Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яҡшылыҡты эшләр, иҫләр өсөн, Бик аҙ ваҡыт кәрәк был ерҙә”
“Яҡшылыҡты эшләр, иҫләр өсөн, Бик аҙ ваҡыт кәрәк был ерҙә” Ергә ап-аҡ ҡарҙар яуа...
Ергә ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Ептән шыуа тиерһең.
Йәшәргә ине, йәшәргә —
Мөмкин түгел, күрәһең.
Кемдеңдер йәне йыраҡта,
Ҡайҙалыр юғалалыр.
Аҡ ҡар булып, улар кире
Ерҙән күккә яуалыр.
Ергә ап-аҡ ҡарҙар яуа...
Минең дә бар китәһем.
Әжәл уйлап көйөнмәйем,
Үлемһеҙлек көтмәйем.
Мөғжизә юҡ, мин ҡар түгел,
Йондоҙ булып тыуманым.
Мин бер киткәс, бер саҡта ла,
Бер саҡта ла булмамын.
Мин, гонаһлы, кем өсөн һуң
Ҡабаландым, йән аттым.
Хатта тормоштан нығыраҡ
Кемде шулай яраттым.
Яраттым мин һине, Рәсәй,
Ҡаным, булмышым менән.
Йылғаларыңдың ташҡыны,
Ә туңғас, боҙо менән.
Яраттым рухың һаҡлаған
Йортоң, ҡарағайҙарың,
Пушкиныңды, Разиныңды
Һәм дә һинең ҡарттарың.
Килһә лә ҡыйын ваҡыттар,
Ҡайғырып, бирешмәнем.
Еңел булмаған саҡта ла
Рәсәй менән йәшәнем.
Шомло үкенестәр менән
Серле өмөттә ҡалам:
Тейгәндер, бер аҙ булһа ла,
Рәсәйгә минең ярҙам.
Исемемде алмаһа ла
Хатта бер ҙә хәтергә,
Тик ул ғына булһын, ҡалһын
Ер йөҙөндә мәңгегә...
Ергә ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Һәр осорҙағы һымаҡ.
Пушкин, Разин заманында,
Мин киткәс тә яуасаҡ.
Ябалаҡлап ҡарҙар яуа,
Яуын алып күҙҙәрҙең,
Минекен дә, яттарҙың да
Ҡаплап һалған эҙҙәрен.
Үлемһеҙ була алмамын,
Тик өмөтлө улымын —
Әгәр Рәсәй була икән,
Тимәк, мин дә булырмын...
1965.

***

Юҡ, яртылаш бер ни кәрәк түгел!
Күк, ер, диңгеҙ, йылға, тауы ла —
Бүлешергә һис бер килешмәйем,
Тулы килеш кәрәк бары ла!
Яртылашҡа һис юҡ алданаһым!
Тулы кәрәк! Етә минең көс!
Тулыр-тулмаҫ бәхет кәрәк түгел,
Ярты-йорто ҡайғы-көйөнөс!
Кәрәк бары һинең ярты мендәр
Тулы бәхет — һинең ҡуйында.
Арабыҙҙа балдаҡ — йондоҙ янһын,
Хәлһеҙләнеп төшкән ҡулыңда...
1963.

***

Яуызлыҡҡа ваҡыт бүлмәгеҙ һеҙ,
Йәндә булмай ысын азатлыҡ,
Эшегеҙҙә һәр саҡ мәшәҡәтләй, —
Шайтан алыр! — Хөрт ул яуызлыҡ.
Кешеләр һәм Алла мәрхәмәте —
Изгелектәр торһон хәтерҙә.
Яҡшылыҡты эшләр, иҫләр өсөн
Бик аҙ ваҡыт кәрәк был ерҙә.
1964.

***

Уйнамайым мин демократ булып,
Тыуған илдән алыҫ булғанда,
Һәр ярлыны яҡын туған итеп,
Йәнем-тәнем менән тойғанда.
Уйнамайым мин гуманист булып,
Туҙып бөткән ситән янында.
Яраланһа ауыл көйҙәренән,
Уйнағанда кемдер гармунда.
Уйнамайым мин либерал булып,
Тик теләкте һәр кем аңлаһын:
Кешеләрҙең тормош ҙур булмаған
Хоҡуҡтарын тартып алмаһын.
Уйнамайым мин патриот булып,
Тайга һаҙлығына ныҡ батһам,
Бүре олоуында әйтә алһам:
“Рәсәй, — тиеп, — һине яратам”.
Уйнамайым мин гражданин булып,
Ер шарында миңә һәр ни үҙ,
Мин йәлләйем Париж баҙарын да
Иҫке Арбат менән бер тигеҙ.
Бер кем булып һис бер уйнамайым,
Бер урында түгел ҡоллоҡта:
Мәрмәр һарай йәки сәхнәләрҙә,
Кабактарҙа, ҡабыҡ ҡаҡ йортта.
Инҡар итеп төрлө демагогты
Яуға сығам һәр көн,
Тик бикле
Йәшәмәҫкә үләм ирек өсөн —
Булһын өсөн донъя ирекле.
1972.

