Улар өсөн милли үҙаң – тәү сиратта... Һәм тамырҙарҙа боронғолоҡ ҡаны, күңелдәрендә ата-бабалар рухы, бөйөк күсмәндәр азатлығы... Төрлө халыҡ вәкилдәре, йәштәре лә, һөнәрҙәре лә.... Башҡорт, ҡаҙаҡ, белорус, словак, монгол... Иң мөһиме – һәр береһенең күңелендә дәрт, сәм һәм ғәм... Шул тойғолар уларҙы яңы башланғыстарға этәрә, еңеүҙәргә дәртләндерә, көс бирә, бер ҡаланан икенсеһенә, илдән илгә йөрөтә... Тарихи уҡсылар... Мәргәндәр... Шуларҙың береһе – рәссам, видеограф, спортсы, сәйәхәтсе һәм уҡсы Артур Батыршин...
Әйткәндәй, Артур ошо аҙна башында ғына юлдаштары һәм рухташтары – Юлай Ғәлиуллин, Руслан Хәсәнов менән Төркиәнең Истанбул ҡалаһында үткән традицион яндан уҡ атыу буйынса халыҡ-ара фестивалдән ҡайтҡан.
– Төркиәлә бындай кимәлдәге сара бишенсегә үткәрелә. Илдә уҡсылар хәрәкәте күптән йәнләндерелгән һәм, әйтергә кәрәк, бик әүҙем эшләй. Бәйгенең хөкүмәт кимәлендә ойошторолоуы ғына ла, Төркиәлә Уҡсылар федерацияһының етәксеһе ил президенты Эрдогандың улы Билалдың булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. 250-нән ашыу мәргәнсе көс һынаштыҡ. Европанан бик күп килгәйнеләр. Англиянан дәғүәселәр булды. Ғөмүмән, Европа илдәрендә, айырыуса Балтика буйҙарында, Украина, Белоруссия яҡтарында яндан уҡ атыу ныҡ алға киткән. Азия уҡсылары һаман үҙҙәренең яугир тамырҙарын юғалтмаған. Тарихта иң һуңғыларҙан булып уҡ менән яу ҡайтарғандарҙан башҡорттар һаналһа ла, беҙҙә был хәрәкәт һуңғы йылдарҙа ғына тергеҙелә башланы, – ти ул.– Һуң булһа ла, уң булыр әле...– Уныһы шулай. Мәҫәлән, шул уҡ Белоруссияла бөгөнгө көндә уҡ атыу менән ныҡлап шөғөлләнгән мәргәнселәр һаны 40 – 50-нән артмай. Ярыштарҙа иһә уларҙың ике-өс тиҫтәһе генә даими ҡатнаша. Ә беҙҙә район-ҡала кимәлендә үткән һабантуйҙарҙа ғына 50-нән ашыу кеше үҙен һынап ҡарарға теләк белдерә, спорт төрө булараҡ шөғөлләнеүселәр һаны 100-ҙән ашты. Ә бит беҙ башлап ҡына торабыҙ. Бер йыл эсендә ярайһы уңыштарға өлгәштек... Тик эшләйһе эштәр күп әле. Эйе, әлегәсә беҙ ҙур уңыштарға өлгәшмәгәнбеҙҙер. Әммә ана шул Төркиәләге фестивалдә башҡа илдәрҙең әләмдәре араһында Башҡортостандың дәүләт флагының елберҙәп тороуы ғорурлыҡ түгелме ни? Һәм шулай уҡ беҙ яңы бәйләнештәр булдырып, донъяуи кимәлдә ярыш ойоштороуҙың тәртибен ҡарап, өйрәнеп ҡайттыҡ.
– Фестивалгә Рәсәйҙең тағы ниндәй төбәктәренән уҡсылар килгәйне?– Калининградтан, Саха (Яҡут), Дағстан, Тыва республикаларынан ҡатнашыусылар булды. Ғөмүмән, бындай саралар тәү сиратта тәжрибә һәм аралашыу майҙансығы булараҡ ҡиммәт. Ни тиһәң дә, беҙгә ойоштороу йәһәтенән тәжрибә етеңкерәмәй. Ә ошондай халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа бик күп нескәлектәргә иғтибар итәһең, аралашаһың, күрәһең, яңы таныштар, дуҫтар табаһың.
