Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
БарыҫНәсимә инәйгә ейән-ейәнсәрҙәре ҡаланан йыш ҡайта, айырыуса йәйге каникулда рәхәтләнеп ауыл һауаһын һулап, яҡындағы туғайҙа еләк йыйырға ярата улар. Быйылғы йәй ямғырлы булғас, әллә ни тышта йөрөргә лә форсат теймәй.
– Өләсәй, үҙеңдең бәләкәй сағыңды һөйлә әле. Һеҙ каникулда нимәләр эшләй торғайнығыҙ? – тине ҡыҙы.
– Ә телефондар бар инеме, ниндәй маркалы? – тип ҡыҙыҡһынды ейәне.
Нәсимә инәй көлөмһөрәне лә үҙенең балалыҡ йылдарында күңелендә уйылып ҡалған бер ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө.


– Был бала үлер инде, оҙаҡҡа бармаҫ, шешенгән дә, – тине Фәниә тыныс, өмөтһөҙ тауыш менән. – Был афәттән бер минеке генә ҡалыр тиһеңме, ана бит көнөнә нисәмә бала аслыҡтан аяҡ һуҙа, ҡарт-ҡороно әйтеп тораһы ла түгел.
Ул күп үлән ашап йөҙө йәшкелт төҫкә кереп шешенгән ете йәшлек Нәсимәһе янына килде, өҫтөнә ябылған бишмәтен рәтләне. Бала әллә йоҡлай, әллә аслыҡтан ойоп ята бирә.
– Туҡта әле, бәлки, терелер. Эх, әҙ-мәҙ он булып, өйрә бешерһәң дә, эсенә арыу булып ҡалыр ине, юҡ бит, юҡ! – тип әсенде күршеһе Факиһа.
– Эй, был ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш, тамам үҙәктәргә үтте бит, ирҙәр, уландар унда ниҙәр генә күрә икән?
Шул ваҡыт өйгә бригадир вазифаһын башҡарыусы Әсмә килеп инде.
– Иртәгә сәсеүгә төшәбеҙ, Фәниә, ике өлкән ҡыҙыңды алып, баҫыуға кил! Эш­ләгән һәр кемгә бер ус он эләгәсәк, – тине.
...Иртән хәле ҡалған һәр кем баҫыу яғына ыңғайланы. Ир-ат һуғышҡа китеп бөткән. Ҡатын-ҡыҙ үҫеп ҡул араһына кергән малай-ҡыҙҙарын эйәрткән. Ауыл­дағы берҙән-бер ир – ул да булһа һуғыштан контузия алып ҡайтҡан Вәлит. Колхоз аттары фронтҡа оҙатылған, мал-тыуарҙан Барыҫ ҡушаматлы нәҫел үгеҙе генә ҡалған. Бына Вәлит ҙур осло мөгөҙлө, ҡыҙғылт-ҡара төҫлө, бар донъяға асыу тотҡандай ҙур аҡыш күҙҙәре менән һөҙөп ҡараған үгеҙҙе һабанға егеп, баҫыу ситенә туҡтаны.
– Әйҙә, Вәлит, һин төш башлап, аҙаҡ алмашырбыҙ, – тине таяҡҡа таянған элекке ферма мөдире.
Ҡатын-ҡыҙ ашлыҡты күнәктәргә тултырҙы.
– Бөртөгөн дә әрәм итмәй сәсегеҙ, һәр береһе алтынға бәрәбәр, – тине Әсмә.
Ҡатындар алмашлап үгеҙҙе етәкләне. Ауыр тимер һабанды һөйрәп, үгеҙ теләмәй генә алға атланы. Үгеҙ башынан берәү тотһа, икенсеһе арттан ҡыуҙы. “Ат хәлен һабан белер”, ти. Ҡаты ерҙе аҡтарып сығара алмай сыйып, йә булмаһа ҙур-ҙур кәҫтәр ҡалдырып барған үгеҙ төш еткәнсе манма тиргә батты. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән халыҡ, аҡтыҡ көсөн һалып, көҙгө уңышҡа өмөтләнеп, ашлыҡ сәсте.
– Хоҙайҙың мәрхәмәте төшөп, ашлыҡ уңһын, ямғыр яуһын, аслыҡтан балала­рыбыҙ үлмәһен инде, – тип һөйләнә-һөйләнә эшләне улар.
Ҡайҙа инде ашау?! Асығыуҙы һыу эсеп кенә баҫтылар. Кискә табан Барыҫ атларға теләмәй ҡарышты, әленән-әле һыртына эләккән сыбыртҡыға ла иғтибар итмәне.
– Ярай, иртәгә тамамларбыҙ, – тине Вәлит.
Ул һабанды ысҡындырып, үгеҙҙе ауыл яғына ҡыуа башланы. Хәлһеҙләнгән Ба­рыҫ бер-ике аҙым атланы ла “гөрҫ” итеп ергә ауҙы. Бөтә кеше үгеҙ янына йыйылды.
