Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын бағаналар
Алтын бағаналар Хәтерем яңылышмаһа, апрель аҙаҡтары ине. Республикала әҙәбиәт һәм сәнғәт айлығын үткәреү тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Райондарҙа, баш ҡала мәктәптәрендә, хеҙмәт урындарында яҙыусылар һәм сәнғәт оҫталары менән осрашыуҙар, мәҙәни саралар ойошторола башланы. Мин дә, Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ, мәктәп етәкселеге менән кәңәшләшеп, әҙиптәр саҡырырға булдым. Ошо ниәт менән “Ағиҙел” журналы редакцияһына юл тоттом.
Ул саҡта “Ағиҙел”дәр Аксаков урамындағы күп ҡатлы йорттоң бер ҡатында ултыра ине. Саҡырырға теләгән кешеләрҙең икәүһен осрата алманым. Шағир Хәсән Назар менән Рәшит ағай Солтангәрәев башҡа ергә китеп өлгөргән. Редакцияла Рәмил Йәнбәк менән баш мөхәррир Сафуан ағай Әлибаевты осратыуыма ҡыуандым. Икеһен дә осрашыуға саҡырҙым, улар ихлас риза булды. Йомошомдо әйткәс, Сафуан Әфтәх улы йәнләнеп китте, хәл-әхүәл һорашҡас, өҫтәленең тартмаһынан үҙенең данлыҡлы “Тылсымлы шар”ын (1994 йыл) сығарҙы ла миңә автограф яҙып бүләк итте. Белеүебеҙсә, уның балалар өсөн яҙылған ошо китабы 1996 йылда ЮНЕСКО-ның Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара почётлы дипломына лайыҡ булғайны, хәҙерге көндә Швейцариялағы балалар өсөн яҙылған иң яҡшы китаптар каталогына индерелгән һәм шунда һаҡлана. Шағирҙың автографы әле лә онотолмаған: “Ҡәҙерле Миңлегөл! Шиғриәттең йырлы-моңло юлдарында йышыраҡ осрашып торорға яҙһын. Ихтирам менән Сафуан Әлибай. 2000 йыл, апрель.” Ни сәбәптәндер яҙыусылар, шағирҙар үҙҙәренең ижад емештәрен һирәгерәк бүләк итә шикелле бер-береһенә. Бәлки, яңылышамдыр. Һәр хәлдә яҙыусынан үҙе теләп биргән автографлы китабын икенсе тапҡыр алыуым ине. Тәүгеһе – талантлы прозаик Динис ағай Бүләков бүләк иткән “Ғүмер бер генә” китабы. 1994 йылдың май айҙарында союз идараһына йомош менән барғайным. Динис ағайҙың 50 йәшлек юбилейы алдынан кәйефле сағына тура килдем. Хәйер, ул һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, иғтибарлы, кешелекле етәксе булды...
Бына мәктәптә балалар, педагогтар йыйылды. Зал шығырым тулы. Беҙҙә һәр ваҡыт шулай, сөнки уҡыусылар яҙыусыларҙы көтөп ала, тыңлай белә. Ниһайәт, шау-гөр килеп ҡул сабыуҙарға дәрт биреп, билдәле шағир, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, бик күп китаптар авторы Сафуан Әлибай һәм шағир Рәмил Йәнбәк килеп инде, зал аяғүрә баҫып ҡаршы алды. Осрашыуҙы асып, тәүге һүҙҙе Сафуан Әфтәх улына бирҙек. Шағир зал менән тиҙ үк уртаҡ тел тапты, шиғырҙарын уҡыны. Уларҙың нисек яҙылыуы тураһында һорауҙар булғас, бик матур итеп һөйләп бирҙе. Бала сағындағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе лә ижадына индереүен йәшермәне, үҙенең улының бәләкәс ваҡытын һәм мәктәп йылдарындағы күренештәрҙе лә шиғри тел менән яҙырға тырыштым, тине. Балалар йотлоғоп тыңлап ултырҙы. Ул телмәрен русса ла, башҡортса ла алып барҙы. Балалар төрлө милләттән булғас, барыһына ла аңлашылһын тигәндер инде.
Рәмил Йәнбәк тә 1996 йылда сыҡҡан “Төшөмдәге сәскәләр” тигән китабынан әҫәрҙәрен уҡыны. Бигерәк тә мөхәббәт шиғырҙарын яратып ҡабул иттеләр. Осрашыу аҙағында уҡыусылар тағы ла байтаҡ һорау бирҙе һәм бик ҡәнәғәт ҡалды. Автографлы китаптар алды.
– Ә беләһегеҙме, балалар, Сафуан Әлибай шағир ғына түгел, йырсы ла, – тигәс, залдағылар гөрләшеп ҡул сапты. – Һорайбыҙ, һорайбыҙ! – тип шау-гөр килделәр. Балаларҙы ифрат яратҡан кеше уларҙың тәҡдимен кире ҡаға буламы һуң?! Шунда уҡ бер ниндәй музыка ҡоралһыҙ “Һандуғас”ты үҙенә генә хас тауышы менән сыңғырлатып йырлап ебәрҙе ағайыбыҙ. Йырлап бөткәс, туҡтауһыҙ ҡул саптылар...
Бына ошондай ғәжәйеп матур осрашыу бүләк итте ике шағир. Һуңынан иҫтәлеккә тип педагогтар менән фотоға ла төштөк. Тағы ла шуны әйтәйем: шағирҙар ҡайтып киткәс тә, класта был осрашыу тураһында уҡыусылар оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырҙы. Араларынан Женя исемле үҫмер малай: “Вот голос у него! Талантище!” – тип нарыҡлап ҡуйҙы. Күп уҡыусылар ошо мәктәптә музыка дәрестәренә йөрөй, сольфеджионы өйрәнә, күбеһенең музыка, йыр тураһында яҡшы уҡ белемдәре бар.
Шуныһы ғына йәл: саҡырырға теләгән Рәшит ағай Солтангәрәев шул уҡ ваҡытта художество интернат-мәктәбендә сығыш яһап йөрөгән, Хәсән ағай Назар ҙа икенсе урында булғандыр, күрәһең, улар килә алмағас, күңелдең бер яғы китегерәк булды. Ярай, тағы ла кисәләр булыр әле, тип үҙемде йыуаттым. Кисәләр күп булды, әммә бына ҡәҙерле яҡташым Рәшит ағай Солтангәрәев менән мәктәп балаларын осраштырып булманы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, талантлы прозаик ошо уҡ йылда беҙҙе мәңгегә ташлап китте. Әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағаналарының береһе ауҙы. Йәшәргә, ижад итергә ине лә бит ни...
Ике шағир – Сафуан Әлибай һәм Рәмил Йәнбәк менән осрашыуға, уларҙың балаларҙы ҡыуандырып, мәктәпкә килеүенә байтаҡ йыл үтеп киткән. Әлеге көндә икеһенең дә яҡты донъяла булмауы үкенесле. Беҙгә, әле йәшәп ятҡандарға, тереләргә, рухтарына доға ҡылып, тыныс йоҡлауҙарын теләйһе генә ҡала. Йәнә лә шағирҙарҙың ҡанатланып, илһамланып яҙған шиғырҙары, йырҙары ҡала, тимәк, уларҙың рухтары мәңге тере...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780