Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сағыл” камиллыҡҡа әйҙәй
“Сағыл” камиллыҡҡа әйҙәйКиләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшеүгә, донъяны тағы ла матурыраҡ итеп ҡороуға, балаларына тәрбиә биреүгә көсөн, дәртен һалған Эльвира менән Айвар Миңлеғоловтарға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ғаилә Үрге Йәркәй ауылында йәшәй, икеһе лә район мәҙәниәт йортонда эшләй.
Серле ҡарашлы, һомғол буйлы Эльвира Миңлеғолова — Бишҡурай ауылынан. Уның ата-әсәһе Венера менән Марсель Ғилдановтар өлгөлө ғаилә һанала. Уларҙы эшһөйәр, уңған кешеләр булараҡ хөрмәт итәләр.
— Сәхнә юлын һайлауымда ғаиләбеҙҙең дә йоғонтоһо барҙыр тип уйлайым, сөнки атай-әсәйем халҡыбыҙ сәнғәтенә ғашиҡ кешеләр, элек үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарында сығыш яһай торғайнылар. Мин дә бәләкәйҙән бейергә яраттым. Улар — минең беренсе остаздарым. Бала саҡ хәтирәләре күңелдә матур йыр кеүек һаҡлана, — ти ул, иң ҡәҙерле кешеләренә бар һоҡланыуын һәм мөхәббәтен белдереп.
Эйе, шундай йырлы-моңло ғаиләлә үҫкәнгә, Эльвира Бишҡурай урта мәктәбен тамамлағандан һуң, башта Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын, унан ситтән тороп, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура бүлеген уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын район мәҙәниәт һарайындағы “Сағыл” камиллыҡҡа әйҙәй“Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булараҡ башлай. Бында эшләү уның өсөн үҙе бер оҫталыҡ мәктәбе була: күп нәмәгә өйрәнә, бейеү сәнғәтенең яңынан-яңы серҙәрен аса. Эльвира Марсель ҡыҙы Илеш тамашасыларын ғына түгел, өфөләрҙең дә күңелен яулай. 1997 йылда Өфөлә үткән “Науруз гүзәле” конкурсында III урын алды.
Эльвира сәхнәлә тормошсан, матур образдар тыуҙыра. Ғ. Ибраһимовтың “Башмағым” музыкаль комедияһындағы Сәрүәр — беренсе уйнаған роле. Унан һуң З. Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” музыкаль опереттаһында — Шәмсиә, И. Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары!” спектаклендә — старшина Тамара һәм башҡа ролдәр Эльвираның оҫталығын төрлө яҡтан аса. Бынан тыш, балалар өсөн спектаклдәрҙә әкиәт геройҙарын уйнап, сабыйҙарҙы һөйөндөрә. Мәҙәниәт һарайының бейеү ансамблендә балетмейстер була.
— Бейеүсе булыр өсөн иң тәүҙә һәләт кәрәк, унан — тырышлыҡ, — ти ул. — Сөнки эшең дәрт бирә, ҡыйыулыҡ та, ышаныс та өҫтәй. Иң мөһиме — туҡтап ҡалмаҫҡа, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылырға кәрәк. Һәр бейеү, һуңғы нөктәһенә тиклем шымартылып, камиллаштырылмайынса тороп, сәхнәгә сығарылмай. Был күмәк көс талап итә. Бейеүҙең характерын, манераһын аңлау зарур. Әлбиттә, халыҡтың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен яҡшы беләһең икән, бейеүҙәрен өйрәнеүе лә күпкә еңел.
Әле Э. Миңлеғолова — район мәҙәниәт йортоноң “Сағыл” халыҡ театры режиссеры, етәксеһе лә. Берҙәм коллектив туплаған ул, район үҙешмәкәрҙәрен һәр ролде еренә еткереп башҡарырға, үҙ образын тамашасы һөйөүен яуларлыҡ итеп асып бирергә өйрәтә. Ғаилә башлығы Айвар ҙа киң ҡарашлы, ижади кеше. Уның баянда өҙҙөрөп уйнауына кем генә һоҡланмай! Ҡулдарында баяндың көмөш телдәрен сыңлатҡан һәләтле оҫта республика кимәлендә үткәрелгән күп сараларҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша, призлы урындар яулай. Улар халыҡҡа күңел күтәренкелеге бирә, рухи аҙыҡ өләшә. Улдары Арсен балалар сәнғәт мәктәбендә музыка буйынса шөғөлләнә, матур йырлай, баянда уйнай.
Ғөмүмән, Миңлеғоловтарҙың татыу, берҙәм ғаиләһе бик күптәргә өлгө булырлыҡ. Йыр-моңға, тыуған ерҙәренә сикһеҙ һөйөүҙәре, матурлыҡҡа ынтылыштары юғалмаһын, яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын уларға.
Лира ГӘРӘЕВА.
Илеш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779