Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”
“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултыра. Дөйөм хаҡы 600 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән төҙөлөш ике этапта алып барылып, былтыр ноябрҙә мәктәптең 300 урынлыҡ тәүге өлөшө тапшырылғайны. Тиҙҙән, 1 сентябрҙә, белем усағының 950 уҡыусыға иҫәпләнгән төп корпусы үҙ ишектәрен асасаҡ.

Йылдан-йыл киңәйеп, халҡы арта барған Нуғай ҡасабаһы өсөн яңы мәктәп күптән көнүҙәккә әйләнгән мәсьәлә булды. 147-се мәктәптең быға тиклем ҡулланылған бинаһы уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөп тапшырылған. Ҡыҫынҡы бүлмәләр, тар коридорҙар, ике сменала уҡытыу, әлбиттә, белем һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлеген әллә ни киң ҡолас менән алып барырға мөмкинлек бирмәгән. Һәм бына, ниһайәт, ҡасаба халҡының, балаларҙың, уҡытыусылар коллективының оло ҡыуанысы булып күркәм мәктәп ҡалҡып сыҡты.
“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”Белем усағы директоры Наталья Силина ҙур ихласлыҡ менән мәктәп һәм биләмә буйлап “сәйәхәткә” саҡырҙы. Бинаның һәр ҡаты үҙен­сәлекле биҙәлгән, төҫтәр гаммаһы бик уңышлы ҡулланылған. “Биҙәү эштәре ваҡытында төҙөүселәр һәр нәмәне беҙҙең менән кәңәшләшеп башҡарҙы. Баланы дәрес ваҡы­тында ла, тәнәфестә лә, ашханала ла йәмле, йылы мөхит уратып алырға тейеш, тигән маҡсатты алға ҡуйҙыҡ”, – ти Наталья Михайловна.
Ысынлап та, бындағы матурлыҡ­ты, уңайлы шарттарҙы яҙып та, һөйләп тә бөтөрлөк түгел. Уҡыу бүлмәләре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 504 урынға иҫәпләнгән тантаналар залы, 320 урынлыҡ ашхана, ике спорт залы зауыҡ менән биҙәлгән, барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. Мәктәп биләмәһендә волейбол, баскетбол, футбол майҙансыҡтары, йүгереү юлы, балалар өсөн уйын урындары буласаҡ. “Төҙөлөш проектына ярашлы мәктәп биләмәһендә малсылыҡ участкаһы ла ҡаралған. Унда ҡош-ҡорт үрсетеү менән шөғөлләнергә уйыбыҙ бар. Был, берҙән, хеҙмәт тәрбиәһе алып барырға мөмкинлек бирһә, икенсенән, балаларҙы йәнле, тәбиғи мөхиткә яҡыныраҡ итәсәк”, – ти директор ханым.
Яңы белем усағында Нуғайҙан тыш, күрше Жилино, Зинино ҡасабалары балалары ла белем аласаҡ. Һәр клас­та кәм тигәндә дүрт-биш параллель булдырып, яҡын арала уҡыусылар һанын тейешле кимәлгә еткереү күҙаллана. Уҡытыусылар менән тәьмин ителеш йәһәтенән дә ауырлыҡтар юҡ, тип билдәләне етәксе.
Беҙ мәктәп менән танышҡан арала Өфө ҡалаһының Октябрь районы мәғариф бүлеге начальнигы Алена Михайловна Одинцова ла килеп етте. “Яңы белем усағына беҙ шат­ланабыҙ, беҙҙән бигерәк уҡыусылар ҡыуана”, – тине ул. “Ысынлап та, эргә-тирәләге балалар көн һайын килеп, нимәләр эшләнеүен ҡарап китәләр, ә мәктәбебеҙ әкиәттәгеләй көндән-көн матурая, тирә-яғы күҙгә күренеп төҙөкләнә. Бының өсөн төҙөүселәргә һәм етәкселеккә рәхмәтебеҙ сикһеҙ”, – тип уның һүҙҙәрен ҡеүәтләне директор Наталья Силина.
Өфө ҡалаһының “Эстра” йәмғиәте күләмле төҙөлөштө ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, әммә сифатлы башҡарыуҙы бурыс итеп алған. Мәҫәлән, мәктәптең төп корпусын төҙөүгә ғинуар айында ғына тотонғандар. “Төҙөүселәребеҙ ял һәм байрам көндәрендә лә туҡтамай эшләне. Әле күреүегеҙсә, төҙөлөш тамам­ланыуға бара. 1 сен­тябрҙә мәктәп биләмәһе балаларҙың шат тауышына күмелһә, хеҙмәтебеҙ өсөн иң ҙур баһа шул буласаҡ”, – ти участка начальнигы Илгиҙәр Зиннуров.
Белем көнөндә бында ете 1-се класҡа 175 уҡыусы киләсәк һәм тәүге ҡыңғырау сыңы уларҙы яҡты, матур мәктәпкә ғилем киңлектәрен айҡарға саҡырасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779