Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһының премьераһы ҙур аншлаг менән үтте. Тамашаның ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин, рәссам-биҙәүсеһе – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Сибай театрының художество етәксеһе Дамир Ғәлимов әйтеүенсә, быйыл “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙарына ярҙам итеү” проекты сиктәрендә республиканың ете театрына 34 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Шуныһы ҡыуаныслы: бәхетлеләр исемлегендә Сибай театры ла бар. Коллективҡа музыкаль, яҡтыртыу ҡорамалдары алыуға, яңы постановкалар ҡуйыуға 5 миллион һум аҡса күскән. Тап ошо проект сиктәрендә һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, тамашасы хөкөмөнә “Ҡыҙ урлау” сығарыла. Әҫәр 1958 йылда яҙылһа ла, бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған, нисәмә быуын был спектаклде ҡарап үҫте, әле лә ул тамашасы күңеленә яҡын. Танһыҡ, шул уҡ ваҡытта тормошсан, мажаралы, халыҡсан әҫәрҙе ҡарарға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ ине. Хәйер, Сибай халҡы театрға йөрөргә ярата, үҙҙәренең артистарын хөрмәт итә. Драма театрының быйылғы миҙгелен асҡандан алып быныһы – икенсе премьера. Тәүгеһе – Лира Яҡшыбаеваның “Әүлиә”һе булһа, икенсеһе – бөйөк Мостай Кәрим әҫәре.
Спектакль башланғансы, студент йылдарында “Ҡыҙ урлау”ҙы ҡуйған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистарының сығыштарын хәтеремә төшөрөргә тырыштым. Ҡайһылыр мәлдә икеләнеп тә ҡалғандай булдым, сөнки Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ы Сибайҙа бөтөнләй ҡуйылғаны булмаған. Нисек итеп уйнарҙар, тамашасы ҡабул итерме, артистар башҡорт халҡының һабантуй, уйын-көлкө йолаларын бар тулылығында еткерә алырмы, тигән икеләнеүҙәр сәхнәгә сыҡҡан тәүге күренештән һуң юҡҡа сыҡты. Нисек сибайҙар үҙҙәренең халыҡсан уйнауы, милли колоритлы булыуҙары менән бар республикала танылыу тапмаһын да ысын мәғәнәһендә халыҡсан, көлкөлө әҫәрҙе юғары кимәлдә уйнамаһын инде?! Уйнаны улар, хәтәр шәп уйнаны!
Азат Йыһаншинды тамашасы оҫта режиссер булараҡ таныһа, был – уның Сибайҙағы тәүге эше.
– Ҡайҙа килгәнемде, ниндәй артистар менән эшләүемде белеп килдем. Үҙем дә ошо төбәктә үҫкән егет булараҡ, бала саҡтан Сибай артистарының спектаклдәрен ҡарап, уларға һоҡланып үҫтем. Шуға күрә бында мин ниндәйҙер яңылыҡ асырға тырышманым, бөйөк Мостай әҫәрен генә сәхнәләштерҙем. Ҡыҫҡа ваҡытта эшләргә тура килде, сибайҙар менән шул тиклем рәхәт, улар тырыш, һинең һәр әйткәнеңде үҙҙәрендә һеңдерә бара, ярҙам итә, ихластар, сәмлеләр. Сәғәттәр буйы туҡтамай эшләргә тура килһә лә, берәүһе лә ҡәнәғәтһеҙлек белдермәне, киреһенсә, һәр береһе мөмкин тиклем күберәк тырышты. Бында берҙәм, татыу коллектив тупланған. Бигерәк тә мине саҡырғаны, бөтә мөмкинлектәр тыуҙырғаны өсөн театрҙың художество етәксеһе Дамир Ғәлимовҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тине Азат Йыһаншин.
Сәхнәгә ниндәй генә әҫәр ҡуйылмаһын, образдарҙы тыуҙырған артистарҙың нисек уйнауҙары спектаклдең төп уңышын тәшкил итә. “Ҡыҙ урлау” комедияһының иң комик характеры, комик ситуацияға ойотҡо һалып ебәргән Әжмәғол ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин башҡара. Быға тиклем дә Юнир Ғәйнуллин төрлө характерҙағы образдарҙы юғары кимәлдә башҡарыу оҫталығына эйә булһа ла, был юлы төп ролде бар тулылығында асыуы менән тамашасыларын йәнә бер һоҡландырҙы. Шаян холоҡло, маҡтансыҡ, теле менән берҙе биш итеп һөйләргә яратыуы арҡаһында саҡ үҙенең ҡатынынан ҡолаҡ ҡаҡмай. Тартай теленән таба тигәндәй, үҙе уйҙырма итеп һөйләп йөрөгән ҡыҙ урлау тарихы дәртле, ут егеттәр арҡаһында ысын мәғәнәһендә тормошҡа аша. Уның һүҙен үҙе кеүек ҡупырыш егет Ҡотләхмәт (Морат Амантаев) үҙ итеп, буласаҡ ҡайныһының “тарихын” ҡабатламаҡсы булып, хурлыҡҡа ҡала. Ҡыҙыҡлы мажара ҡороуҙа ярҙам иткән тол ир Дәүләтбай (Салауат Вәлиев) менән ирһеҙ ҡатын Туҡтабикә (Резеда Сәфиуллина), Шөкөр (Юнир Мансуров) образдары ла халыҡсан. Әйткәндәй, быйылғы миҙгелдә яңы хеҙмәт юлын башлаусы йәш артистар – Йәмиләне уйнаусы (Гөлфиә Мәҡсүтова), Маһибәҙәр (Гүзәл Сәлимова), Мөнирә (Нәфисә Мәжитова) сәхнәлә тәүге “сирҡаныс” алып, дебюттарын уңышлы башҡарҙы, театрға өмөтлө йәштәр килеүенә ышандырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимованың Уңғанбикәһе лә “уңды”. Үҙенә генә хас алымдар, хис-тойғолар менән тамашасы күңелен яулай алды Айгөл. Шулай уҡ ауыл әбейҙәре образдарын уңышлы уйнаған Кәмилә (Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова), Сабира (Сулпан Әбдрәхимова) һәм Иркәбикә (Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова) аша халҡыбыҙҙың тел хазинаһы ынйыларынан туҡылған байлыҡты ни тиклем кинәйәлек менән ҡулланыуҙарына шаһит була тамашасы. Комедия һутлы, халыҡсан телдә яҙылһа, Сибай артистары уны шул уҡ һутлы телдә, халыҡсан уйнауҙары менән хайран итте. Бер ниндәй яһалмалыҡ, ситтән индерелгән күренеш булманы, нәҡ үҙҙәренсә, сибайҙарса, булды премьера.
Шулай уҡ сәхнәне биҙәү, музыкаль яҡтан байытыу, хореографик күренештәрҙең дә юғары булыуын тамашасы күрҙе һәм һоҡланды. Ысын мәғәнәһендә яңы күренеш, яңы асыш булды. Сәхнәләрҙе тултырыр, тамашасыларҙы шатландырыр, күңелдәргә йылылыҡ һәм ҡот өҫтәр, ҡыуаныс һәм шатлыҡ бүләк итер, күптәребеҙҙе уйландырыр, фәһем бирер, көлкөлө мажаралары менән күңелдәрҙе күтәрер “Ҡыҙ урлау” комедияһы оҙаҡ йылдар Сибай сәхнәһендә йәшәйәсәгенә иманым камил. Мостай әҫәре бөгөн дә үлемһеҙ, Мостай рухы әле лә йәшәй, уның геройҙары беҙҙең арала.