ һүҙен, ижадын еткерергә теләгәндәрҙе. Һүҙгә мөхәббәтен, шағир булырға тырышыуын нисектер киләсәк быуынға тапшырырға теләй автор. Үҙнәшер юлы менән “Ете йөҙ ҙә етмеш ете хәҙис”, “Атлы азамат”, “Оноторлоҡ булдымы ни?” тигән китаптарымды сығарҙым. Уларҙы бөгөн һеҙгә алып килдем.

“Атлы азамат” китабында эпостарҙа, риүәйәттәрҙә, сеңләүҙәрҙә, йырҙарҙа, бәйеттәрҙә ниндәй строфалар бар, шуларҙы йыйырға тырышҡайным. Әлбиттә, бөтәһен дә йыйыу мөмкин түгел, сөнки ат башҡорттоң тормошонда ҙур урын алып торған. Минең өсөн бик ҡәҙерле китап ул.

“Ете йөҙ ҙә етмеш ете хәҙис”кә килгәндә, беҙ “Ҡөрьән”дең изге китап икәнен белеп, әммә яҙа-йоҙа ғына ишетеп үҫтек. Ә бына хәҙистәрҙең нимә икәнен белмәнек тә тиерлек. Минең өсөн улар бикле донъя ине. Тәүге тапҡыр уны радионан ишеттем. Халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов бик тәрән йөкмәт­келе текстар уҡыны. Ошолар миңә бик ныҡ тәьҫир итте һәм хәҙистәрҙе эҙләй башланым. 2001 йылда “Йөҙ ҙә бер хәҙис” тигән бәләкәй генә китабым нәшерләнде. 2003 йылда “Мең дә бер хәҙис” тигән икенсе китап донъя күрҙе. Шуларҙы йыйып, аҙаҡ ике телдә “Триста три хадиса” тигән китапты матур тышлыҡ менән матур ҡағыҙҙа баҫтырыуға ирештем. Уны магазиндарҙа һорап та йөрө­нөләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиражы бик сикләнгәйне. Киң итеп уҡыусыларға таратыу мөмкинлеге булманы.

Юлиә, Силәбе өлкәһе:
– Һеҙ көндәлектәр яҙаһығыҙ. Ә улар – һәр кемдең шәхси фекере. Бер мәл килеп элекке фекерегеҙ әлегеһе менән тап килмәүенә шаһит булғаны­ғыҙ бармы?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ шул. Шаһит булырға тура килмәне. Көндәлектәргә ҡайһы берҙә үҙең ҡабул итмәгән әйбер­ҙәр тураһында ла яҙаһың, ә улар шул көйө ҡала, үҙгәрмәй. Бына тормоштоң кәмселектәре була, улар шул көйө ҡала. Йылдар үткән һайын, унда яҙылған ваҡиғаларҙың киреһен күрергә насип булманы.

Көндәлектәр алып барыуға килгәндә, мәктәп йылдарынан уҡ яҙа инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең әҙәбиәттә ул һирәк күренеш. Рәми Ғарипов мәктәп йылдарынан уҡ көндәлектәр алып барған. Ғ. Сәләмдең, М. Хәйҙең әҙерәк көндәлек­тәре һаҡланған. Мостай Кәримдең көндәлектәре сыға башланы. Ләкин шулар менән беҙҙең көндәлектәр жанры бөтә тиергә мөмкин. Көндәлектәр – ул шағирҙың тормошҡа шәхси ҡарашы. Бөтәһе лә яҙыусының әҫәрҙәренә һыйып бөтә, тиҙәр ҙә ул. Әммә шағирҙың яҙмышы шиғырҙарында булһа ла, унда бөтәһе лә һыйып бөтә алмай. Шиғриәткә инеп бөтмәгән нәмәләр ҙә бар: тормош­тоң ығы-зығыһы, ваҡ-төйәге. Шулар хаҡында ла уйланмайынса мөмкин түгел, улар көндәлеккә инеп ҡала.

Дәүләт Бәков:
– Иң яратҡан матбуғат баҫмағыҙ ниндәй?

