Төнгө күкте яҡтыртып, шытырлап усаҡ яна. Клубҡа тамаша ҡарарға килгән кешеләр бер аҙ аптырабыраҡ үтә: ғүмерҙә булмағанса мәҙәниәт усағы янында ҡаҙан аҫҡандарсы!
Халыҡ йыйылып, концерт башланырға ваҡыт еткәс, сәхнәгә Фәриҙә Суфиянова сығып баҫты:
— Ҡәҙерле ауылдаштар, — тине ул. — Бөгөн беҙ күренекле ҡурайсы Роберт Юлдашевтың концертын ҡарарға йыйылдыҡ. Ул байрам көнөндә тамаша бүләк итеп, беҙҙе ҡыуандырасаҡ. Бынан тыш, ҡорбан салып, былау менән һыйлаясаҡ. Хәҙер, рәхим итеп, барығыҙ ҙа фойеға сығығыҙ һәм изге ниәт менән әҙерләнгән һый-хөрмәттән ауыҙ итегеҙ.
Бына ниндәй булған икән баяғы ҡаҙандың сере. Тотош клубҡа ла таралып өлгөргән тәмле еҫ. Олоһо ла, кесеһе лә Фәриҙә ханым ҡулынан боҫорап торған ризыҡ алып, Роберт Юлдашевҡа рәхмәт уҡып һыйланғас, һәммәһе лә залға йыйылды.
Мулла Рәфәғәт Ғәбитов, иман юлында йөрөгән студент Рөстәм Насиров сүрә уҡып, вәғәз һөйләгәндән һуң, сәхнәлә илаһи ҡурай моңо яңғыраны.
...Йәйрәп ятҡан башҡорт далаһы. Аҡ тирмәләр янында бала-саға сыр-сыу килеп йүгерешә, яҡында ғына йылҡы көтөүе утлай. Уңған килендәр ҡымыҙ бешә. Ҡаҙанда бишбармаҡ ҡайнай. Усаҡ өҫтөндә ҡорот ыҫлана.
...Тын иртәне торналарҙың хәүефле тауышы боҙа: илгә бәлә килгән! Тирә-яҡта ығы-зығы башлана. Илау-һыҡтау, күҙ йәштәрен түгеп, ҡатындар ирҙәрен яуға
оҙата. Дошмандан илебеҙҙе аяҡ аҫтына һалып тапатмаҫ өсөн алыш ҡыҙыу бара. Кемдер яралана, кемдәрҙер сит-ят ерҙә мәңгелеккә ятып ҡала... Ғәҙеллек, хаҡлыҡ өсөн барған изге һуғыш еңеү менән тамамлана. Ана, батырҙар ғәзиз әсәләре, ҡатындары, балалары янына, үҙҙәре һаҡлап алып ҡалған, изге ҡаны тамған тыуған еренә ҡайтып килә. Тирә-яҡта тағы һиллек. Тормош йәнә һәүетемсә, ғәҙәттәгесә дауам итә...
Бына шундай романдарға һыймалы, тотош тарихыбыҙҙы һөйләп биреүсе композиция башарҙы Роберт Юлдашев һәм уның “Ҡурайсы” төркөмө. Ҡурай, думбыра, дөңгөр, барабан, гитара тауышы аша ғәжәйеп мөғжизә тыуҙырҙы. Илаһи моң күҙҙән йәш сығартты. Сит илдәрҙә, Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында төрлө милләт тамашасыларына халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы — ҡурай тауышын еткереүсе Роберт Әбйәлил районының Буранғол ауылында ла бөтөн күңелен биреп уйнаны. Саждәгә киткән мосолман кеүек күҙҙәрен йомоп, берсә онотолоп, берсә дәртләнеп, халыҡ көйҙәрен башҡарҙы. Хатта залдағы тамашасылар ҙа бер мәлде урындарында ултырып сыҙай алмай бейергә төшөп китте. Зал менән сәхнә берлеге, уйнаусы менән тыңлаусының күңел ауаздашлығының иң юғары нөктәһенә етеүе ине был. Музыканттар өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме?! Моңдан әсирләнгән мулла Рәфәғәт Ғәбитов ағайҙың сәхнәгә күтәрелеп, “Урал”ды йырлап ебәреүе үҙе ни тора!
Тамашала башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙары менән сығыш яһаусы Зилиә Бәхтиеваны ла халыҡ көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. “Гәлсәр һандуғас” телевизион йыр конкурсы һәм “Дуҫлыҡ йыры” бәйгеһе лауреаты булған был башҡарыусы буранғолдар өсөн яҡшы таныш. Моңло тауышы менән арбаған йәш йырсы уға тиклем дә ауылда бер нисә тапҡыр булып киткәйне, шуға ла үҙҙәренеке кеүек йылы ҡабул итеүҙәре аңлашыла.
