Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткәндәрҙән һабаҡ алып
Татарстан китап нәшриәте 2011 йылда “Ҡәләмдәр туғанлығы” серияһында яҙыусы һәм шағирә Гөлнур Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” исемле йыйынтығын баҫып сығарҙы. Китапҡа шул исемдәге повесть һәм “Ҡыҙ бала” романы тупланған. Ике әҫәр ҙә үткән замандарҙа булған хәл-ваҡиғаларға алып ҡайта, икеһендә лә әҙәм балаһының халыҡ яҙмышына, ил өҫтөнә төшкән төрлө һынауҙарҙы йырып сығырға ынтылышы һүрәтләнә. Яҙыусының повесы ла, романы ла мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған. Шуның өсөн һәр йәштәге уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, яратып уҡыла.
“Йыртҡыс ҡаны” повесындағы ваҡиғалар бөгөнгө көндәрҙән алыҫ үткәндәрҙе хәтерләүгә ҡоролған. Ваҡиғалар ҡуйырыуға сәбәпсе — йыртҡыс ҡаны. Һағайта, шомландыра, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡһыныуҙы, асылына төшөнөргә теләкте бермә-бер арттыра. Иң беренсе шомло хәбәр — өйләнергә йөрөгән егеттең нәҫелендә йыртҡыс ҡаны бар, тип ҡыҙҙың ата-әсәһенең риза булмауы. Бына шул серҙе сисеүгә ҡоролған да инде повестың сюжеты. Һөҙөмтәлә барлыҡ хикмәттең осо төп образ булған Һәҙиәгә барып тоташа. Эштең ниҙәлеген асыҡлау өсөн яҙыусы иғтибарҙы Һәҙиә менән уның ейәне Айыухандың яҙмыш баҫҡыстарына йүнәлтә. Оҙайлы ғына был арауыҡ — Октябрь революцияһына тиклем һәм унан һуңғы граждандар һуғышы, колхозлашыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары.
Хәлле генә йәшәгән ғаиләлә үҫкән Һәҙиәнең яҙмышы нилектән боларып китә, ни эшләп әле уны яҙмыш әленән-әле ҡаты, рәхимһеҙ һынауҙар алдына ҡуя? Кем ғәйепле? Әҫәрҙе уҡыу барышында ошондай һорауҙар үҙенән-үҙе килеп тыуа. Һүрәтләгән хәл-ваҡиғалар нигеҙендә бөтөн сыуалыштың башы Октябрь революцияһына барып төртөлөүен кире ҡағыу мөмкин түгел. Нәҡ шунан башлана буталыштар, аймылышлыҡтар. Тырыш хеҙмәте менән байығып, хәлле генә йәшәүселәргә иҙеүсе, башҡаларҙы талаусы тигән мөһөр тағып, синфи дошман яһау сәйәсәте ил буйынса йәйелдерелмәһә, Һәҙиәнең дә, шулай уҡ башҡа бик күптәрҙең дә яҙмышы көйлө генә барыр ине. Шул сәбәпле Һәҙиә ғүмеренең байтаҡ өлөшөн кешеләрҙән, оло донъянан айырылып үткәрергә мәжбүр була. Ғибрәтле, фажиғәле яҙмышҡа дусар була ул. Яҙыусы үҙ геройын әленән-әле төрлө ҡатмарлы һынауҙар алдына ҡуя. Ошоноң менән кешенең башҡа тере йән эйәләренән айырмалы рәүештә, төрлө киҫкен хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмай торған оло көскә эйә булыуын иҫбатлай. Ул көс — аҡыл, кешегә бирелгән юғары аң. Шуға күрә Һәҙиә ҡырағайлыҡ тормошонда ла сыныға, үҙ тәжрибәһе менән байтаҡ нәмәгә төшөнә, тирә-яҡ донъяға сағыштырыу күҙлегенән ҡарарға өйрәнә.
