“Башҡортостан” беҙҙән башлана. Минән башлана яратҡан гәзитебеҙ, һинән башлана. Милли матбуғатыбыҙ барыбыҙҙан башлана. Көндәрем бына нисәмә йыл ошо баҫмабыҙҙан башлана торғандыр, хәҙер йылын, айын атап ҡына әйтә лә алмайым. Һәр хәлдә, Өфөгә уҡырға килгән сағымдан — 1957 йылдан бирле унан айырылмайынса йәшәйем. Студент саҡтарымда уға даими яҙылырға мөмкинлегем булмағанда, университеттың уҡыу кабинетына был гәзит килмәгәнме, тип йүгереп бара торғайныҡ. Күпселек редакциялар урынлашҡан Карл Маркс урамында (замандаштарым хәтерләйҙер) “Совет Башҡортостаны” һәм башҡа республика гәзиттәре урамда быяла аҫтында элеп ҡуйыла торғайны. Ниңә һатып алып торорға — әйҙә, рәхәтләнеп уҡы! Булған бит заманалар! Хәҙер гәзитте шулай ҡуйып ҡара — күрмәй ҙә ҡалырһың, емереп-йыртып китерҙәр!Милли матбуғат тураһында һуңғы ваҡытта бәхәстәр йыш ҡына ҡуйырып ала. Был мәсьәләлә минең ҡарашым үҙгәрмәйәсәк – Хөкүмәт ярҙамынан тыш милли матбуғат йәшәй алмаясаҡ. Быныһы көн кеүек асыҡ. Һәр милләт илдең матди хәленә үҙенсә ярҙамын индерә икән, тимәк, уның үҙ телендә гәзит-журналдар сығарырға, китаптар баҫырға ла хаҡы бар. Ҡайһы саҡта кеше хоҡуҡтары хаҡында һүҙ ҡуйыртҡанда, милләт хоҡуҡтары хаҡында ниңәлер онотолоп ҡуя. Хәйер, хоҡуҡһыҙ милләттең шәхестәре нисек тулы хоҡуҡлы булһын инде?!
Әле ҡулымда “Башҡортостан”дың бер данаһы – ул 2017 йылдың 18 ғинуарында шаршамбы көн сыҡҡан, №6 (27258). Гәзиттең һәр һаны өйөмә килә, уҡып өлгөрөргә тырышам. Бына был һанды үткәреп ебәрһәм, күпте юғалтҡан булыр инем. Бер генә һан, ә унда күпме дуҫтарымды, таныштарымды таптым, тауыштарын ишеттем. Иң элек йәшлек дуҫым, республикабыҙҙың иң оло журналистарының береһе Марсель Ҡотлоғәлләмовты әйтәм. Ул һәр ваҡыттағыса сафта, был һанда ла ил хаҡындағы хәстәрлекле һүҙҙе әйтә. Илшат Янбаевтың Роберт Байымовҡа арналған мәҡәләһен бик ентекләп уҡыным, арҙаҡлы замандашымдың ҙур-ҙур хеҙмәттәрен тағы ла нығыраҡ баһаланым. Ошо уҡ һанда Гөлшат Әхмәтҡужинаның, Шәһүрә Әхмәҙиеваның тауыштарын ишеттем.
Ике бәләкәй генә мәҡәләгә ҡарата бер-ике кәлимә һүҙ әйтеп китер инем. Ләйлә Аралбаева “Ҡомартҡы һатылмай” тигән мәҡәләһендә Алексей Кузнецовтың ”Салауат Юлаевтан һорау алыу” картинаһын һатыу хаҡындағы шау-шыуға ҡарата үҙенең принципиаль ҡарашын белдерә. Мин уның менән тулыһынса ризамын: бындай хазиналар менән һатыу итеү гонаһ! Мин байтаҡ йылдар Яҙыусылар союзында эшләгәндә был бик затлы әҫәр беҙҙең бинаға ингән һәр кемде ҡаршы алып тора торғайны. Аҙаҡ беҙ уны Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейына бүләк иттек. Әле ул шунда һаҡлана. Йомғаҡлап әйтергә теләгәнем шул: был музей тиҙерәк үҙенә лайыҡлы бинаға күсһен дә тейешле иркен экспозиция залында Алексей Кузнецовтың атаҡлы Салауатыбыҙ тураһындағы был ҡиммәтле әҫәрен күберәк халыҡ күрһен ине.
