Руслан Юлтаевтың яңы киноһы хаҡында
...Бала-саға шаярмай торамы ни. Тик был шаярыуҙарҙың да аҙағы төрлөсә тамамланыуы ихтимал. Ил буйлап Бөйөк Еңеү көнөнә арналған төрлө саралар барған мәлдә ҡала мәктәптәренең береһендә байрамға арналған кластан тыш дәрес үткәрелә. Тик нәҡ шул шуҡлыҡ арҡаһында сара саҡ өҙөлмәй ҡала, ул уҡыусыларға ла, ололарға ла һабаҡ була. Бына ошондай мауыҡтырғыс сюжетҡа, тетрәндергес мәғәнәгә эйә Руслан Юлтаевтың өр-яңы “Кластан тыш дәрес” исемле фильмы. Бөйөк Еңеү көнөндә премьера бөтә республика буйлап сәфәргә сыҡты. Ул ҡайһы бер ҡалаларҙа ошо режиссерҙың “Өс хат” исемле фильмы менән бергә күрһәтелде. Шулай уҡ “Кластан тыш дәрес”те Стәрлетамаҡта ла күрергә насип булды. Фильмды ҡарағас, уның геройҙары менән осрашыу насип итте. Режиссер
Руслан Юлтаев. Стәрлетамаҡта ғына түгел, илебеҙҙең кино сәнғәте донъяһында билдәле исем тиһәк, һис тә шаштырыу булмаҫ. Марат Башаров, Алексей Булдаков, Михаил Ефремов, Владимир Толоконников һымаҡ билдәле актерҙар менән эшләгән режиссер икәнлеген иҫкә төшөрөп тә нөктә ҡуйырға мөмкиндер. Руслан үҙенең һәләтен ситтә асырға ынтылмай, Стәрлетамаҡта үҙ “голливудын” булдырып, Башҡорт драма театрына тоғро ҡала килә. Яңынан-яңы таланттар аса, экрандарға яңынан-яңы матур әҫәрҙәр сығарып тора. Уның “Өс хат” исемле киноһын ғына күҙ уңында тотҡанда ла, фильм яулаған еңеүҙәр, урындар бихисап, һәм һүҙ республика кимәлендә генә бармай. “Кластан тыш дәрес”тең дә юғары наградаларға лайыҡ булырына шик юҡ, сөнки Руслан Юлтаевтың кинолары фестивалдәрҙән еңеүҙәр-номинациялар менән ҡайтыуы хәҙер нисектер бер йолаға әүерелде һымаҡ. Афарин!
Идея
“Өс хат” фильмы осраҡлы иҫкә төшмәне. Был әҫәрҙең дә башланғысы нәҡ шул киноға барып тоташа икән.
– “Өс хат”ты төшөргәндән һуң, фильмға күп кенә мәлдәрҙе, башта йөрөгән идеяларҙы, деталдәрҙе индерә алмауыма үкенеп йөрөнөм. Тәбиғи, бер сюжетҡа барыһын да һалып та, һыйҙырып та бөтөү мөмкин түгел. Әммә ул әҫәр өҫтөндә эшләгәндә шуныһын аңланыҡ: һуғыш темаһын беҙ дауам итәсәкбеҙ, – тип бәйән итә Руслан был ижади хеҙмәте хаҡында. “Өс хат” өҫтөндә эшләгән команданың был фильмға ылығыуы ошо хаҡта һөйләйҙер, күрәһең: сценарий авторы – Дамир Йосопов, оператор – Рафаэль Сәрвәев, композиторы – Илшат Яхин, продюсеры – Азамат Хужахмәтов.
Идеяға әйләнеп ҡайтҡанда, ул режиссерҙа уйламағанда нығынып ҡуя.
– “Үлемһеҙ полк” акцияһы башланғас, кешеләр ике лагерға бүленде, кемдер был сараның мөһимлеген аңлап, атай-олатайҙарҙың иҫтәлеген, тарихын һәм рухын һаҡлау алдында баш эйһә, бәғзеләр изге ғәмәлде “күҙ буяу сараһы” тип атарға ла тартынманы, – ти Руслан, фильмдың нигеҙе хаҡында һүҙ йөрөтөп. – Шуныһы үкенесле: акцияны тәнҡитләүселәр араһында абруйлы шәхестәр, кеше ышаныс белдергән әҙәмдәр ҙә бар. Бына шундай аңһыҙ бәндәләргә беҙҙең фильм яуап буласаҡ!
