Танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаевтың ижады менән таныш булмаған кеше юҡтыр, моғайын. Уның ижадына нескә хис-тойғо, тәрән фәлсәфә хас. Композиторҙың милли биҙәктәр менән һуғарылған көйҙәре йөҙләгән сәхнә әҫәрен, тиҫтәләрсә нәфис фильмды музыкаль яҡтан байытты. Башҡорт йыр сәнғәтенә байтаҡ яңылыҡ килтергән ижадсы ошо көндәрҙә юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан күренекле замандашыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.– Урал ағай, белеүебеҙсә, ата-әсәйегеҙ – әҙәбиәт, фән кешеләре. Әсәйегеҙ – танылған шағирә Гөлфиә Юнысова, ә атайығыҙ – яҙыусы, профессор Мирас Иҙелбаев. Әҙәби мөхиттә үҫкән малайҙың яҙмышын ни өсөн музыка менән бәйләүе ҡыҙыҡ гәзит уҡыусыларға...
– Ул ваҡытта миңә биш йәш кенә ине. Балалар баҡсаһына йөрөйөм. Бер көн әсәйем “әйҙә, бер олатай менән таныштырам” тип үҙе менән алып китте. Оҙон коридор буйлап атлап барғанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Кабинетта беҙҙе олпат ҡына бабай ҡаршы алды. “Үәт, маладис! Башҡортса ҡайһылай матур һөйләшәһең!” – тип һоҡланып ҡуйҙы. Аҙаҡ музыкаға һәләтемде тикшереп ҡараны. “Был малайҙың рәте бар. Уны мотлаҡ музыка мәктәбенә бирергә кәрәк”, – тине ул. Ана шулай итеп фатихаһын биргән кеше мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев булып сыҡты.
– Аҙаҡ һеҙ Заһир Ғарип улының студенты ла булғанһығыҙ шикелле.
– Эйе. Шундай ҙур бәхет тейҙе миңә. Тик уға тиклем музыка мәктәбендә, аҙаҡ сәнғәт училищеһының теория бүлегендә белем алдым. Хәтеремдә, мәктәптә уҡығанда музыка менән шөғөлләнеү өсөн пианино һатып алырға кәрәк ине. Әммә ул шул тиклем ҡиммәт! Бер нисә айлыҡ эш хаҡы тора. Шулай ҙа атай-әсәйем бурысҡа батып, ҙур пианино алды. Ундағы яҙманы һаман да хәтерләйем: 650 һум. Аҙаҡ ауылдан килгән ҡартатайым ошоно күреп ҡалғас, иҫе китте. “Бәләкәй генә балаға, һыйыр хаҡына бер йәшник алып ултыртҡандар!” – тип аптырап өләсәйемә һөйләгәнен хәтерләйем.
Тәүге йылдарҙа атайым музыка мәктәбенә йөрөттө. Минең дәрестән сыҡҡанды көтөп ултыра торғас, ул да ноталарҙы ятлап бөттө.
Училищены тамамлағас, сәнғәт институтына уҡырға барҙым. Шунда инде Заһир Исмәғилев менән ҡабаттан осраштыҡ. Остазыбыҙ талапсан, шул уҡ ваҡытта ихлас, юморға бай кеше ине. Шостаковичтан нисек дәрес алғандарын һөйләй торғайны. Уҡытыусыбыҙ миңә ҙур йоғонто яһаны. Ул ике төп ҡағиҙәне беҙгә ныҡлап һеңдерҙе. Беренсенән, көн дә эшләргә, икенсенән, ижадыңда халыҡҡа яҡын булырға.
– Ә бына музыка яҙыу “процесы” нисек башлана ул? Мәҫәлән, яҙыусыларҙың нисек әҫәр ижад иткәнен беләбеҙ. Йә берәй ваҡиғаның шаһиты булып, йә кешенән ишетеп, шул материалды күпмелер ваҡыт эстә “бешереп”, һуңынан яҙырға тотона. Һеҙҙең өлкәлә ул нисегерәк килеп сыға?
– Бөтә нәмә лә әҫәрҙең йөкмәткеһенән килә. Мин күпселек осраҡта спектаклдәргә, киноларға көйҙәр ижад итәм. Эстәлегенән сығып, үҙеңә йүнәлеш алаһың. Көйҙөң дә төрлөһө була бит: рухты күтәрерлек, илатырлыҡ, бейетерлек... Режиссер менән эш башлағанда, уның маҡсатын һорайһың, ниндәй музыка ҡоралдары уйнарға тейешлеген асыҡлайһың. Шунан сығып кәрәкле көй сығара башлайһың. Һин эҙләгән ноталар башҡа төрлө ваҡытта килә. Йә машинала китеп барғанда, йә йоҡлап ятҡанда, йә мунса ингәндә... (көлә – авт.) Ғөмүмән, мин үҙ һөнәремде балыҡсылыҡ менән сағыштырам. Бына йылғаға ҡармаҡ ташлағас та ниндәй балыҡ эләгәсәген берәү ҙә белмәй бит. Музыкала ла шулай. Шәп әҫәр яҙам, тип берәү ҙә алдан әйтә алмай. Ул һәр саҡ көтөлмәгәнсә була.
