«Башҡортостан» гәзите яңыраҡ үҙ дуҫтарын Башҡорт дәүләт филармонияhының ҙур залына үҙенсәлекле байрамға йыйҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты hәм билдәле башҡорт эшҡыуарҙары ярҙамында ойошторолған кисәнең «Йүнселлекте ҙурлай «Башҡортостан» тип аталыуы осраҡлы түгел: hуңғы осорҙа гәзиттә баҙар иҡтисады шарттарында, шәхси кәсепкә таянып, етеш йәшәүсе замандаштар хаҡында мәҡәләләр йыш баҫыла, редакция ошо йүнәлешкә етди иғтибар биреүҙе, милләттәштәребеҙҙе бизнесҡа күберәк йәлеп итеүҙе өҫтөнлөклө бурыстарҙың береhенә әйләндерҙе.
Шаршау асылғанда тамашасылар сәхнәлә өҫ-башы таушалған, йөҙө емерелгән бер ирҙе күрҙе. Ыҫпай кейенгән, ҡулына «Башҡортостан» гәзитен тотоп,
ҡайҙалыр ашығып китеп барған элекке hабаҡташын туҡтатып, башта тәмәке, артабан hыралыҡ аҡса hорап маҙаланы ул. Хәлле булhа ла, Сабир Мәхмүткә шайтан hыуы өсөн түләүҙән баш тартты, хушлашҡан сағында ҡорҙашына: «Бына ошо баҫманы уҡып сыҡ, бәлки, донъяға ҡарашың үҙгәрер», – тип, «Башҡортостан» гәзитен тотторҙо. Кисә аҙағында иhә Фәрүәз Урманшин менән Урал Мортазиндың персонаждары эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнеүселәр булараҡ күреште – Мәхмүт, гәзит мәҡәләләренән hабаҡ hәм фәhем алып, эсеүен ташлап, умартасылыҡҡа тотоноп, яҡшы ғына килем алып йәшәүенә ҡыуаныуын белдерҙе.
Ошо тамаша кисәнең төп маҡсатын билдәләне лә инде. «Ҡараңғылыҡты әрләгәнсе, бер шәм яҡтыртыу яҡшыраҡ, тиҙәр. Матди етешhеҙлектәргә зарланыусыларҙы төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, тәүәккәлләргә hәм эшҡыуарлыҡҡа тотонорға саҡыра гәзит, – тип бик дөрөҫ аңлатты был ниәтте Элемтә hәм киң коммуникациялар министрлығы вәкиле Айрат Искәндәров үҙенең тәбрикләү сығышында. – Шәхси кәсеп менән шөғөлләнеү hәләте башҡорттоң ҡанында бар, беҙҙең халыҡ ҡымыҙ эсеп, ҡурай тартып ҡына йәшәмәгән. «Башҡортостан» гәзитенең «Башҡорт эшҡыуарлығы» рубрикаhында сыҡҡан яҙмалар милләттәштәребеҙҙе ижадсы ла, йүнсел дә булырға өйрәтә».Гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимов был фекерҙе шулай тип йөпләне: «Боронғо шәжәрәләргә күҙ hалhаң, ата-бабаларыбыҙҙың умартасылыҡ менән уңышлы шөғөлләнеүе, өйөр-өйөр йылҡы көтөүе, бал, ҡымыҙ, ит, яҡшы аттар hәм башҡаhы менән баҙарҙа ҙур урын биләүе хаҡында мәғлүмәттәр күп. Беҙ ошоно
иғтибарға алырға, йүнселдәрҙе арттырырға, эшҡыуарлыҡты төбәк иҡтисадының төп нигеҙенә әйләндерергә бурыслы. Айырыуса ауыл ерендә эшhеҙ ятыусылар булырға тейеш түгел».
Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Бизнес-үҙәк етәксеhе, абруйлы башҡорт эшҡыуарҙарының береhе, «Башҡорт эшҡыуарлығы» конкурсының төп бағыусыhы Иршат Аҫылғужин hүҙ алды.
