Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ун биш минут Улы эйәге менән төртһә – сыйып, танауы менән тейһә тишеп ебәрерҙәй осло эйәкле ҡыҙҙы эйәртеп килеп ингәс, тәүге уйы “Абау-у-у, шундай ҙа ҡотһоҙ бит әле... Килен тигәнем ошомо икән ни, инәкә-әй... Күрәһеләрем бар икә-ән...” булды.
Күңеле төштө, кәйефе ҡырылды – һыпырып ташланылармы ни. Хатта аш-һыу бүлмәһенән сыҡҡан тәмле-татлы еҫтәр ҙә, быға тиклем ләззәтләндереп, йортҡа байрам рухы биреп торһа, әле килеп өйҙө тынсыу, ауыр һауалы иткәндәй тойолдо.
Ә улы, алйот, нишана, ҡара һин уны, нисек шатланған була, дан ҡаҙанғанмы ни! Ауыҙы йырыҡ, күҙҙәрендә осҡондар. Бәхетле икәне йыраҡтан сәселеп, күренеп тора. Бына һиңә мә! Буласаҡ Ҡәйнә, ысынлап та, икенсене көткәйне. Тыуа-тыуғандан, балама тиң бала табылһын, тип теләй торғайны. Аҡылы, буй-һыны, ҡиәфәте, уй-маҡсаттары, хатта йәшәү кимәле менән дә... Үҙҙәре ише уртаса хәлле, уҡымышлы ғаиләлә, ата-әсәле мөхиттә үҫкән тәртипле, эш рәтен белгән ҡыҙ тап килһә, ҡайһылай ҙа шәп булыр ине! Шулай тейеш ине лә! Буласаҡ Кейәү – Улы – яратҡан төпсөктәре, апаларынан һуң ҡәҙерләп-бәпләп кенә үҫтерелгән бала. Яҡшы уҡыны, тәртибе лә һәйбәт булды. Йәштәштәре кеүек урам ҡыҙырып, һыра һемереп йөрөмәне, юғары уҡыу йортон тамамлағансы уҡ һәйбәт эш урыны тапты, дуҫ-иштәре лә арыу. Һәр хәлдә, буласаҡ Ҡәйнә күргән ҡыҙ-егеттәрҙең береһе лә күңелендә шик уятманы – йәштәрсә йәшәһәләр ҙә, тормош принциптары, маҡсаттары бар ине.
Улы, ысынлап та, күркәм егет. Оҙон буйлы, киң яурынлы, янып торған ҡара күҙле. Алсаҡ, шаян, әммә етди. Ҡыҫҡаһы, һөйкөмлө һөйәк – әллә ниндәй сибәр ҡыҙҙы арбарлыҡ. Һәм, пажалыста – бына һиңә килен, имеш... Юҡ, кәмһетергә юҡ уйы – бәлки, был ҡыҙ баланың холҡо арыуҙыр, үсегеп, еңмешләнеп ултыр­майҙыр, мыжымайҙыр, көнләшмәйҙер... Белемлелер, моғайын... Улын ҡаратырлыҡ булғас, ниндәйҙер ғилләһе барҙыр бит инде. Иллә-мәгәр ошо мөғжизәле үҙенсәлеген әлегә буласаҡ Ҡәйнә тойоп өлгөрмәне – ҡараш ташлау менән “был беҙҙең кеше түгел” тигән ҡорт күңеленә инеп ояланы ла шунда уҡ ажарланып кимерә башланы. Ә ҡәйнәләрҙең ҡорто ниндәй булғанын үҙегеҙ беләһегеҙ бит инде, йәмәғәт... Нимә генә тимәһендәр, йәштәр һәр йәһәттән пар килергә, бер-береһен тулыландырып, күҙҙе шатландырып торорға тейеш. Беренсе күреүҙән йөрәгенә саҡ ҡына ла һыймағас, аҙаҡ нимә булыр?