– “Башҡортостан” гәзите редакция­һында ултырғас, мин “Башҡортостан” тип әйтергә тейешмендер. Ошо баҫманы ысынлап та бик яратам. Беҙ йәш саҡта гәзиттә әҫәреңдең донъя күреүе бик ҙур ҡаҙаныш була торғайны. Беҙ “Ленинсы”­ла тәрбиәләндек бит инде. Ул дубляж формаһында сыға ине. Бына шул йылдарҙа тәүге әҫәрҙәребеҙ йәштәр баҫмаһында донъя күрҙе. Ә бына республика гәзиттәре булған “Башҡорт­остан”ға, “Кызыл таң”ға үтеп инеү ҙур хыял булды. Йәш саҡтан төп баҫмала баҫылыуға бик ҡыуана торғайныҡ, әле лә шулай.

27 ноябрь һанында талантлы шағи­рәбеҙ Тамара Ғәниеваның бик матур мәҡәләһе бирелгән. Зөлфиә Ханнано­ваның “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ!” һәм Фәнил Бүләковтың “Торналарҙы офоҡ саҡыра” тигән китаптарына байҡау яһаған ул.

Ошо уҡ биттә Тамара Искәндәриәнең “Рәшит Назаров феномены” яҙмаһы бирелгән, ләкин уның буйынса бер ни тиклем бәхәсләшеп тә алырға була. Бына ул ”Рәшит Назаров феномены әҙәбиәттә торғонлоҡ килтереп тыуҙырҙы” тигән фекер әйтә. “Йәш авторҙар Гүзәл Ғәлиева, Вил Ғүмәров, Хисмәт Юлдашев һ. б. алдында ябай булмаған бурыс торҙо. Тәүге ҡулъяҙманан уҡ “гөлт” итеп тоҡанырға!” Рәшит Назаров һымаҡ яҙырға тейеш була инде улар. Ләкин бындай күренештәрҙең булыуы шиғриәт­тең үҫешенә ярҙам итә, тип уйлайым мин. Рәшит Назаров һымаҡ әҙәбиәткә килгән юғары күренештәр ниндәйҙер ҡорбандарға килтерә икән, бындай күренештәрҙе көтөргә кәрәкмәй, тигән һымаҡ яңғырай бит. Бик бәхәсле фекер. Аҙаҡ атап кителгән исемдәр – һәр береһе үҙе бер балҡыш, улар шулай уҡ әҙәбиәт юғарылығын билдәләгән ижад өлгөләре тыуҙырған егеттәр. Буранбай, Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Ғилман Ишкинин кеүек күренештәрҙең булыуы үҙе үк Рәшит Назаров ҡуйған бейеклек әҙәбиәттә дауам итеү түгелме ни?!

Аида, Өфө ҡалаһы:
– Беренсе уҡыған шиғырығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Авторы кем ине, исемен иҫләйһегеҙме?

– Мин бәләкәй сағымда Баязит Бикбайҙы бик яратып уҡыным, уны даими уҡырға тырыша торғайным. Уның бер китабы ла бар ине. Ул беҙҙең Ырымбур яҡтарына нисек килеп эләккәндер, белмәйем, һәр хәлдә “Ер” поэмаһы миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Марат Кәримов, Әнғәм Атнабаевтарҙы беҙ уҡыманыҡ. Баязит Бикбай дәреслеккә ингәйне, уның ижадын яҡшы ғына белә инек.

Гөлсинә Шәрипова:
– Йәш саҡтарҙа һағынып иҫләгән мәлдәрегеҙ? Бөгөн нимә ҡыуандыра?

– Иң һағынып иҫләгән мәл – ул йәшлектең үҙе инде ул. Хәҙер иң ҡыуан­дырғаны – йәштәрҙең ололарҙы аңлауы, тип уйлайым. Быуындар араһындағы бәйләнеш һәр ваҡыт булырға тейеш. Ғәжәп хәлдәр осрай тормошта: Аҡмул­ланың үлгән йылы – Шәйехзада Бабич­тың тыуған йылы, Шәйехзада Бабичтың үлгән йылы – Мостай Кәрим тыуған йыл. Мостай үлгәндә кем тыуҙы икән? Был турала уйларға кәрәк. Күсәгилешлек, быуындар бәйләнеше – әҙәбиәттең үҫеше­нең, ғөмүмән, тормоштоң үҫеше­нең нигеҙе.