— Милләттәштәребеҙ араhында йүнселдәрҙе арттырыу III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында мөhим бурыстар иҫәбендә билдәләнгәйне, – тине ул. – Был эште тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрhәткән «Башҡортостан» гәзитенә, уның әүҙем журналистарына, атап әйткәндә, ижади бәйге үткәреү тәҡдимен индергән ѓәм конкурстың шарттарын әҙерләгән Лариса Абдуллинаға ҙур рәхмәт! Конкурсҡа төрлө жанрҙағы, төрлө күләмле йөҙҙән ашыу мәҡәлә килде. Улар йәмәғәт фекерен үҙгәртер, халыҡты уятыр, хәлле кешеләрҙе арттырыр тип ышанам.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Румил Аҙнабаев, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов менән берлектә Иршат Аҫылғужин «Башҡорт эшҡыуарлығы» конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләне. Шуныhы иғтибарға лайыҡ: араларында, журналистарҙан тыш, мәктәп уҡытыусылары – Ғафуриҙан Рәйсә Фәйзуллина ѓәм Күгәрсендән Ғәлиә Әлимғужина – бар. Дипломдарға ҡушып, аҡсалата алты премия тапшырылды, дәртләндереү приздары ла бирелде. Конкурста беренсе урынды алған Валерий Ғәйнетдинов ойоштороусыларға барлыҡ ҡәләмдәштәре исеменән рәхмәт әйтте.
— Бына ошо рәүешле бер-беребеҙҙе күтәрә беләйек, – тине Румил Аҙнабаев. – Кисәгә йәштәрҙең күпләп килеүе ҡыуандыра. Тимәк, улар эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләhенә битараф түгел. Матбуғат менән дә дуҫ булыуҙарын, халҡыбыҙҙың киләсәге мәнфәғәтендәге бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын теләйем.
Башҡортостандың Умартасылыҡ hәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов та йыйылыусыларҙы бик йылы тәбрикләне. Уның hүҙҙәренсә, бал ҡорто үрсетеү – ысынлап та, төшөмлө шөғөл, айырыуса дәүләт тарафынан был тармаҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленгән шарттарҙа. Үҙәк етәксеhе бөгөн бик күп илдәр менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүҙәре, халыҡ-ара конкурстарҙа юғары урындар яулауҙары, башҡорт балының сифаты тураhында hөйләне.
Тантаналы өлөштән hуң гәзиткә яҙылыусылар араhында квитанциялар буйынса отош уйыны ойошторолдо. Бүләктәр «Трал» (директоры – Риф Иҫәнов), «СтройТрейдинг» (Иршат Аҫылғужин), «Банкос» (Рәүеф Әлмөхәмәтов), «Ғәлиә» (Рәйлә Фәсхетдинова), «Арт-Студия» (Гүзәл Яубаҫарова), “Рәсәйҙең ауыл хужалығы банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалы (Ирек Мөхәмәтдинов), «Эллипс-банк»тың «Көнсығыш-Капитал» коммерция банкы» (Алмас Абдуллин), Башҡортостандың Умартасылыҡ hәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге кеүек ойошмалар, шулай уҡ гәзит редакцияhы тарафынан әҙерләнгәйне. «Башҡортостан»дың дуҫтары микротулҡынлы мейес, үтек, сәйнүк кеүек электр техникаhы, көнкүреш кәрәк-ярағы, сувенирҙар, косметика әйберҙәре, календарҙар отто.
— Гәзиткә яҙылған өсөн бүләк отоуым осраҡлы булhа ла, бында килеүем осраҡлы түгел, – тине шағир Ирек Кинйәбулатов. – Хәреф таный башлағандан бирле ошо гәзитте уҡыйым, ҡәләм тоторға өйрәнгәндән алып уға яҙышам. Яҙҙым, яҙам hәм яҙасаҡмын!
Бынан тыш, гәзит редакцияhы кисәгә килгән ҡайhы бер ҡунаҡтарҙы бүләкләне: киләhе ярты йыллыҡҡа «Башҡортостан»ға түләүhеҙ яҙылыу мөмкинлеге бирҙе. Бындай хоҡуҡ алыусылар араhында республиканың Шәhит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йорто ла бар. Ҡаты ауырыу сәбәпле матди ярҙамға мохтаж булған балалар өсөн кисә барышында хәйриә ярҙамы йыйыу ҙа ойошторолдо.
