Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырҙас һандуғасы
Ҡырҙас һандуғасы Сәхнәгә сафлыҡ бөрккән ап-аҡ ҡар төҫлө күлдәк кейгән йырсы сығып баҫты. Мөңгөр-мөңгөр килгән тамашасы тынып ҡалды. Төҫкә сибәр, мөләйем йөҙлө, асыҡ сырайлы йыраусы күкрәгенән тау шишмәһендәй йыр урғылды:
Йырла, егет, киреп киң күкрәгең,
Яңғыратып Уралдың буйҙарын.
Ҡайҙа ла ғына һайрай һандуғас?
Һыу буйҡайҙарында туғайҙа...

Сәхнәлә Ҡырҙас ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Роза Әүхәҙи ҡыҙы Хәйруллина – Уралтау һандуғасы һыу буйында туғайҙа йыр һуҙа тиерһең. Яңғыратҡан йыры ҡаяларға ҡаҡлығып, ауаз булып кире әйләнеп ҡайтамы ни?! Иҫ китмәле, үҙәктәргә үтеп ингән моңло тауышы, килешле буй-һыны, етмәһә, талантлыларҙың күңеленә юл табып, концерттарҙы оҫта ойоштороуы менән һоҡландырған ханымдың йәнтөйәге күгәреп ятҡан Уралтау буйында ла түгел, Әбйәлилдең ҡола яланлы, төрлө милләтле Йәнгел ауылы икән. Тауһыҙ, урманһыҙ ерлектә донъяға килгән ҡыҙ йөрәгенә кем йыр-моңға осҡон тоҡандырғандыр ҙа халҡыбыҙҙың гәүһәр ҡомартҡы йырҙарына һөйөү уятҡандыр?!
Розаға Рәүиә апаһының йоғонтоһо көслө була. Беренсе класҡа уҡырға төшкәс, ҡыҙыл ҡалын туҡыманан тегелгән итек кейҙереп, сәхнәгә баҫтыра. Апаһы баянда уйнай, һеңлеһе йырлай. Тыңлаусылар дәррәү алҡышлай. Шулай итеп, Роза, беренсе тапҡыр сәхнәгә сығып, тамашасы һөйөүен яулай. Яҡты нурлы сәхнә буласаҡ йырсыны сихырлап, үҙенә ымһындыра.
Әлфиә, Рәүиә, Венера, Луиза, Зоя... – алты бер туған ҡыҙ. Алты сәскә – өйҙөң йәме. Түңәрәк йөҙлө, зәңгәр күҙлеһенә Әүхәҙи ағай яратҡан сәскәһенең исемен ҡуша. Исеме есеменә тап килә. Рауза сәскәһеләй ҡыҙы халҡы күңелен матурлап, халҡына хеҙмәт итеүенән йәм табып йәшәй.
Халҡыңа хеҙмәт итеү – күп яҡлы төшөнсә. Кемдер сәнғәттә, ауыл хужалығында, йыһанда, ижадта үҙ юлын таба. Беҙҙең геройыбыҙ йыр сәнғәтен һайлаған. Һәр сығышын зауыҡ менән тегелгән кейемдә профессиональ оҫталыҡ менән башҡара. Яратҡан йырсыһын оҙаҡ алҡышлап сәхнәнән ебәрмәйҙәр, сәскәгә күмәләр. Күптән түгел район үҙәгендә “Әбйәлил – таланттар иле” фестивале үтте. Унда “Гармун моңо” йырын юғары оҫталыҡ менән башҡарҙы.
Теүәл фәндәрҙе үҙ иткән ҡыҙ Магнитогорск ҡалаһындағы университеттың математика-физика факультетына юллана. Уҡытыусы булам тигән хыялын селпәрәмә килтереп, атаһы мәрхүм була. Туғандарын ҡарашырға әсәһе янына ҡайта, уҡыуын ташлай. Әммә яҙмыш елдәре йыр-моңға әүәҫ Розаны ҡарт Уралтау, Ҡырҡты буйҙарына, аҡ ҡайынлы, тарихҡа бай, башҡорт рухлы Ҡырҙас ауылына килен итеп төшөрә.