Хеҙмәт ветераны Рәсүл Ғүмәров гәзиттең ошо уҡ һанында “Урал батыр”ҙың тәржемәһе хаҡында” тигән мәҡәләһендә бик кәрәкле мәсьәләне күтәрә. Беҙҙең ғәйәт бай фольклорыбыҙҙың аҫыл өлгөләре менән киң донъяға йышыраҡ һәм ҡыйыуыраҡ сығырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа был йүнәлештә мәшһүр фольклорсыбыҙ, академик Фәнүзә Нәҙершина бик ҙур эштәр башҡара. Байтаҡ фольклор өлгөләребеҙ нәҡ уның тырышлығы арҡаһында башҡорт-рус-инглиз телдәрендәге, йәғни бер юлы өс телдәге бик йөкмәткеле баҫмаларҙа донъя күрҙе. Ләкин тәржемә тураһында һүҙ сыҡҡанда йыш ҡына “ат”, йәғни исем һүҙен “конь” итеп яңылыш тәржемә итеү миҫалына барып төртөләләр ҙә ары китә алмайҙар. Ә бит мәсьәлә күпкә ҡатмарлыраҡ. Беҙҙә ғилми форумдар йыш үткәрелә, шуларҙың береһен ғәйәт бай фольклорыбыҙҙы тәржемә итеү мәсьәләләренә махсус арнарға ине. Был хаҡта системалы, төплө, фәнни нигеҙҙә етди һүҙ алып барырға кәрәк.
“Башҡортостан”дың ошо быйылғы 18 ғинуар һанында Рәсүл Сәғитовтың “Төшөндөм дә... ҡыуаныстан балҡыным!” тигән мәҡәләһен ихлас көнләшеү менән уҡып сыҡтым. Булған бит, бар бит бәхетле кешеләр! Рәсүл мәктәптә уҡып йөрөгәндә, хатта уға тиклем үк башҡорт телендәге Бөрйән районы гәзитен почтальон уларҙың ҡапҡаһына ҡыҫтырып киткән дә, малай ҡышҡы һыуыҡта күлдәксән генә йүгереп сыға һалып, шул ҡағыҙҙың төҫөн күреп, еҫен еҫкәп, аҙаҡ ентекләп уҡып кинәнгән! Ҡайҙа ул беҙгә ул бәхетте татыу! Ырымбур далаларында бәләкәй сағыбыҙҙан туған телебеҙҙә бер генә гәзитте лә уҡый алмай үҫтек. Шуларҙы иҫкә төшөрәм дә Башҡортостанда йәшәгән милләттәштәребеҙҙең башҡорт телендәге милли матбуғатыбыҙҙы ниңә ҡәҙерләмәйҙәр, ниңә яҙылмайҙар тип аптырайым. Ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ!
Үҙгәртеп ҡороуҙар заманынан һуң беҙҙең Ырымбур өлкәһендә башҡорт телендә “Каруанһарай” исемле гәзит сыға ине. Уның эшен ойоштороуға Салауат Аҡдәүләтов менән Фәһим Аҡдәүләтова күп көс һалды. Ләкин быйылдан өлкәләге берҙән-бер был башҡортса гәзит яҙмышы һандалға һалынды. Тағы ла ҡабатлап әйтәм: дәүләт ярҙамынан тыш милли матбуғаттың йәшәүе мөмкин түгел. “Каруанһарай” гәзитен сығарыу йылына күпме торалыр? Һәр хәлдә, өлкәләге башҡорт халҡының дәүләткә индергән өлөшө, моғайын, уны күтәрерлектер. Сит өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙҙе, бигерәк тә йәштәребеҙҙе халҡыбыҙ менән хәҙер нимә бәйләй? Мәктәптәр юҡ тиерлек. Тиҙҙән ундағы башҡорттар менән бәйләнеш өсөн беҙгә, бигерәк тә яҙыусыларға, юлдар бикләнәсәк. “Каруанһарай” гәзитенең яҡташтарым өсөн хәҙер төҫө лә, еҫе лә булмауы ихтимал. Милләтебеҙҙең дә иҫе лә юҡ, тип әйтергә яҙмаһын.