Сара аҙағына яҡынлай башлағас, тағы бер тантанаға шаhит булдыҡ: «Башҡортостан» менән даими хеҙмәттәшлек итеп, гәзитебеҙҙең йөкмәткеѓен байытыуға тос өлөш индергән бер төркөм әүҙем хәбәрсе-авторҙар сәхнәгә саҡырылды. Уларҙың исемдәре матбуғат дуҫтарына яҡшы таныш: Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ризван Хажиев, Ләлә Бейешева, Рафаэль Аҙнағолов, Зөhрә Ҡотлогилдина, Мәхмүт Хужин, Сәлимйән Ғүмәров, Фәрзәнә Аҡбулатова, Спартак Ильясов, Гөлшат Әхмәтҡужина, Салауат Мөхәмәтшин, Фәрит Рәмов, Рәйсә Фәйзуллина, Рияз Мәсәлимов, Илдар Ғәбитов, Вараҡа Ғәләүетдинова, юрист Таhир Мансуров. Гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимов уларға «Штаттан тыш хәбәрсе» танытмалары, рәхмәт хаттары hәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, артабан да редакция менән тығыҙ бәйләнештә емешле эшләүҙәрен теләне.
Байрам йыр-моңhоҙ булмай, әлбиттә. Кисәне Роза Аҡкучукова, Әлфиә Юлсурина, Сәйҙә Ильясова, Азат Биксурин, Фәрүәз Урманшин, Урал Мортазин кеүек киң билдәле сәнғәт оҫталары сағыу сығыштары менән биҙәне.
Даян МӘЖИТОВ
"Рәсәйҙең ауыл хужалығы банкы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалы директоры Ирек МӨХӘМӘТДИНОВ:– Журналист тормошобоҙ тураһында көн һайын яҙа, йүнселдәрҙе дәртләндерә, оҫталарҙың тәжрибәһен тарата, эш кешеһен өлгө итеп күтәрә, ә үҙе күләгәлә ҡала. "Йүнселлекте ҙурлай "Башҡортостан" тигән кисәлә, киреһенсә, ҡәләм оҫталарының эше тейешле баһа алды, редакция хеҙмәткәрҙәре, штаттан тыш хәбәрселәр сәхнәгә күтәрелде, рәхмәт һүҙен ишетте. Был, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ башланғыс.
Бөгөнгө сара гәзиткә яҙылыусылар өсөн айырыуса отошло булды: квитанцияңды теркәтеп, лотереяла ҡатнашырға, бағыусылар тотоп килгән бүләктәрҙе оторға мөмкинлек бирелде. Эшҡыуарлыҡ үҫешенә етди иғтибар биргән "Россельхозбанк" йәмғиәте филиалы бындай ғәмәлдән ситтә ҡала алмай, әлбиттә. Беҙ кисәлә теләп ҡатнаштыҡ, үҙебеҙҙең призды шатланып тапшырҙыҡ.
Иршат АҪЫЛҒУЖИН, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһы рәйесе:– Алдынғы сит илдәр иҡтисадында бәләкәй эшҡыуарлыҡтың өлөшө 60—70 проценттан ашып китә. Беҙҙә ул әлегә 20 процент кимәлендә. Илебеҙҙең киләсәге йүнселдәргә бәйле. Иҡтисади “арба”нан төшөп ҡалмаҫ өсөн бөгөн дәррәү тырышлыҡ һалырға кәрәк. Милләттәштәребеҙ был хәҡиҡәтте аңлаһын, әүҙемерәк булһын тип тырышабыҙ. Беҙҙең комиссияның, Бизнес-үҙәктең маҡсаты ла халыҡтың яҡты киләсәген булдырыуға, мул тормош төҙөшөүгә, милләтебеҙҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.