Музыкаль аппаратура менән тулған бәләкәй генә сәхнәлә лә яландағы кеүек осоп-ҡунып бейегән Гүзәл Исламғоловаға тамашасыларҙың һоҡланыуының сиге булманы. Ул берсә хан ҡыҙы ҡиәфәтендә халыҡты таң ҡалдырҙы, берсә алыҫ сит илгә алып китеп, карнавалда йөрөттө, берсә батмустар менән башҡорт бейеүен башҡарып, талсыбыҡтай кәүҙәһе, оҙон сәсе, һығылмалы хәрәкәттәре менән таң ҡалдырҙы.
Тамашасылар шулай уҡ замана йәштәре яратҡан рэп стилендә сығыш яһаусы йәш башҡарыусы Азамат Мәһәҙиевте лә алҡыштарға күмде. “Ҡурайсы” төркөмөнөң күҙҙәре балҡып торған егеттәре иһә, музыка ҡоралында оҫта уйнап, халыҡты әсир итте.
Халыҡ-ара, республика конкурстарында еңеүсе, Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Роберт Юлдашевтың Буранғол ауылына концерт менән килеүенең икенсе сәбәбе лә бар ине. Күптән түгел Өфөлә күренекле ҡурайсы Әҙһәм Исҡужин исемендәге бәйге үткәйне. Шунда балалар араһында өсөнсө урынды яулаған Шәфҡәт Баязитов исемле малайҙы күрә Роберт. Танышып, һөйләшеп киткәс, уның ҡурай уйнарға теләге шул тиклем көслө булыуын, маҡсатына өлгәшер өсөн өсөнсө йыл инде Буранғолдан аҙнаһына ике тапҡыр район үҙәгендәге музыка мәктәбенә йөрөүен белә. Роберт нисек тә әлеге һәләтле балаға ярҙам итеү ниәтенән, әгәр ата-әсәһе ҡаршы килмәһә, Өфөгә уҡырға урынлаштырырға теләге барлығын белдерә.
— Элек Роберт Юлдашевты телевизорҙан ғына ҡарап белә инек, әле өйөбөҙгә килеп уйнауы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды, — тине Шәфҡәттең ата-әсәһе Миңзәлә менән Наил Баязитовтар. — Шундай ҙур ҡурайсының улыбыҙға иғтибар итеүе, әлбиттә, шатлыҡ. Шәфҡәттең уйнағанын тыңлап ҡараны, кәңәштәрен бирҙе, үҙе лә бер нисә көй башҡарҙы. Улыбыҙ өсөн үҙе бер оҫталыҡ дәресе булды был.
Роберт Юлдашевтың ҡурайҙың киләсәге тураһында уйлап, һәләтле балаларҙы хәстәрләп йөрөүе маҡтауға лайыҡ. Буранғолдағы концертында ул йәнә бер баланы ҡыуандырҙы. “Йәншишмә” гәзитендә үткәрелгән “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” конкурсында еңеүсе Нәркәс Ҡәйепҡоловаға үҙенең дискын бүләк итте.
Рәсәй эстрада йырсыһы Гарик Сукачев менән тәүге тапҡыр осрашҡанда Роберттың ҡурайын тыңлаған Мәскәү ҡунағы: “Был уйын ҡоралының моңонда мәңгелектең тауышы бар”, — тип хайран ҡала һәм бергә йыр яҙҙырырға тәҡдим итә. Ошондай илаһи моңдарҙы эҙләп донъя гиҙгән Николай Носков та Юлдашевтың ҡурай тауышын тыңлағас, үҙенең концертында ҡатнашырға саҡыра. Ана шулай Рәсәй, донъя кимәленә алып сыға Роберт Юлдашев башҡорттоң ҡурай моңон. Танылған музыкант Башҡортостан халҡын ҡыуандырыуҙан да туҡтамай: әле генә Торатауҙы һаҡлау акцияһына ҡушылып сығыш яһаһа, икенсе юлы Миәкә районында Изге шишмә янындағы Әүлиә ҡәберлегендә мөғжизәле көмбәҙҙе асыуҙа ҡатнаша, әле килеп ябай бер ауылда мосолман байрамында тамаша бүләк итә. Һәр кешенең дә ҡулынан килмәй бындай күңел киңлеге, мәрхәмәтлек. Мәңгелек моңдо донъя буйлап таратыусы ҡурайсының ҡылған изгелектәре үҙенә унлата кире ҡайтһын.
Буранғолдағы данлыҡлы “Кейеҙ йорто” етәксеһе Зөлфирә Мәхийәнова ауылдаштары исеменән рәхмәт белдереп, йәне лә, тәне лә һау-сәләмәт булһын тип, Роберт Юлдашевҡа кейеҙҙән баҫылған камзул бүләк итте.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Әбйәлил районы.