Буласаҡ Ҡәйнә, аш бүлмәһенә еткәнсе, йөҙ уйҙы башынан үткәрҙе. Шунан “терт” итеп ҡалды – үҙенән дә бигерәк, ире нимә уйлар? Бәҫен белгән, абруйлы урында етәксе вазифаһын башҡарған күрмәлекле ире, ғөмүмән, матурлыҡты-таҙалыҡты ярата, өйҙә лә, эштә лә, кешеләрҙә лә камиллыҡ талап иткән ҡырыҫ холоҡло, аҙ һүҙле кеше. Был осло моронло, шыҡһыҙ ҡыҙҙы күрһә, ни әйтер? Әйтерме ул берәй һүҙ, ғөмүмән? Күҙ һирпеп алыу менән, йәштәр ауыҙ асырға өлгөргәнсе, йәне көйөп, кире боролһа? Был ҡыҙ бала ниндәй һығымта яһар? Улының кәйефе ҡырылһа, шунан нимә була инде? “Минең тормошом – нисек теләйем, шулай йәшә­йем”, – тип күтәреп һуғып сығып китһә? Уйҙарының төрлөлөгөнән иренең һүҙенә ғүмер буйы әһәмиәт биреп йәшәгән, уның фекерен һис шикһеҙ һанлаған буласаҡ Ҡәйнәнең ҡан баҫымы күтәрелә башланы хатта.
Буласаҡ Ҡайны төпкө бүлмәлә ял итә ине. Эштәге ығы-зығынан биҙрәп, арып ҡайтыуына, ҡатыны май ҡояшылай балҡып тора, ниндәйҙер яңылығы бар икәнлеге йөҙөнә яҙылған – баҡһаң, Улы йөрөгән ҡыҙы менән таныштырырға ниәтләй икән. Шылтыратҡан, хәҙер килеп етергә тейештәр. Матур ғына ҡаршы алайыҡ, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килерлек булмаһын... Һайрай, ҡыҫҡаһы... Әсәй бит... Хәйер, быға тиклем әйтештергеләгәне бар ҡатынының, былай һүҙ араһында: Улдары йөрөгән ҡыҙы менән уртаҡ тормош ҡорорға ниәтләйҙер, килтереп күрһәткәне булмаһа ла, оҙаҡ, матур ғына итеп аралашалар бит; егет кешенең ваҡытында өйләнгәне яҡшы; һәйбәт кенә ҡыҙ булһын инде; тиҙҙән таныштырыр, моғайын, һәм башҡалар, фәлән-фәсмәтән... Бына нимәгә ишаралаған, нигеҙ әҙерләгән икән хәйләкәр бисәһе! Ниндәй килен ти һуң әле ул? Өйләнергә иртә түгелме маңҡа малайға? Егерме дүрт йәштә?! Ярар, килһендәр, ҡарарбыҙ, баһаларбыҙ... Атай-әсәйгә килтереп күрһәтеү генә бер нимә лә аңлатмай, бурыслы итмәй бит әле.
...Йорт эсендә ниндәйҙер хәрәкәт йәнләнгәнен, кемдәрҙеңдер кергәнен, күңелле генә һөйләшкәндәрен ишетеп ята шулай ҙа... Бәҫен тағы ла арттыра биреп, буласаҡ Ҡайны халыҡ янына саҡ ҡына һуңғараҡ сығырға ҡарар итте.
Ҡунаҡ Ҡыҙ залға үтеп, диванға ҡунаҡланы. Бер ҙә оялып торғанға оҡшамаған, шартлатып хәбәр һата, ҡысҡырып көлөп тә ебәрә.
Күрше бүлмәлә ит тураған буласаҡ Ҡәйнәнең ҡан баҫымынан бигерәк асыуы ҡабара башланы – өйгә килеп ингәненә биш минут, ҡара һин уны, ҡайһылай тыйнаҡһыҙ ҡылана – нимә күреп, ни өйрәнеп үҫкән был бала? Әйҙә, аш-һыу әҙерләш, тиер ине – килешмәй кеүек, танышҡандарына ни генә сама, ни өсөн ул тура кухняға үтергә, белмәгән хужалыҡта ҡул бысратырға тейеш? Икенсе яҡтан, ипле-итәғәтле ҡыҙ тәртип өсөн генә булһа ла “ҡайҙа, ярҙам итешәйем” тип әйтергә бурыслы һымаҡ... Буласаҡ Ҡәйнәнең һарыуы ҡайнаны, әҙерләгән тәмле-нәзәкәтле аш-һыуы бушҡа сарыфлана, ҡәҙерҙе белмәгән кешеләргә тәғәйенләнә кеүек тойолдо.
Шул саҡ аш-һыу бүлмәһе ишегендә ҡунаҡ Ҡыҙҙың башы күренде:
– Һыу эсергә мөмкинме?
