Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөжәүир хәҙрәткә мәҙхиә
Мөжәүир хәҙрәткә мәҙхиәЛира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” исемле китабы менән хәҙер инде күптәр таныш. Беҙ ҙә, “Һаулыҡ” төркөмө ағзалары, 2006 йылда уҡ был китапты уҡып, Мөжәүир хәҙрәт ерләнгән Манһыр ауылына барып, зыярат ҡылып, хәҙрәттең рухына “Йәсин” сығып, доға ҡылып ҡайтҡайныҡ. Артабан йыл да Манһырға барып, әүлиәгә зыярат ҡылып, йәмле Урғаҙа буйында самауыр ҡайнатып сәй эсеп, хәҙрәт намаҙ уҡыған тауҙарға менеп, шунда намаҙ уҡып, доғалар ҡылып, уның йортон инеп күреп, хәҙрәт шишмәһенән һыу алып ҡайтыу беҙҙең өсөн матур йолаға әйләнде. Собханаллаһ, хәҙер унда мәсет тә бар. Хәҙер зыяратҡа юлыбыҙҙы шунан башлайбыҙ. Лира Әхмәт ҡыҙына рәхмәт, китаптары аша мосолман халҡы үҙенең шундай мәшһүр хәҙрәте, әүлиәһе йәшәгәнлеген белә, уға барып зыярат ҡыла, рухына бағышлап доғалар уҡый.