Гүзәл, Өфө ҡалаһы:
– Бабичты үҙегеҙ өсөн ҡасан астығыҙ? Ни өсөн тап уның менән ҡыҙыҡһына башланығыҙ?

– Мин Бабичты университетҡа килгәс кенә белдем тиһәм дә, беҙ уның хаҡында ишетеп үҫтек ул. Уның менән бергә граждандар һуғышы йылдарын үткән, уны күреп белгән кешеләр була торғайны. Улар Бабичты иҫ киткес ҙур күренеш итеп һөйләй торғайны, хатта бер ағайыбыҙ үҙенең улына Бабич тигән исем дә ҡушҡан. Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде ауылынан Агишев тигән кеше ул. Беҙ Бабич менән бер мәктәптә, бер класта уҡыныҡ. Бына шулай яҙа-йоҙа ғына булһа ла, шағир Бабич тураһында халыҡ һөйләй ине. Беҙ хатта “Зәки Вәли заман” тигән йырҙы урамда йырлап та йөрөй торғайныҡ. Ололар беҙҙе тыя торғайны: “Уны йырламағыҙ, ул тыйылған исем!” – тиҙәр ине. Ләкин университетҡа килгәс, Бабич менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. 1956 –1957 йылдарҙа уның башҡортса, татарса китаптары Өфөлә, Ҡазанда баҫылып сыға, Ә. Харисов, Ғ. Ха­тип әҙерләй уларҙы. Шуларҙы уҡып, үҙем өсөн яңы донъя астым. Бабич менән ҡыҙыҡһыныуым шунда башланды. Миңә тиклем бергә уҡыған һабаҡташым Әнис Зәйнуллин Бабич тураһында диплом эше яҙғайны. Аҙаҡ “Башҡортостан”да оҙаҡ йылдар эшләгән бик талантлы шағирыбыҙ Аҫылғужа Баһуманов та шулай уҡ диплом эшен әҙерләне. Мин уға рецензия ла яҙҙым. Ошо осорҙан Бабич менән мауығыуым, өйрәнергә тырышыуым башланды. Әле баҫылған шиғырҙар менән генә сикләнмәнем, замандаштарын күрергә, иҫтәлектәрен яҙып ҡалырға тырыштым. Баймаҡ яҡтарында йөрө­гәндә, Темәстә байтаҡ замандаштары менән күрештем. Ошо рәүешле яйлап-яйлап тупланды Бабич тураһындағы хеҙмәтем.

Ғәлиә, Стәрлетамаҡ:
– Һеҙ сығышығыҙ менән Ырымбур яҡтарынан. Бала саҡта Башҡорт автономияһы тураһында нимә ишет­кә­негеҙ бар ине?

– Бер поэмам һәм минең туралағы фильм “Илемдә илемде һағынам” тип атала. Ошо тойғо республиканан ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн – уртаҡ хис. Беҙ илебеҙҙә илебеҙҙе һағынып, Урал тураһында хыялланып, Ағиҙел хаҡында уйланып үҫтек, ләкин хыялыбыҙ тиҙ генә тормошҡа ашманы.