Урыҫ телендә урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙға ике телде бутау – ят күренеш. Әсәһе Наилә апай, телсе туғаны, филология фәндәре кандидаты, башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыйған Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржанованың кәңәшен тотоп, өйҙә саф башҡортса ғына аралашыуҙы талап итә. Тормош ҡорғас, ейәндәренә Ильяс, Фидан, Арыҫлан, Байрас тигән матур башҡорт исемдәре ҡушыуы ла ата-әсәһенең матур тәрбиәһенән киләлер.
Йәш киленде Ҡырҙас мәҙәниәт усағына етәксе итеп ҡуялар. Дәрте ташып торған етәксе башкөллө эшкә сума. Клубты һипләүме, йәшеллеккә күмеүме, йылытыумы, һәр төрлө саралар үткәреүме, сәхнә кейемдәрен, музыка ҡоралдарын хәстәрләүме, район мәҙәниәте программаһына ярашлы “Айыҡ ауыл”, “Сәләмәт тормош” ярыштарына халыҡты йәлеп итеүме – күҙгә күренгән-күренмәгән эштәрҙе атҡара ул. Әлбиттә, ауылдаштарының ихлас ярҙамынан тыш башҡарыуы еңел булмаҫ ине. Халыҡтың күҙе үткер. Ауылда ҡыйыш баҫҡаныңды ла күрәләр һәм, саҡ ҡына күңел ҡылдарына сиртһәң, уйнап-көлөргә лә торалар.
Ысын күңелеңдән яратып башҡарған ғына һөнәр уңыш килтергәне һәр ижади хеҙмәткәргә мәғлүм. Етәксе һәр байрамдың үҙәгендә ҡайнай. “Һандуғас”, “Сыбай Ҡашҡа”, “Йәйләү”, “Бөҙрә тал” кеүек халыҡ йырҙарын башҡара. Репертуарындағы халыҡ йырҙары үлемһеҙ, классика, уларҙы юғары кимәлдә яратып, зауыҡ менән башҡарырға кәрәк.
Ижади жанрҙарҙан йыр сәнғәте – иң ауыры, минеңсә. “Башҡорт йыры” йыл конкурстарында йөҙәрләгән башҡарыусының егермегә яҡыны ғына финалға үткәненә шаһитбыҙ. Беҙ тыңлаған йырҙарҙың, ябай халыҡ аңламағанса, үҙ ҡанундары күп икән дә. Мәҫәлән, киң диапазонлы “Йәйләү” халыҡ йырын башҡарғанда тыңлаусының күңеленә һуҙып йырлау ғына етмәй, уның эске тотороҡлолоғон, интеллектуаль потенциалын һаҡлай ҙа белергә кәрәк. Йырҙың тәрән моң-мәғәнәһен еткереү өсөн йыраусыға уны тойоу, музыкаль биҙәктәрҙе урынлы ҡуллана белеү ҙә мөһим.
“Йәйләү” йыры. Йәйләүҙә йырлай-йырлай бейә һауған аҡ яулыҡлы ҡыҙ һәм тел осонда көбөләге күпереп торған сейә япрағына ыҫланған ҡымыҙ тәме, бешкәксе ҡыҙҙың айҙай балҡыған йөҙө килеп баҫа. Тамашасы халыҡ йырҙарын айырыуса яратып тыңлай, сөнки унда ата-бабаларыбыҙҙың, батырҙарыбыҙҙың, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың яҙмышы, көнкүреше, үткән тарихы һөйләнелә. Йыр тыңлаусының күңеленә асҡыс табып, йөрәгенә тәьҫир итерлек иң нескә ҡылдарын тирбәтергә йыраусыға тырышып йырлау кәрәкмәй, минеңсә, башҡарыласаҡ йыр геройы менән бергә йәшәргә кәрәктер. Хәйер, һәр артистың үҙенә генә хас башҡарыу һәләте, стиле бар.
