Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдәрҙе иман яҡтыртһын
Күңелдәрҙе иман яҡтыртһын Ошо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында билдәле яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабының исем туйы үтте.
Мәүлит Байгилде улы уҡыусыларға ике тиҫтә китабы аша таныш: улар араһында шиғри йыйынтыҡтар, роман-повестар, әкиәттәр, эпос-дастандар ҙа бар. Әммә әҙиптең был эше айырым иғтибарға лайыҡ, сөнки донъялағы миллионлаған кешеләрҙең уртаҡ ҡомартҡыһы булған изге китапты тәржемә итергә йөрьәт итеү – үҙе үк оло яуаплылыҡ, ә инде уның мәғәнәһен юғалтмайынса шиғри аңлатма биреү рухи батырлыҡҡа тиң.


Күңелдәрҙе иман яҡтыртһынҠөрьән-Шәриф – Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаһу-ғәләйһис сәләм аша Аллаһ Тәғәләнең кешеләргә ебәрелгән изге китабы, төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойо­роҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәр­ҙән тора. Рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән, сүрәләргә, сүрә­ләр аяттарға бүленгән. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, алты меңдән ашыу аят бар.
Ислам диненең нигеҙен тәшкил иткән изге китап – баһалап бөткөһөҙ рухи, мәҙә­ни хазина, иман сығанағы, унда тормош­тағы барлыҡ ғәмәлдәр, кешелек өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр телгә алынған.
Әлбиттә, бындай ҡатмарлы һәм яуап­лы хеҙмәтте тиҙ арала башҡарыу мөмкин түгел: Мәүлит Ямалетдин изге китаптағы сүрәләрҙе шиғри юлға һалыу буйынса эште сирек быуат дауамында алып бар­ған, 2002 йылда Башҡортостан мосол­мандарының Диниә назараты фатихаһы менән 50 сүрә биш мең дана тираж менән тәүге тапҡыр “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтендә донъя күргән, ул мәктәп­тәргә, китапханаларға таратылған.
“Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма”ның артабанғы яҙмышы Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән изге ниәтле, булдыҡлы кешеләр ҡулына эләккән тиһәк, һис тә яҙыҡ булмаҫ. Эш шунда: китап ҡабаттан донъя күрһен, тағы ла күберәк уҡыусыларға барып етһен өсөн матди яҡтан хәстәрлекте республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә билдәле эшҡыуарҙар, хәйриә һәм меценатлыҡ эшмәкәрлеге менән киң танылған арҙаҡлы милләттәш­тәребеҙ Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтар үҙ өҫтөнә алған. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, баҫма уларҙың ҡулына килеп эләккәс, бының ни тиклем мөһим күренеш, рухи хазина икәнлеген тәрән аңлаған Фазлетдиновтар 50 сүрәне тағы ла 300 дана тираж менән баҫтырырға ҡарар итә. Ошо айҡанлы 2014 йылдың сентябрендә Учалы районының Рафиҡ ауылындағы “Әбдрәхим” мәсетендә тантана ойоштора, баҫманы халыҡҡа тарата. Ул ғына түгел, шиғри аңлатмаларҙың авторы Мәүлит Ямалетдин менән артабан да хеҙмәт­тәшлек итергә, шиғри ҡалыпҡа һалынған сүрәләр һаны артһа, тағы ла китап баҫ­тырыуҙы хәстәрләргә ниәтләй. Һөҙөмтә булараҡ, 2015 йылда Рәсәй мосолман­дарының Үҙәк Диниә назараты фатихаһы менән 76 сүрәнән торған – 500, быйыл иһә тағы 1000 дана баҫма донъя күргән. Ошо урында “Башҡортостан энциклопе­дияһы” нәшриәте хеҙмәткәрҙәренең оло хеҙмәтен дә телгә алып үтеү фарыз: китапты баҫмаға әҙерләүҙе тап улар тормошҡа ашырған.
Күңелдәрҙе иман яҡтыртһынҺис шикһеҙ, Фазлетдиновтарҙың уникаль баҫманы халыҡҡа еткереү, миллә­тебеҙҙең рухи киләсәген хәстәрләү йәһә­тенән башҡарған эше бик сауаплы, һәр яҡ­тан юғары баһаға лайыҡ. Ғөмүмән, Миң­зәлә Вәлиулла ҡыҙы һәм Ҡадурий Әбдрәхим улы күп яҡлы эшмәкәрлеге менән хайран ҡалдыра. Улар – Башҡорт­остандың иҡтисади-ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан билдәле шәхестәр, та­нылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Ғаилә ойош­тор­ған “Семигорье” һәм “Румикс” фәнни-етештереү фирмалары – халыҡ-ара ки­мәл­дә һәм Рәсәйҙә үткәрелгән абруйлы конкурстарҙың еңеүсеһе, төрлө юғары баһаларға лайыҡ. Бынан тыш, Фазлетдиновтар республикала бер нисә мәсет төҙөткән, шул иҫәптән тыуған яҡтарында – Учалы һәм Әлшәй райондарында ла.
Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендәге сара ла уларҙың ҡатнашлығында ойошторолған. Тама­ша­сыларҙы уникаль рухи хеҙмәтте баш­ҡарған арҙаҡлы замандашыбыҙ, баҫма­ның авторы Мәүлит Ямалетдин менән осраштырыу, артистарҙың аһәңле сығыш­тары аша китаптың баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтен халыҡҡа еткереү йәһәтенән был иманлы сара киләсәккә рухи ишара, ыңғай өлгө булып торҙо.
Тамашаны Рәсәйҙең һәм Башҡор­т­остандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштергән. Рәүис Заһитов, Нурия Ирсаева, Миңзәлә Хәйруллина, Гүзәл Маликова, Светлана Хәкимова, Алһыу Бәхтиева, Илдар Ғүмәров, Ирек Булатов, Гөлнара Әмирова, Рәзифә Динмөхәмәтова, Гөлнара Ҡаҙаҡ­баева, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров, Сәғиҙулла Байегет, Радик Динәх­мәтов һәм башҡа билдәле сәхнә йон­доҙҙары Ҡөрьән сүрәләренең шиғри аңлатмаларын уҡып ишеттерҙе, мөнәжәт­тәр яңғыратты, иманлы йырҙар менән күңелде нурланы. Мәүлит Байгилде улына дин әһелдәре, ҡәләмдәштәре, яҡташтары бик күп йылы һүҙҙәр еткерҙе, милләтте, туған телебеҙҙе данлаған оло хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте. “Баш­ҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева респуб­ликаның Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы исеменән милләтен эше менән данлаған уҙамандың иңенә хөрмәт йөҙөнән һөлгө япты. Әйткәндәй, сараны ойоштороуға күп көс һалған Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште:
– Китаптың исем туйы көтөлгәндән дә шәп, бер тынала үтеп китте. Рухиәтебеҙҙе байытҡан, күңелдәрҙе нурлаған сауаплы күркәм кисәне Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙғарыу форсаты биргән өсөн уның етәксеһе Олег Закир улы Хановҡа айырыуса ҙур рәхмәт. Тамаша режиссеры булараҡ, Хөрмәтулла Ғаззали улының да юғары профессионал, үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген тағы бер билдәләһәм, икенсенән, уның кеүек ипле, итәғәтле, иманлы кешеләр һирәк тип әйтер инем. Ҡөрьән сүрәләренең шиғри аңлатмаларын танылған актерҙар уҡыны, изге тәғлимәттәр тамашасыларға бар тәрәнлегендә, тулы мәғәнәһендә барып етте – бының өсөн уларға ла ҙур рәхмәт. Йәнә, сәхнә әһелдәре кейгән күркәм кейемдәрҙе иғтибарға алып үткем килә. Актрисаларҙың юғары зауыҡ менән тегелгән күлдәктәрен, баш кейемдәрен күреп һоҡланып ултырҙым. Минеңсә, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары гел шундай күркәм ҡиәфәттә йөрөргә тейеш! Тамашасылар араһында йәштәр күп ине: уларҙың күңелендә лә ошондай тәүфиҡлы, матур күренешкә ҡарата ыңғай тойғолар тыуғандыр, тип уйлайым.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты вәкиле, баш ҡаланың “Йәмиғ” мәсетенең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт Әхмәров иһә Мәүлит Ямалетдиновты, Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтарҙы ойошманың абруйлы бүләге – миҙалдар менән наградланы. Был дәрәжәле билдә Ватан мәнфәғәтендә күп йыллыҡ хеҙмәт күрһәткән, йәмғиәттең рухи нигеҙҙәрен тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән, ата-ба­баларҙан ҡалған тарихи һәм рухи мираҫты һаҡлаған шәхестәргә бирелә.
Күркәм тамаша иһә әһәмиәтле, символик мәғәнәгә эйә булған матур ғәмәл менән йомғаҡланды: Ҡадурий Фазлетдинов сауаплы сарала ҡатнашҡан барлыҡ сәхнә әһелдәренә “Ҡөрьән Кәрим сүрәлә­ренә шиғри аңлатма” баҫмаһын бүләк итте, шулай уҡ йәш быуын вәкилдәренә – балаларға ла тапшырҙы.
– Бөгөн беҙҙең башҡорт иле өсөн – тарихи көн, иҫтәлекле ваҡиға: халҡыбыҙға Мәүлит Ямалетдиндың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма”ларын еткерә алдыҡ. Был сараны ваҡыт үткәс тә иҫкә алырҙар, әһәмиәтен йылдар бейеклегенән баһаларҙар, сөнки халҡыбыҙ мәңгелек рухи хазинаға, мәҙәни ҡомартҡыға эйә булды. Үҫеп килгән быуын иһә – беҙҙең киләсәгебеҙ. Улар күңеленә бәләкәй саҡтан иман орлоғо һалынып, ул артабан күкрәп үҫә икән, тимәк, беҙҙең милләттең, илдең киләсәге тыныс, ышаныслы буласаҡ, – тине Ҡадурий Әбдрәхим улы.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Рәшит ШӘКҮР, яҙыусы, ғалим:

