Эпосты уҡыу серҙәре бар.Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсы үтте. Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған был сарала баһалама ағзаһы булараҡ ҡатнашырға һәм һәр сығыш яһаусы менән гала-концерт көнөндә генә түгел, ә ярыш барышында танышырға насип булды.
Милли асылДөрөҫөн әйткәндә, был сараның эсендә ҡайнау, төрлө милләт, төрлө дин тотҡан, бөтөнләй дин тотмаған замандаш һүҙ оҫталары сығышын күреүҙе үҙем өсөн ҙур шәхси һәм һөнәри бәхет һананым. Кеше глобалләшеү мәлендә заман тарафынан нисек кенә йотолған һымаҡ тойолһа ла, баҡтиһәң, беҙҙең тамырҙарыбыҙ, төп асылыбыҙ, боронғо йырҙарҙа, көйҙәрҙә, риүәйәттәрҙә, эпостарҙа һаҡланған булмышыбыҙ үҙен юғалтмаған икән дәһә! Ул әленән-әле беҙгә үҙе хаҡында иҫкә төшөрөп торған. Юҡҡа йәшләй генә Мөхәмәтша Буранғолов “Урал батыр” эпосын яҙып алып, тап милләттәр юғалыр мәлдә уны халыҡҡа тапшырып ҡалдырмаған. Бында Күктәрҙең ҡыҫылышы, Аллаһ Тәғәләнең боронғо асыллы милләтте ҡурсалауы ишараһы күренә.
Конкурсанттар төрлө төбәктәрҙән килгәйне. Иғтибарҙы йәлеп иткәндәре хаҡында һөйләйем. Коми Республикаһынан лауреат исеменә лайыҡ булған Илья Чуркин нимәһе менәндер беҙ бала саҡта күреп кенә ҡалған урыҫ бабайҙарын, уларҙың һөйләшеү рәүешен хәтерләтте. Ул яйлап ҡына сәхнәгә сыҡты ла өләсәһе һөйләгән хикәйәтте еткерҙе. Телде аңлаған кеше аңлағандыр, мин — юҡ, ул бөтөнләй урыҫ телендә сығыш яһаманы, бәлки, телдең элекке яңғырашында, әллә коми телендә булды монологы, әммә эске энергияһы, моңо арбаны ла ҡуйҙы. “Һин ниндәй телдә уҡының?” тигән һорауға ул: “На ком баба говорила!” – тип яуап бирҙе. Ул телде айырым атап билдәләмәне, әммә баһалама ағзалары ла, залда ултырған тамашасылар ҙа уның сығышында ана шул тап сәсәндәргә, халыҡтың боронғо һүҙен еткереүселәргә хас ауаз ишетте. Ул шул төбәктә йәшәгән халыҡтың рухи ҡомартҡыһының бер сағылышын алып килгәйне.
Саха (Яҡут) Республикаһынан “Дьолуо” фольклор ансамбле (етәксеһе – Людмила Константиновна Цой) сараның бер күренеше, йәме, ҡото булды. Улар яҡут халҡының милли кейемдәрендә милли музыка ҡоралдарын тотоп сәхнәгә сыҡты. Теҙелешеп ултырып алдылар ҙа, әйҙә, китте “Олонхо” әҫәрен һөйләү. Бында уларҙың айырым-айырым, аҙаҡ бергә ҡушылып та әйтеүҙәренә иғтибар итергә кәрәк. Тотош бер ҡеүәтле боронғо тамашаға торош булды был сығыш. Людмила Константиновна аҙаҡ ансамблдә “олонхосы”ларҙың төрлөһө төрлө ерҙә йәшәүе, төрлө вазифала эшләүе, төпкөл ауылдарҙан булыуы, уларҙы йыйып, ҙур йылға аша борамға ултырып сығыуы хаҡында ентекләп һөйләгәндә: “Олонхо беҙгә барыбер барып етергә ярҙам итер, тип теләнек!” – тигәненә иғтибар иттем. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Урал батыр саҡырған ҡунаҡтары килеп етһен, имен ҡайтһын өсөн барыһын да эшләне, тип уйлап торабыҙ әле бына. Эйе-эйе, тап шулай. Урал батырҙың рухы, уның ҡеүәте халыҡҡа ҡайтҡан, яҡынайған мәлдә башҡа төрлө уй килмәй ҙә. Халыҡҡа ҡайтҡан тигәндә, бөгөнгө балаларҙың “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, эстәренә заман афәттәренән һаҡлар ҡот (код) алыуҙары, ошо рәүешле беҙ яйлап, өҙөлә башлаған рухи ептәрҙе, епсәләрҙе ялғап, еребеҙгә сәсәнлек ҡеүәтен ҡайтара башлауыбыҙ хаҡында әйтергә теләйем. Нәбиебеҙ – ул Урал батыр.