Талантлы килен төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, уңыштар яулай. 2014 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Бибикамал Мәһәҙиеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар республика төбәк-ара бәйгеһендә “Бөҙрә тал” йырын башҡарып, өсөнсө дәрәжә дипломға һәм лауреат исеменә лайыҡ була.
Репертуарында билдәле композиторҙар Р. Хәсәнов, Р. Арыҫлан, В. Мәүлетовтың эстрада һәм ретро йырҙары урын алған. Ғөмүмән, уның репертуарында ретро йырҙар күп. Район кимәлендә үткәрелгән “Күңел моңдары” конкурсында ретро йырҙар башҡарыусылар араһында I дә­рәжә дипломант, Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров призына үткәрелгән башҡорт йырын яңғыҙ башҡарыусылар конкурсында еңеүсе булып, икенсе дәрәжә дипломант һәм лауреат исемен яулай. Йөрәк түрендә оялаған моң даръяһы урғылып сығып, еңеүҙәргә илһамландыра, үрҙәргә этәрә. Күрше Силәбе өлкәһендә ойошторолған башҡорт һәм татар өлкә кимәлендәге конкурстарҙа өсөнсө урын һәм икенсе дәрәжә дипломант тип табыла.
Ҡараңғы кисте нурландырып, клуб йортоноң уттары балҡый. Өйҙәге мәшәҡәт­тәрҙән арынып, етәкселәре ойошторған “Әхирәттәр” фольклор һәм “Ҡомартҡы” ансамбле бейеүселәре шунда ашыға. Коллектив туплау еңелдән түгел. Һәләтле һәм талантлыларын, сәнғәткә ғашиҡтарын һайлай ҙа белергә кәрәк икән шул.
Эй, мәҙәниәтле лә һуң башҡорт! Килен төшөргәндә генә әллә күпме йоланы үтәргә кәрәк! 2016 йылда Кушнаренко районында республика фольклор фестивалендә ҡатнашып, онотолоп та бөткән “йыртыш” йолаһын күрһәтәләр. Хас та боронғоса, әле лә саф башҡорттар көн иткән Ҡырҙас ауылында һаҡланып ҡалғанса, төп ҡоҙаның ҡатыны, семәрле һандыҡ тейәп, йыуаса һалған муҡсайын йөкмәп, йәш ҡоҙасаларға тарата һәм “Йыуаса” көйөнә бейейҙәр. Матур таҫмалы түшелдеректәр, янсыҡтар һата.
Аҡ яулыҡты тартып ябынып, балитәкле күлдәк, уҡалы камзул кейгән әхирәттәрҙе бер-береһенән айырып булмай. Игеҙәк кеүек бейеүселәрҙе ҡайҙан туплағандыр? Уртала башына самауыр ултыртып бейе­гән солистка Роза Хәйруллина үҙе икән! Һәр бармаҡта – ҡашлы йөҙөк, беләктә – ҡуш беләҙек! Тәңкәләре – шылт-шылт! Уймаҡ бармаҡ батмустарға сирт-сирт! Боронғо йолаға йән өргән Ҡырҙас әхирәт­тәре икенсе дәрәжә дипломант була.
“Ҡомартҡы” фольклор бейеү ансамбле! Сәнғәт йөрәкте ҡанатландыра! Уңыштары менән баштары әйләнгән коллектив Башҡортостандың мәртәбәле “Байыҡ” бейеү конкурсында ҡатнашырға ла йөрьәт итә. “Батмус”, “Гөлкәй” бейеүҙәрен бейей­ҙәр. Алтмыш йәшемә етеп, “Гөлкәй” бейеүен телеэкрандан беренсе тапҡыр ҡараным. Бейеүселәр “Байыҡ” республика телевизион конкурсында, “Яратам һине, тормош!” фестивалендә лә һыр бирмәй, дипломант исемен яулай. “Роза ҡайҙан тапҡандыр барыһы ла бер тиҫтер генә һылыу, оҫта бейеүсе, йырсы-таҡмаҡсы, музыка ҡоралында оҫта уйнаусы 15-20 ҡатынды?” – тип яҙҙы райондың “Осҡон” баҫмаһында Тал Ҡусҡарынан хәбәрсе Мөнирә Кирәева.