– Башҡорт халҡы уҙған ХХ быуат менән үҙенең туған телендә донъя күргән изге Ҡөрьән китабын ҡулына тотоп хушлашҡайны. Хәҙер бына яңы быуатҡа, яңы мең йыллыҡҡа беҙ, шөкөр, “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” тип нарыҡланған уникаль баҫма менән аяҡ баҫабыҙ. Был – яңы дәүерҙәге тари­хыбыҙҙа һәм рухиәтебеҙҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур шатлыҡ һәм ҡыуаныс. Иманлы күңеле һәм илһамлы хеҙмәте менән халҡы­быҙға ошо шатлыҡты бүләк иткән өсөн оло талант эйәһе Мәүлит Яма­летдинға сикһеҙ рәхмәт. Аллаһ Тәғәлә уға артабан да яңынан-яңы ижади артылыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхеттәре насип итһен!

Салауат РӘСҮЛЕВ, “Хаммат” мә­се­тенең имам-хатибы, Учалы районы:

– Мосолман донъяһының танылған мәғрифәтсеһе Зәйнулла ишан Рәсү­лев­те, атаҡлы ғалим, Көнсығыш белгесе, академик В. Бартольд ваҡы­тында “үҙ халҡының рухи короле” тип атаған. Учалы тамырлы әҙип Мәүлит Ямалетдиндың “Ҡөрьән Кәримде” ту­ған телебеҙгә шиғри формала тәрже­мә итеүе, шундай әһә­миәтле, яуаплы эште уңышлы башҡарып сығыуы атаҡлы фекер эйәһе Зәйнулла Рәсү­левтең рухи эшмә­кәрлегенә ауаздаш, яҙыу стиле буйынса ла һис кәм түгел. Ғөмүмән, был ҙур эш ваҡыт үткәс, тағы ла юғарыраҡ баһаланасаҡ, рухиәтебеҙҙең нигеҙен тотоп торған терәктәрҙең береһенә әүереләсәк.
“Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма”ны уҡып сыҡҡас, вәғәздәр ваҡытында, аяттарҙа ошо китаптан шиғри юлдарҙы ла ҡулланыу һис тә яҙыҡ булмаҫ тигән фекергә килдем, сөнки тәржемә мәғәнәүи йәһәттән шундай оҫта башҡарылған, авторҙың һүҙ байлығы киң.
Китаптың дин әһелдәренең фати­ха­һын алғандан һуң күберәк тираж менән нәшер ителеүе бик яҡшы.
Әйткәндәй, мосолмандарҙың изге китабын шиғри юлдарға һалыу тәж­рибәһе быға тиклем дә булған, тик рус телендә. Унан тыш, бөйөк рус шағиры Александр Пушкин Ҡөрьәнде уҡып сығып бик илһамланғаны, ошо рухи күтәренкелек нигеҙендә 33 сү­рәне шиғыр рәүешенә һалғаны бил­дәле (“Подражая Корану” шәлкеме). Әммә бындай эштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ә башҡорт телендә бөтөнләй беренсе тапҡыр башҡарыл­ған. Шуға ла Мәүлит Ямалетдиндың эшен йәмәғәтселек, дин әһелдәре тейешенсә баһалар, тип ышанам.


Азат КӨМӨШБАЕВ, “Йондоҙ” гәзитенең баш мөхәррире, Әбйә­лил районының Ҡушый ауылы мәсете имам-хатибы:

– Халҡыбыҙҙың билдәле шағиры Мәүлит Ямалетдинов, төрки донъяла беренсе булып Изге китапты баш­ҡорт­саға шиғыр рәүешендә тәржемә итеп, беҙҙе ҡыуандырҙы. Ҡөрьәндең төп нөсхәлә шиғри формала булыуы, ә башҡортсала тик прозала яңғырауы уны аңлауҙы бик тә ҡатмарлаштыра ине. Мәүлит Ямалетдин, бай тәжри­бәле белгес, ҙур шағир булараҡ, тәржемәне бик оҫта башҡарған. Шуға ла инде уның был хеҙмәте изге яҙмабыҙҙы яҡыныраҡ, тәрәнерәк аңларға мөмкинлек бирҙе.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА, журналист, яҙыусы:

– Дөйөм алғанда, Ҡөрьән һүҙҙәрен шиғри юлдар аша ҡабул итеү нин­дәйҙер күңел бөйөклөгөн хасил итә. Камиллыҡты һәм аһәңлекте тоймау мөмкин түгел. Бер Аллаһтың барлы­ғын, берлеген, бөйөклөгөн тойоу шиғри юлдар аша нығыраҡ бирелә­лер, күрәһең. Рифмалы һүҙҙәр хәтергә лә нығыраҡ һеңеп ҡала. Хатта халыҡ ҡомартҡылары ла беҙҙең көнгәсә башлыса ошо рәүешле килеп еткән бит. Мәүлит Ямалетдиндың ҙур эшен, изге төшөнсәләрҙе шиғри сәнғәт аша аңлатыу, тип әйтергә лә мөмкиндер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 610

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 678

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578