Шуға ла Лира Яҡшыбаеваның “Мө­жәүир хәҙрәт” әҫәре буйынса Сибайҙа “Әүлиә” спектаклен ҡуйыуға әҙерлек баш­ланғанын ишеткәс, уның сәхнәгә сығыуын дүрт күҙ менән тигәндәй көтә башланыҡ һәм, ниһайәт, уны күрергә насип булды, Сибай ҡалаһында ҡуйылған спектаклдең премьераһында булып ҡайттыҡ. Сибай драма театры көҙгө миҙгелен нәҡ ошо спектакль менән асып ебәрҙе.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артистары уйнаған “Әүлиә” спектаклен Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов ҡуйған. Сәхнәләге ваҡиға Мөжәүир хәҙрәттең ауылдашы, дуҫы Оморҙаҡтың ейәненә хәҙрәт тураһында бәйән итеүе менән башланып китә. Ваҡытында, коллективлаштырыу осоронда, Мөжәүир хәҙрәткә нахаҡ яла яғып, уны төрмәгә ебәреүҙә үҙенең дә ғәйебе булыуына үкенгән Оморҙаҡ, оҙаҡ йылдар үткәс, шул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы бермә-бер иҫенә төшөрә башлай.
…Бына улар, йәш егеттәр, яңы ғына мәҙрәсәлә белем алып ҡайтҡан Мөжәүир менән бергә Урғаҙа буйында бесән саба. Шул йәйҙә Мөжәүир үҙенең йәшлек мөхәббәтен – Сөмбөләне осрата. Сөмбөлә… Бик аҙ ғына бергә йәшәп өлгөрә улар. Ҡыҙҙы кәләшлеккә алам тип йөрөп буш ҡалған байҙың хөсөтө менән Сөмбөләне үлтереп китәләр… Күп тормай илдә сыуалыш башлана. Ата — улын, әсә ҡыҙын танымаған осор, мәсеттәр емерелә, муллалар һөргөнгә ебәрелә. Шулай ҙа, ҡараңғылыҡ таң алдынан ҡуйыра тигәндәй, граждандар һуғышы менән колхозлашыу осоро ла артта ҡала, илдә һиллек урынлаша. Мөжәүир хәҙрәт донъя көтә, кешеләрҙе дауалай. Әммә хәҙрәттең күңеле тыныс түгел, уға илгә ҙур афәт килере әшкәртелә: бына-бына немец фашистары илгә ябырылырға тора. Хәҙрәт был хәбәрҙе Сталинға еткерергә кәрәклеге хаҡында әйтеп-әйтеп ҡарай, тик уны кешеләрҙе ҡотортоуҙа, хөсөт таратыуҙа ғәйепләп, төрмәгә ябып ҡуялар. Бында ла уның ябай ғына мулла түгел икәнен аңлайҙар, шуға ла үҙ иркенә ҡуялар, ә төрмә начальнигы, ҡатынын хәҙрәткә күрһәтеп, уны табиптар ҙа көсө етмәгән сиренән дауалатҡандан һуң, уны “зыян­һыҙ” тип юллап, төрмәнән сығарыуға булышлыҡ итә…
Артабан Мөжәүир хәҙрәттең ауылдағы тормошо һүрәтләнә. Төрлө тарафтарҙан бик күптәр килә уға. Әүлиә кешеләрҙең тәндәрен генә түгел, йәндәрен дә дауалай. Аҡыллы кәңәштәре менән күптәрҙең тормоштарын яйға һалырға ярҙам итә. Баймаҡ райком секретары миҫалында күрһәтелгән ваҡиға — быға бер дәлил.
Спектакль Мөжәүир хәҙрәттең тыуған төйәкте, илде һаҡлау, бергә һәм татыу булыу тураһында халыҡҡа ҡалдырған васыяты һәм уның вафаты, йәненең асманға ашыу күренеше менән тамамлана.
Ике бүлектән торған был спектакль барышында ипләп кенә эргә-тирәмдә ултырған кешеләрҙе күҙәтәм. Барыһы ла спектаклде мыш-мыш килеп ҡарай. Мин дә шулай, күҙ йәштәрем сикә буйлап тәгәрәй ҙә тәгәрәй. Тыймайым. Күңелем берсә Мөжәүир хәҙрәттең күргәндәренә, ул заман кешеләренең ҡаты бәғерле­легенә, аңралыҡ менән алып барған хөсөттәренә һыҡрап, берсә артистарҙың шул тиклем килештереп уйнауҙарына ҡыуанып илай…
Тамашасы спектаклдә ҡатнашҡан барлыҡ артистарға ла ҙур рәхмәтле булып, һәр күренеште алҡыштарға күмеп оҙатты. Мөжәүир хәҙрәттең егет сағынан алып ҡартайып, вафатына тиклемге ролен Урал Зәйнуллин бик оҫта башҡарҙы. Лира Яҡшыбаеваның китабы аша хәҙрәттең характерын, тормошон бик яҡшы итеп өйрәнгәнлеге күренеп тора. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул тамаша­сыға хәҙрәттең тыйнаҡлығын, тәрән аҡылын, кешеләрҙе, тәбиғәтте, Аллаһы Тәғәләне яратыуын күрһәтә алды. Сәхнәлә ысын Мөжәүир хәҙрәт йөрөп ятҡандай тойолдо.
Райком секретары — Башҡортос­тандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, төрмә начальнигын уйнаған Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Марс Итбаев, НКВД тәфтишсеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин, Оморҙаҡ – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов, Гөлйемеш – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова һәм башҡа артистарҙың уйынын бик йылы ҡабул итте тамашасы. Афарин!
Спектаклдең декорацияһы шул тиклем килешле һәм матур итеп, урын-еренә еткереп эшләнгәнлеге менән дә айырылып торҙо. Бында, әлбиттә, рәссам Айнур Юнысбаевтың өлөшө ҙур. Музыкаль яҡтан биҙәүсе Рәмил Әминев менән композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин тарафынан спектаклде йәнләндергән көйҙәр ҙә иҫ китмәле булды. Сибай дәүләт драма театрының барлыҡ артистары ла – 25 кеше – ҡатнашҡан “Әүлиә” спектакле, ысынлап та, Мөжәүир хәҙрәткә мәҙхиә ине. Телевизорҙан булһынмы, сәхнәнән­ме, гелән генә үлтереш, эскелек, аҙғын­лыҡты пропагандалау барған ваҡытта кешене яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәп, халыҡҡа иман нуры, изгелек таратҡан был спектакль — ысын мәғәнәһендә ҡараңғылыҡты яҡтыртҡан ҡояш нуры.
Спектакль тамамланғандан һуң да тамашасы таралырға ашыҡманы. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев спектакл­дә ҡатнашыусыларҙы, режиссер-ҡуйыусы Дамир Ғәлимовты, пьесаның авторы Лира Яҡшыбаеваны “Әүлиә” спектакле­нең премьераһы менән ҡотлап, бары­һына ла именлек-һаулыҡ, яңынан-яңы ижади үрҙәр теләне. Спектакль Бөрйәндә ҡуйылмай икән, тигән хәбәрҙе ишетеп, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Бөрйән районынан килгән бер төркөм тамашасы ла бик фәһемле һәм матур спектакль өсөн артистарға рәхмәттәрен белдерҙе.
“Мөжәүир хәҙрәт” китабын уҡыһаҡ та, спектаклен күреү башҡараҡ тәьҫораттар ҡалдыра. Үҙебеҙгә, Бөрйәнгә, ҡайтышлай оҙон юлда бер-беребеҙ менән фекер уртаҡлашыуҙан туҡтаманыҡ.
Артабан драма театрының гастрол­дәре дауам итеп, “Әүлиә” спектакле йәнә бер нисә районда күрһәтелде. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, ишетеп-белеп тора­быҙ, ул яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтылған тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Билдәле яҙыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Лира Яҡшыбаева “Әүлиә” пьесаһы аша драматург булараҡ та танылыу яуланы. Әүлиәләр хаҡында тиҫтәгә яҡын китап авторына был юҫыҡҡа табан атлау еңелдән булмағандыр. Алдан барған кешегә ел-дауылы ла, ямғыр-яуыны ла уның артынан килгәндәргә ҡарағанда нығыраҡ эләгә. Был – барлыҡ беренсе­ләрҙең яҙмышы. Һайлаған юлығыҙҙа кәртәләрҙең тәпәшерәген, ел-дауылдар­ҙың еңелсәһен, ямғырҙарҙың бәрәкәтле­һен теләйбеҙ һеҙгә, Лира апай! Уңышлы спектакль менән һеҙҙе, Сибай драма театры артистары!

Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 420

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 411

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576