Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙерлек әүҙем бара
Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
Яңы уҡыу йылы башланыуға күп тә ҡалманы. Балалар августың ҡояшлы көндәрен файҙаланып, рәхәтләнеп ял итә. Ә бына белем биреү учреждениелары етәкселәре, мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн бик ҡыҙыу осор. Балалар Белем көнөн таҙа, төҙөк, күркәм биналарҙа ҡаршы алһын өсөн бар көсөн һала улар.
Учалы районы педагогтары ла ең һыҙғанып яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Һәр бер мәктәптә косметик ремонт уҙғарыла – стеналар, түшәмдәр буяла, ағартыла, ихата, мәктәп алдары төҙөкләндерелә, мебель ипкә килтерелә.
Дөйөм алғанда, райондың алты мәктәбе һәм балалар баҡсаһы капиталь ремонтлана. Бөгөн тәҙрә алыштырыу буйынса эштәр ҡаланың “Дельфин” һәм “Светлячок” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында тамамланған да инде. Ике баҡсала ла эштәрҙе “Ибраһимов” шәхси предприятиеһы атҡарған.
– Беҙҙең баҡса 1978 йылда төҙөлгән, тәҙрәләр бик иҫке ине. Ҡышҡы һалҡындарҙа бигерәк тә ҡыйын булды – һыуыҡ көндәрҙә ел уйнап торҙо. Урындағы бюджеттан бүленгән миллион ярым һум аҡсаға 109 тәҙрә лә замансаға алыштырылды. Подряд ойошмаһы эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарып сыҡты. Быға бигерәк тә ата-әсәләр шат, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты “Дельфин” балалар баҡсаһы мөдире Гөлназ Мөлөкова.
Ҡаланың 15-се балалар баҡсаһында бинаның түбәһен алмаштырыу әүҙем бара.
– Баҡсаға өс тиҫтәнән ашыу йыл, шунан бирле бер ҡасан да капиталь ремонт уҙғарылмағайны. Ҡыйығы бик иҫке, ямғырлы көндәрҙә һыу тамсылап ыҙалатты хатта. Район хакимиәте хәстәрлеге менән республика бюджетынан бүленгән 1 миллион 800 меңгә бөгөн ҡыйыҡ тулыһынса алмаштырыла. Аукцион шарттары буйынса ремонтты үҙ иңенә йөкмәгән Магнитогорск ҡалаһының “Ойл-стройкомплект” йәмғиәте эштәрҙе тейешле ваҡыттан һуңлаңҡырап башланы. Июнь айы ямғырлы булды, һауа шарттары ла иҫке түбәне һүтергә тотҡарланы. Артабан эштәр көйләнер, һауа торошо ла аяҙ көндәр вәғәҙә итә, подрядсылар, бурыстарына яуаплы ҡарап, ремонтты тиҙләтерҙәр, – тигән өмөтөн белдерҙе учреждение етәксеһе Эльвира Багина.
Ураҙ лицейының түбәһен яңыға алмаштырыу эштәрен урындағы “Мастер” йәмғиәте башҡара. 1976 йылда төҙөлгән ике ҡатлы бина түбәһенән яҙ көнө һыу үтеп, түшәмдең штукатуркаһы ишелә, шуға күрә мәктәп етәкселеге ике кабинетты бөтөнләй ябып ҡуйырға мәжбүр була.
– Беҙҙең проблемаға етди ҡарап, район хакимиәте урындағы бюджеттан ремонт өсөн 1 миллион 144 мең һум аҡса бүлде. Подрядсы ойошма түбәне хатта ваҡытынан алда алмаштырып ҡуйҙы, эштәрҙе бик сифатлы, еренә еткереп башҡарҙылар. Барыһына ла ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар исеменән сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерге килә, – тине мәктәп директоры Дилә Хаджеева.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына ҡабул итеү комиссияһы булып, лицейға, шулай уҡ уның Ишмәкәй һәм Ҡотой ауылдарындағы филиалдарына бер дәғүәһеҙ, “әҙер” тигән билдә ҡуйған.
Мулдаҡай мәктәбе лә яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер, уның да түбәһе урындағы бюджеттан бүленгән 1 миллион 110 мең һумға капиталь ремонтланған.
Комсомольск мәктәбенең Туңғатар филиалында әлеге ваҡытта “Абсолют Сервис” йәмғиәте спорт залында иҙәндәрҙе алыштырыу менән мәшғүл.
Бынан тыш, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһына ярашлы, быйыл райондың дүрт мәғариф учреждениеһына төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленгән.
Ахун балалар баҡсаһында тәҙрә алмаштырыу тамамланған да инде. Ә Поляковка мәктәбендә һәм ҡаланың 1-се балалар баҡсаһында эштәрҙең ҡыҙған ғына мәле, уларҙа ла иҫке тәҙрәләр замансаға алмаштырыласаҡ. Комсомольск мәктәбендә иһә “Реаль эштәр” сиктәрендә бина эсендә йылытылған бәҙрәфтәр булдырыласаҡ, ошо маҡсатта 150 мең һум финанс бүленгән.
– Дөйөм алғанда, райондың бөтә белем биреү учреждениеларында ла яңы уҡыу йылына әҙерлек әүҙем бара. Һәр мәктәптә косметик ремонт уҙғарылды, ошо маҡсатта район хакимиәте 1 миллион 39 мең һум аҡса бүлде. Август уртаһына тиклем янғын һағы, санэпидемстанция хеҙмәте, мәғариф бүлеге, район хакимиәте вәкилдәренән торған комиссия учреждениеларҙың әҙерлеген тикшерәсәк. Беҙҙең төп бурыс – белем алыу өсөн балаларға уңайлы, хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу. 1 сен­тябргә тиклем ҡалған һанаулы ғына көндәрҙе файҙаланып, мәғариф хеҙмәткәрҙәре комиссия асыҡлаған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөр һәм тулы әҙерлек менән балаларҙы ҡаршы алыр тип ышанабыҙ, – тине мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779