Яҡут ҡыҙы Айта Васильева нисек һоҡланғыс сығыш яһаны! Уларҙың һәр береһенең тамашаһын күрергә кәрәк, дөрөҫөн әйткәндә, һүҙ менән генә килештерә торған ғәмәл түгел эпосты башҡарыусыны тасуирлау!
Ханты-Мансиҙан Тимофей Молданов сығышында үҙҙәренең аулау йолаһын да күрһәтергә тырышты. Һәр бер сығыш яһаусының милли асылы менән сәхнәгә сығыуы иғтибарҙы йәлеп итте.
Эпостың киләсәге барЭпос – ул һәр нәмәнең башы. Бөтә төр сәнғәттәр, бөтә төр ижад, һәр төр фәлсәфә, һәр төр донъяны ҡабул итеү – былар барыһы ла унан башлана. Эпос – бөгөнгө кешелектең нигеҙе. Кем белә, бәлки, быға тиклемге цивилизацияларҙың да нигеҙелер?
Дәүләкән районынан Зөләрәм Снигирева “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын һөйләп, шулай уҡ лауреат исеменә лайыҡ булды. Бына ошо рәүешле риүәйәттәр, хикәйәттәр һөйләгәндәрен минең дә ишеткәнем булды. Дәүләкән районының Мәкәш ауылында йөҙйәшәр Ғәйнамал әбей бар ине, беҙ уға барып, “Саҡ менән Суҡ”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” әҫәрҙәренең тап беҙҙең ауылда һаҡланған варианттарын йыя торғайныҡ. Быны уҡытыусыбыҙ Фәниә Хәсәнованың ҡушыуы буйынса атҡара инек. Ул ваҡытта ниндәй ҡомартҡы ишетеүебеҙҙе, уның тап боронғоса башҡарыуҙарының шаһиты булғаныбыҙҙы беҙ, балалар, аңлап та етмәгәнбеҙ, әммә әле булһа әбейҙең көйләп кенә, яйлап ҡына, һеңдереп кенә һөйләүе хәтерҙә ҡалған. Зөләрәм апай ҙа ана шул тап боронғо башҡарыу, эпосты еткереү рәүешен һаҡлаған.
Көйләп тигәндән. Ә бит беҙ ҙә мәктәптә шиғырҙарҙы шулай уҡый инек. Ана шул көйләп уҡыу — беҙҙең ҡанда һаҡланған бер йола, тип асыш эшләнем ошо саранан һуң, сөнки башҡортта ҡарһүҙҙе, риүәйәтте, Ҡөрьәнде уҡыған һымаҡ, көйләп уҡыу булған. Шуға ла беҙ мәктәптә: “Көйләп уҡыма әле шиғырҙы!” – тиһәләр, аптырап ҡала торғайныҡ. Ә нисек уҡырға һуң? Һәр хәлдә эпос шиғыр һымаҡ уҡылмай. Бына артистар, театр сәнғәте вәкилдәре шиғырҙы еренә еткереп, образға инеп китеп, интонацияны дөрөҫ ҡуйып, айырым һүҙгә баҫым яһап башҡара. Был дөрөҫ тә! Был — сәнғәт! Был — театр сәнғәте!
