Һуңғы йылдарҙа баш ҡала халҡы театр сәнғәте менән ихлас ҡыҙыҡһына тиһәм, бер ҙә яңылышыу булмаҫ. Беҙ йөрөргә күнегелгән дәүләт театрҙарынан тыш, шәхси театрҙарҙың да ҡанат йәйеүе – быға аныҡ дәлил. Һүҙем шуларҙың береһе “the Театр” хаҡында булыр.
“Быға тиклем ошондай форматта ҡуйылған спектаклдәрҙе бөтөнләй ҙә күргәнем юҡ ине... Хәҙер һеҙ минең яңы һөйөүем”.
“Актерҙарҙың үҙҙәре уйнаған ваҡиғаларға башкөллө сумыуы оҡшай. Бына әҙәпһеҙерәк күренгән егеткә ҡарайһың да, үҙенән-үҙе был асылы менән ул нисек театрҙа уйнай икән, тигән уй килә башҡа. Был театрҙы тағы ла һынлы сәнғәттең импрессионизм жанры менән сағыштырғым килә. Ысынбарлыҡта булған хәлдәрҙе күрһәтәһегеҙ һымаҡ, әммә барыһы ла форма һәм төҫтәр менән көсәйтелгән”.
“Минең тормошом бер ҡасан да элеккесә булмаясаҡ... Был ерҙә ошондай һәләтле кешеләр булғанда, беҙ һәр минуттың, хатта һәр ямғыр тамсыһының мәғәнәһен тойоп йәшәйәсәкбеҙ...”
Былар барыһы ла “the Театр”ҙың Бәйләнештә сайтындағы төркөмөнә яҙған тамашасы фекеренән өҙөктәр.
Проект 2013 йылдың 13 сентябрендә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап сыҡҡан бер төркөм йәш актерҙар тарафынан төҙөлә.
“Екатеринбург ҡалаһындағы билдәле “Коляда театр”ға ижади практикаға барған осорҙа шәхси театр ойоштороу уйы тыуҙы ла инде. Николай Владимирович (Николай Коляда, совет һәм рус актеры, прозаик, драматург, сценарист, театр режиссеры – Авт.) мине күҙ йәштәре менән “Коляда театр”ға алыу үтенесемде тыңлап торҙо ла: “Һеҙҙә Өфөлә шәхси театрҙар юҡ та инде? Ҡайт та төҙө!” – тине. Ҡайтҡас, курсташтарым һәм сәнғәт институтының башҡа сығарылыш курс студенттары менән был эшкә тотондоҡ”, – ти “the Театр”ҙың “әсәһе” Алһыу Ғәлина.
Бына нимә ти дөйөм алғанда улар үҙҙәре “the Театр” хаҡында: “the Театр” проекты – ул йәш, текә режиссерҙар ҡуйған спектаклдәр, хәҙерге заман драмаһы, прозаһы, шиғриәте, бейеүе, теле һәм ауазы. “the Театр” проекты тамашасы менән бөгөн күптәрҙе борсоған темаға һөйләшә”.
Театрҙың репертуары төрлө-төрлө, сағыу булыуы һәм ҡыйыулығы, тура һүҙлелеге менән үҙенә йәлеп итә. Һуңғы сифаты бигерәк тә шатландыра, сөнки нисек бар, шулай тураһын әйтеү күптәребеҙгә оҡшап етмәһә лә, барыбер уйландыра, һиҫкәндерә. Иң мөһиме – күңелдең иң ҡараңғы мөйөштәренә тиклем барып етеп, зиһенде, йоҡлап ятҡан ғәмебеҙҙе уятып ебәрә. Тап “the Театр” сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдәрҙән һуң икенсе төрлө фекерләй башлаған, донъяға ҡараштарында нимәлер үҙгәргән кешеләр бар. Әйҙәгеҙ, театр ҡуйған сәхнә әҫәрҙәренә яҡынданыраҡ күҙ ташлап үтәйек.
Анна Яблонская пьесаһы буйынса “Ҡайҙалыр һәм эргәлә” (“Где-то и около”) спектакле. Был әҫәр – Надя, Миша һәм Толик исемле өс геройҙың үҙ бәхетен эҙләүе хаҡында йылы, көлкөлө, тетрәндергес һәм тормошсан тарих. Бәхет артынан саба торғас, геройҙар был төшөнсәнең гел үҙҙәре менән булыуын онотоп китәләр, имеш...
Спектакль Өфө сәхнәһендә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа ла үҙ тамашасыһын таба, Ҡазандағы “Һөнәр”, Силәбеләге “Театр кешеһе” (СНЕLoBEK ТЕАТРА), Кишиневтағы “МОЛДФЕСТ. Рампа.Ру” халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Һәр ерҙә уны айырыуса һөйөү, алҡыштар менән ҡаршы алалар.
“Ҡояшлы һыҙыҡ” спектаклен дә тамашасы көтөп ала. Хәҙерге заман күренекле драматургы Иван Вырыпаевтың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән тамаша мөхәббәт хаҡында. “Йәнәш тороп та бер-беребеҙҙән алыҫ була алыуыбыҙ хаҡында был спектакль”, – ти актерҙар. Әҫәр үтә лә тормошсан булыуы менән арбай, һөйөүҙәрен законлы никах менән беркетеп тә, бөтмәҫ һүҙләшеүҙәр арҡаһында хистәре упҡын ситендә булған ике йөрәк хаҡында һөйләй.
Билдәле замана шағирәһе Вера Полозкованың шиғырҙарына ҡоролған “Вера” исемле спектакль шиғриәт һөйөүселәрҙең күңелендә ауаз таба. Вера Полозкованың ижады яңғыҙлыҡ, үҙ-үҙеңде табыу, йәмғиәттәге кешенең роле, һәм, әлбиттә, мөхәббәт хаҡында тетрәндергес шиғырҙар аша һөйләй, ә “the Театр” актерҙары Тамара Адамова, Валентина Щиблева һәм Артем Сәмиғуллин шул шиғырҙарҙы сәхнәнән яңғыратып ҡына ҡалмай, ә һәр береһен уйнай, илай, көлә, асыулана, һағышлана.
Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы спектаклдәрҙән башҡа театр шулай уҡ кескәйҙәр өсөн әкиәттәр ҙә ҡуя. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “the Театр”ҙың майҙансығы ҙурҙан түгел һәм бөтә спектаклдәрендә лә тиерлек декорациялар минимализмға ҡоролған, әммә был әҫәрҙе йөрәккә яҡын алып, ихлас күңел менән ҡарарға һис тә ҡамасауламай. Юҡтан да ҡыҙыҡлы, хәтерҙә ҡалырлыҡ сәнғәт өлгөләре тыуҙырып булғанын иҫбатлай был театр әһелдәре.
“Ҡыйыулыҡ ҡалалар яулар”, тиҙәр. “the Театр” Өфөнө яулаған, тип әйтһәм, бер ҙә яңылыш булмаҫ, сөнки ул үҙ тамашасыһын тапҡан, әле табасаҡ, театрҙың үҙенсәлекле репертуары менән танышасаҡ тамашасылары бихисап икәненә ышанам, сөнки заманса рухлы, яңы тауышлы театр майҙансыҡтары булғанда, театр сәнғәтенең дә киләсәге бар.