Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөлдәр кеүек үҙҙәре
Гөлдәр кеүек үҙҙәреСәхнәнән гөлдәй һылыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың моңло итеп йырлағанын тыңлағас, ансамбл­де юҡҡа ғына “Гөлдәр” тип атамағандар икән, тип уйлап ҡуйҙым. Ә концертты алып барыусының, художество етәксеһе – Гөлдәр Ейәнбаева, тип иғлан иткәнен ишеткәс, ҡыҙыҡһыныуым арта төштө, тамашанан һуң уны күреп һөйләшеү теләге тыуҙы.

— Миңә был һорауҙы беренсе тапҡыр бирмәйҙәр, — тине йылмайып Гөлдәр Шә­рифйән ҡыҙы. – Ауылдың йыр-моңға маһир ҡатын-ҡыҙҙарын ойоштора ғына башлаған мәл ине, район үҙәгенә мәҙәни конкурсҡа килдек. Сығыш яһарға беҙҙең сират еткәс, алып барыусы ансамблдең исемен һораған. Мин уны яңылыш аңлап, үҙемдекен әйткәнмен. Бына шулай ансамблебеҙгә “Гөлдәр” исеме йәбеште лә ҡуйҙы.
Гөлдәр Ейәнбаева Ғәлиәкбәр ауылында алты балалы Әминевтәр ғаиләһендә буй еткерә. Биш малайҙан һуң тыуған ҡыҙҙы ата-әсәһе лә, ағалары ла көтөп ала, иғтибар ҙа күп була уға. Ҡыҙ бәләкәй саҡтан йыр-моңға маһир булып үҫә, йырлай, ағайҙарынан гармунда уйнарға өйрәнә.
— Ғәлиәкбәргә электр уты 1985 йылда ғына килде. Беҙ үҫкәндә радио, магнитофон кеүек нәмәләр булманы, шуға күрә ауылда һәр кем тиерлек гармунда уйнай, йырлай ине, — тип бала сағын иҫләй әңгәмәсем.
Мәктәпте тамамлағас, Гөлдәр ағайҙарының кәңәше буйынса баш ҡалаға педагогия институтына уҡырға инергә юллана. Тик әллә ҡаушай, әллә уҡытыусы һө­нәрен оҡшатмай, ятаҡтан урын да бирәләр икәнлеген ишетеп, Өфө почтамтына барып, почтальон булып эшкә урынлаша. Бына шулай ҙур ҡалала башлана ҡараңғы ауылдан сыҡҡан ҡыҙҙың хеҙмәт юлы. Буш ваҡыттарында Гөлдәр “Юбилейный” мәҙәниәт һарайы эргәһендәге башҡорт хоры түңәрәгендә шө­ғөлләнә. Әмир Әбделханов исемле бик талапсан, үҙенең эшен яҡшы белгән, талантлы етәксе арҡа­һында хорҙа йырлау, тауышты көйләү серҙәренә төшөнә ҡыҙ.
Яҙ еткәс, бүлмәләш ҡыҙҙың Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына документтарын тапшырырға йыйыныуын ишеткәс, Гөлдәр ҙә оҙаҡ уйлап тормай, уның аша документтарын ебәрә.
— Ҡабул итеү имтихандарына бер ниндәй әҙерлекһеҙ килдем. Шиғыр һөйләүемде һорағастар, Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” тигән шиғырын ятлап ишеттерҙем, хорҙа өйрәнгән йырҙы йырланым, гармунда уйнап күрһәттем. Имтихандың ижади өлөшөн еңел генә үттем, ә тауыш көсәйткес, магнитофон кеүек техник аппаратуралар тураһында һорай башлағайнылар, бер нәмә лә бел­мә­йем. Ауылда электр уты булмағас, ундай ҡо­рамалдарҙы күргәнем дә юҡ ине, — тип иҫенә төшөрҙө тормошоноң ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та мәлдәрен Гөлдәр Шәрифйән ҡыҙы.
Уҡыу йортона инеп, уны уңышлы тамамлай тырыш ҡыҙ. Дипломлы белгесте практика үткән Миәкә, Ишембай райондарына эшкә саҡыралар, әммә күңеле тыуған яҡтарға тартыла. Ҡайтып, район мәҙәниәт йортонда ең һыҙғанып эш башлай Гөлдәр. Ошонда ғүмерлек яҙмышы Яңы Собханғол ауылы егете Ришат Марат улын осратып, матур ғаилә ҡоралар, йорт һалып сығалар, өс балаға ғүмер бүләк итәләр.
Дәртле, энергияһы ташып торған Гөлдәр Ейәнбаева тырышлығы менән ауыл тормошо йәнләнеп киткәндәй була: бер генә байрам да, иҫтәлекле дата ла билдәләнмәйенсә ҡалмай Яңы Собханғолда.
— Етәкселектең халыҡты туплап, ансамблдәр, театр коллективтары ойошторор­ға кәрәк тигән кәңәшен тотоп, мин дә 1991 йылда һәләтле күренгән оло ғына апайҙарҙы йыйып, йырлатып ҡараным. Ауылда концерт­тарҙа сығыш яһап, ҡатын-ҡыҙҙар дәртләнеп китте, һуңғараҡ ике тауышҡа ла йырлай башланыҡ. Ә 1995 йылда Еңеүҙең 50 йыллығына “Мәңгелек ут” йыры менән район кимәленә сыҡтыҡ, — тип ансамблдең тарихын барланы әңгәмәсем.
Бөгөн Яңы Собханғол ауылының “Гөлдәр” халыҡ ансамблен Бөрйәндә белмәгәндәр һирәк. Район кимәлендә уҙғарылған бер генә мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәй тиһәк, һис тә хата булмаҫ.
Төркөм репертуарында өс тиҫтәнән ашыу йыр иҫәпләнә. Күберәк тыуған яҡ тураһындағы йырҙарға өҫтөнлөк бирә “гөлдәрҙәр”. Йәшлек, мөхәббәт темаһы ла яҡтыртыла. 2003 йылда ансамблгә халыҡ исеме бирелә. Һуңғы ваҡытта республика кимәлендәге фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашып та үҙҙәрен таныта “гөлдәрҙәр”. “Белорет йондоҙҙары”, “Башҡор­тостан ынйылары” һәм башҡалар йыр-моң бәйгеләрендә бер нисә тап­ҡыр лауреат, дипломант исемдәрен яулап, район данын яҡлайҙар. Әйткәндәй, Гөлдәр Шәрифйән ҡыҙының тырышлығы лайыҡлы баһалана: 2014 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
— Район хакимиәтенең, мәҙәниәт бүле­генең даими иғтибарын тоябыҙ. Беҙгә сығыш яһау өсөн ике төрлө костюм тектертеүҙе хәстәрләнеләр, гастролдәргә сыҡҡанда техника менән дә ярҙам итеп торалар, — ти ул.
Ансамблгә һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең дә ваҡыт табып, ихлас йөрөүе шатландыра. Төп эштәренән тыш, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәренән бушап, ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ҙың рухи үҫешкә, ижадҡа тартылыуы маҡтауға ғына лайыҡ. Өҫтәүенә һәр саҡ дәртләндереп, әйҙәп, яңылыҡҡа ынтылып торған бындай етәксе менән дөйөм тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күреү, тамашасы һөйөүен тойоу, рәхмәтен ишетеү үҙе бер ләззәт тойғоһо бирәлер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779