– Операны музыка сәнғәтенең иң юғары нөктәһе, тиҙәр. Был жанрҙа киләсәктә эшләп алырға ниәтегеҙ бармы?
– Опера яҙырға була. Тик уны ҡайһы сәхнәлә ҡуясаҡтар – икенсе мәсьәлә, сөнки опера тыуҙырыу өсөн күп ваҡыт ҡына түгел, бик ҙур матди сығымдар талап ителә. Шуға ла руссаға “труд” тип тәржемә ителә. Ғәҙәттә, уны театр менән алдан килешеү буйынса яҙалар. Кем белә, бәлки, киләсәктә тамашасыларҙы опера менән дә ҡыуандырырмын. Ваҡыт күрһәтер әле.
– Әсәйегеҙ, халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысованың бик күп шиғырҙарына йырҙар ижад иттегеҙ. Һуңғы ваҡытта бүтән авторҙар менән хеҙмәттәшлегегеҙ бер аҙ һүрелеп ҡалды шикелле...
— Эйе, әсәйем менән байтаҡ йырҙар ижад иттек. Улар араһында халыҡҡа таныш “Башҡортостан”, “Аҡбуҙат”, “Ҡырлы ҡурай”, “Изгелек, матурлыҡ, мөхәббәт”, “Яңы йыл йыры”, “Беҙҙең вальс”, “Бейейек әле”, “Туған тел”, “Күкрәгемә ҡуйсы башыңды” тигән йырҙар бар. Уларҙан тыш, әсәйем менән балалар өсөн дә ун бишләп йыр ижад иттем. Әсәйем шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙың бер нисәһе 2, 3 февралдә үтәсәк кисәләремдә лә яңғыраясаҡ.
Дөрөҫөн әйткәндә, йыр жанрында ҡолас киреп эшләргә ваҡыт етеңкерәмәй. Мәҫәлән, театрҙа йыл һайын биш спектаклгә көйҙәр яҙыр кәрәк. Һәр сәхнә әҫәренә – кәмендә биш музыка. Ана шуларҙы ижад итер өсөн генә лә бихисап ваҡыт талап ителә. Бынан тыш, төрлө фильмдарҙы музыкаль яҡтан биҙәйем.
Яңыраҡ ижади “багажымды” барлап ҡарарға булғайным. Баҡтиһәң, драма спектаклдәренә 200-гә яҡын музыка тыуҙырғанмын. Шуларҙың бер нисәһен билдәләп үтәйем. И. Йомағоловтың “Нәркәс”, М. Кәримдең “Салауат, “Өн аралаш ете төш”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса спектакле, Т. Миңнуллиндың “Яратыу гонаһмы?” әҫәре, Т. Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы (бөтәһе лә – Башҡорт драма театры сәхнәһендә), М. Кәримдең “Тоҡ эсендәге бесәй” (Милли йәштәр театры) һәм башҡалар. С. Аксаковтың “Ал сәскә” (“Аленький цветочек”) әкиәте буйынса шул уҡ исемле мюзикл, 30-ҙан ашыу нәфис, документаль һәм анимация фильмына (“Ауыл өҫтөндә йәйғор”, “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”, “Рәхмәт”, “Елғыуар”).
Башҡортостан театрҙарында ғына түгел, Татарстанда ҡуйылған драмаларҙы ла музыкаль яҡтан биҙәргә насип булды, Орел өлкәһенең сәхнәһендә ике мюзикл сығарҙыҡ.
– Хәҙерге ваҡытта нотаны ла белмәгән “композиторҙар” күбәйеп китте. Үҙе шиғыр яҙа, үҙе көй сығара, үҙе шуны йырлай. Уларға ҡарашығыҙ нисек?
– Әлбиттә, һәр кемдең ижад итергә хоҡуғы бар. “Һинең махсус белемең юҡ, музыка яҙма” тип тыйып булмай. Тик ул тыуҙырған әҫәрҙең сифаты нисек була – быныһы икенсе мәсьәлә. Күпселек коллегаларым нотаны ла белмәгән кешенең үҙен “композитор” тип атап йөрөтөүен оҡшатып етмәй. Минеңсә, кем генә булмаһын, иң мөһиме – кешенең күңеленә үтә алырлыҡ көй ижад итергә тейеш. Ҡайһы саҡта махсус белемһеҙ кеше лә бик шәп йыр яҙып ҡуя. Әммә бындай осраҡтар һирәк. Әгәр тыңлаусының йөрәгенә үтеп инә алмай икән, был йыр ҙа оҙаҡ йәшәмәйәсәк. Хәҙерге ваҡытта сейле-бешле көйҙәр күбәйҙе, ана шундай йырҙарҙың ғүмере ҡыҫҡа була.