Ысынлап та, “Үлемһеҙ полк” тирәләй күпме бәхәс ҡуйыра, йылдан-йыл “кәрәк-кәрәкмәй” һымаҡ фекерҙәр ҙә йыш яңғырай. Нисек кенә булмаһын, шул портреттарҙа төҫмөрләнгән яугирҙәргә ҡарата хөрмәт хаҡында уйланыуҙан башланырға тейеш тә бит был “фекерҙәр”. Юҡһа, кем ойошторған, кем кемдең портретын күтәргән, имеш... Мәҫәлән, былтыр был акцияла илдә 8 миллионға яҡын кеше ҡатнашҡан, быйыл тағы ла күберәк. Тимәк, ошо ҡәҙәр яугир иҫкә алынған, яуҙа ятып ҡалған күпме һалдаттың рухы алдында баш эйелгән. Ғәмәлдә “Өс хат”та нәҡ шул ҡайтмай ҡалған яугирҙәр трагедияһы күтәрелә лә инде, “Кластан тыш дәрес”тә лә шытып сыға ул.
– Олатайымдың Көйөргәҙе районында урынлашҡан бәләкәй генә ауылынан 26 ир-егет фронтҡа китә. Үкенескә ҡаршы, яу яланында уларҙың 14-е ятып ҡала. Элек бер йортта кәм тигәндә биш-алты бала тыуыуын күҙ уңында тотҡанда, шул ятып ҡалғандарҙың донъяға яралмай ҡалған сабыйҙарын, артабанғы быуынды уйлаһаң, һуғыш йылдарынан алып әлеге көнгә тиклем сылбыр буйынса беҙҙең нәҫелдә генә лә кәм тигәндә 500 бала тыумай ҡалған. Ә бөгөнгө көндә был ауыл ер йөҙөндә юҡ... – тип көрһөнә режиссер. Бына бит нимәгә килеп төртөлә эш!
Сюжет, актерҙар һәм студия
Әлбиттә, һуғыш йылдарында был трагедияны үҙ иңендә татығандар, әммә ваҡыт тик тормай, шуға ҡәһәрле ваҡиғалар ҙа йыраҡлашҡандан-йыраҡлаша – әйтерһең дә, трагедия ла беҙҙән ситләшә... Һүҙ ҙә юҡ, йәш быуын, Аллаға шөкөр, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белә. Кем еңгәнен, ниндәй ҡорбандар менән дошманды тар-мар иткәндәрен аңлай – уныһына ла шөкөр ҡылырға кәрәк. Әммә шуныһын да билдәләү мотлаҡ: был һуғыш хаҡында күптәр башлыса (шул иҫәптән хатта урта быуын да) дөйөм рәүештә генә хәбәрҙар һымаҡ. (Мәғлүмәт бар, ә бына “Кластан тыш дәрес” геройҙары ла уның мәғәнәһен аңлап етмәйҙәр бит). Ошо проблема ла борсомай ҡалмай фильм өҫтөндә эшләүселәрҙе. Шуға кинола нәҡ балалар үҙҙәре уйнарға тейеш, тип уйлай улар. Балалар һуғыш темаһын мотлаҡ үҙ йөрәге аша үткәреп аңлаһын.
– Төп ролде башҡарған Азамат Шаһисолтановты, Катрина Дүшәнбаева студияһында шөғөлләнгәндә, спектаклдәрҙә күргән бар ине. Уның уйнауына, холоҡ-фиғеленә, тышҡы ҡиәфәтенә һәм үҙен тота белеүенә шул саҡта уҡ иғтибар иттем һәм “был егетте берәй фильмда мотлаҡ ҡатнаштырырға кәрәк” тип уйлап ҡуйҙым. Ә шулай уҡ төп ролдәрҙең береһен уйнаған Әлиә Хөснөтдиноваға килгәндә, уны шулай уҡ драматургия түңәрәгендә йыш күрҙем, мотлаҡ минең фильмда уйнарға тейеш ҡыҙ икәнен аңланым һәм бына форсаты сыҡты, – тип бәйән итә Руслан Юлтаев актерҙар эҙләүен. Нисек кенә булмаһын, режиссер актерҙарҙы һайлай белгән, минеңсә. Балалар оло ижадсыларҙан бер ҙә кәм түгел! Дубль артынан дубль ялҡытмай ҙа ҡалмағандыр, әммә йәштәрҙең әлегә тиклем күҙҙәре яна ине. Мәҫәлән, ғилми эш менән дә ҡыҙыҡһынған, бейеү оҫталығына ла өйрәнгән, драма түңәрәгендә лә көсөн һынаған Әлиә Хөснөтдиноваға үҙен зәңгәр экран алдында күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирҙе. Ә Азамат Шаһисолтанов йәй көнө йәнә кинола төшәсәк – был юлы башҡа ижади төркөм, башҡа тема – Башҡортостандың бер быуатлыҡ тарихы. Бер төркөм билдәле актерҙар менән кинола төшөүе ни тора!
