Илдар Ғафаров, 1986 йылда армиянан ҡайтҡас, “Аманат” исемле ансамбль төҙөй. “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге был төркөмдө үҙ ҡанаты аҫтына ала. Ансамблдең исеменә лә тәрән мәғәнә һала Илдар Ғафаров – “Аманат”. Аманат – халыҡ әйтеп ҡалдырған һүҙ, үтәлергә тейешле васыят.Тамашасылар, башҡорт егеттәренән торған тәүге ансамблде күреп, туған моңдарын йөрәктәре аша үткәреп, шаҡ ҡатып тыңлай яңы концертты. Көслө алҡыштар яңғырай. “Һай, афарин! Бар икән дә башҡорттоң аҫыл егеттәре!” тигән маҡтау һүҙҙәре гөрләтә залды.
Илдар ансамблдең репертуарын киңәйтеү өҫтөндә ныҡ эшләй. Халыҡ йырҙарын, башҡарыуҙан тыш, билдәле шағирҙарыбыҙҙың, шулай уҡ үҙҙәре яҙған һүҙҙәргә көйҙәр ижад итәләр. Илдар Ғафаровтың “Аманат” (“Ата-бабалар ораны”) көйөн, Урал Иҙелбаевтың “Яугирҙәр” тигән әҫәрен халыҡ юғары баһалай, гәзиттә улар хаҡында “профессиональ кимәлдә ижад ителгән көйҙәр” тип яҙҙылар.
Алмас Ғафаровтың “Һай, Уралым” тигән йыры сәхнәгә сыҡҡандан алып популярлығын юғалтмай. Ошо йылдарҙа Илдар Ғафаровтың “Хыялдарым”, “Бала саҡ еле”, “Ильяс улым” тигән тәрән йөкмәткеле йырҙары ижад ителде, авторҙың үҙенең башҡарыуында улар телевидениенан әле лә тапшырыла. Төркөм дә тулылана: барабансы Ренат Ҡәҙимов ҡушыла, талантлы ҡурайсы Роберт Юлдашев килә. “Аманат” синтез-төркөм тип атала башлай.
Маҡсаттары изге була егеттәрҙең. “Йыр-моң аша йәштәрҙе халҡыбыҙҙың быуаттар буйы тупланып килгән рухи байлығына ылыҡтырыуҙы бурысыбыҙ тип һанайбыҙ”, – тип әйткәйне бер мәл төркөмдөң етәксеһе Илдар Ғафаров.
1990 йылдың башында “Аманат” Сибай ҡалаһында, егеттәрҙең тыуған ерендә, Баймаҡ районының мәҙәниәт һарайҙарында сығыш яһай. Репертуарҙа – башҡорт халыҡ көйҙәре, үҙҙәре ижад иткән яңы йырҙар, рок-композициялар. Концерт шаулап үтә.
“Аманат” райондарҙа, ҡалаларҙа, баш ҡала залдарында сығыш яһай. Өфөлә автономиялы республикалар, өлкәләр һәм милли округтарҙың совет эстрадаһы йырҙарын башҡарыусыларҙың I Бөтә Рәсәй “Ағиҙел-90” конкурсында “Аманат” лауреат исемен яулай.
Илдар Ғафаров, ғәҙәтенсә, көнөн төнгә ялғап, йәне-тәне менән бирелеп эшләй. Күп көс һәм үҙенең бар булған сығымдары менән тауыш яҙыу студияһы булдыра. Студия ике сменала эшләй. Һөҙөмтәлә айына 100-ләп фонограмма сығарыла.
Шулай итеп, “Аманат” студияһы республикабыҙҙың сәнғәт тарихында беренсе тапҡыр йырсыларҙың ижадын аудиокассеталарға яҙа. Билдәле йырсыларыбыҙ Абдулла Солтанов, Фәриҙә Ҡудашева, Иншар Солтанбаев, Флүрә Килдейәрова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Рамазан Йәнбәков башҡарған мәшһүр йырҙарыбыҙ “Урал”, “Сәлимәкәй”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Һандуғас”, “Сибай” кассеталарҙа халыҡҡа тарала. Баш һүҙҙә халҡыбыҙҙың йыр тарихының, мәғәнәүи йөкмәткеһенең аннотацияһын бөйөк ғалимыбыҙ Зиннур Ураҡсин һөйләй. Тиңһеҙ ҡурайсыларыбыҙ Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Ишморат Илбәков башҡарған көйҙәрҙең кассеталары донъя күрә. Халыҡты шатландырып, бейеү көйҙәре сығарыла: “Мирфәйзә” (М. Ғәйнетдинов, Р. Рәхимов), “Ҡарабай” (И. Илбәков, И. Мырҙағәлиев), бейеү көйҙәре (Р. Рәхимов, Р. Сөләймәнов), “Саптар юрға”, “Бала ҡарға” (Ю. Ғәйнетдинов, С. Әбхәлимов) һ.б. Балалар өсөн “Тамыр” асҡан исемдәр” тигән бик һәйбәт йөкмәткеле кассета сығарылды, уны балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә киң ҡулландылар.
Кассеталарҙың төрө 60-тан ашып китә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғүмәр Әбделмәнов: “Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “Аманат” студияһы киң аудиторияға тәғәйенләнгән бик күп аудиокассета етештереп өлгөрҙө.
“Аманат” – бөгөн башҡорт башҡарыусыларының профессиональ яҙмаларын булдырыу һәм юғары сифатлы аудиокассеталар әҙерләү йүнәлешендә эшләгән берҙән-бер студия. Тиҫтә йыл эсендә “Аманат” рухи донъябыҙҙы байытыу йәһәтенән ифрат ҙур тырышлыҡ һалды. Тейешле ярҙам булғанда, студия милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләйәсәк”, – тип үҙ фекерен әйткәйне бер мәл матбуғат биттәре аша.
