Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәзитһеҙ өй — тәҙрәһеҙ
Гәзитһеҙ өй — тәҙрәһеҙГәзит тигәндә, иң тәүҙә “Башҡортостан” күҙ алдына баҫа. Бына йөҙ йыл инде ул халҡыбыҙ яҙмышының иң ауыр, киҫкен йәки балҡышлы мәлдәрендә тормош ҡаҙанында ҡайнап, уҡыусылары эргәһендә ҡала. Ябай кешенең уй-хыялдары, көнитмеше һәр ваҡыт гәзит биттәрендә сағыла килде. “Башҡортостан” – халҡыбыҙҙың осҡор күҙе лә, тапҡыр һүҙе лә, саф намыҫы ла ул. Уны һаҡлау, таратыу, уға яҙылыу – һәр башҡорттоң бурысы.
Телем асылып, хәреф таный башлағандан алып “Башҡортостан”дан айырылмайым. Атайым-әсәйем уны ғүмер буйына алдырҙы. Уның биттәренән тәүге тапҡыр уҡып шиғыр ятлағаным әле лә хәтерҙә. Гәзиттә күп тапҡыр шиғри шәлкемдәрем сыҡты. Ошо абруйлы баҫмала ете йыл буйы әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, мөхәрририәт ағзаһы булдым. Хәбәрсе ҡәләмемә лә шул йылдарҙа республика йылъяҙмаһына инерлек ваҡиғаларҙы сағылдырыу бәхете тейҙе. “Мәрхәбә, Башҡорт иле!” тип Бабичса аталған дауамлы мәҡәләм, иҫләйем, мәҙәниәт әһелдәре араһында киң шаңдау алды. “Башҡортостан”дағы рухи күтәренкелек артабанғы эшемә, ижадыма ҙур йоғонто яһаны.
Гәзит килмәгән өйҙө тәҙрәһеҙ һымаҡ күрәм мин. Заманса гаджеттар, Интернет-порталдар ваҡытлы матбуғатты алмаштыра алмай, сөнки ул тере, йәнле, уның үҙенә генә хас тауышы, моңо бар. Гәзит биттәрен асып ебәрһәң, ул киреп асылған ҡанаттарға йә иһә тулҡынланып торған байраҡҡа оҡшап китә! Республикабыҙ йәшәйеше, тын алышы, киләсәккә ҡарашы, заман елдәренә тулҡынланып, һәр йөрәкте илһамлан­дыра, тормошҡа һөйөү менән һуғара, күңелдәрҙә яҡшылыҡҡа ышанысты нығыта.
Беҙ, журналистар, йыш ҡына ысынбарлыҡтың ҡараңғы яҡтарын ҡабартып күрһәтергә әүәҫбеҙ. Бер хәҙис бар. Мәсеттә бер кеше, шаяртам тип, икенсеһенең аяҡ кейемен йәшерә. Намаҙҙан һуң сыҡҡас, теге кеше бик борсолоп аяҡ кейемен эҙләй. Инде табыуҙан өмөтөн өҙөп, тәҡәте ҡороп ултырғанда, иптәше уға “юғалған” аяҡ кейемен килтереп бирә. Ләкин инде теге бахырҙың ҡыуанырға ла хәле булмай, күңелһеҙ генә ҡайтып китә. Шул саҡ Мөхәммәт с.ғ.с. “шаян” әҙәмгә килеп: “Һин, шаярҙым ғына, тип уйлайһың. Ә бына иптәшеңдең күңеленә һалған шом өсөн Аллаһ Тәғәлә ҡаршында нисек яуап бирерһең һуң?” – тип һорай.
Шаярып ҡына ла, ысынлап та, кешеләр күңеленә вәсвәсә, шик-шөбһә, аяныслы уйҙар, сараһыҙлыҡ тойғоһо һалырға тейеш түгел шул ҺҮҘ менән эш итеүселәр. Был йәһәттән “Башҡортостан” гәзите журналистарының йөҙө яҡты. Милләтте берләштереүҙә, киләсәккә әйҙәүҙә улар матбуғат сараларының алғы сафында бара.
Гәзит – гәзит кенә түгел бит ул,
Башҡорт рухы өсөн ул – байраҡ!
Кем өсөндөр бары көндәлек эш,
Кем өсөндөр – үҙе бер байрам.
Башҡорт телендәге һәр бер журнал —
Аҫыл хазинаһы илеңдең.
Алдыр, халҡым, уҡы матбуғатты,
Йәшәт даирәһен телеңдең!
“Башҡортостан” гәзитен оло байрамы менән ҡайнар ҡотлайым һәм уҡыусыларының йылдан-йыл артыуын теләйем!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА,
“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781