Шағирә Гүзәл Ситдиҡованың тәржемә менән даими шөғөлләнгәнен беләм. Быйыл Мәскәүҙәге әҙәби фестивалдә Марина Цветаева әҫәрҙәрен башҡортсаға иң шәп тәржемә иткәне өсөн көмөш миҙалға лайыҡ булыуы ла оҙаҡ йылдар барышындағы ижади эшенә бер баһа ине. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уның: “Амазонда “Алиса в стране чудес” тигән киң билдәле китаптың башҡортсаға тәржемәһе тәҡдим ителде! Ҡотлайыҡ барыбыҙҙы ла!” – тигән мәғлүмәтен уҡып, тәржемә эше, ошо йыйынтыҡ хаҡында әңгәмәләшергә булдым.
Нәшриәтсе М. Эверсон, мөхәррир-консультант В. Фет тәҡдиме менән ул ҙур эш башҡарған – донъя телдәрен, милли телдәрҙәге әҙәбиәттәрҙе пропагандалау йәһәтенән хәҙерге заман өсөн был — үҙенә күрә еңеү ҙә! Шор, алтай, ҡаҙаҡ, урыҫ, ҡырғыҙ телдәре менән бергә башҡортсаға әйләндерелгән әҫәр Бөйөк Британия китапханаһы каталогына индерелгән.
Википедия, йәғни Интернет-энциклопедияға башҡортса мәҡәләләр яҙыу менән дә әүҙем шөғөлләнә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы. “Азия” айлығында әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә уға 12 илдән үҙ телендәге викиға яҙышырға саҡырыу килеп төшкән. Ғәрәп телендә яҙышҡан бер нисә илдән, фарсы, пәнжәби, тай, латыш, үзбәк һәм башҡа википедиялар уны үҙҙәре сафында күрергә теләк белдергән. Бына бит! Әгәр бөгөнгө заман талаптары Интернет селтәре, тәржемәләр аша ла халҡыбыҙ хаҡында башҡаларға еткереүҙе бурыс итеп ҡуя икән, беҙ быны ла атҡарырға тейеш. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы был эште ең һыҙғанып, ҙур кинәнес менән башҡара. — Нисек тотоноп киттегеҙ Әлисәне тәржемә итеүгә, Гүзәл апай?
— “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары”н тәржемә итеүгә тотоноуым үҙе бер сәйерстанлыҡ булды. 2016 йылдың башында көтмәгәндә профессор Виктор Фет тигән кешенән электрон почтама хат килеп төштө. Америкала Кэрролл Йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә Льюис Кэрроллдың данлыҡлы әкиәттәрен бығаса тәржемә ителмәгән телдәрҙә нәшер итеү маҡсатында тәжрибәле лингвистар эҙләүен яҙғайны ул.
2015 йылда Алиса тураһындағы әкиәттең (Alice in the World of Wonderlands) 174 телгә тәржемә ителеүенә арналған өс томлыҡ сығыуын, инглиз телендәге әҫәрҙәрҙән тап ошо әҙәби текстың башҡа телдәргә иң күп әйләндерелеүен дә хәбәр иткәйне. Эштең ирекмәнлек нигеҙендә башҡарыласағын, гонорар булмаясағын, әммә тәржемәнең Ирландияла “Evertype” нәшриәтендә тиҙ арала китап булып сығасағын, Бөйөк Британия китапханаһы каталогына индереләсәген дә иҫкәрткән.
— Тимәк, түләүһеҙ хеҙмәт...
— Эйе, шулай ҙа алырғамы-юҡмы тигән уй башыма килмәне – тотонорға, әлбиттә! Ошондай проектта ҡатнашыу, башҡорт теленең байлығын тәржемә өсөн бик ҡатмарлы һаналған әҫәрҙә күрһәтә алыу милләткә үҙе бер хеҙмәт бит! Әйткәндәй, бер үк ваҡытта тәржемәгә тотоноп, ярты юлда ташлап ҡуйыусылар ҙа булды, сөнки талаптар бик юғары, ә әҫәр, ысынлап та, йүгертеп кенә тылмаслап ҡуя торғандарҙан түгел. Ризалаштым... Һәм хатта бер йылға еткән, ҡайһы саҡ ташлап та ҡуйырҙай булған, ҡул аҫтындағы һүҙлектәрҙе туҙҙырып бөтөрөрлөк эшкә тотондом.