Ҡырҙас мәҙәниәт йорто Роза Әүхәҙи ҡыҙы эш башлағандан бирле халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау үҙәгенә әйләнгән. Район хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советы, мәктәп, ауыл хаки­миәте, балалар баҡсаһы менән тығыҙ бәй­ләнеш алып барғанда ғына эш һөҙөм­тәле барғанын аңлаған етәксе, әлбиттә, улар менән уртаҡ тел табып, килешеп эшләй. “Һаумыһығыҙ, ауылдаш­тар!”, Шәжә­рә байрамдары, юбилейҙар, осрашыуҙар Роза Хәйруллинаһыҙ үтмәй.
Халыҡ араһынан, ҡырсынташ араһынан ынйыларын сүпләгәндәй, эҙләй ул та­ланттарҙы. Кемдеңдер моңо йәшенгәндер, икенсе берәү бейей, өсөнсөһө ҡул эштәренә маһир. Төрлө байрам сараларында улар асыла. Артабан уларҙың теге йәки был һәләтен күтәрергә, үҫтерергә кәрәк. Әле лә боронғолоҡ аңҡыған Түңгәүер ырыуы башҡорттары тарихи тамырҙарын өйрәнеүгә етди ҡарай. Шәжәрә төҙөй, туҡыу станогында сәсәкле дебет шәл һуға, кейеҙ баҫа, урындыҡҡа ҡорама түшәктәр ҡорай, энә менән ултырғыстарға япмалар бәйләй. Мәрйен­дән һаҡал, ҡашмау, һарауыс, сулпылар – ҡышҡыһын китапханала оҙон кистәрҙә башҡарыла.
Илленсе-алтмышынсы йылғы йәштәр улар, йәғни беҙҙең йолаларҙы ла онотмай ҡырҙастар. Хужабикәләр “Ҡатыҡ тәмләү”, “Ҡоймаҡ”, “Картуф”, “Аралар” һәм “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, ҡоролоҡ йылы “Ямғыр теләү” кеүек тәбиғәт менән бәйләп саралар ҙа үткәрә. Әлбиттә, килендәрҙең аш-һыуға оҫталығы шунда уҡ күренә һәм баһалана. Мәҫәлән, “Картуф” байрамында картуфтан 26 төр ризыҡ бешереп була икән дә?! Бер миллиметр ҡалынлығында ҡоймаҡ ҡоя алаһыңмы? Нисә төрлө буҙа ҡойорға мөмкин?
Тиккә генә Ирәндек буйында йәшәгән Ҡырҙас ауылы халҡының һәр дүртенсеһе ҡурайсы, һәр икенсеһе бейеүсе тигән даны алыҫтарға таралмаған. Күрше ауыл ҡурайсыһы Миҙхәт Сәғәҙәт улы Ғәббәсов “Урал”, “Сыңрау торна”, “Сонайым”, “Ҡолой кантон” һәм башҡа көйҙәрҙе республика, төбәк, район конкурстарында башҡарып, еңеүһеҙ ҡайтмай. Яҙыусы Иҙрис Ноғо­манов, шағирә Фәнүзә Биктимерова, Гөлнур Ғәлимйәнова, өҙҙөрөп гармунда уйнап, сәхнә оҫталарына әүерелгән.