— Атай-әсәйеңдең китаптарын уҡып бараһыңмы?
— Әлбиттә. Әсәйемдең шиғырҙарын уҡып, берҙән, илһам алам, икенсенән, көй яҙыр өсөн һайлайым. Улар бер папка йыйылып китте инде. Атайым тарихи романдар яҙғас, уларҙы ла ижадымда ҡулланам, тарихи спектаклдәргә көй яҙғанда, атайым башҡа әсбаптарҙан табыша, кәңәштәр бирә.
– Һеҙ 90-сы йылдарҙа “Аҡйондоҙ” төркөмөн ойоштороп ебәргәнһегеҙ. Ул осорҙа йәштәр концертығыҙға эркелеп йөрөгән. Аҙаҡ ул ижади төркөмдөң яҙмышы нисек булып бөттө?
– Азат Йыһаншин, Роберт Юлдашев менән бергәләп ойошторғайныҡ. Төркөм тиҙ арала танылыу яулап өлгөрҙө, хатта “Урал моңо” фестивалендә Гран-при ҙа алдыҡ. Ул йылдарҙы үҙем дә һағынып иҫкә алам. Йәш, дәртле саҡ.
Аҙаҡ һәр кем үҙ йүнәлеше буйынса китте, шуға төркөм тарҡалды, ләкин беҙ хеҙмәттәшлектән туҡтаманыҡ. “Бына мин көй яҙырмын, ә һин йырларһың”, – тип үҙебеҙсә хыяллана инек Азат менән студент саҡта. Һуңынан был теләктәребеҙ барыбер тормошҡа ашты. Мәҫәлән, “Нәркәс”, “Һуңғы Ғәйнә” спектаклдәре менән бергәләп Төркиәгә барып, ундағы тамашасыларҙы ҡыуандырып ҡайттыҡ.
– Билдәле булыуынса, 2 һәм 3 февралдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында юбилейығыҙға арналған ҙур концерт уҙғарыла. Шул турала һөйләшеп алайыҡ әле.
– Һуңғы тапҡыр бынан ун йыл элек ижад кисәмде үткәргәйнем. Бынан һуң байтаҡ әҫәр ижад ителде. Минең эшкәртеүҙәге халыҡ көйҙәре лә, шулай уҡ эстрада йырҙары ла етерлек. Уларҙы башҡарып үҙебеҙҙең йырсылар халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яуланы. Ана шул хеҙмәтемде концерт программаһына йыйнап, халыҡҡа тәҡдим итергә ине ниәтем.
– Ә ниңә концерт ике көн дауам итәсәк?
– Беренсенән, яңы әҫәрҙәремдең әҙен генә алһаң да ике сәғәтлек программаға һыймай. Бынан тыш, төрлө жанрҙағы, йүнәлештәге музыканы бутамаҫҡа булдыҡ.
Шуға ла 2 февралдә үтәсәк концерт “Урал легендалары” тип атала. Ул этник музыкаға арнала. Программала киң билдәле башҡорт йырҙары һәм минең эшкәртеүҙәге бейеү композициялары яңғырар. Шулай уҡ тыуған ер, башҡорт иленең батырҙары, спектаклдәргә яҙылған көйҙәрҙе ишетергә мөмкин. Концертта билдәле ижади коллективтар — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү театры, “Йатаған” этно-төркөмө, шулай уҡ солистар Роберт Юлдашев, Рәсүл Ҡарабулатов, Рәйес Низаметдинов һәм “Ирәмәл” төркөмө, Диана Ишниязова, Марсель Ҡотоев, Тимур Рамазанов, Илсур Тайсин, Гөлнур Ҡарабулатова, Диләрә Иҙелбаева, Зилиә Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет кеүек ижадташ дуҫтарым, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары сығыш яһаясаҡ.
3 февралдә иһә “Урал аҫылташтары” тип аталған тамашаны тәҡдим итмәксебеҙ. Концертта Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров, Роберт Юлдашев, Сәғиҙулла Байегет, Азамат Ғафаров, Алһыу Ғәлина, Руслан Сәйфетдинов, Марсель Ҡотоев, Айгиз Ханов, Вадим Зәкиев, Диана Ишниязова, Гөлнур Ҡарабулатова, Диләрә Иҙелбаева кеүек танылған сәхнә оҫталары ҡатнашасаҡ, шулай уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, “Нур” театры, Ҡурсаҡ театры, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы коллективтары сараны йәмләйәсәк.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.