Виктор Фет үҙенең тәржемәгә булған талаптарын, нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген, урыҫса тәржемәләрҙә киткән етешһеҙлектәр тураһында ентекле мәҡәләләрен ебәрҙе. Ҡайһы урындарҙа текстарҙан саҡ ҡына ла тайпылмай, ҡайһы ерҙәрендә “башҡортлаштырыу” мөмкинлеген дә уның менән килешеп кенә эшләнем – талап шулай ҡаты ҡуйылды. Бының ғилләһе ябай ғына – ниндәй телгә тәржемә ителһә лә, бер үк һүрәттәр ҡуйыла, әкиәттең төп героиняһының ысын биографияһы менән бәйле урындар ҙа бар.
— Ысын биография, тинегеҙ. Бәлки, ошо хаҡта ентеклерәк әйтерһегеҙ?
— Льюис Кэрролл — атаҡлы инглиз яҙыусыһы һәм Оксфорд университеты Крайст Чёрч колледжының математика уҡытыусыһы Чарлз Лютвидж Додсондың* (1832–1898) псевдонимы. Ул колледж ректоры Генри Лидделл ғаиләһенең яҡын дуҫы булған һәм үҫмер Элис (1852 йылғы) менән уның Лорина һәм Эдит тигән апаларына әкиәттәр һөйләй торған булған. Бер мәл—1864 йылдың 4 июлендә — Кэрролл, уның дуҫы, рухани Робинсон Дакуорт һәм өс ҡыҙ бала кәмәлә йөрөргә сығып китәләр ҙә яр буйында табын ҡороп ултыралар. Шул сәфәр ваҡытында Кэрролл Әлисә исемле ҡыҙыҡайҙың йорт ҡуяны өңөнә осоп төшөүе һәм уның сәйер илдә шаҡ ҡатырғыс мажараларға тарыуы тарихын һөйләй ҙә инде. Элис был әкиәтте Кэрроллдың үҙенә яҙып биреүен үтенә, бер аҙҙан ҡулъяҙма әҙер ҙә була. Һуңғараҡ уға төҙәтмәләр индерелә, тулыландырыла, һәм 1865 йылда китап баҫылып сыға. Шунан бирле “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары” әкиәтенең төрлө версиялары донъя йөҙөндәге башҡа телдәрҙә нәшерләнеп сығып тора.
— Башҡортса тәржемә кимәлен дә тикшергәндәрҙер әле?.. Тик нисек?
— Минең кимәлде тикшерер ниәттәндер, башта бүлек атамаларын тәржемә итеп ебәреүҙе һораны. Ебәрҙем. Баҡһаң, нәшриәт хужаһы Макс Эверсон төрки телдәрҙе белә булып сыҡты. Ул артабан эшләргә фатиха биргән. Йәнһүрәттәге карапҡа ниндәй атама бирәһең, ул шулай йөҙөп китә тигән ише, әкиәттең исемен нисек алырға тип байтаҡ ҡына баш ваттым әле. Урыҫсаға ул “Алиса в стране чудес”** тип тәржемә ителгән. Анһат ҡына “Алиса мөғжизәләр илендә” тип кенә лә алырға булыр ине. Әммә мин инглизсә нисек аталғанын табып, төбөнә төшөп аныҡлағас ҡына, башҡортсаға “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары”*** тип әйләндерҙем. Әлбиттә, быны консультантым В. Фет менән кәңәшләшеп эшләнем. Урыҫсаға Алиса тип тәржемә ителгән исем инглизсә Элис булғанлыҡтан, мин уны башҡортлаштырып Әлисә тип алдым.
— Тәржемә эше нисек барҙы?
— Мин бер нәмәгә иғтибар иттем: китапта мөғжизәләр юҡ, унда, төштәргә хас булғанса, сәйер һәм ғәжәп хәлдәр килеп сығып тора. Һөҙөмтәлә, мөхәррир менән кәңәшләшеп, был әкиәти илгә “Сәйерстан” тигән исем уйлап таптым. Кэрроллда ла бит илдең исеме бер һүҙ менән генә бирелгән — Wonderland, ә wonder тигән инглиз һүҙе мөғжизә — miracle тигәндән айырмалы, “ғәжәпләнеү, сәйерһенеү” тигән ҡылым булараҡ та ҡулланыла. Инглизсә тулы атамала Adventures — мажаралар тигән һүҙ ҙә бар. Шул рәүешле “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары” тигән атама килеп тыуҙы, ул форма яғынан да, эстәлеге буйынса ла инглизсәгә ярашлы булып сыҡты.
