Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байрам бүләк итте шағир
Салауат Әбүзәр хаҡында бөгөн тәфсирләп һөйләү кәрәкмәйҙер. Уның төрлө театрҙарҙа барған спектаклдәренә халыҡтың эркелеп йөрөүе, күңеленә рухи аҙыҡ алыуы, шул арҡылы үҙенә бер байрам ойоштороуы һәммәбеҙгә мәғлүм. Донъяны, тормошто бары Салауатса ҡабатланмаҫ образдар аша һүрәтләгән шиғырҙарын, поэмаларын уҡып уйланабыҙ, тетрәнәбеҙ. “Ҡайһылай шәп әйткән”, – тигән һығымта яһайбыҙ.
Ошо көндәрҙә шағир үҙе белем алған Имәндәш урта мәктәбендә яҡташтарына үҙенсәлекле байрам ойошторҙо.

Кисә ҡунаҡтарҙы белем усағы менән таныштырыуҙан башланды. Баҡһаң, күренекле тарихсы, ғалим Нияз Мәжитов, журналистар Шәүрә Ғилманова, Марат Әбүзәров, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Хәбибуллина ла оло донъяға тәүге аҙымдарын ошонан башлаған икән.
Тамаша залында төбәктә тыуған әҙиптәргә, шулай уҡ күптән түгел 75 йәшлек юбилейын билдәләгән шағир Хәсән Назарға арнап бай күргәҙмә ойошторолған. Ә инде сараның төп сәбәпсеһе Салауат Әбүзәр үҙенең ижадына арналған тупланманың ҡалынлығын күреп, хайран ҡалды. Яҡташтарының уны хөрмәт итеүе, ижадын үҙ иткәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Бына өс тиҫтә йыл самаһы матбуғатта баҫылған шиғырҙарын, абруйлы әҙиптәрҙең уның хаҡындағы яҙмаларының береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмағандар. Хатта университеттан һуң ауылда уҡытҡанда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты төшөргән һүрәтте лә, унан бирле әллә күпме ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, һаҡ­лап тотоп, стенаға беркетеп ҡуй­ғандар.
Яҡташтары был осрашыуҙы һағы­нып көткән, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Бер нисә уҡытыусы:
– Салауат, ни өсөн бер магазинда ла һинең китаптарың юҡ? – тип үкенесен белдерҙе. – Автограф алып ҡалайыҡ тип махсус рәүештә Өфөгә барҙыҡ, бөтә магазиндарҙы гиҙеп эҙләнек. Исмаһам, бер бөртөк китабың булһасы...
Юбиляр урынына шағир Хәсән Назар яуап биреп өлгөрҙө:
– Әллә һеҙ Салауаттың китаптары тулып ятыр тип уйланығыҙмы? Юҡ шул. Уның һәр яҙғанын көтөп торалар, шуға ла китаптары магазинға ҡуйылыу менән талашып алып бөтәләр. Ошо көндәрҙә яңыһы сығырға тейеш. Әҙер тороғоҙ, тағы һемәйеп ҡалмағыҙ.
Бер аҙҙан халыҡ күптән көткән тул­ҡынландырғыс мәл етте. Кисә ауыл­дың ветерандар советы рәйесе, имам Салауат Түзбәков фатиха сүрәһен уҡып, доға ҡылыуҙан башланды.
– Тап ошондай саралар йәш быуынды, халыҡты тәрбиәләү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә, – тине ул.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың был күркәм байрамдың уртаһында булыуы үҙе ҙур мәғәнәгә эйә. Ике таланттың йәш айырмаһы шаҡтай булһа ла, уларҙы ысын шиғриәт, һүҙ бәҫен аңлау, шуны халыҡҡа еткерә белеү ептәре бәйләй.
Шағир Салауат Әбүзәрҙең тәүге ижад емеше менән бынан 35 йыл самаһы элек таныша: үҫмерҙең шиғырҙары уның ҡулына килеп эләгә. Өлкән остазы уның яҙмаһында өмөт­лө ҡәләм оҫтаһын күрә һәм, киләсәктә ысын шағир булып үҫәсәген тоҫмал­лап, уға дәртләндереп, кәңәштәр биреп, хат юллай.