***

Йыш аҙаштым хәтәр юлда,
Белгәс, тағы терелһәм.
Ул булды һинең осҡондан —
Минең тыуған илгенәм.
Данһыҙ йәшәү — өмөтһөҙлөк,
Тик, дуҫтарым, мин беләм:
Унһыҙ ғүмер — һүнгән күмер,
Ул бит тыуған илгенәм.
Шишмәләрҙән — океандарға...
Донъя сикһеҙ бирелгән.
Ерҙә ниҙер мәңге икән —
Минең тыуған илгенәм.
Үҙемде үҙем ҡотортоп,
Шырлыҡ-һаҙлыҡтан киләм.
Ни өсөндөр үләм икән,
Һин тип, тыуған илгенәм.
Мин байырмын, ҡояш сығыр,
Булыр халыҡ, ер, үлән.
Мине иҫкә алыусы ла
Булыр тыуған илгенәм.
1974.

***

Күргән саҡта ваҡыт етмәҫ элек
Кешеләрҙе әжәл ҡырғанын,
Үҙемдән бик йәрҙе, балаларҙы
Һаҡлай алмам тиеп ҡурҡамын.
Хәсрәт бөтмәй миндә, әгәр көн дә
Заманының хәтәр елендә
Алһыу йөҙҙәрендә нур юғалып,
Ҡурҡыу йөнө ҡалҡһа битендә.
Мин үҙем дә, яҡлаусыһыҙ бер йән,
Күренәм генә, ә бит ғәмәлдә
Етем көсөк кеүек шыңшып сабам,
Еңел машиналар елгәндә.
Уҡылған да, суҡылған да мин ул,
Ҡыҙыҡһыныу урай һәр яҡтан.
Мәшһүр кеше була яҡлаусыһыҙ,
Нескә нимә бит ул шөһрәт-дан.
Бөгөн донъя – ҡыйратылған һауыт.
Ауырттырып нығыраҡ тейергә
Быяла йәндәр быяла йәнлеләргә
Көн дә күсә ажар һөжүмгә.
Үҙен үҙе юҡ итеүсе Рәсәй
Аңлай микән, беҙҙең донъяның
Мәңгелеге бары ҡыл өҫтөндә
Өҙөлөргә генә торғанын?
1997.

***

Бөҙрә таллы яр буйында
Уйланым һөйөклөмдө
Нисек бәхетле итергә?
Бәлки, итә алмам инде?
Аҙ уға бала, етешлек,
Йәм — ҡунаҡ, киноларҙан.
Мин кәрәк уға тулыса,
Ә бит мин — ватыҡтарҙан.
Иңбашты ҡуйҙым заманға
Һыҙыртып ботағында,
Йәремә урын ҡалманы
Иларға иңбашымда.
Сәскә түгел, һөйгәндәргә
Бирҙек эш, рәнйеүҙәр,
Бурҙарса иттек хыянат,
Улар — бары әрнеүҙән.
Нисек бәхетле итергә?
Нимә бирермен уға?
Тормош ҡорғас, ҡортло алма
Хатта тәү ҡат ҡабырға...
Йәрҙәрҙе ҡыйырһытабыҙ
Һәр ваҡыт, хатта һәр көн.
Бәхетһеҙ итә беләбеҙ,
Бәхетле — белмәй бер кем.
1981.

Һин юғалма

Һин юғалма... Әгәр минән китһәң,
Ул юғалыу үҙең-үҙеңдән.
Был — хыянат, түбән выжданһыҙлыҡ,
Сөнки күптән бергә беҙҙең йән.
Һин юғалма... Юғалыуҙар — еңел.
Мөмкин түгел ҡабат тыуыуҙар.
Әжәл тартып ала бик тәрәнгә,
Һаҡһыҙ бер мәл — ҡорбан булыуҙар.
Һин юғалма... Өсөнсөнө онот,
Ике йәнгә һөйөү — ғүмергә.
Хөкөм көнө килер — саф булырбыҙ
Һәм ҡурҡмабыҙ яуап бирергә.
Һин юғалма... Гонаһтарҙы йолоп
Паклыҡ менән хаҡлыҡ, тиерҙәр.
Әгәр инде яңылыш ҡыйырһытһаҡ,
Беҙ икәүҙе ғәфү итерҙәр.
Һин юғалма... Тик мәл етә быға
Быуаттан һуңғы осрашыуҙар?
Һинең менән минең оҡшашлыҡтар
Бары балаларҙа булырҙар.
Һин юғалма... Бирсе ҡулдарыңды,
Унда, беләм, мин бит яҙылған.
Һуңғы һөйөү... Юҡ, мөхәббәт түгел,
Тик ҡот осоу — һинһеҙ ҡалыуҙан.
1977.

***

Тәҙрәгә морон төртә-төртә,
Эт кемделер көтә лә көтә.
Ҡул һалып, иркәләп үтәмен,
Мин дә бит кемделер көтәмен.
Торғанда ул ҡатын был өйҙә,
Күрҙең, эт, пар инек бит беҙ ҙә.
Булды һуң ул ниндәй алтыным?
Әллә һеңлем, әллә ҡатыным?
Күренде ул миңә ҡай саҡта
Ярҙам кәрәк ҡыҙым һымаҡ та.
Ул йыраҡта... Һин дә шым яңғыҙ.
Булмаҫ инде ундай ҡатын-ҡыҙ.
Эй, эткенәм, һин дә бер һылыу,
Тик эсмәйһең, шуныһы яманһыу.
1958.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 584

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 609

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 676

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 577