Икенсе нәүбәттә персонаждарҙың исемдәре буйынса эш ине. Әлисә тураһында яҙғайным инде. Ә бына Демурованың тәржемәһендәге Элси, Лэси һәм Тилли атлы апалы-һеңлеле өсәүҙең исемдәре өҫтөндә бер аҙ баш ватырға тура килде. Был өс исем — Әлисә һәм уның апаларының шифрланған исемдәре: Elcie — L.C. инициалдарынан килеп сыҡҡан, Лорина Шарлотта; Lacie — Әлисәнең (Alice) үҙ исеменең анаграммаһы, ә Tillie — Матильда, өсөнсө ҡыҙҙың ҡушаматы, Эдит. Мин башҡорт исемдәрен иҫкә төшөрә башланым һәм Әҙилә, Сәлиә, Дилә тип алырға булдым. Иғтибар итегеҙ: Сәлиә — Әлисә исеменең теп-теүәл анаграммаһы! Демурованың урыҫса вариантындағы “кисельные барышни” миндә “ҡымыҙсы ҡыҙҙар”ға әйләнде, ҡыҙ /ҡымыҙ тигәнгә һүҙ уйнатыу ҙа килеп сыҡты. Был бит беҙҙең бейә һөтөнән етештерелгән иң данлы эсемлегебеҙ, ул шифалы булыуы менән дә данлы (Л.Н. Толстой һәм А.П. Чехов башҡорттарға ҡымыҙ менән дауаланырға килеп йөрөгән). Әкиәттә телгә алынған шарап һүҙен дә мин “ҡымыҙ” тип алмаштырҙым.
Ҡомарлы уйындар, шул иҫәптән кәрт уйыны ла, тыйылғандар һанында булғанлыҡтан, беҙҙә уның һындарына ла, тамғаларына ла исем бирелмәгән. Король һәм Королеваны мин Хан һәм Ханбикә тип башҡортлаштырҙым. Черви кәрт тамғаһын ҡомас тип алдым, был ҡыҙыл төҫ төрө — урыҫ телендәге боронғо “червонный” һүҙе кеүек үк һирәк ҡулланыла. Ике хеҙмәтсегә – Мэри-Энн менән Патҡа исем уйлау шулай уҡ шаҡтай ваҡыт алды. Төрлө варианттар тәҡдим итә-итә (хатта Патты Бағанай тип алырға ла булып киткәйнем), исемдәр шулай ҙа кемделер рәнйетеп ҡуймаһын тигән ниәттән, тарихта ятып ҡалғандарын файҙаланырға булдым. Халҡыбыҙҙа ялланып эшләүселәрҙе ялсы тип атайҙар, был һүҙ менән исем дә булған: “Ялсығол” тигән халыҡ йыры ла бар бит. Патҡа тап бына шул Ялсығол, ә Мэри-Эннға Ялсыбикә тип исем ҡуштым.
Тәржемәмдә оҡшаш исемле ике персонаж осрай – Март Ҡуяны һәм Аҡ Йорт Ҡуяны. Кроликтарҙың ҡырағай төрө беҙҙә осрамай, ә Англияла улар бар. Әҫәрҙәгесә Кролик тип кенә ҡалдырырға ла булыр ине, әммә халҡыбыҙҙа йорт хайуаны булараҡ аҫралған кроликтарҙы яҡшы беләләр һәм уға йорт ҡуяны тигән исем дә биргәндәр. Шуға күрә, мөхәррир менән кәңәшләшеп, ошо вариантты ҡалдырырға булдыҡ. Башта ул, үҙе биолог булараҡ, былар икеһе ике төрлө йәнлек тип ризалашмай бер булғайны, шулай ҙа инандыра алдым. Башҡорт уҡыусыһына бик үк таныш булмаған Йоҡосо тигән йәнлек урынына ҡышын йоҡоға талған Һыуырҙы алдыҡ.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа башҡа төрки телле тәржемәселәрҙең “Evertype” нәшриәтенә тапшырған эштәренән дә үрнәк алдым. Уларға ҡарап, мин Mock Turtle (Демуровала – Черепаха Квази) тигәнде Быҙаубаш Ташбаҡа тип атаным. Әйткәндәй, европа геральдикаһындағы Грифон беҙҙең өсөн бик үк ят персонаж да түгел: төркиҙәрҙең фольклорында, шул иҫәптән башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында уға оҡшаш ҡоштар батшаһы – Самрау бар, ул фарсыларҙың Симург тигәненә тап килә.