– Тормош юлымда дуҫтарым күп булды, – тип һүҙен башланы Хәсән Мөҙәрис ул. – Ғүмер үтә килә уларҙың күбеһе иләктән иләнеп, һайлан­дыҡтары ғына ҡалды. Шуларҙың береһе – Салауат Әбүзәр. Ышаныслы, талантлы егет ул. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров кеүек һүҙ маһирҙарының юлын дауам итә. Салауаттың ши­ғырҙары сәпкә тура тейеүе менән отошло. Уның “Мент” тигән шиғырын түрәләр уҡып, ахырҙа милицияны полицияға үҙгәртергә мәжбүр булды, – тип шаяртып алырға ла онотманы.
Хәсән Назар юбилярҙың әсәһе Мәрйәм апайға арнап “Юл кейеме өҫкә кейелгән” тигән шиғырын уҡы­ғанда тән зымбырлап китте, залда­ғыларҙың күҙендә йәш бөртөктәре күренде. Сер түгел: халҡыбыҙ сөсөләнә белмәй, хатта ҡайһы саҡта иң яҡын кешеләребеҙгә матур, изге теләктәр белдерергә теләгәндә лә ниндәйҙер уңайһыҙланыу кисерәбеҙ. Улы әйтергә теләгәнде мәшһүр шағирыбыҙ үҙенең шиғыры аша еткереп, ҡайһылай шәп итте.
Эйе, беҙ бөгөн Салауаттың ғүмер байрамын билдәләйбеҙ, уның ижадына һоҡланабыҙ икән, бында тәрбиәләп үҫтергән әсәһе алдында баш эйергә тейешбеҙ. Утыҙ биш йәштә генә береһенән-береһе бәләкәй биш бала менән тол ҡалып, уларға белем биргән, үҫтергән, кеше ара­һында кәм-хур булмаһын тип донъяһын көткән әсә бихисап нужа кисергәнен үҙе генә белә.
Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән ул. Ағастан һалынған иҫке белем усағы. Ҡышҡы сатлама һы­уыҡтарҙа бер үҙенә таңғы дүрттән биш-алты класс бүлмәһен балалар уҡырға килгәнсе йылытып өлгөртөү, ай-һай, еңел булмағандыр. Шуныһы ғәжәп: бөтә яҡшы нәмә балаларға, тип әйләнгән һайын лаф орһаҡ та, нилектәндер ошо киләсәк йыш ҡына икенсе планда тороп ҡалыусан. Мәктәп өсөн әҙерләнгән утынға ни ғәләмәттәндер гел ботаҡлы-сатаҡлы йәш әрҙәнәләр тап килә. Үҙҙәре бысҡы ҙурлыҡ ҡына малайҙар шул түмәр­ҙәрҙе ҡул бысҡыһы менән ахаллаға төшөп быса, унан ярып, эскә ташый. Йыл әйләнәһенә тиерлек ошо эш дауам итә. Йыйыштырыусы хеҙмәтенә түләнгән өс тин аҡсаға барлыҡ ғаилә йыл әйләнәһенә мәктәптә бил бөгә. Йәйен уны яңы уҡыу йылына әҙерләү башлана, бөтә тишек-тошоҡто ҡаплап һылау, аҡлау тиһеңме! Ул арала үҙеңдең мал-тыуарыңа бесән өлгөр­төргә лә кәрәк. Ат һорап кешегә ялба­рыуҙар. Хәстәрлекле етәкселәр колхоз баҫыуынан шәкәр сөгөлдөрө бүлеп бирергә лә онотмай. Шулай ҙа биреш­мәй әсә. Дүрт улын армияға оҙатып, уларҙы көтөп ала. Бөгөн һәр береһе үҙ донъяһын булдырып, матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Үкенескә ҡаршы, төпсөгө, берҙән-бер ҡыҙының ғына ғүмере ҡыҫҡа була. Бына ҡайҙа ул бер ерҙә лә халҡым, телем тип ҡыс­ҡырмай ғына итәғәтле балалар тәрбиәләгән, тыныс ҡына үҙенең әсә­лек бурысын үтәгән ысын ағинәйҙәр!