Аҙаҡ, йылдар үткәс, беҙ был ерҙәргә килеп еттек, әммә дөйөм алғанда, беҙҙең әҙәбиәт – күпселек өлөштә ситтә тыуған әҙәбиәт. Беҙ ҡасандыр тарихи Башҡортостан эсендә булғанбыҙ. Туҡсоран төбәге хаҡында һүҙем. Шулай уҡ Силәбе, Ялан-Ҡатай яҡтары – улар барыһы ла тарихи Башҡортостан төбәктәре. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуаттың егерменсе йылдарында беҙҙе киҫеп ташлағандар: шунан алып беҙ бәйләнешкә зар-интизар булып, илебеҙҙе һағынып үҫтек. Беҙ башҡорт матбуғатын уҡый алманыҡ, театрҙар килеп етмәй торғайны. Бына шундай изоляцияла йәшәү беҙҙең өсөн бик ҙур юғалтыу ине. Ә төптән уйлап ҡараһаң, Ырымбур, Силәбе башҡорттары бик әүҙем, тиҙ күтәрелмәле халыҡ булған. Улар бит мәҙәни үҙәктәргә, мәҙрәсәләргә яҡын булған. Урта Азия менән бәйләнеш тотҡандар. Уҡымышлы халыҡ йәшәгән, шуға күрә беҙҙең әҙәбиәткә Ырымбур төбәгенән бик ҙур таланттар килгән: Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Мөхә­мәтша Буранғолов. Беҙ улар тураһында аҙ-маҙ ишетеп үҫһәк тә, әҫәрҙәрен уҡы­ғаныбыҙ булманы.

Дәүләт Бәков:
– Ғүмерҙе яңынан йәшәп булһа, нимәне үҙгәртер инегеҙ?

– Ҡулымдан килһә, ялғанды бөтөрөр инем. Бына шул иң ҙур бәләләрҙең береһе. Ғәҙеллектең булмауы, ялғанға ҡоролған мөнәсәбәттәр донъяны ҡатмар­лаштыра, кешеләр араһын бутай. Ана шуларҙан арынырға тырышыр инем.

Айгиз Баймөхәмәтов:
– Рауил ағай, сәләм! Юбиле­йығыҙ­ға киләбеҙ!

– Ярай, рәхмәт. Рәхим итегеҙ, әл­биттә! Гәзит уҡыусыларҙы ла саҡырам.

Гүзәл, Стәрлебаш районы:
– Яҡташыбыҙ Данир Ғәйнуллин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп һайланды. Халыҡ шағиры булараҡ, Данирҙың эшмәкәрлеген нисек баһалар инегеҙ?

– Данирҙың эшен юғары баһалайым. Ул бик үҙенсәлекле шәхес. Ҡоролтайҙың эшен артабан йәнләндереп ебәрер, тип уйлайым. Әмир Ишемғолов бик изге эш менән була: ул милли шөғөлөбөҙ – ҡортсолоҡто үҫтерә. Уның был эштән ситләшеүе ҡыйыныраҡ хәл, әммә Данир кеүек егеттәргә тапшырылғас, бик ҡыуанам!

Руфина, Әлшәй районы:
– Бер йылы һеҙ мәктәпкә осра­шыуға килгәндә, балаларға бик күпләп китап ҡалдырып киттегеҙ. Әммә беҙгә етмәй ҡалды. Шул китаптарҙы ҡайҙан алырға була икән?

– Ни өсөн барып етмәй ҡалды икән ул? Был хатаны тиҙ арала төҙәтергә кәрәк. Әлшәйҙә балалар менән осра­шырға һәм уҡыусыларға китап тапшы­рырға. Шунһыҙ булмай!

Гөлдәр Сәлихова, Өфө:
– Рауил ағай, һеҙҙе шағир, ғалим, депутат тип беләбеҙ. Был өлкәләрҙең ҡайһыһы күңелегеҙгә нығыраҡ яҡын? Ғөмүмән, шиғри асылығыҙға бөгөнгө сәйәсәттә ауырмы?

– Бындай һорауҙы йыш бирәләр. Һеҙгә шиғриәтме, ғилми эшме, публицистикамы, депутатлыҡмы – ҡайһыһы яҡын, тип һорайҙар, ләкин минең өсөн донъя әҙәбиәт, шиғриәттән башлана. Мин иң элек шағир булараҡ донъяға ҡарайым. Публицистикамда ла, ғилми хеҙмәтемдә лә, депутатлыҡ эшемдә лә шул шағирлыҡ иң алға сыға торғандыр, тип уйлайым.

Зилә, Ҡариҙел районы:
– Рауил ағай, донъяла мөхәббәт бармы?