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ла конкурста лауреат исеменә лайыҡ булды. Был рәүешле лә эпосты һөйләү йәшәүгә хоҡуҡлы, әммә был – сәнғәт! Асылда эпос башҡа төрлөрәк уҡыла. Бына Бөрйән районынан килгән Гөлдәр Әхтәмова башҡарған кеүек. Ниндәй кинәнес, нисек онотолоп китеп тыңланыҡ беҙ уны! Ул беҙгә эпостарҙың йөкмәткеһен боронғоса итеп еткерҙе. Сибайҙан Мираҫ Үҙәнбаевта ла бар ул сихри башҡарыу оҫталығы, һеңдереп, көйләп кенә һүҙ әйтеү. Шамил Күсәмешев тә ойотоп ҡына әйтте эпосты.
Юҡҡа ғына Мираҫтың сығышын тыңлағандан һуң баһалама ағзаһы, манасчи, фән докторы Талантаалы Бахчиев: “Урал батыр” эпосының киләсәге бына ошо егеттә! Исеменә лә иғтибар итегеҙ!” – тимәне, күрәһең. Сәсәнлек традициялары өҙөлгән булһа ла, халҡыбыҙҙың рухи донъяһы юғалтмаған сәсәнлек асылын. Көйләй-көйләй, һөйләй-һөйләй ҡайтып килә сәсәнлек асылы!
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Ислам Төхвәтуллин үҙен күптән шиғыр һөйләү оҫтаһы итеп танытты. Ул шиғыр кисәләрендә, социаль селтәрҙәрҙә шағирҙарҙың шиғри шәлкемдәрен яттан һөйләй, аудиояҙмалар һала. Алда әйткәнемсә, шиғыр уҡыу менән эпос һөйләү бер үк нәмә түгел. Шуныһы ғәжәп, Ислам эпостан өҙөктө оҫта башҡара алды. Әлбиттә, шиғыр ятлап өйрәнгәс, тота килеп кенә эпос һөйләй башлау еңел дә түгелдер, әммә ул был эшен дә булдырҙы. Эпосты бит онотолоп китеп, асылына төшөнөп һөйләү мөһим. Ошо уҡ вуз студенты Инсаф Хужабиргәнов та үҙенсәлекле уҡыны эпосты. Ғөмүмән, мин был ике егеттә эпосыбыҙҙы өйрәнеүселәрҙе күрәм, уларҙа тәрәнтен фекерләү, яңыса ҡараш бар. Киләсәктә халыҡ-ара майҙандарға алып сығырлыҡ эпосты өйрәнгән ир-егеттәрҙе үҫтереүҙе хәстәрләргә кәрәк беҙгә. Ана манасчи Таланталы Бахчиев һымаҡ! Был егеттәр эпосты яттан белә, ә киләсәктә уны фәнни яҡтан өйрәнһен ине. Ошо фекеремде уҡытыусыларына ла еткерҙем. Киләсәк – тамырҙарын белгән милләттәрҙә. Был егеттәр беҙҙең халыҡты донъя кимәлендә күрһәтерлек булып үҫһен ине! Эпосты өйрәнгән ғалимдарыбыҙ бар – философия фәндәре кандидаттары Закирйән Әминев, Зилә Рәхмәтуллина, филология фәндәре кандидаты Гөлнар Юлдыбаева. Уларҙан тағы ла аңлатмалы фекер көтәбеҙ.
Конкурстарға әйләнеп ҡайтам. Эйе, унда ҡатнашҡан балалар йылан булып та ыҫылдай, ат булып та кешнәй, әммә һәр нәмәнең самаһы бар. Эпостың эске энергетикаһын биреү мөһим. Беҙ балаларҙы эпос ятларға өйрәттек, республика кимәлендә үткән сараларҙы ойоштороусылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа, уларҙы әҙерләгән остаздары ла эпос ятлау этабын уңышлы атҡарып сыҡты. Барыһына ла рәхмәт! Аллаһ Тәғәләнең оло рәхмәте төшһөн эпосыбыҙҙың асылын юллаусыларға!
