Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәтебеҙҙең яңы хазинаһы
Әҙәбиәтебеҙҙең яңы хазинаһыКүптән түгел Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала башҡорт әҙәбиәтенең “аяҡлы энциклопедияһы” Факил Мырҙаҡаев төҙөгән “Ынйы бөртөктәре” башҡорт афоризмдары китабының исем туйы үтте. Бик йылы мөхиттә барған сарала әҙәбиәтебеҙгә киң билдәле шағирҙар, яҙыусылар, “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.


“Фекер туплау менән мәктәптә уҡығанда уҡ мауыға, ҡалын дәфтәргә яҙып бара инем, – тип башланы һүҙен Факил Мырҙаҡаев, — “Башҡортостан” гәзите редакцияһында баш мөхәррир урынбаҫары булып эш башлағас, материалдарҙы күп уҡырға тура килә бит инде, был һүҙгә ҡарата ҡәҙерҙе арттырҙы. Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы гәзит биттәрендә уның тормошон сағылдырған ҡыҫҡа-ҡыҫҡа фекерҙәр баҫылып сыҡты, аҙаҡ улар “Китап” нәшриәтендә айырым китап булып нәшер ителеп Эстония яҡтарына ла оҙатылды.
Ғалим Ғ. Сәйетбатталов әйтмешләй, мин дә ниндәй әйтемде оҡшатам, шуны күсерәм дә алам. Айырыуса Н. Нәжми, Р. Мифтахов, С. Ҡудаш, М. Кәрим, Р. Ғарипов, Р. Назаров, Р. Бикбаев кеүек яҙыусы, шағирҙарҙың ижадтарынан күп йыйылды фекерҙәр”.
Китап авторын ғына түгел, бөтә башҡорт әҙәбиәтен шундай үҙенсәлекле хеҙмәттең ташҡа баҫылып сығыуы менән ҡотларға килгән һәр кем һүҙ тотто.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағир Рәшит Зәйнуллин Факил Сәлих улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уның матбуғатта эшләгән осорондағы талапсанлығын, журналист эшенә иғтибарлылығын билдәләне.
— Был күп нәмә хаҡында һөйләй. Һүҙҙең бәҫен, ҡәҙерен төшөндөрөп, халыҡҡа еткергән мәғлүмәттең тикшерелгән булыуына баҫым яһай. Китапты, ысынлап та, әҙәбиәтебеҙҙең аҡыл хази­наһы тип атарға хоҡуғыбыҙ бар. Уны журналистар ҙа, уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа эштәрендә, яҙмаларында ҡуллана ала. Бик ҙур хеҙмәт емеше. Әҙәбиәтебеҙгә, телебеҙгә ҙур хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! – тип тамамланы ул һүҙен.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай:
— Факил Мырҙаҡаев әҙәбиәтебеҙҙә беренсе тапҡыр ошо форматта оло китап сығарҙы, был бик һәйбәт, лайыҡлы, изге, ауыр эш. “Бер грамм алтын өсөн әллә нисә тонна һүҙ аҡтарам” тигән Маяковский­ҙың һүҙҙәре иҫкә төшә. Башҡорт әҙәбиәтен­дә бүтән афоризмдар йыйыу менән шө­ғөл­ләнгән кешеләрҙе белмәйем. Уңыштар, киләсәктә лә беҙҙе, илебеҙҙе ошондай ижа­дың менән яҡтыртырға тырыш, – тине үҙенең сығышында.
Шулай уҡ халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова һүҙе башында Факил Сәлих улы менән “Баш­ҡортостан ҡыҙы”нда бергә эшләгән осорҙарын иҫкә алды: “Һүҙгә булған ҡарашы, һүҙ ҡәҙерен белгән журналист икәне һәр мәҡәләһенән күренеп тора. Ә афоризмдарға килгәндә, улар шул тиклем кәрәк: кешеләрҙең күңелендә ҡала, һәр ваҡыт ҡуллана торғандары… Тарихҡа инеп ҡалыр әле ул китап. Кеше ниндәй йыр яратыуына ҡарап, уның холҡон белеп була, тиҙәр. Ф. Мырҙаҡаев төҙөгән китапҡа ҡарап, уның күңелендәге ынйы бөртөктәрен күрәбеҙ. Быға өҫтәп, тағы афоризмдар йыйылһа, артыҡ булмаҫ ине, бәлки, был эшкә йәштәр ҙә тотонор… Һатып алып яҡындарға, туғандарға бүләк итәйек. Бик кәрәкле өҫтәл китабы: алып уҡыйһың, үҙең дә илһамланып китәһең”.