Йүнселлекте абруйлы итеү өсөн, эшҡыуарлыҡты пропагандалау юлдарын эҙләп, уны республика гәзите аша тормошҡа ашырыуы ҡулайлыраҡ тигән фекергә килдек. Шул уңайҙан "Башҡорт эшҡыуарлығы" конкурсын ойошторҙоҡ. Башланғысыбыҙҙы республика гәзите күтәреп алыуы маҡсатыбыҙға мәртәбә өҫтәне. Дөйөм тырышлыҡтың тәүге һөҙөмтәләре лә бар. Бындай байрам һәр яҡ (журналистар, эшҡыуарҙар, артистар, гәзит уҡыусылар) өсөн дә отошло. Киләсәктә бәйгелә журналистар ҙа, ауыл хәбәрселәре лә күберәк ҡатнашыр тигән өмөттәбеҙ.
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА,
РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы:— Гәзит ул — коллектив хеҙмәт емеше, бөтә халыҡ өсөн сыға. Бөгөнгө тамашала йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы. Улар бит бында юҡҡа ғына кермәгән, тимәк, ҡыҙыҡһыналар, беләләр, өлкәндәрҙең фәһемле сығыштарын тыңлайҙар, уйланалар. Беҙ йәштәребеҙҙе матбуғат баҫмалары менән дә тәрбиәләргә тейеш.
Динә ШӘЙМЫРҘИНА, Өфөләге 1-се педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:— “Башҡортостан” гәзите – төрлө райондарҙа, төбәктәрҙә көн иткән халҡыбыҙҙың үҙ-ара аралашыу, бәйләнеш тотоу, кәңәшләшеү майҙаны. Шуға ул миңә әүәл-әүәлдән яҡын. Туғандарыма ла бүләк булһын тип, гәзиткә ете дана яҙылдым. Баҫма аша беҙ республикабыҙ һулышын тойоп йәшәйбеҙ. Гәзитте дәрестә ҡулланабыҙ, мәҡәләләргә ҡарата теманы дауам итеп һөйләшәбеҙ.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан:— Бынан теүәл 50 йыл элек “Совет Башҡортостаны”нда тәүге мәҡәләм сыҡҡайны. Күп тә үтмәй, редакциянан хат килеп төштө, яҙышып тороғоҙ, шул-шул темаларға иғтибар итергә тырышығыҙ, тигәндәр. Дәртләнеп киттем. Әүәле штаттан тыш авторҙарға иғтибар ҙур ине. Төрлө семинарҙар, кәңәшмәләр йыш үткәрелде. Ауыл һәм ҡала хәбәрселәренең ике съезында ҡатнаштым. Улар миңә бөтә яҡлап та белемемде арттырырға ярҙам итте. Маһир журналистарҙың, яҙыусыларҙың фәһемле кәңәштәре ҙур мәктәп ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа был матур йола һүлпәнләнеп ҡалды. Бына әле осрашыуға саҡырылғас, бер аҙ сырхап торһам да, килмәй булдыра алманым. Киләсәктә бындай бәйләнештәр онотолмаһын ине. Бөгөн әүҙем авторҙарға “Штаттан тыш хәбәрсе” танытмаһы тапшырып, бик дөрөҫ эшләнеләр. Был беҙгә тағы ла ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә.
Рәйсә ФӘЙЗУЛЛИНА,
Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан:— “Уҡыуға ҡарағанда күберәк уйла, яҙыуға ҡарағанда күберәк уҡы”, тигән матур әйтемде бер ваҡытта ла иҫемдән сығарғаным юҡ. Йыл да гәзит-журналдарға яҙылам. Үҙемә оҡшаған мәҡәләләрҙе ҡат-ҡат уҡыйым, оҡшағандарын, оҫта, һутлы тел менән яҙылғандарын киҫеп алам. Хәбәрсе булараҡ, халыҡ араһында, ваҡиғалар уртаһында йөрөргә тырышам, ауылда үткән мәҙәни саралар, йыйылыштарҙан ҡалмайым, фекерҙәремде әйтәм.
Штаттан тыш хәбәрселәр күбеһенсә ауылда йәшәй бит. Шуға ла төбәктәге, үҙ ауылындағы хәлдәрҙе ул яҡшыраҡ белә.