Бөркөт балаһына Балапан тип исем бирҙем. Башҡорттар борон ваҡ йәнлектәргә йыртҡыс ҡоштар менән һунар иткән һәм уларҙың иң көслө балаларын оянан алып йәнлек тоторға өйрәткән; ғәҙәттә, тәүге булып сыҡҡандары иң көслөһө булған. Тап шуларҙы балапан тип атағандар ҙа инде. Был һүҙ хәҙер онотола төшкән, йәш быуын бөтөнләй белмәй тиһәң дә була, ә мин уны ҡулланышҡа кире ҡайтарырға булдым (урыҫса балобан тигән төрки һүҙ —ыласындарҙың бер төрө, Falco cherrug).
— Һеҙ консультантығыҙ менән башлыса урыҫса яҙышҡанһығыҙ, был бик ҡатмарлы булғандыр бит? Һеҙҙең хаталарҙы ул төҙәтә алмай ҙа инде...
— Орфографияны төҙәтә алмай, әлбиттә. Әммә шул тиклем ентекле итеп башҡортса һүҙлектәр менән эшләй ине: “аллаҡайым” һүҙен, мәҫәлән, ул алып ташлауҙы һораны. Автор, үҙе дини кеше булһа ла, бер урында ла дини төшөнсә ҡулланмаған, тип яҙҙы. Был инде өндәш һүҙгә әйләнгән, дин күҙҙә тотолмай тигәс, ҡалдырырға ризалашты ла, тик мин инде үҙем, телебеҙҙе өйрәнеүселәр аптырап ултырмаһын өсөн, ҡалдырмаҫҡа булдым.
Йәнә бер ҡыҙыҡ булды әле: ауылыбыҙҙа әрмәнде бик күп була торғайны, уны лягушка тип белеп үҫтек бит инде. Шуға күрә уйлап тормай, әкиәттәге “лягушонок”ты әрмәнде тип яҙып ҡуйҙым. В. Фет бер заман: “Ә ниңә “баҡа” тип алманығыҙ, һүҙлектә шулай бит!” – тип яҙып ебәрмәһенме. Шул ябай һүҙ өсөн һүҙлекте ҡарарға мәжбүр булып, олоғайған көнөмдә асыш яһаным – “лягушка” баҡа икән бит, әрмәнде түгел! Әммә был һүҙ башҡортса ҡулланылмай тиерлек, әлдә “тәлмәрйен” тигән синонимы бар... Шуға алмаштырҙым.
— Ҡайһылай ҡыҙыҡ эшләгәнһегеҙ! Тәржемә үҙе бер ижад тип нисек әйтмәйһең инде шунан!
— “Мәктәп каламбурҙары” (IX бүлек)—айырым тема. Улар буйынса мөхәррир менән хатлашыу байтаҡ урын алып торҙо. Уҡырға һәм яҙырға тигәнгә яңғырашлы итеп туҡырға һәм яғырға тип алдым. Арифметиканың дүрт ғәмәле: ҡушыу, алыу, ҡабатлау, бүлеү өсөн шышыу, ағыу, ҡанатлау, бүгеү тигән ҡылымдар ҡулланылды. Демурованың мифтар /рифтар, химик/ мимик (тәжрибәләр) тигән табышын уныңса ҡалдырҙым — был урыҫ теленән ингән һүҙҙәр беҙгә яҡшы таныш. Мәктәптә өйрәнелгән башҡа предметтарҙы үҙебеҙсәләттем, уларҙың атамаларына оҡшаш һүҙ уйнатыу таптым: Заялогия (зоология), Бүтәника (ботаника), Гүйәграфия (география), Тиҙкультура (физкультура), Һүрәт төкөрөү (һүрәт төшөрөү). Ә ҡарт Краб бабай һүҙ оҡшашлығынан сығып Ҡыҫыҡ Күҙ Ҡыҫала булып китте. Ул бит Һуған тел (Туған тел) уҡытҡан, шуға күрә күҙенән йәш ағып торған да, ҡабаҡтары шешенеп, ҡыҫыҡ күҙлегә әйләнгән.