– Рәхим ит. Өҫтәлдә, графинда. Теләһәң, сейә компоты ла шунда тора.
– Ой, рәхмәт! Һеҙҙе маҙаһыҙлап йөрөгәнем өсөн ифрат уңайһыҙ.
Ул арала Ҡыҙҙың артынса кухняға Улы килеп керҙе. Хужаларса һыуытҡысты асып ебәрҙе, ҡулына колбаса алды, бер һауыт тураманы өҫтәлгә ҡуйҙы. Ике сынаяҡҡа сәй ҡойҙо, бутерброд яһаны. Әсәһе уны-быны әйтеп өлгөргәнсе, ҡунаҡ Ҡыҙҙы өҫтәлгә саҡырҙы:
– Ҡапҡылап ал, исмаһам. Арыған­һыңдыр.
Уныһы ла йәһәт кенә ултырғысҡа ҡунаҡланы, шаяра-шаяра сәй һемерергә керештеләр.
Бер ни аңламаған буласаҡ Ҡәйнәнең ауыҙы бер асылды, бер ябылды. Күҙен асалаҡ-йомалаҡ итеп Улына ҡараны.
– Әсәй, беҙ бер аҙ ҡапҡылап алырға булдыҡ.
– Мин табын әҙерләйем. Саҡ ҡына түҙергә мөмкиндер бит?
– Юҡ шул, ул ҡабалана. Икенсе тапҡыр оҙағыраҡҡа килер, – тип Улы ҡунаҡ Ҡыҙға ишараланы.
Буласаҡ Ҡәйнә уныһына тишерҙәй итеп ҡараны. Маҙаһыҙлай, имеш... Өйләнешеп тә өлгөрмәгәндәр, ә шыҡһыҙ ҡыҙ әле үк туйҙырҙы... Эй, алйот, эй, бисура – буласаҡ килен килә тип сабып йөрөп әҙерләнгән була бит әле. Уныһы, баҡһаң, ун биш минутҡа ғына күренеп, уныһында ла, өркөтөп сығайым, тигән, имеш...
Ул арала Улының телефоны өҙөлөп шылтыраны.
– Биш минуттан? Эйе-эйе, беҙ, әлбиттә, әҙер. Хәҙер сығабыҙ. Ҡабаланыраҡ булды инде, уңайһыҙ... Ярар-ярар... Эйе, көтәләр. Бөтәһе лә яҡшы. – Улы кем менәндер бик ихлас һөйләште.
Ҡунаҡ Ҡыҙ һикереп тороп ишек яғына йүнәлде. Тиҙ генә кейенде лә боролоп:
– Апай, сәйегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ! – тип, бер ни аңламаған буласаҡ Ҡәйнәнең тамам һушын ебәреп, сығып та йүгерҙе.
Уның артынан, ҡыҙҙың ҙур сумкаһын өҫтөрәп, Улы урамға ашыҡты.
Буласаҡ Ҡайны күрше бүлмәләге хәл-әхүәлдәрҙең айышына төшөнә алмай ята ине. Ниндәйҙер сит кеше барлығын аңланы, мәгәр, бәҫен төшөрөп, сығырға түбәнһенде. Шулай ҙа, фатир ишеге асылып ябылғас, кемдәрҙер ашығып сығып йүгергәс, йөрәге түҙмәне, танау осона затлы күҙлеген элеп коридорға сыҡты. Ишек төбөндә һөйөклө ҡатыны күҙе аларып, йөҙө ағарып, хәле бөтөп баҫып тора ине. Алъяпҡыс кейгән, ҡулына таҫтамал тотоп алған.
– Ҡәҙерлем, беҙгә кемдер килде, буғай?
– Аһһ... Килде лә китте шикелле... Хәҙер һөйләйем, һөйөклөм. Аңлап ҡына алайым да... Ғөмүмән, нимә булды ул был?
– Һин минән һорайһыңмы? Аңлатыбыраҡ һөйлә һуң! Улым ҡайҙа? Ә буласаҡ Килен?
Буласаҡ Ҡәйнә яуап биреп өлгөргәнсе, икеһен дә тертләтеп, бар донъяны яңғыратып, тағы ла ишек ҡыңғырауы зыңланы. Буласаҡ Ҡәйнә менән Ҡайны, аптырашып, бер-береһенә ҡараны. Был юлы ишекте атай кеше асты. Тыштан ауыҙы ҡолағына еткән Улы, уның артынса һомғол буйлы, таралып төшкән оҙон сәсле, бит осондағы соҡорҙары менән йылмайып, тирә-йүнгә йәм биреп, бик тә күркәм Ҡыҙ килеп инде.
– Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ! – тип буласаҡ Килен һәр ҡайһыһы менән итәғәтле итеп күреште, бәҫен белеп кенә, матур атлап төпкә уҙҙы.
Буласаҡ Ҡәйнә хайран ҡалғайны. Был ни хәл? Әрмәнде тиреһен ташлаған алиһәме, өнмө-төшмө, һаташаммы? Ә теге ҡыҙ ҡайҙа? Кем ул? Ҡайҙа китте? Мең һорау. Ҡан баҫымы тағы ла күтәрелде. Кухнянан яна башлаған бәлештең еҫе кинәт килеп танауға бәрелде лә буласаҡ Ҡәйнәне айнытып ебәрҙе. Эйе-эйе, рәхим итегеҙ, үтә тороғоҙ... Хәҙер күмәкләп сәй эсәбеҙ...
Матурлыҡҡа мөкиббән киткән, ҡыҙыҡһы­ныуынан сыҙай алмаған буласаҡ Ҡайны ғына бер нимә лә аңламаны, хәлдәрҙең былай булыуына һис тә аптыраманы, артабан ни булырын түҙемһеҙлек менән көтөп, хәйләкәр генә йылмайып буласаҡ Килен янына төпкө бүлмәгә сыҡты. Вәт, суҡынмыш, ниндәй һылыу­ҡайҙы эләктер­гән! Матурлыҡҡа матур, әммә аң-зиһенен, тамырын-сығышын, уй-ниәттәрен ҡапшап ҡарарға кәрәк... Күҙ күрер, күҙ күрер...
– Улым, ярҙам итеп ебәр әле! – буласаҡ Ҡәйнә тынғыһыҙланып кухняға әйҙәне, ишек ябылыу менән, уға ябырылды. – Был ни хәл? Әлеге ҡыҙ бала кем дә быға тиклем кем килгәйне? Аҡылдан яҙҙыраһың бит...
Башта буласаҡ Кейәү бер ни аңламаны, әммә әсәһенең уй-фекер йүнәлеше башына барып еткәс, шарҡылдап көлөп ебәрҙе:
– Әсәй, нимә һөйләйһең һин? Залда – буласаҡ Киленең. Ул Стәрлетамаҡҡа яҡындарына ҡайтҡайны, әле такси менән килеп етте. Баяғы ҡыҙ иһә – уның ике туған апаһы, Мәскәүҙән ҡайтып бара. Өфөлә эштәре булғас, аэропортта ҡаршы алдым, оҙатып йөрөнөм. Әле иһә буласаҡ Киленең килгән таксиға ултырып, кире Стәрлетамаҡҡа йүнәлде. Минең кәләште көткәнсе, инеп беҙҙә сәй эсә торһон, тигәйнем – юлдан былай ҙа арып бөткән. Шәп ҡыҙыҡай ул, буласаҡ нанотехнолог. Ә һин нимә уйланың?
Буласаҡ Ҡәйнә “шап” итеп ултырғысҡа ултырҙы. Кит йүнһеҙ, кемдеңдер ғәзиз балаһы тураһында ҡайһылай насар уйлағанмын, тип иң тәүҙә выждан ғазабы кисерҙе, шунан күңелендә иҫ киткес еңеллек тойҙо – тау ишелеп төштөмө ни! Үҙенең алйотлоғонан көлөп тә алды – бынан алдағы ун биш минутта нисә сәс бөртөгө ағарғанын иҫәпләп булмай, шулай ҙа... Һиҙемләүе дөрөҫ булған бит – беҙҙең кеше түгел икәнлеге маңлайына яҙылғайны ҡунаҡ Ҡыҙҙың. Әсәй йөрәген алдап буламы ни?
...Бер нисә минуттан буласаҡ Ҡәйнә тәм-томдарын тотоп залға, халыҡ янына сыҡты. Буласаҡ Ҡайны йәштәр менән матур ғына әңгәмә ҡорған икән. Барыһының да кәйефе шәп, йөҙө яҡты. Һис шикһеҙ, яңы тормош шулай башланырға тейеш...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780