Яҙыусы үҙ геройының төп асышын, минеңсә, ошолай билдәләй: ерҙәге яҡшылыҡтың да, яманлыҡтың да, төҙөүҙең дә, емереүҙең дә, изгелектең тә, яуызлыҡтың да сығанағы — кешенең үҙендә. Йәшәү дәүерендә мыҫҡыллауҙарҙы, кәмһетелеүҙәрҙе лә күргән, бер-береһен өҙгөләргә әҙер булыусыларға ла шаһит Һәҙиә аҡты ҡаранан яҡшы айыра. Шул уҡ ваҡытта ул изгелекле, мәрхәмәтле кешеләрҙең булыуына ла ышанысын юғалтмаған.
Илдәге властың үҙгәреше Һәҙиәне күп нәмәнән мәхрүм итә. Уҡый-яҙа белмәйенсә ҡалыуын, ғаилә бәхетен татый алмауын, кешеләр менән аралашыуҙан мәхрүм булыуын яҙыусы ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй. Күңелебеҙҙән Һәҙиәне йәлләп ҡуябыҙ, теге йәки был бәләгә юлығып ҡуймаһа ярар ине, тип хәүефләнәбеҙ. Әҫәрҙә драматизм көслө: герой әленән-әле упҡын ситендә, һәләкәт алдында.
Һәҙиә кешеләрҙән айырылып йәшәгәндә илдә байтаҡ ваҡиғалар булып уҙа. Улар хаҡында осраҡлы ғына килеп сыҡҡан Мөнир тигән кешенән ишетә ул ҡыҙы Миләш менән. Әсә менән ҡыҙ үҙҙәренең ни тиклем томана булыуҙарына шунда ныҡ ғәжәпкә ҡала. Әммә яҙыусы үҙ геройҙарын томана тип нарыҡларға уйламай. Автор томаналыҡты башҡа нәмәлә күрә. Был — алдын-артын ҡарамайынса, ни булырын аҡыл менән үлсәмәйенсә, тотош йәмғиәтте емереү. Ундай эштәрҙең башында наҙандар булмай, әлбиттә, ә зыялылар етәкселек итә. Нәҡ шулар тотош халыҡтың күҙен быуа, аңын томалай, үҙ артынан һуҡырҙарса эйәрергә мәжбүр итә. Граждандар һуғышы ла, колхоздар төҙөү ҙә, беҙҙең замандағы үҙгәртеп ҡороуҙар ҙа түбәндән түгел, ә юғарынан башлана. Кемгәлер власть кәрәк. Уның башындағы хакимдар өсөн киләсәк мөһим түгел, бөгөнгөһө (данмы, ләззәтме) ҡиммәт. Ил тиҫтәләрсә йылдарға артта ҡалмаймы, халыҡ ҡырылып бөтмәйме — улар өсөн былар сүп. Иң мөһиме — бөгөн хакимлығыңды күрһәтеп ҡалыу. Ана шулар ул томаналар. Һәҙиә кеүек ябай кешеләрҙең томаналығы ҡурҡыныс түгел, ә власҡа үрләгәс, ниндәй йүнәлеш алыуҙы дөрөҫ тойомламаған белемле хакимдарҙың томаналығы хәүефле.
Повеста патриотик пафос һиҙелмәй, киреһенсә, күңелһеҙ ваҡиғалар, әрнеүле яҙмыштар. Әҫәр геройҙары — үҙ яҙмыштарына күнеп, Хоҙай ҡушҡанына ризалашҡан кешеләр. Әммә ошо ризалыҡ артына әллә күпме күҙ йәше, рәнйеш, нәфрәт йәшеренгән. Һәҙиәләр рәнйеше генә түгел, тотош халыҡ рәнйеше, тотош халыҡ нәфрәте.
Повестың атамаһы ла күп мәғәнәне үҙ эсенә ала. Берҙән, Һәҙиәнең ҡыҙының атаһы Мәхмүт — бур, ҡараҡ. Шундай кешене йыртҡыс тимәйенсә, нимә тиһең? Бында әсә менән ҡыҙҙың һис ғәйебе юҡ. Улар — бары тик әшәкелек ҡорбандары. Икенсенән, Һәҙиә ҡыҙының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уға айыу ҡаны ялата. Күкрәк һөтө бөткәнлектән зар илап бара ул бындай аҙымға. Әсәлек хисе этәрә уны быға. Әлеге осраҡта яҙыусы әсәләрҙең донъяла иң изге илаһи зат булыуына иғтибарҙы йүнәлтә. Өсөнсөнән (быныһы — иң мөһиме), повеста ҡан ҡойошло ваҡиғаларға байтаҡ урын бирелә. Шул уҡ ваҡытта ил тарихындағы күләмле ҡан ҡойоштарҙы ла урап үтеп булмай. Нәҡ шуларҙы ойоштороусыларҙы йыртҡыс тип дөйөмләштерә повесть атамаһы. Тимәк, йыртҡыс ҡаны символик мәғәнәгә эйә.
