Драматургия. Театр сәнғәте хаҡында төптән һүҙ йөрөткәндә, әҙәбиәттәге ошо жанр хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел. Тап ошо жанрҙа ижад иткән ҡәләм әһелдәре беҙгә, театр һөйөүселәргә, һоҡланғыс, мауыҡтырғыс сәхнә әҫәрҙәре бүләк итә.
Башҡорт драматургияһының бөгөнгө хәле нисек? Яңы һәләттәр, яңы пьесалар бармы? Киләсәктә ни ҡыйратырға йыйыналар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу өсөн 2014 йылда үҙ эшен башлаған Башҡортостан Республикаһының драматургия һәм режиссура үҙәгенең художество етәксеһе, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Зиннур СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.– Драматург һәм режиссер булырға теләгән һәр кем ҡушыла аламы үҙәккә? Йәки майҙансыҡ һөнәриҙәр өсөн генә эшләйме?
– Теләге булған һәр кем ҡушыла ала.
– Үҙәктең төп эшмәкәрлеге нимәнән ғибәрәт?
– Театрҙы үҫтереү, заман менән бергә булыу, башҡорт сәнғәтен популярлаштырыу, яңы драматург, режиссерҙар табып уларға ярҙам итеү. Образлы итеп әйткәндә, беҙ ерҙе һөрөп, уға ашлама һибәбеҙ, инде үҫемлектәр, иген шытып сығыр тип өмөт итәбеҙ, уға ыңғай шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ.
– Тәғәйен театрҙар менән хеҙмәттәшлек тә итәһегеҙме?
– Әлбиттә, бар театрҙар менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, саҡырабыҙ, өндәйбеҙ.
– Дүрт йыл эсендә ниндәй уңыштарға, ҡаҙаныштарға өлгәшергә насип булды?
– Егерме биштән ашыу проект булдырылды, драматургтарҙың уңыштары, премьералары ла бихисап. Беҙҙең драматургтар Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып еңеүгә өлгәшә, мәҫәлән, күптән түгел Ш. Шәкүрова ике-өс конкурстың исемлегенә (шорт-лист) инде. Һуңғы премьералар: “Нур” татар театрында Мөнир Ҡунафиндың “Изи-пизи, лимон сквизи” (“Ҡояшлы яҡҡа сыҡ”), Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Яр Саллы, Екатеринбург ҡалаларында Ангиза Ишбулдинаның “Баллы, тирәкле Балтирәк”, Финляндияның Хельсинки ҡалаһында Игорь Яковлевтың “Айҙа” пьесалары сәхнәләштерелде. “Ремарка” халыҡ-ара драматургтар конкурсының финалы беҙҙә үтте. Әле бына Рәсәй Федерацияһының театр эшмәкәрлеге үҙәге грантын отоп, кескәйҙәр өсөн “Әкиәттәр оҫтаханаһы” драматургик семинар-лаборатория, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, балалар йорттары менән берлектә “Драмквадратик” исемле проекттар өҫтөндә эш алып барабыҙ.
– Бынан бер нисә йыл элек кенә “башҡорт драматургияһының хәле бик мөшкөл, яңы, йәш көстәр етмәй” тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә ине. Хәҙер килеп, һеҙҙең үҙәк ярҙамында был хәл яҡшырҙы тип әйтергә буламы?
– Тырышабыҙ, эҙләйбеҙ. Башҡорт телендә ижад иткән драматургтар бөгөн дә күп түгел.
– Күп түгел, әммә бар, эйеме? Исемдәрен телгә алһағыҙ ине...
– Мөнир Ҡунафин, Шәүрә Шәкүрова, Зөһрә Бураҡаева, Марат Мөхлисов, Баныу Ҡаһарманова, Ангиза Ишбулдина, Сәрүәр Сурина, Әминә Яхина...
– Үҙәктәге драматургтар әҫәр яҙа. Һеҙ шул әҫәрҙе театрҙарға тәҡдим итәһегеҙме?
– Беҙ улар менән семинарҙарҙа эш алып барабыҙ, тәнҡитселәр саҡырабыҙ, әҫәрҙәрен анализлайбыҙ. Педагогтар улар менән бөтөн пьесаға тентеү үткәрә. Унан тыш, мастер-кластар күрһәтелә, лекция уҡыла һәм башҡалар. Әҫәрҙәрен театрҙарға тәҡдим итеү – драматургтарҙың эше.
– Драматургия һәм режиссура үҙәге булғас, шулай уҡ театр режиссерҙары ла әҙерләйһегеҙме?
– Әлбиттә! Был осраҡта күберәк йәштәр менән эшләйбеҙ.
– Мәҫәлән, минең режиссер булғым килә икән, ти. Беренсенән, үҙәккә мөрәжәғәт итәм. Икенсенән, мастер-кластар, семинар, лекцияларҙа ҡатнашыу ҡаралғанмы?
– Юҡ, беҙ һөнәргә өйрәтә алмайбыҙ. Был осраҡта юғары йәки махсус белемегеҙ булырға тейеш, диплом һорамайбыҙ, әммә был осраҡта кеше театр донъяһының ҡап уртаһында әйләнергә бурыслы.
– Тимәк, үҙәк һөнәрҙе камиллаштырырға, оҫталыҡты арттырырға ярҙам итә инде?
– Режиссер өсөн, әлбиттә, шул уҡ мастер-кластар, семинар-лекциялар ҡаралған, әммә уның менән генә режиссер булып китеүе мөмкин түгел бит. Драматургияға прозанан йәки шиғриәттән күсеп була, ә режиссер ҡайҙандыр ситтән килеп өйрәнә алмай. Эйе, беҙ һөнәри сифаттарҙы камиллаштырырға, уны заман талаптарына ҡулайлаштырырға ярҙам итәбеҙ.
– Милли театр сәнғәтендә һеҙҙең үҙәктән сыҡҡан ниндәй спектаклдәр ҡуйылды?
– Өҫтә билдәләнгәндәрҙән тыш, Салауат драма театрында Дамир Йосоповтың “Ҡырмыҫҡа иләүе”, Шәүрә Шәкүрованың “Гөлкәйҙең бәхете”, Стәрлетамаҡ драма театрында Мөнир Ҡунафиндың “Люксембургка барып ҡайтҡансы”, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ангиза Ишбулдинаның инсценировкаһы, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ташлама, әсәй!” әҫәре буйынса “Хыялға ҡаршы”, Татарстандың Быуа ҡалаһында Таврис Хәкимовтың “Адвокат” спектаклдәре, шулай уҡ төрлө әкиәттәр ҙә сәхнәләштерелде.
– Башҡортостан Яҙыусылар союзында драматургия секцияһы асыу идеяһы кемдеке?
– Был секцияны беҙ Мөнир Ҡунафин менән бергә уйланыҡ.
– Драматургия өлкәһенә яңы быуынды йәлеп итеү маҡсатынандыр, эйеме?
– Әлбиттә. Театр донъяһына йәштәр кәрәк.