Тормошта көн дә байрам, көн дә туй булмаһа ла, гәзиттә көн дә хәбәр, көн дә уй. Һәр һанындағы һүҙҙәрҙе ҡабатларлыҡ, йырҙарын йырларлыҡ, шиғырҙарын ятларлыҡ.
Һуңғы ваҡытта “Башҡортостан”дың сифаты күҙгә күренеп яҡшырҙы. Халыҡсаныраҡ, хәстәрлерәк, һүҙе үткерерәк. Милләт яҙмышы хаҡында нығыраҡ уйлана.
Элек-электән был гәзиттә шағирҙар, әҙиптәр күп эшләгән. Бик һәйбәт тормош мәктәбен бында үткәндәр. Әле лә унда Лариса Абдуллина, Салауат Әбүзәр ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Күпме ижад сәғәттәрен улар гәзит өсөн ҡорбан итә. Күпме әҫәрҙәре яҙылмай ҡала. Зинһар, ҡәҙерләйек был ижадсыларыбыҙҙы!
Йәш саҡта күберәк беләйек тип күберәк уҡырға тырышаһың. Олоғая килә күберәк уҡып өлгөрөргә тип ашығаһың, ләкин Ер шарындағы матурлыҡтарҙың барыһын да берәү ҙә күреп бөтә, күреп өлгөрә алмаған һымаҡ, барлыҡ яҙылғанды ла уҡып сыға алған кеше юҡ. Булыуы ла мөмкин түгел. Бигерәк тә хәҙерге белешмәләр ташҡыны заманында. Үҙ тирәңдәгеләрҙе белеп өлгөрһәң дә бик яҡшы.
Үҙебеҙҙең тирәлә лә хазиналар етерлек бит! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ниндәй бай милли матбуғатыбыҙ булғанды күптәребеҙ белеп тә бөтөрмәй. Белмәгәс, нисек ҡәҙерләһен? Хәҙер бит ғилемде арттырыр, рухи үҫеш өсөн мөмкинлектәр элекке менән сағыштырғанда бик ныҡ артты. Ә беҙ һаман зарланабыҙ, булғанды баһалай, файҙалана белмәйбеҙ.
Матбуғат минең йортома бигерәк тә һикһәненсе йылдарҙа, Мәскәүҙәге баҫмалар миллиондарса дана тираж менән баҫылғанда, көлтә-көлтә булып килә торғайны. Хәҙер ул тиклем алдырырға матди мөмкинлектәр ҙә (хаҡтар көндән-көн арта бит!), ваҡыт та сикләнгән. Үҙәктәге ҡалын журналдар үҙҙәре хәҙер меҫкен хәлдә, уларҙан әллә ни көтөп тә булмай. Үҙебеҙҙә булған мөмкинлектәрҙе нығыраҡ файҙаланайыҡ, фекерләшәйек, тырышайыҡ. Меҫкенләнеп, бөтөрөнөп кенә алға китеп булмаясаҡ бит.
Хәҙер рухи эҙләнеүсән, фекерле йәштәребеҙ арта. Бының да милли матбуғатыбыҙға һәйбәт йоғонтоһо бар. Баш мөхәррир булып Азамат Юлдашбаев эшләй башлағас, “Башҡортостан” гәзите ныҡ яңырҙы. Азамат Рәмил улы менән беҙ Яҙыусылар союзында байтаҡ ваҡыт бергә эшләнек. Ул бик баҫалҡы кеше, маҡтау һүҙен, бәлки, бик үк килештереп тә етмәҫ, ләкин әле әйткән һүҙемә ул бик лайыҡлы. Зирәк етәксе емереүҙән башламай. Быға тиклемге уңыштарҙы дауам итеү тураһында хәстәрләй. Ә быға өлгәшеүе еңелдән түгел.
Хәҙер тик кире яҡтан ғына телгә алына торған Ленин бабай аҡыллы һүҙҙәрҙе лә күп әйткән. Гәзитте ул коллектив ойоштороусы тигән.
“Башҡортостан”ға яҙылайыҡ, уҡыйыҡ! Милли матбуғатыбыҙҙы данлайыҡ! Китабыбыҙ ҙа, гәзит-журналдарыбыҙ ҙа беҙҙән башлана. Һинән башлана, минән башлана!