“Йыртҡыс ҡаны” повесы үткәндәргә бөгөнгө көн күҙлегенән баһа бирә, быға тиклемге фекерҙәргә яңыса ҡараш ташлата.
Ошондай уҡ характерҙағы икенсе әҫәр — “Ҡыҙ бала” романы ла ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм ғибрәтле.
Романда ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осорҙо үҙ эсенә ала. Колхоз ауылы тормошо, кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте менән бер рәттән ғаилә-көнкүреш, нәҫел-нәсәп мөнәсәбәттәренә ҙур урын бирелә. Шулай уҡ яҙыусы дуҫлыҡ, мөхәббәт темаһын да урап үтмәй. Ошоларҙың барыһы ла илебеҙҙең һуғыштан һуң алып барылған социаль-иҡтисади һәм рухи сәйәсәттең нисек, ниндәй шарттарҙа тормошҡа ашырылыуын образлы һүрәтләүгә хеҙмәт итә. Ил тарихындағы еңелдән булмаған был осор — халыҡ өсөн сираттағы һынау йылдары. Һуғыш тамамланыуға бер нисә йыл үтһә лә, күңелдәге яралар, һыҙланыуҙар әле онотолмаған. Әммә йәшәргә, хужалыҡты күтәрергә, артабан үҫтерергә кәрәк. Халыҡтың тормош кимәле, йәшәү рәүеше шуға бәйләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын күтәреп, еңеп сыҡҡан кешеләр быныһына ғына ҡалғас, түҙер инде. Ҡыйынлыҡтарҙың ваҡытлыса ғына булырына өмөтләнә һәр кем. Шулай аңлата, ышандыра ил, партия етәкселәре. Тик берҙәмлек, үҙ-ара татыулыҡ булғанда ғына барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Романда хәрәкәт итеүсе образдар быны бик яҡшы аңлай. Яҙыусы, айырым геройҙар, персонаждар булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм халыҡ образына баҫым яһай. Яҙғы сәсеү, көҙгө ураҡ мәле, яңы культура булған сөгөлдөр үҫтереү технологияһын үҙләштереү ығы-зығыһы, дөйөм йыйылыш картинаһы аша ана шул халыҡ образының йәшәү рәүеше, донъяға ҡарашы асыҡ сағылыш таба.
Әлеге романда ла тормоштоң һағышлы, хәсрәтле, фажиғәле мәлдәре күберәк һүрәтләнә. Байтаҡ күҙ йәше түгелә. Һуғыш эҙемтәләре касафаты ла илата, тормоштоң сетерекле мәсьәләләре лә күҙ йәштәрен түктерә, тәбиғәт бәлә-ҡазалары ла әҙәм башын аямай. Итек эсенә тулған бойҙай бөртөктәре өсөн генә ҡот осҡос ғазап кисергән Гөлбикә яҙмышын тыныс ҡына ҡабул итерлекме? Йәки сөгөлдөр баҫыуында йәшен һуғып үлтергән ете ҡатын фажиғәһе онотолорлоҡмо? Ир-егеттәр көсөнә ҡытлыҡ та күңел яраларына әленән-әле тоҙ һалып һулҡылдата.