Традициялар тергеҙеләЭш артабан дауам итә. Бына, ниһайәт, республика Сәсәндәр үҙәге тырышлығы менән икенсе тапҡыр сәсәндәр бер майҙанда осраша. Дағстандан килгән Айдун Магамедовтың сығышы ла үҙенсәлекле булды. Ул үҙҙәренең милли әҫәрен сәнғәтсә итеп әйтте, етмәһә, музыка ҡоралында ла уйнағас, был сығыш беҙ күреп өйрәнгән сәхнә әҫәрҙәренә тартты. Думбыраһын ҡуйып торһон ине, тип әйтке килде хатта.
Мари Иле республикаһынан Тамара Петрова менән Валентина Петрова “Аҡ барс тураһында” риүәйәт алып килгәйне. Бына ғәжәп! “Беҙҙә был хайуан хаҡында риүәйәттәр һаҡлана. Бик борон улар беҙ йәшәгән биләмәлә көн иткән”, – тине Тамара. Бында ла бер хикмәт бар. Республикабыҙҙа тотош райондарҙы биләп йәшәгән мари халҡы әле булһа үҙҙәренең йолаларын, мәжүси асылын һаҡлап килә. Әгәр улар “Аҡ барс тураһында” риүәйәт һөйләй икән, был уларҙың халҡының танытаһы ҡиммәттәре күплегенә лә ишара бит!
Нурғәли Кейекбирҙин (Сибай ҡалаһы), Фәниә Арыҫланова (Хәйбулла районы), Нияз Ямалетдинов (Әбйәлил районы), Рәйлә Ҡолмырҙина (Ишембай ҡалаһы), Надежда Шушпанова (Ишембай районы), Зөлфирә Ҡарағужина улдары менән (Әбйәлил районы), Рәйлә Зәйнуллина ейәне Аслан менән, Әбйәлил, Бөрйән еренән килгән ансамблдәрҙең сығыштары хәтерҙә ҡалды. Хәйер, һәр башҡарыусы тураһында айырым фекер әйтеп булыр ине. Мәҡәләнең маҡсаты ул түгел. Сәсәниә Асия Ғәйнуллинаның эшмәкәрлеге, халыҡ ижадын тәрәндән тойоп, сәсәнлек йолаларын яңынан тергеҙеүгә өлгәшә алыуын күреп, сикһеҙ ҡыуандыҡ. Былар барыһы ана шул ил өҫтөндә осоп йөрөгөн сәсән рухын, сәсән ҡотон тойоусыларҙың, антенна һымаҡ, моңдо тотоп алыуҙары тураһында һөйләй.
Гран-при яулаған Мәүлитбай Ямалетдиновты тамашасының аяғүрә алҡышлауы ла халыҡтың ошо мәлдәрҙе көтөп йәшәүе хаҡында һөйләй. Ә ниндәй йола атҡарҙы инәйҙәр – сәсәнде аҡ кейеҙгә баҫтырҙылар. Был иҫ китмәле күренеш булды! Бындай баһаға әле бер һүҙ оҫтаһының да, бер шағирҙың да, бер сәсәндең дә ирешкәнен күргәнем юҡ. Анау хәтлем бай ижады өсөн лайыҡ булды Мәүлитбай ағай быға. Тап ул — халыҡ ижадын, сәсәнлекте тергеҙгән шәхестәребеҙҙең береһе. Уның башҡарыуындағы “Күлтиген” әҫәре әле булһа ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора. Сәсән ана шулай һеңдереп кенә, көйләп кенә һүҙен әйтергә лә түл йыйырға китергә тейеш, минеңсә. Ул әйләнгән һайын сәхнәгә сығып йырламай.
Уның үҙ һүҙе, үҙ мәле, үҙ урыны! Сәсәндәр традициялары тергеҙелә башлауының шаһиты беҙ, ХХI быуат башында йәшәгән кешеләр. Республика халыҡ ижады үҙәгенә, атап әйткәндә, Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаеваға был фиҙакәрлеге өсөн айырым рәхмәт! Аллаһ насип итһә, республикабыҙ халыҡ-ара кимәлдәге сәсәндәр конкурстарын ҡабул итер әле!