Артабан сәхнәгә билдәле журналист Шәүрә Ғәббәсова сыҡты.
– Һинең ижадыңды уҡып, яҡташ­тарың ҡыуаныу ғына түгел, ысын ғо­рурлыҡ тойғоһо кисерә, – тине ул. – Заманында миңә атаҡлы шағирыбыҙ Мостай Кәрим менән тығыҙ аралашыу бәхете тейҙе. Ул һине талант итеп күр­ҙе, яратты, баһаланы. Һинең ме­нән, ысын шағирыбыҙ үҫте, тип ғорур­лана ине. Рәхмәт, уңыштар һиңә, ҡустым!
Шуныһы ҡыуаныслы: яҡташтары ша­ғирҙың барлыҡ ижады менән текемләп ҡыҙыҡһынып бара, хатта интернет селтәрендәге һәр шиғыры, уларға ҡарата уҡыусыларҙың һоҡла­ныуын, ҡарашын, баһаһын күҙ уңынан ысҡындырмағандар. Кисәне оҫта итеп алып барған Рәмилә Мәхмүтова менән Рәзилә Ғөбәйҙуллиналарға афариндан башҡа ни әйтәһең. Шағирҙың тормош юлы, ижады менән ҡыҫҡаса таныш­тырҙылар. Улар БДУ-ның татар филологияһы кафедраһы доценты, ғалим Рәүф Иҙрисовтың “Әбүзәрҙе беҙ тәү сиратта ялҡынлы шағир булараҡ беләбеҙ. Уның һәр әҫәре еренә еткереп ижад ителә. Мин Салауат Әбүзәрҙе башҡорт йә иһә татар халҡының ғына түгел, тотош төрки донъяһының хазинаһы, тип әйтер инем”, Татарстанда йәшәгән шағир Марат Кәбировтың “Өфөлә һеҙ нисек күрәһегеҙҙер, Ҡазанда беҙ бөгөнгө башҡорт шиғриәтен Салауат­ҡа ҡарап баһалайбыҙ. Ул – юғары”, Айһылыу Ғарифуллинаның “Салауат! Һинең яҙғандарың ваҡ-төйәк түгел! Бөгөнгө көн генә һинең яҙғандарыңды баһалап етмәй. Шиғыр уҡыусыға шиғырҙа­рыңдың елек майын тәҡдим итеп, һүҙеңә ҡыуандырып, фекереңә һоҡландырып ижад иткән шағир бит һин ул – башҡортҡа ошондай ҡәләм әһеле, ысын шағир тәтегәнгә бер Аллаһҡа мең рәхмәт! Беҙ уйлап та әйтә алмағанды һин шулай ябай тел менән һеңдерә әйтә беләһең. Салауат, телеңдән һөйөн!” тигән баһаларын халыҡҡа уҡып ишеттерҙе.
Йылы, матур, ыҡсым итеп әҙер­лән­гәйне сара. Уҡытыусылар, уҡыу­сылар бирелеп шағирҙың шиғыр­ҙарын һөйләне, моңло йырҙар яңғыра­ны. Махсус рәүештә матур күлдәктәр тектереп алған ағинәйҙәрҙең өҙә баҫып бейеүе тамашасыларҙың күңелен елкендерҙе.
– Ҡайһылай оҫта бейейһегеҙ, үҙегеҙҙе бөгөндән Өфөгә алып китергә була, – тип уларҙың күңелен күтәрҙе Хәсән Назар.
Ҡасандыр үҙе эшләп алған “Табын” район гәзите байрамға шағирҙың бер шәлкем шиғыры баҫылған гәзиттең яңы һанын алып килгәйне.
Мәжлестә Салауат Әбүзәр яҡташ­тарын шиғырҙары менән һыйланы. Был сараны хатта баш ҡала мәҙәниәт һарайҙарындағы үткәрелгән юбилей сараларына, ундағы әҙәм ялҡытҡыс, бөткөһөҙ сығыштарға, маҡтауҙарға ҡоролған сараларға бер өлгө итеп ҡуйып булыр ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781