Бик ҡатмарлы урын шул булды: Демуровала “занятия” “занимают” һүҙе менән оҡшаштырып уйнатыла (төп нөсхәлә дәрестәр, lessons, даими ҡыҫҡара, lessen). Мин был һүҙҙәрҙе үтес (бурысҡа аҡса алыу) һәм үтеү (дәрес үтеү) тигән менән бәйләп каламбур яһаным. Был осраҡта Уға аҡылды үтескә алаһы түгел тигән ғибәрә лә тап-таман ғына булды ла ҡуйҙы.
“Балыҡлы” каламбурҙар әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Тәрәс тигәнгә уйнатыр һүҙ табыр өсөн генә бер аҙ уның тураһында белешмә уҡырға тура килде. Уның һайыраҡ урындарҙа үрсегәнен белгәс, тәрән һүҙенә лаҡап уйлап сығарҙым: ул бик тә тәрәнгә сумырға хыяллана, тик был хәленән килмәй. Урыҫ телендәгенән айырмалы, Ҡалпаҡсыны ярлы кеше иттем, Хан әйтмешләй, уның үҙе генә түгел, теле лә ярлы булып сыға (был төп нөсхәләге poor man / poor speaker тигән һүҙ уйнатыуға ла тулыһынса тап килә).
Телебеҙҙәге “күлдәй күҙ йәше” тигән ғибәрә лә бик урынлы ғына килеп ултырҙы, ул хатта II бүлеккә исем дә бирҙе (“Күлдәй күҙ йәше”). Күлдәй – халҡыбыҙҙа “иңе-буйы мул” йәки “бик мул, күп” мәғәнәһендә лә ҡулланыла бит. Ғәҙәттә, оҙаҡ, ныҡ итеп илаған осраҡта әйтелә был. Шаяртыбыраҡ та әйтелеү осрай: күҙ йәшең күлдәй булды инде. Күҙ һәм күл һүҙҙәре үҙ-ара яңғырашлы ла.
Уйламағанда Чешир Бесәйе һәм Әлисәнең һөйләшеүендәге табыш сәпкә генә килеп тейҙе. Бесәй ҡыҙҙан Байбисәнән алған бала нимәгә әйләнгәнен һорай: “Сусҡа балаһынамы, сысҡан балаһынамы?” – ти ул. Сысҡан тип мин һүҙ уйнатыр өсөн генә алғайным, ә ул, етмәһә, Бесәйҙең тәбиғи ихтыяжына бик яуап бирә булып сыҡты! Кэрроллдың төп нөсхәһендә — pig / fig (‘сусҡа / инжир’).
Күптән ғәҙәткә ингән бер йола бар икән — “Әлисә”не төрлө телдәргә тәржемә иткәндә Сысҡандың Вильгельм Яулаусы (III бүлек) тураһындағы “бик ҡоро лекция”һын урындағы ерлектеке менән алмаштыралар. Был осраҡта, әлбиттә, тәржемәсенән халҡының күптәнге тарихына, билдәле персонаждарға бик һаҡ ҡарай белеүе лә, әкиәттәге персонаждар әңгәмәһендә тәләкәне сама белеп ҡулланыуы ла үтә мөһим. Йәш Набоковтың урыҫсаға тәржемәһендә (1923) һүҙ Боронғо Рустең Киев кенәздәре тураһында бара. Беҙ иһә башҡорт халҡының ХVI быуаттағы тарихын иҫкә төшөрөргә булдыҡ (тәүге тапҡыр XVIII быуатта Петр Рычков тарафынан һүрәтләнгән): бында башҡорттарҙың урыҫ дәүләтенә ҡушылыу мәле күрһәтелә.
Күп тәржемәселәрҙең өлгөһөнә эйәреп, мин дә Кэрроллдың ҡайһы бер шиғырҙарын башҡортлаштырҙым. “How doth the little crocodile” тигән пародиялы шиғырҙағы “кескәй крокодил” Миңлегөл Хисмәтуллинаның беҙҙә йәше-ҡарты яттан белгән “Бесәй китте еләккә” шиғырының геройына әүерелде.
“Крокодилдар еләктә,
Тырыздары беләктә!
Крокодилдың йөнө юҡ,
Йыйыуының йүне юҡ.
Килеп еткәс еләккә
Менгәндәр, ти, тирәккә,
Һай иҫәүән крокодил,
Еләк булмай унда, бел!”