Был фильм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында төшөрөлә. Белем усағы осраҡлы рәүештә генә “киностудия” булып китмәй. Баҡтиһәң, Азамат менән Әлиә лә, ҡалған йәш актерҙар ҙа ошо гимназияла уҡый икән. Улай ғына ла түгел, гимназия, мәктәп мөхите булараҡ, режиссерҙың күңеленә лә шунда уҡ ятҡан.
Әлбиттә, гимназияның – студияға, уҡыусыларҙың актерҙарға әүерелеүендә уҡыу йортоноң коллективы һәләтле, рухлы балалар тәрбиәләргә ынтылыуын билдәләмәй булмай.
Иң мөһиме – был фильмда үҫмерҙәр үҙҙәрен бөтөнләй яңы күренештә һынап ҡарай, аса, һәм һүҙем актерлыҡ хаҡында ғына түгел.
– Быға тиклем дә шәжәрәм ҡыҙыҡһындыра ине, хәҙер олатайҙарымдың яу юлын нығыраҡ өйрәнә башланым, – ти, мәҫәлән, Әлиә Хөснөтдинова.
Ә Азамат Шаһисолтанов иһә:
– Был фильм, минеңсә, йәштәрҙе генә түгел, ололарҙы ла ҡылған ҡылыҡтары хаҡында уйланырға саҡыра, быуындар бәйләнешен нығыта һәм хаталар өҫтөндә эшләргә мөмкинлек бирә, – тип фекере менән уртаҡлашты.
Фильм геройҙары мәктәптәге шуҡлыҡтарынан һуң ниндәй ҙә булһа изге эш ҡылырға ашҡына. Ә тарихыңа, асылыңа ҡайтыуҙан да изгерәк эш бармы? Улар олатаһының бөтөп барған ауылы урамдарына “Үлемһеҙ полк” акцияһына сыға. Тик бына материалдар етешмәй бит әле – тимәк, умартаны һүтергә тура киләсәк, барыбер уларҙы һаталар, олатайҙы күсерәләр бит – ҡарттың ҡалала йәшәгән улы шулай хәл иткән... Ғөмүмән, Азамат хаҡлы!
– Балаларҙың һәләтен үҫтереү, буш ваҡытын ойоштороу йәһәтенән дә “Кластан тыш дәрес” беҙҙең өсөн әһәмиәтле сара булды, – тип йылмайҙы гимназия директоры Айгөл Шаһисолтанова һәм инде киноның үҙенең әһәмиәте хаҡында былай тип тә өҫтәне. – Бындай материалдар сәнғәт әҫәре булараҡ та, педагогикала ла ҡулланыла ала, сөнки ул ҡыҙыҡлы, нигеҙле, тәрбиәүи сара өсөн яҡшы материал.
Йәш быуындың, ни ҡылаһың, үҙ дәрте, етешһеҙлектәре, мәшәҡәте һәм ҡанундары, тигәндәй. Беҙҙең башҡа ла һыймаған эштәр улар өсөн, бәлки, шуҡлыҡтыр ҙа. Иң мөһиме – улар оло быуындың тарихын онотмай, аңлай һәм уға хөрмәт, ҡәҙер менән баға – быныһына ҡыуанмау мөмкин түгел. Ошондай кинолар, күҙҙәре янып торған йәш актерҙар булғанда, иманым камил, олатай-атайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы йөрәктәрҙә һаҡланыр әле...
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.