Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моң даръяһына сумып ҡара!
Моң даръяһына сумып ҡара!Башҡорт балаһы йыр менән үҫә. Борондан был тәбиғи күренеш булған. Юҡҡа ғына башҡорт халыҡ йырын башҡара алған кеше башҡа халыҡтарҙың әҫәрҙәрен дә, юғары сәнғәт өлгөһө һаналған операны ла еңеллек менән йырлай, тип әйтмәйҙәр, cөнки тәбиғи рәүештә башҡорт халҡының боронғо йырҙары иң юғары ноталарҙы ала, киң диапазонды ла барлай. Бының, баҡтиһәң, бер ниндәй ҙә ҡатмарлылығы юҡ – бары тик тәбиғи моң, боронғо тамырҙар ҡеүәте.


Бына ошолар хаҡында ла уйландым мин Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Фәрзәнә Сәғитованың юбилейы уңайынан ойошторолған “Моң менән донъяны тултырғанда” ижад кисәһенән һуң. Байрам Шәүрә Сәғитованың “Ҡоштар ни хаҡында моңлана?” концерт-әкиәтенең прологына яҙылған көй менән башланып китте: Башҡортостандың Милли музыка ҡоралдары оркестры (художество етәксеһе — Линар Дәүләтбаев) башҡарҙы. Йәш кенә ҡыҙ бала бар тирә-яғынан, Йыһандан килгән моңдарҙы тыңлап, был донъяға килеүенән тәрән ҡыуаныс тойғоһон кисерә, шул уҡ ваҡытта ошо хистәр уның күңеленән йыр булып урғыла.
Концерт тулыһынса Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙының уҡыусыларының сығышынан төҙөлгәйне. Башҡортос­тандың халыҡ артистары Римма Амангилдина, Миңзифа Исҡужина, Йәмил Әбделмәнов, Татарстандың халыҡ артистары Зөлфиә менән Жәүит Шакировтар, популяр йырсы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Лилиә Букеева сығышы тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Йәшерәк быуын йырсыларынан Искәндәр Ғәзизов, Лилиә Биктимерова, Гөлназ Асаева, Ришат Төхвәтуллин, Айгиз Ханов, Рифат Шәрәфетдинов, Рәфис Сирусин, “Премьер” вокаль төркөмө кисәлә һәр береһе үҙ тауышы менән килеп инеп, сағыу бер гөлләмә тыуҙырҙы. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Алена Завьялова, Алина Вәлишина, Әлфиә Сәйетова тамашасыларҙы ҡеүәтле тауыштары менән арбаны. Ә бына Алмас Сирусин, Алмас Хөсәйенов кеүек егеттәрҙе мин үҙем өсөн астым. Ҡайҙан килә был йәш кенә егеттәрҙә тауыштары менән оҫта идара итә белеү, моң көм­бәҙҙәрен байҡау һәләте?! Иҫ китмәле йәштәр үҫкән бит!
Ф. Сәғитованың ейәндәре Шәү­рәнең, Буранбайҙың, Зәлифәнең сығыштары музыка сәнғәтенә, һүҙ сәнғәтенә булған ғаилә традицияларын һәр быуын үҙ ижадында дауам итеүен күрһәтте. Уҡыусыларың менән бергә балаларың да быуындан быуынға күсеп килгән профессиональ сәнғәткә үҙ өлөшөн индереүе үҙе үк йәшәү бәхете түгелме ни?! Буранбай Ф. Туғыҙбаеваның “Алма йыя ҡатын” шиғырын ана нисек оҫта ятланы! Апалы-һеңлеле Шәүрә менән Зәлифәнең М. Лермонтовтың “Маскарад” драмаһының вальсын фортепианола башҡарыуы музыка сәнғәте Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙының вариҫтарына төрлө жанрҙа балҡыуын күрһәтте лә инде.
Элегерәк башҡорт халыҡ йырынан һуң операның нимәһен тыңлайһың инде уның, тип уйлаған саҡтарым булды. Был да үҙенә күрә донъя йыр сәнғәтен аңлауҙағы үҙемсә бер юлым булған, тип анализлайым хәҙер. Операны яратыр өсөн ысын оҫта башҡарыусыны тыңларға кәрәк. Опера жанрын миңә Дмитрий Хворос­товский асты. Бынан 20 самаһы йыл ғүмер уҙҙы уны тыңлай башлауыма. Өфөлә концертын ҡарағандан һуң операға мөнәсәбәтем дә үҙгәрҙе. Үҙебеҙҙә лә бит бынамын тигән опера йырсылары бар. Юбилей кисә­һенең икенсе өлөшөндәге опера артистарының сәхнәләге виртуоз сығышын ҡарап, күңелдә аңлатып бөткөһөҙ тантана урынлашты. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Вәлиев – “Алтын битлек” премияһы эйәһе. Был кистә ул сәхнә хужаһы булыуын иҫбатланы. Халыҡ-ара конкурс лауреаттары Лилиә Халиҡова, Регина Звегинцева, Рус­лан Сәйфетдинов, Гөлнара Вәли­ева, студенттар Гөлшат Ғирфанова, Динар Фәйзуллин хәҙер инде опера сәнғәтендә үҙҙәрен ана нисек ышаныслы тота. Башҡортостандың халыҡ артистары Йәмил Әбделмәнов, Фәнәүи Сәлихов кеүек мәшһүр сәхнә артистарына ышаныслы алмаш үҫеп килә.
Е. Евтушенконың “Ашыҡма” шиғыры халыҡ күңелендә урын алған. Заманында ошо шиғырға А. Бабад­жанян яҙған йырҙы Анна Герман баш­ҡара торғайны. Руслан Сәйфет­динов был әҫәргә үҙ моңон һалды: ниндәй нескәлек, ниндәй тәрәнлек! Авторҙарҙың йөрәк үтенесен үҙ теле менән еткерҙе йырсы!
Эдуардо ди Капуаның “О, sole mio” әҫәренән егеттәр йыр тажы ҡойҙо. Уны Фәнәүи Сәлихов, Илһам Вәлиев, Руслан Сәйфетдинов, Рәфис Сирусин, Айгиз Уйылданов, Азамат Дауытов, Алмас Сирусин, Алмас Хөсәйенов башҡарҙы. Кисәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов уҡыған М. Лермонтовтың “Демон” поэмаһынан өҙөк тә үрелеп кенә инеп китте. Татарстандың ат­ҡаҙанған артисы Рөстәм Асаев башҡарған Р. Рождественский шиғырына А. Бабаджанян яҙған “Рәхмәтлемен” йыры барлыҡ уҡыу­сыларҙың остазына рәхмәт һүҙе лә булып яңғыраны. Йырсы үҙ моңо менән бар кисерештәрен, мөнәсәбә­тен еткерҙе.
Дж. Вердиҙың “Травиата” опера­һынан табын йырын башҡарған Илһам Вәлиевте, Лилиә Халиҡованы, Гөлнара Вәлиеваны был миҙгелдә күрергә генә түгел, тойорға ла кәрәк ине. Ниндәй тамаша ҡорҙо улар сәхнәлә! Афарин, сәнғәт оҫталары! Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестры (баш дирижеры — Артем Макаров) менән берлектә был сығыш тамашаның бәҫен, юғары кимәлен күрһәтте. Я. Ҡолмой һүҙҙәренә З. Исмәғилев яҙған “Былбылым” йыры хаҡында ла ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп була. Илһам Вәлиев, Лилиә Халиҡова, Ришат Төхвәтул­лин, Гөлнара Вәлиева сағыу ҡим­мәтле йыр тажының аҫылташтары кеүек балҡыны.
Кисәнең башына әйләнеп ҡайтам (режиссеры – А. Зөбәйҙуллин, сценарий авторы – С. Асҡарова). Унда уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Фәр­зәнә Сәғитова башҡарған йыр яңғыраны. Был моңдо ишетеп, дөрөҫөн әйткәндә, сара башланған саҡта йөрәк һыҡрап ҡуйғайны, нишләп кенә йырламаны икән Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы тип. Концерт аҙағына ошо һыҙланыу баҫыла төштө, ул бөгөн дә йырлай – балалары, уҡыусылары йөҙөндә, уның йыры дауам итә! Уның менән эшләгән әңгәмәне ҡабатлау кеүек булһа ла, ошо фекерҙе яңынан әйтмәй булдыра алманым!..