Бөтә был эштәрҙең башында мәҙәни усаҡ мөдире тора. Ауыл мөхитендә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәренең эше сикләнмәгән. Ул агитатор ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләүсе ағинәй ҙә. Юбиляр­ҙың хеҙмәт һандығында 2003 йылда һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостандың беренсе Президенты М. Рә­химовтың, тел фәндәре буйынса танылған профессор Ф. Хисамитдино­ваның, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһенең Рәхмәт хаттары бар. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамаған, иле мәнфәғәтен дә ҡайғыртҡан илһөйәр рухлы ҡатын-ҡыҙҙың уңғанлығы, ойоштороу һәләте тейешенсә баһаланған.
Эше менән абруйлы ханым тураһында ауылдаштары Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Фәнүзә Биктимерова – “Йәшлек” гәзитендә, “Йәйғор” ойошмаһы етәксеһе, шағирә Зөһрә Кашапова, БДУ студенты Эльза Вахитова, Фәниә Лоҡманова, Тал Ҡусҡары ауылынан хәбәрсе Мөнирә Кирәева райондың “Осҡон” биттәрендә яҡтыртҡан. Улар, ҡырҙастарҙың мәҙәниәт хеҙмәткәренән уңыуҙары, эш миҙгелен йыл да яңы темалар менән байытыуы, быйылғы миҙгел­де “Күңелдәргә дәрт өҫтәп...” тип аталған концерт менән асыуҙары, үҙ эшен яратып башҡарған абруйлы, дәрәжәле хеҙмәткәр ғаиләһендә лә өлгөлө әсәй булыуы, моңло йырҙары менән күңелдәрен дауалауы, кәйефтәрен күтәреүе, тормоштарын би­ҙәүе, һәр төрлө темаларға КВН-дар үткә­реүе, өр-яңы музыка ҡоралы юллап баш ҡалаға йөрөүҙәре, йәштәргә дискотека уҙғарыуы һәм башҡа уңыштарын һана­ғандар. Егәрлегә эш етерлек, ялҡауға ғына юҡ. Эҙләнгәндәр, уйланғандар, тырыштар ғына яңынан-яңы таланттар аса һәм уларҙы үҫтерә. Данлыҡлы артистар­ҙың күптәре ауыл сәхнәһендә сыныҡҡан икәнен онотмаһаҡ ине.
Был тиклем милли зауыҡлы кейемдәрҙе тектерергә, алты йөҙләп километр алыҫлыҡта ятҡан Өфөгә, күрше райондарға барырға ҡайҙан аҡса табалар икән тип баш ватмайыҡ, дуҫ­тар. Автобус тулы һәүәҫкәр артистар кө­нөнә әллә нисә ауылда сығыш яһап өлгөрә.
Үҙ эшенә етди ҡараған, йырҙарын юғары профессиональ кимәлдә башҡарған йырсының намыҫлы хеҙмәтен Башҡортостан мәҙәниәт министры Ә. Шафиҡова Почет грамотаһы менән билдәләгән. Хеҙмәте бар хөрмәткә лайыҡ, ти халыҡ мәҡәле. Ике йыл ул етәкләгән мәҙәни усаҡ “Иң яҡшы хеҙмәтләндергән мәҙәни-ағартыу йорто”, “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто директоры” номинацияларында еңде.
Йырлаған, бейегән ижад кешеһенең күңеле таҙа була, тиҙәр. Дөрөҫтөр. 39 йыл бер урында йәм табып, шул урындан рух алған хеҙмәтенең емештәрен йыйыр ваҡыт еткән дә икән. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, моғайын, әүҙемлеген, йыр-моңға һөйөүен ташламаҫ, сараларҙың хөрмәтле ҡунағы йәш таланттарға остаз булыр, тип ышанғы килә. Киләсәктә лә моңдан айырылмаһын, тамашасыларҙы ла, яҡындарын да шатландырып, йәшәүенән йәм табып йәшәһен һәләтле йырсы һәм ойоштороусы Роза Әүхәҙи ҡыҙы Хәйруллина. Хаҡлы ялда булһаң да, күңел һандуғасың тынмаһын, талпынып һайраһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779