– Мөхәббәт тигәндән, бер шиғырым­ды иҫкә төшөрөп ултырам. Ул “Мөхәб­бәтһеҙ” тип атала. Беҙҙең халыҡта кемделер, нисектер әрләп тормайҙар, ә бер һүҙ менән генә әйтәләр ҙә ҡуялар: кит, мөхәббәтһеҙ, тиҙәр. “Мөхәббәтһеҙ” тигән шиғырым да тик мөхәббәткә ҡоролған, тик мөхәббәт тураһында:
Һөйөүем бөтһә, тормошомдоң йәме
Юйылып төшөр төҫлө хәтерҙән.
Кеше, моңһоу күҙҙәремә ҡарап,
“Мөхәббәтһеҙ!” тиеп әйтерҙәй.
Нишләтһә лә, айырмаһын яҙмыш
Күңел ҡошом – сыуаҡ хисемдән.
Донъяла мин бер нәмәнән ҡурҡам:
“Мөхәббәтһеҙ!” тигән исемдән.
Мөхәббәтһеҙ булырға яҙмаһын! Мөхәб­бәт менән йәшәйек! Ә ул шиғриәт­тән, ижадтан, матбуғаттан, туған теле­беҙҙән, илебеҙҙән башлана.

Сәриә, Өфө ҡалаһы:
– Рауил ағай, йәш шағирҙарҙан кем­дәрҙең ижады иғтибарығыҙға лайыҡ?

– Фәнил Бүләков тураһында Тамара­ның бик матур фекерҙәре баҫылған. Мин ул егетте бик һәйбәт беләм, тип әйтә алмайым. Ләкин уҡығандарым буйынса фекер йөрөтөп, уны таланттарҙың береһе, тип әйтер инем. Зөлфиә Ханнанованың шиғриәтен бик ныҡ хөрмәт итәм. Әҙәбиәтебеҙгә йәштәр дәррәү килә. Үҫеш өсөн мөмкинлектәр күп. Йәштәр матбуғаты бик ныҡ үҫте, гәзите лә, журналы ла бар. Хатта балалар өсөн бер нисә баҫма бар. Былар хаҡында беҙ хыял да итә алмай инек. “Ленинсы”ны айырым баҫма итергә тырышып ҡараныҡ, әммә килеп сыҡмағайны. Мөмкинлектәр күп, шул уҡ ваҡытта мәктәптәр ябыла. Ә уларһыҙ туған әҙәбиәтте, телде нисек уҡытмаҡ кәрәк?

Рәшит, Ырымбур өлкәһе:
– Рауил ағай, Туҡсоран буйҙары­нан күп сәләм. Һеҙҙе һағынып көтөп ҡалабыҙ!

– Рәшит? Кем икән ул? Беҙҙә Рә­шиттәр байтаҡ ул. Ярай, рәхмәт. Аллаһ насип итһә, ҡайтып килергә тырышыр­быҙ. Яҡташтарымды кисәмә һағынып көтөп ҡалам!

– Һеҙ бер мәл бөгөн китап күп сыға, матбуғат та етерлек, әммә уҡыусы аҙ, тигән фекер әйткәйнегеҙ...

– Тыуған яҡтарға йыш ҡайтырға тырышам. Бер ҡайтҡанымда балаларҙың урамда урыҫса һөйләшеп йөрөүенә шаһит булдым. Кемдәр икән тиһәм, үҙебеҙҙең балалар икән. Бына ошо күренеш хәҙер һәр башҡорт ауылында тиерлек. Ауылда үҫкән башҡорт бала­һының үҙ-ара урыҫса аралашыуы – бик хәүефле хәл. Йәш быуынды һаҡлау өсөн беҙгә бик ныҡ тырышаһы бар. Ғаиләлә ниндәй телдә һөйләшәләр, бала шуны һеңдереп үҫә. Хөкүмәткә йыш талаптар ҡуябыҙ, дөрөҫ ҡуябыҙ, әммә һәр беребеҙ ошо эшкә үҙебеҙҙең өлөштө индерергә онотмаһаҡ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779