ЙЫРЛАНҒАН ЙЫР

Профессор Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитоваға.

Күкрәгеңде ярып йыр сыҡҡанда,
Түҙеп була микән йырламай?
Ул урғыла бөтә булмышыңдан,
Һис нимәгә ерҙә ҡарамай.

Өнөңдә лә боронғо моң сыңлай,
Төштәрҙә лә шул йыр ауазы.
Әйтерһең дә, күңел баҡсаһына
Килеп оялаған ҡыр ҡаҙы.

Моңландыра, бейеклеккә әйҙәй,
Йыр сөңгөлө көйләй үҙенә.
Күкрәгеңде ярып моң килгәндә,
Йырламайса ҡара, түҙ генә!..

Тәбиғилек үҙенекен итә,
Асылыңдан булмай ул ҡасып.
Бәхетлеһе итеп тамғалай Күк,
Моңло бер йән итеп яралтып.

Бәхетлеләр генә шул моң аша
Ере, Һыуы менән бер бөтөн.
Йырың тулҡын булып ҡайтһын өсөн
Йөрәгеңдә уны йөрөттөң.

Ҡан тамыры аша күскәнгәме
Ҡеүәт бирә был йыр кешегә.
Йөҙәр ауаз булып ҡайтҡанлыҡтан,
Шатлығынан илһам йәш түгә!

Заман рухы булып килә бер йыр –
Һеҙҙең тауыш бит ул, Алиһә!..
Йырланмаған йырҙар
һис булмай ул,
Ул йыр булмаҫ ине, юғиһә.

Лариса АБДУЛЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780