– Ҡарағыҙ әле, ауыҙынан күбек килә, күҙҙәре әллә нишләне, – тип ҡысҡырып ебәрҙе малайҙарҙың береһе.
Малҡайҙың тәне тартышып торҙо ла тынып ҡалды.
– Ай, Алла, үлде, үлде! – тип ҡысҡырышты халыҡ.
– Эй, Хоҙайым, хәҙер нишләйбеҙ инде, күҙ терәп торған берҙән-бер өмөтөбөҙ ине, – тип Әсмә сеңләп илап ебәрҙе. Күптәрҙең был күренештән күҙҙәре ялтыраны. Бәй, уйламаған ерҙән ит булды лабаһа!
– Китегеҙ бынан, келәт янына бары­ғыҙ – онға сиратҡа баҫығыҙ! – тине Әсмә, бер аҙ тынысланып. – Тик үгеҙгә тейәһе булмағыҙ, акт тултырып, район үҙәгенә хәбәр итергә кәрәк буласаҡ. Уй, нимә генә күрәһеләрем бар икән?
Фәниә, өс ус он алып, өйөнә ҡайтҡанда, Нәсимә тороп ултырғайны.
– Әсәй, ә мин төшөмдә итле аш ашаным, рәхәт булып китте, – тине лә йылмайып ҡуйҙы.
Фәниә ҡурҡыбыраҡ ҡыҙына ҡараны, ашауҙы күп уйлап тилеләнеп ҡуймаһын тағы.
– Хәҙер, ҡыҙым, усаҡ яғып ыумас өй­рәһе бешерермен, тәмле итеп ашарбыҙ, – тип оло ҡыҙҙарына ҡоро-һары утын алып килергә ҡушты.
Фәниә бер ус ондан ҡайнар һыуға ыумас ыуҙы, семтем генә тоҙ һалып ебәрҙе, былтырҙан ҡалған һаҡландығы – бармаҡ башындай ғына туңмай өҫтәне. Нәсимәгә әҙ генә һалып бирҙе:
– Ҡапыл күп ашарға ярамаҫ, күбенерһең.
Әсәләре һалып биргән өйрәне ҡыҙҙары ипләп кенә ашарға кереште. Ни тиклем ас булһалар ҙа, тәмләп, һәр ҡабым­дары­ның ләззәтен оҙағыраҡҡа һуҙырға тырыштылар.
Ашап алғас, көнө буйы эшләп арыған тән ауырайып, йоҡоға тартты.
...Фәниә ҡапыл ишек дөбөрләгән тауышҡа уянып китте. Барып асһа – күршеһе Факиһа тора.
– Әйҙә, тороп ҡалаһың бит!
– Нимәнән?
– Бөтә ауыл Барыҫты ташый!
– Нисек? Әсмә теймәҫкә ҡушты бит!
– Эй, бигерәк бер ҡатлыһың да инде, ас халыҡ нишләп тик ятһын!
Улар яңы ғына сәселгән баҫыуға табан атланы. Ай яҡтыһы – һыу кеүек! Шыбырлап һөйләшкән, ара-тирә балта һуҡҡан тауыштар ишетелә. Үгеҙҙең ике ботон, түш яғын тиреһе менән бергә алып үҙ-ара бүлешеп бөткәйнеләр инде. Вәлит итте ашыҡ-бошоҡ сабып биреп тора.
– Ярай, район вәкиле лә ас кешене аңлар, күрәләтә һаҫытып ятҡырып булмаҫ, ана бит еҫләнә башлаған! Исмаһам, бала-саға һурпа төҫө күрер, – тине ул.
Бәләкәй генә ауылдың ас халҡы ит өҫ­төнә ябырылған себендән дә былайыраҡ геүләне.
– Барығыҙ, ҡайтып китә һалығыҙ, донъя хәлен белмәк юҡ, – тип ҡыуҙы Вәлит кешеләрҙе.
– Башын ҡалдырайыҡ, райондан килгәндәргә күрһәтеп дәлилләр өсөн.
Фәниә менән Факиһаға ҡабырға өлөш­тәре тейҙе. Улар итте тотоп йүгерә-атлай өйҙәренә табан йүнәлде.
Иртәнсәккә үгеҙҙән бер ни ҙә ҡалма­ғайны. Вәлит ҡалдырған үгеҙ башына ла төндә айыу майы һөрткәндәр.
Ҡыҙыу эш көндәре булғанғамы, әллә ауыл район үҙәгенән алыҫ ятҡанғамы, килеп тикшереп йөрөгән кеше булманы.
***
– Бына шулай, Хоҙай әмере булғас, Барыҫтың ите ауыл кешеләренә аслыҡты бер аҙға ғына булһа ла онотоп торорға ярҙам итте, – тип һүҙен тамамланы Нәси­мә инәй. – Инде бала-сағаға бындай михнәттәрҙе күрергә яҙмаһын.
Ейәне менән ейәнсәре өләсәһенең хи­кә­йәтенән һуң уйланып, ҙурайып киткәндәй булды.

Ауырғазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780