VII бүлек өсөн мин “Ҡара тауыҡ” тигән йырға пародия яҙҙым.
Валетҡа ғәйеп тағырға маташылған шиғырҙа халҡыбыҙға киң билдәле туй йыры үлсәмен күрҙем һәм үҙгәртмәй-нитмәй тәүге юлын яҙмама индереп тә ебәрҙем. Икенсе юлында ла һөйләш үҙенсәлектәрен һаҡланым: Икәү бергә ултырғанғыҙ, /Минең менән булғанғыҙ (икенсе юл тура мәғәнәнән тыш бүтән төрлө мәғәнә бирә: минең турала ғәйбәт һөйләгәнһегеҙ). Бында дөрөҫ “ғанһығыҙ” ялғауы урынына һөйләшсә биреү үҙен аҡлай – төп нөсхәлә лә юрый грамматик ҡағиҙәләр боҙоп бирелгән. Пародиямдың һуңғы ике юлы ла ғашиҡтар тураһында ҡасандыр бик яратып башҡарылған йырҙан алынды: “Ауыл буйлап һөйләп йөрөмә, Әлегә был сер булһын”.
“Тәмле аш” — “Beautiful Soup” тигән йырҙы мин төп нөсхәнән ныҡ ҡына тайпылып яҙҙым (Демуровала “Вечерняя еда”, Ольга Седакова тәржемәһе). Мөхәррир менән килешеп, ашты мин үҙебеҙҙең данлыҡлы бишбармаҡ менән алмаштырҙым. Белеүебеҙсә, уны элек ҡул менән, йәғни биш бармаҡ менән, ит киҫәктәрен шаҡмаҡлап ҡырҡылған эре һалмаға төрөп тотоп ашағандар. Бында мин биш һармаҡ тигән һүҙҙәр менән каламбур эшләнем. Әйткәндәй, был шиғырға Әлфиә Зиннурова көй ҙә яҙҙы.
“Диңгеҙ кадриле”ндә мөхәррирҙең рөхсәте менән тәлмәрйен-балыҡ образын индереп һәм уны сүмесбаш тип атап, үҙе әйтмешләй, “шиғри-герпетологик теүәлһеҙлек” эшләп ҡуйҙым. Тәлмәрйенгә оҡшауы етмәгән, был куткутья тигән балыҡ (Тetraodon cutcutia) торғаны — сүмесбаш. Минең иһә строфала “баш” һәм “таш” һүҙҙәре менән каламбур эшләгем килгәйне, улар Быҙаубаш Ташбаҡа персонажының исеменә лә инә бит. Бынан тыш, төшәһеңме рефренында ‘т’ һәм ‘ш’ өндәре ҡабатланып килә: Төшәһеңме, төшәһеңме, төшәһеңме бейергә?
– Эш бик ҡатмарлы ғына барған...
— Ҡатмарлылығы тағы шунда булды – орфография башҡа! Әкиәттең төп нөсхәһендәгесә яҙылырға тейеш: тура һөйләмдәр мотлаҡ тырнаҡ эсендә, нөктә, өтөрҙәр тырнаҡ эсендә ҡала, тыштан тире ҡуйылмай. Тырнаҡтарҙың ике төрлөһө лә ҡулланыла. Бына бер шундай осраҡ: «Һүҙҙәре бөтөнләй былай түгел дә инде!» тине бисара Әлисә, күҙҙәренә мөлдөрәп йәш тулды. «Тимәк, мин шулай ҙа – Таңһыу! Хәҙер иҫке йортта йәшәргә тура килер инде. Уйынсыҡтарым да бөтөнләй булмаҫ! Уның ҡарауы, туҡтауһыҙ дәрес әҙерләргә тура киләсәк. Ярай, хәл иттем: мин Таңһыу икән, ошонда бөтөнләйгә торам да ҡалам. Минең арттан килеп кенә ҡараһындар әле! Баштарын эйеп: “Күтәрел, йәнекәй, бында” тип саҡыра башларҙар. Ә мин уларға күҙ һалып ҡына: “Башта минең кем икәнде әйтегеҙ! Яуабығыҙҙы оҡшатһам, сығырмын, юҡ икән — башҡа берәйһенә әүерелгәнгә тиклем ошонда ҡалам!” тиермен».