Романда барлыҡ ваҡиғалар Нурия исемле үҫмер исеменән хикәйәләнә. Ошондай алым — яҙыусының уңышы. Ваҡиғаларҙың ҡайһы береһенә ҡыҙыҡай үҙе күреп шаһит булған, ҡайһыһын кемдәрҙәндер ишеткән. Шуларға үҙенең дә фантазияһын өҫтәп ебәрә. “Балалы өйҙә сер ятмаҫ” тигәндәй, Нурияның хикәйәләүе яһалмалыҡҡа, ялғанлауға юл ҡуймай. Шулай уҡ балаларса ҡыҙыҡһыныу, тегене-быны төпсөнөү ҙә романдың йөкмәткеһен байыта. Нурия хәл-ваҡиғаларға баһа ла бирә, һығымта ла яһай. Ошо рәүешле уҡыусы тормошҡа баланың нескә күңел хистәре аша баға. Әммә былай тип кенә әйтһәк, фекеребеҙ бик тулы булмаҫ ине. Яҙыусы Нурияға ярҙамға тағы бер образды индерә. Ул — ҡарт әсәһе Райхана. Донъя күргән, халыҡ аҡылын, тәжрибәһен үҙенә туплаған, зиһенле ил әсәһе булып кәүҙәләнә был образ. Үҙенә билдәһеҙ булған нәмәләрҙе Нурия унан һорай, аҡыл туплай. Күп кенә сетерекле мәсьәләләргә әбей ейәнсәренең күҙен аса, тормош һабаҡтары бирә. Үҙенең фекерҙәрен мәҡәл-әйтемдәр менән нығытып ҡуйыусан ҡарт әсәй — ейәнсәре өсөн оло хазина, баһалап бөткөһөҙ тормош мәктәбе. М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге Кендек менән Оло инәй иҫкә төшә лә һүҙ осо һәр кемгә билдәле хәҡиҡәткә барып тоташа: өләсәйҙәр тәрбиәһенең һөҙөмтәһен ниндәй генә заманда ла инҡар итеү мөмкин түгел.
Автор позицияһынан башҡа бер ниндәй әҫәр ҙә булмай. Нурияның хикәйәләүендә лә әйләнә-тирә күренештәргә авторҙың ҡарашы һиҙелә. Уҡыусы үткәндәргә бөгөнгө көн күҙлегенән баға. Сталин, Хрущевтың эшмәкәрлегенә, шул замандағы етәкселек итеү алымдарына баһаны Нурия бирһә лә, автор ҡарашын һиҙемләмәү мөмкин түгел. Кеше факторын һанға һуҡмауҙан халыҡтың ни тиклем ыҙа сигеүенә әленән-әле иғтибарҙы йүнәлтә яҙыусы.
Романды уҡығанда ауылса ябайлыҡ, ышаныусанлыҡ, бер ҡатлылыҡ күңелгә кинәнес бирә, геройҙар, персонаждар шундай яҡын була башлай, уларҙан айырылғы килмәй. Бер-береһенә ярҙамсыллыҡ хас роман геройҙарына. Улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай. Үҙ-ара төрттөрөшөп мәрәкәләшеүҙәр ҙә, бер аҙ ғына әйткеләшеүҙәр ҙә урап үтмәй уларҙы. Әммә һис бер кем кенә ҡыумай, эскерле түгел. Шуныһы менән хәтерҙә ҡала әҫәрҙәге образдар.
Һәр замандың үҙенең матур мәлдәре бар. Уны онотоу мөмкин түгел. Һәр осорҙоң етешһеҙлектәре була. Уларҙан һабаҡ алыу зарур. Артабанғы быуын киләсәктә үҙенең ата-бабаларының хаталарын ҡабатламаһын тиһәк, тарихи үткәндәребеҙгә әйләнеп бағыу фарыз. Шундай уйҙар менән “Йыртҡыс ҡаны” китабының һуңғы битен ябабыҙ.
Рим ИСХАҠОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Бишауыл-Уңғар ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 686

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 065

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 586

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 783

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 610

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 465

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 516

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 424

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 681

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 416

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 580