“Аманат”тың етәксеһе Илдар Ғафаров, ниндәй ҡаршылыҡтар осрамаһын, “идеялар генераторы” булараҡ, йәш йырсыларҙы һәм яңы ойошҡан төркөмдәрҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн, “йондоҙҙар фабрикаһы” ғәмәлен башҡарыусы студия булдыра. Уның аранжировкалаусылары, тауыш режиссерҙары йәш, тәжрибәһеҙ йырсыларға, музыканттарға, төркөмдәргә түләүһеҙ ярҙам итә. Йыл һайын үткәрелгән “Аманат” дуҫтарын йыя“ тигән фестиваль йәш башҡарыусыларҙы туплаусы музыкаль сараға әйләнде.
Бына шулай эшһөйәр, илһөйәр, халҡына тоғро егет Илдар Ғафаров етәкселегендәге “Аманат” студияһы, үҙенә бер нәмә талап итмәйенсә, эскерһеҙ, баһалап бөткөһөҙ эш башҡарҙы.
Республикабыҙ етәкселеге “Аманат”тың хеҙмәтен күрмәй ҡалманы: 1999 йылда мили музыка мәҙәниәтен үҫтереү өлкәһендәге эше, йәштәр өсөн күмәк тамаша саралары ойошторған, Башҡортостан Республикаһында фольклорҙы, профессиональ һәм үҙешмәкәр ижадты популярлаштырған өсөн “Аманат” студияһына Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды.
Илдар Ғафаров етәкселек иткән “Аманат” студияһы республикабыҙ мәҙәниәтенә хеҙмәтен әле лә дауам итә. Тик хәҙер уның эшмәкәрлеге лә олпатыраҡ, йүнәлештәре лә киңерәк. Был хаҡта гәзит уҡыусылар белеп тә бөтмәйҙер. Шуға бер аҙ ошо юҫыҡҡа иғтибарҙы йүнәлтке килә.
Илһөйәрлек тойғоһо кеше күңеленә бәләкәй саҡтан инһә, уға маяҡ булып ғүмере буйы дауам итә. Илдарҙы ошо көслө тойғо 2013 йылда “Урал батыр” эпосына йүнәлтә.
“Урал батыр” – халҡыбыҙҙың боронғо аң кимәлен, ҡарашын, хыялын сағылдырған монументаль поэтик ҡомартҡы. Шуға ла уны ныҡлап уҡып, эпик йөкмәткеһенә, фәлсәфәүи фекерҙәренә төшөнөп алырға кәрәк була. “Фильмды төшөрөү өсөн биш ай көсөргәнешле эшләнем. Ваҡ шрифт менән баҫылған 100 битлек шиғри әҫәрҙән 21 минутҡа һыйған анимацион фильм төшөрҙөк. Еңел эш булманы, әлбиттә. Һәр һүҙ иләктән үткәрелде. “Урал батыр” рус һәм инглиз телдәренә шиғри формала тәржемә ителде. Башҡортостан Фәндәр академияһы ғалимдары Ә. Сөләймәнов, Ф. Хисамитдинова, А. Кротов, эпосты тикшеренеүселәр менән кәңәшләштек”, – тине Илдар Ғафаров.
Һүҙ ҙә юҡ, фильмды ижад итеүҙең төп маҡсаттарының береһе – эпосты популярлаштырыу, халыҡтарға еткереү, төрлө милләт кешеләрен бөйөк классик әҫәр менән таныштырыу.
Илдар Ғафаров ике тапҡыр Парижға бара, Рәсәй Федерацияһының Париждағы илселегендә була, ЮНЕСКО-ның концерт залын ҡуртымға алыр алдынан һөйләшеүҙәр алып бара.
Фильм беренсе тапҡыр ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында (Париж) ғилми конференцияла Башҡортостан Республикаһын презентациялау кисәһендә күрһәтелә. Был сара 2013 йылдың октябрь башында үтә. Ә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары “Урал батыр” анимацион фильмын 11 октябрҙә – Республика көнөндә һәм 4 ноябрҙә “Сәнғәт төнө” барышында күрҙеләр. Интернетта иһә уны миллионлаған кеше ҡараған.
“Урал батыр” анимацион фильмы республика Башлығының Грантына лайыҡ булды. Шулай итеп, Илдар Ғафаров – милли мәҙәниәтебеҙ статусын күтәреү өсөн тырышып эшләгән кешеләрҙең береһе. 2016 йылдың 12 декабрендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина ойошторған “Урал батыр вариҫтары” тигән ҙур сарала “Урал батыр” фильмы күрһәтелеп хуплау таба. “Родина” кинотеатры “Урал батыр” фильмын мәктәп балаларына күрһәтеүҙе планына ла индергән. Ошо көндәрҙә Мәҙәниәт министрлығы комиссияһы республикабыҙ Башлығы хакимиәте етәкселегендә Грантҡа бирелгән заявкаларҙы ҡараясаҡ.
Илдар Ғафаровтың яңы проекты – Урал батырҙы хәҙерге ваҡытта донъя кимәлендә популяр булған 3D форматында Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы кинотеатрҙарында күрһәтеү. Был фильмды ярты йылдан ашыу Төркиәләге башҡорт һәм татар диаспораһы көтә, шуға ла ул төрөксәгә тәржемә ителәсәк. Проект буйынса “Урал батыр” инглиз (субтитрҙары бар), француз, итальян телдәренә тәржемә ителәсәк.
РЕДАКЦИЯНАН:
Йәнһүрәтте Интернет селтәрендә ошо һылтанма буйынса ҡарарға була: https://youtu.be/bJiXcIDzhHA