Тап бына ошо “тырнаҡтар” мине “тырнай-тырнай” эшемде ташлап ҡуйҙырта яҙҙы. Ҡул бит тура һөйләмдәрҙе өйрәнелгәнсә яҙырға тартып ҡына тора!
Инде “тамам” тигән “мөһөр” ҡуйғас та, консультантымдан хат килеп төштө: Байбисәнең (герцогиняны шулай тип алғайным) “Мәғәнәһен уйла, ә һүҙҙәр үҙҙәре табыла!”– тигәнен аңлатырға һорағайны ул. “Дело в том, что в оригинале: “Take care of the sense and the sounds will take care of themselves”, йәғни “заботься о смыслe, a звуки сами о себе позаботятся”. Здесь переиначена английская пословица “Take care of the pence and the pounds will take care of themselves”, “заботься о пенсах, а фунты сами о себе позаботятся” – т.е. “копейка рубль бережет”. Нестеренко попробовал передать это: “Заботься о песне, а ноты придут сами” — имеется в виду “о пенсе” и “банкноты”, не слишком удачно, хотя “песне” и “пенсе” – отличная находка. Нужна фраза вроде пословицы с фонетической игрой слов, включающей игру слов на деньги (монеты). Буквальный перевод этой фразы (как у Демуровой) не очень желателен, т.к. он звучит, как некий выспренний закон поэзии, и непонятен без отсылки к английскому варианту. Это, наверно, самая труднопереводимая фраза в книге. Как Вы считаете?”
Иң ауыр тигән фразаһына мин күп тә уйлап тормай “Тамсы тамып күл яһай, тин йыйылып һум яһай” тигән мәҡәлде үҙгәртеп, “Тамсы тамып күл яһай, уй йыйылып һүҙ яһай” тип яҙып та ебәрҙем. Ул бик ҡәнәғәт ҡалды. Үҙем дә, сөнки инглиз телендәгенә шул тиклем яҡын килеп сыҡты! Бына ниндәй беҙҙең телебеҙ!
— Һеҙҙе тыңлауы шундай ҡыҙыҡлы: ниндәйҙер бер ижади сәм менән эшләгәнһегеҙ!..
— Был хеҙмәт ысын-ысындан ижади булып сыҡты: мин туған телемдә кәрәкле һүҙҙәрҙе, образдарҙы тапҡан һайын ҡабат-ҡабат ләззәт кисерҙем — башҡорт теле төп нөсхәнең иң нәзәкәтле бөгөлдәрен дә образлы, тапҡыр һәм мәргән итеп сағылдыра ала. Әкиәтте донъяның төрлө телдәрендә нәшер итеү проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша алыуыма һәм мөхәррир-консультант В.Я. Фет етәкселегендә тәржемә итеүемә рәхмәтлемен. Минең өсөн был эш әҫәрҙе юғары кимәлдә тәржемә итеү мәктәбе булды.
Ижади ғына түгел, фәнни эш тә булды ул. Автор бер үк һүҙҙәрҙе күп ҡуллана, ә беҙҙең әҙәбиәттә был етешһеҙлек һанала. Әммә консультантымдың талабы буйынса, мин уларҙы синонимһыҙ, гел бер төрлө итеп алырға мәжбүр булдым. Бер һөйләмдә исем ике тапҡыр ҡабатланғанда ла алмаш ҡуйырға рөхсәт булманы...
Эшем өсөн ун дана китап ебәрҙеләр, гонорарһыҙ тәржемә итһәм дә, мин ошо алған һабаҡтарым, тәжрибә өсөн үҙем түләр инем...
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.Иҫкәрмә:
*Льюис Кэрроллдың фамилияһы урыҫ телендә даими рәүештә хаталы итеп “Доджсон” тип яҙылып килә. Инглиз телендәге төп нөсхәлә “g” хәрефе яҙылһа ла, әйтелмәй, шуға күрә беҙ “Додсон” тип яҙабыҙ. Кэрролл үҙе фамилияһын тап шулай әйтеп йөрөгән. – М.Э.
**Алиса мөғжизәләр илендә. Әкиәт. (Айгөл Әхмәҙиева тәржемәһе). Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. 104 бит. ISBN 5-295-02165-3).
***Л. Кэрролл. Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары. (Г. Ситдиҡова тәржемәһе) — Evertype (Ирландия), 2017. — 129 с. — ISBN-10 1-78201-201-X ISBN-13 978-1-78201-201-6.