Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер күргәнде, ил күргәнде һаҡлай туған тел
Ҡурғаш шишмә

“Совет Башҡортостаны” гәзитендә бергә эшләгән иптәштәргә арнайым.

Иҙрәп йоҡлай ҡала —
Гүйә, бала!
Ә ҡыйғас ай Өфөм өҫтөнән,
Ҡанаттары талған балыҡ һымаҡ,
Салҡан ятып,
Сәйер төҫ менән
Ҡарай миңә...
Ҡапыл саф һауаға
Баш әйләнеп китте, —
Арытҡан...
Урман тынған.
Аяҡ аҫты туңған,
йоҡа ғына күкһел ҡар ятҡан.
Тик тынмайса, һис тә туңмайса —
Теләһә көн әллә нишләһен! —
Китмәй ялға,
Аға ла гел аға
Сылтыр-сылтыр
Ҡурғаш шишмәһе.
Беҙҙең шишмә!..
Күңел әллә нишләй, —
Ил яҙмышы бында йыйыла.
Ил яҙмышы күҙ нурҙарым аша
Ҡурғаш хәрефтәргә ҡойола...
Сеү!
Ни булды?
Йондоҙ атылды.
Юҡ!
Йондоҙ түгел, — йәйеп ҡоласын,
Беҙ сығарған яңы газетаны
Алып китте көмөш ыласын.
Алып китте халҡым күңеленә
Илкәйемдең аҡыл, йөрәген.
Ҡайтам!
Таң да ата,
Ай ҙа бата...
Тиккә арытмаған, күрәһең...

Рәми ҒАРИПОВ.


Башҡорт телендә һөйләшәм


Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йөрәк тамырҙарым —
Башҡорт ерендә.
Өмөттәрем, хыялдарым,
Йөрәк тибешем —
Киң Уралым, йырлап аҡҡан
Һинең инешең.
Алыҫ-алыҫ яңғыраған
Моңло йырҙарым —
Мең инеште бергә йыйған
Көмөш һыуҙарың.
Яуҙар сапҡан улдарыңдың
Көсө — беләктә,
Ҡайғылары, шатлыҡтары —
Минең йөрәктә.
Күпме ҡайғы, күпме шатлыҡ
Күрһә тыуған ер,
Ер күргәнде, ил күргәнде
Һаҡлай туған тел.
Миллион кеше күкрәгендә
Күкрәй ул бөгөн,
Көрәш теле, хаҡлыҡ теле,
Йәнем ул минең.
Туған телем, һин — халҡымдың
Былбыл тауышы,
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.

Рәшит ШӘКҮР.


Ҡайын япрағы тураһында


Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, —
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.

...Картаға ҡарап, еремде:
— Бер япраҡ саҡлы, — тинем, –
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным — илем!
Бер сигең Яйыҡ ярында,
Ыҡ буйында бер сигең,
Бөркөт ҡанатын талдырыр
Сал тауҙарың бар һинең.
Һиндә тормоштоң көрлөгө,
Донъялар именлеге,
Һиндә тауҙар ғорурлығы,
Далалар иркенлеге.
Һыуҙарың көмөш. Тупрағың
Торғаны алтын һинең,
Бар хазинаңдан ҡиммәтле
Бәхетле халҡың һинең!

Мостай КӘРИМ.


Башҡортостан


Оҡшаш урман, тауҙар тәңгәленән
Башҡортостан сиген үткәндә,
Тотош донъя ҡапыл балҡып китә,
Барса йәмдәр бында күскәндәй.
Был тупраҡҡа һеңгән халҡым моңо,
Батырҙарҙың эҙе уйылған,
Ямғыр ғына түгел, ул халҡымдың
Күҙ йәштәре менән йыуылған.
Бында торналарға, бөркөттәргә
Халҡым рухы барып ҡушылған,
Үҙ туғанын аяй белмәгәндәр
Саҡ менән Суҡ тигән ҡош булған.
Елдәрендә ҡурай тауышы бар,
Ауазы бар унда ҡумыҙҙың,
Айға менеп баҫҡан Зөһрә-ҡыҙы,
Үләнендә – тәме ҡымыҙҙың.
Һәр бер йылға тарих булып аға,
Йөрәк тибеп ҡуя һулҡылдап,
Уҡтың һыуы аша сыҡҡан саҡта
Уҡтай сая һаман тулҡындар.
Был тәбиғәт – башҡорт бейеүендә,
Был тәбиғәт – башҡорт көйөндә,
Күпме гүзәллек һәм мөһабәтлек,
Башҡортостан, һинең йөҙөңдә!

Йомабикә ИЛЬЯСОВА.


Халҡым тормошоноң көҙгөһө


Мәктәпкә лә аяҡ баҫмаҫ элек
Һинең аша йөр(ө)гән хәреф белеп
Бер мин генә түгел, йөҙәр меңләп,
Һине уҡып, рух нығыта халҡым,
Асығыраҡ күрә хаҡлыҡ хаҡын,
Ашығаһың беҙгә быуат иңләп.

Уҡытыусы ла һин уҡыусыға,
Һүҙе сәпкә тейгән шәп уҡсы ла,
Һәр кем һине дуҫы итеп тоя.
Һиндә ил тарихы, бөгөнгөһө,
Халҡым тормошоноң һин көҙгөһө,
Һиңә барлыҡ Башҡортостан һыя.

Ғәҙеллекте яҡлар көрәшсе лә,
Алтын аҡыл бирер кәңәшсе лә,
Һиндә илһөйәрлек тора тулып.
Йәшәгәндә илем – Башҡортостан,
Бергә йәшәр гәзит –
“Башҡортостан”,
Гел яҡтыға әйҙәр байраҡ булып!

Гөлфиә Юнысова.


Гәзит эше

Гәзит эше – яу яланы кеүек,
Ҡылыстан да үткер ҡоралың.
Ҡаршы яҡтан бигерәк бында ерең,
Илең, балаң ҡуя һорауын.

Кемдер әйтер, гәзит нимә, тиеп?
Осһоҙланды, тиер ҡәләмдәр…
Ашъяулыҡтар, имеш, эшләнгәндәй
Журналистар тотҡан әләмдән.

Һәр замандың була батырҙары,
Бахыры ла була замандың.
Эй, дәүерем, ниндәй маҡсат менән,
Ҡомар менән алға талпындың?

Һүҙ хеҙмәте – рух һәм намыҫ иле,
Ус төбөндә кеүек һәр эшең.
Ҡаршылыҡты еңеп сығыу өсөн
Үҙең менән кәрәк көрәшеү.

Һәр яу һайын һалдат юғалғандай,
Кәүҙәләрен ҡаплай саң-туҙан.
Шул тупраҡта гөлдәр сәскә ата,
Ҡеүәт һәм көс алып ер-һыуҙан.

Хәбәрсенең һөнәре лә шулай –
Матбуғатҡа һала йән көсөн.
Күңелдәрҙе һиҫкәндерер өсөн,
Йөрәктәрҙе нурлар ғәм өсөн.

Лариса АБДУЛЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781