Билдәле әҙибә Гөлнур Яҡупова Факил Мырҙаҡаевтың был хеҙмәтен ижадташтарына иғтибар, уңғанлыҡ тойғоһо сағылышы итеп билдәләне: “Ошо китап эсенә минең дә ынйы бөртөгөм инеп киткән, рәхмәт! Үҙеңә, ижадташта­рыңа, ғөмүмән, әҙәбиәткә шундай хөрмәт!”
Факил Мырҙаҡаевҡа, уның был хеҙмәтенә ҡарата әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, шағир Хәсән Назарҙың да баһаһы юғары: “Егәрлелеге, эшмәкәрлеге, яҙыусы, журналист булараҡ өлөш индереүе – былар барыһы ла уны ҙур шәхес итә. Ағиҙелде Башҡортостандың төп йылғаһы, тип бе­ләбеҙ. Уны ваҡ йылғалар, инештәр байыта. Был китапта ла йыйылған төрлө афоризмдар бөгөнгө халҡыбыҙҙың, әҙәбиәтебеҙҙең ниндәй кимәлдә икәнен күрһәтә.
“Һүҙ бит үҙе – кеше асылы ла, Кеше бөйөклөгө ялҡыны”, ти Әнүр Вахитов һүҙ хаҡында. Башҡорт халҡының фекерләү кимәле бейекме, түгелме, ошо китаптан белеп була. Фиҙакәрлек менән эшләнгән хеҙмәте өсөн Факил Мырҙаҡаевҡа рәхмәт!”
Тағы ла бик күп йылы һүҙҙәр, ихлас теләктәр юлланды китапҡа ла, уның төҙөүсеһенә лә. “Ынйы бөртөктәре”нә донъя күрергә ярҙам иткән “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәренең береһе Фирҙәүсә Бикташева билдәләүенсә, был хеҙмәтте айырыуса студент халҡы, төрлө тел, әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар көтөп алған икән. “Китапты эшләгәндә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуманы, Факил ағай үҙе талапсан да, тырыш та. Көндөҙ, төндә, таңда шылтыратһаң да, килә, ҡарай. Унан белеп, эшкә өйрәнеп ҡалдыҡ әле. Белемле, интеллектуаль яҡтан үҫешкән кеше генә ошондай китап төҙөй ала”, – тип тамамланы ул фекерен.
Сара һуңында һүҙ йәнә Факил Сәлих улына бирелде. Һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙманы был байрамдың тыйнаҡ геройы: “Һеҙҙең китаптарҙы ла шулай туйларға яҙһын”, – тип ихлас теләктәрен еткерҙе.
Һүҙ тылсымы. Һүҙ бәҫе. Һүҙ көсө. Әҙәбиәттә генә түгел, ғөмүмән, тормошта был аңлат­маларҙың мөһимлеге һәр кемгә лә яҡшы мәғлүм. Әҙәм балаһын ете ҡат күккә күтәргән дә, упҡынға һелтәгән дә, һөйөү-нәфрәтте сағылдырған да, иң изге теләктәрҙе еткергән дә – һүҙ. Теге йәки был осраҡтарҙа, үҙ фекеребеҙҙе, йәшәү позициябыҙҙы сағылдырғанда, беҙ йыш ҡына әйтемдәргә мөрәжәғәт итеүсәнбеҙ, аҡыл эйәләре әйткән ҡанатлы һүҙҙәр, халыҡ ижады ынйылары – мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, яратҡан әҫәрҙәребеҙҙән өҙөктәр, айырым шиғыр юлдары – былар барыһы ла беҙ еткергән фекер төйөнөн нығыта, уның дөрөҫлөгөн тағы бер ҡат дәлилләй. Унан тыш, ҡайһы саҡ күңел шул саҡлы аҡыллы кәңәштәргә сарсай, тормош юлындағы хәл-ваҡиғаларға аңлатма алғыһы килә, был осраҡта әллә ни эҙләп аҙапланаһы түгел: Факил Мырҙаҡаев төҙөгән “Ынйы бөртөктәре”н асаһың да кәрәкле бүлектән күңелең ни теләй, шуны табып уҡыйһың. Бына ниндәй ысын мәғәнәһендә хазина бүләк итте беҙгә Факил Сәлих улы. Сарала күптәр билдәләгәнсә, был китап тарихҡа ла инде, әҙәбиәтебеҙҙең, халҡыбыҙҙың фекерләү, зиһен кимәлен дә сағылдырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 955

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 860

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 784