Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шатлыҡ бүлешкәндән арта ғына
Күсейҙәр күренекле шәхестәрен тәбрикләне

Шатлыҡ бүлешкәндән арта ғынаКүптән йыйына ине ул тыуған яҡтарын күреп, ауылдаштары менән күрешеп, һағыштарын тыуған тупрағына һеңдереп ҡайтырға. Һәм бына осрашыу минуттары үҙенән-үҙе килеп тә сыҡты. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исемгә лайыҡ булғас та, тәүгеләрҙән булып шатлығын ауылдаштары менән уртаҡлашырға ашҡынды ул. Салауат Юлаев премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова ошо көндәрҙә үҙенең тыуған ауылы Күсейҙә булып, ҡорбан салдырып, аят уҡытты, туғандарына зыярат ҡылды, шатлыҡ-ҡыуанысын ауыл халҡы менән уртаҡлашты.


Ә күсейҙәр күренекле шәхес­тә­рен ҡәҙерләй һәм ҡаршылай белә. Шулай булмайса, ошо бәрә­кәтле тупраҡта күпме күренекле шәхесте тәрбиәләп үҫтергән был изге төбәк, күптәргә ҡанат биргән, яңы ижади үрҙәргә илһамлан­дырған. Күсей ауылында Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Башҡор­тостандың халыҡ артист­каһы Зифа Баязитова, Башҡор­тос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, талантлы балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙин, арҙаҡлы ҡурайсылар һәм башҡалар тыуып үҫкән, ошо ерҙең һыуын һыу­лаған, шуға күрә күсейҙәр өсөн ҡунаҡ ҡаршылау, уны оҙатыу – ғәҙәти күренеш. Был юлы ла улар үҙенең арҙаҡлы ҡыҙы, таң йондоҙо — Таңсулпан Ғарипо­ваны, уның туғандарын һәм дуҫтарын киң күңел, йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Ауыл мәҙәниәт йортонда уның шатлығын уртаҡлашырға килеү­селәр өсөн әҙерләнгән сара оло байрамға әүерелде. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын Күсей ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина, мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов, уның класташтары, дуҫтары һәм ауыл халҡы ҡотланы. Был юлы яҙыусы менән бергә ауылға уның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туған­дары һәм ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ла килде. Күсейҙә талантлы халыҡ йәшәй, шунлыҡтан кисә йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ололарға алмашҡа йәш­тәр килеүе бигерәк тә һөйөн­дөрҙө, ҡасандыр сәхнәлә олатай-өләсәйҙәре сығыш яһаһа, бөгөн уларҙы лайыҡлы рәүештә ейән-ейәнсәрҙәре алмаштыра. Яҙыусының йәшлек дуҫтары — Йәнифә Байназарованың моңло йыры, Мәрхәбә Мусинаның бейе­үе, күршеләре Зәкиә Баймырҙина һәм Нәзифә Хөснөтдиновалар­ҙың хәтирәләре, Күсей килене, сәсәниә Хәмиҙә Әбдрәхимованың үҙе сығарған шиғырҙарын һөйләүе — байрамға матур биҙәк, күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ә инде Таңсулпан Ғарипованың атаһы яратып башҡарыр булған халыҡ йыры “Түрәкәй”ҙе ауылдаштарына бүләк итеүе барыһын да хайран итте.
— Һәр инештең башы ағып сыҡҡан еренән башланған кеүек, һәр кешенең яҙмышы ла үҙенең тыуған еренә, ауылына тығыҙ бәйле, шуға күрә үҙемдең оло шатлығымды һеҙҙең менән уртаҡлашмайынса, һеҙгә еткермәйенсә булдыра алманым, сөнки һеҙ ижадыма йән һәм йәм биреүсе лә, илһамландырыусы ла, тәүге уҡыусыларым да, тәнҡитсе лә. Ошо ерҙең ҡөҙрәте минән яҙыусы яһаны, ҡулыма ҡәләм тотторҙо, илһам бирҙе, әҫәрҙәремә геройҙар бүләк итте, телемә ҡеүәт өҫтәне. Һәр әҫәремдә тиерлек ауылымда йәшәгән кешеләрҙең образын алдым, уларҙың холоҡ-фиғелен бирергә тырыштым, бай, һутлы, халыҡсан телдә яҙҙым. Бөгөн мин Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исемгә лайыҡ булғанмын икән, бында һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бар, хөрмәтле ауылдаштарым, — тине халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова.
Эйе, күсейҙәр үҙ яҙыусыһын хөрмәтләй, баһалай белә. Үҙҙәре әйтмешләй, халыҡ яҙыусыһы ауыл данын күтәрә, ә тыуған ер йылыһы яҙыусыға яңы илһам өҫтәй. Артабан ул барыһын да мәктәп ашханаһына Ҡорбан ашына саҡырҙы.

Баймаҡ районы,
Күсей ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779