– Белеүемсә, быйыл июлдә Башҡортостанда ла “Мәргән уҡсы” традицион яндан уҡ атыу буйынса халыҡ-ара фестивале үткәрергә йөрьәт итеп тораһығыҙ?– Эйе, сара 13 – 16 июлдә Учалы районында уҙасаҡ. Фестиваль икенсегә ойошторола тиһәк тә була, әммә быйыл беҙ, ысынлап та, халыҡ-ара кимәлгә сығырға йөрьәт иттек һәм, “Мәргән уҡсы”лар хәрәкәтенең асылынан сығып фекер йөрөткәндә, беҙ быға әҙербеҙ тип уйлайым. Бер ни тиклем амбициоз булыр, бәлки, әммә “Мәргән уҡсы” бөгөн Рәсәйҙә тарихи уҡсыларҙың иң ҙур ярышы: ҡатнашыусыларҙың һаны буйынса ла, географик даирәһе яғынан да. Бик яҡшы күренеш был. Сөнки бөгөн Башҡортостанға туристар йәлеп итеү тураһында һүҙ күтәрелә, бына, рәхим итегеҙ, аныҡ эш. Ошо “Мәргән уҡсы” фестивале генә лә республикабыҙҙың бер брендына әйләнәсәк һәм меңдәрсә туристарҙы йәлеп итә аласаҡ. Шул иҫәптән, сит илдәрҙән дә... Бөгөн илебеҙҙә тарихи уҡсылар ныҡ әүҙемләште, был шөғөл менән ҡыҙыҡһыныусылар йылдан-йыл арифметик прогрессия буйынса арта. Тик әлегә ошо тарихи спорт төрөнөң үҙәге юҡ. Ә ни өсөн шул үҙәк Башҡортостан булмаҫҡа тейеш... Бында сығымдар буласаҡ, әлбиттә, тик артыҡ ҙур түгел, һәр хәлдә миллиард һумдар һалырға кәрәкмәй...
– Төркиә... Әле яңыраҡ ҡына Пермь крайында ла булып ҡайттығыҙ. Артабан ҡайҙа көтәләр Башҡортостандың мәргән уҡсыларын?– Саҡырыуҙар күп. Август айында, мәҫәлән, Словакияла ла бәйгеләр ойоштороласаҡ. Ҡырғыҙстандағы дуҫтарыбыҙ ҙа көтөп ҡала. Августа Ижевск ҡалаһындағы һәм Пермь крайындағы бәйгеләрҙә ҡатнашасаҡбыҙ, Алла бирһә. Ғөмүмән, Европа ҡалаларында уҡсылар ҡатнашлығындағы саралар аҙна һайын булмаһа ла, ай һайын тиерлек ойошторолоп тора. Эш бит унда түгел. Ил гиҙеү, тәжрибә туплау, аралашыу һәйбәт, әлбиттә, әммә беҙҙең төп маҡсат – уҡсылар хәрәкәтен үҙебеҙҙә ныҡлап йәнләндереү, уны Хөкүмәт кимәлендә үҫтереү, йәштәрҙе, балаларҙы йәлеп итеү, хатта махсус мәктәптәр асыу. Мәҫәлән, Төркиәлә әлеге фестиваль “Уҡ майҙаны” аренаһында үтте. Махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бар уңайлыҡтары булған заманса арена. Тир, кафе... Ошонда уҡ оҫтахана ла урынлашҡан. Унда яндар, уҡтар эшләйҙәр. Заманса материалдарҙан ғына түгел, ә хатта биоматериалдарҙан. Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Ә беҙҙең бөгөн Өфөлә тренировка үткәрерлек урыныбыҙ ҙа юҡ. Ҡариҙел ярында, күпер аҫтында атып шөғөлләнәбеҙ. Дөрөҫ аңлағыҙ, зарланыу түгел был, бары сағыштырыу ғына... Беҙ хәрәкәттәбеҙ, беҙ күмәкбеҙ һәм бер-ике йылдан донъяуи кимәлдә үҙебеҙ тураһында ишеттерәсәкбеҙ, Алла бирһә.
– ... Ваҡытында билбау көрәшен дә һеҙҙең кеүек рухлы ир-азаматтар тергеҙеп ебәрҙе. Шөкөр, бөгөн һәр мәктәптә көрәш буйынса секция эшләй, батырҙарыбыҙ республикабыҙ данын ил, донъя кимәлендә лайыҡлы яҡлай. “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенең даны ла ҡитғаларға яңғырар әле. Кешелек тамырҙарына ынтылғандарҙың эше юғалып ҡалмай ул. Уңыштар һеҙгә!– Рәхмәт. Беҙ быға бар күңелебеҙ менән ышанабыҙ.