Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡут ерендә – йәштәр тауышы
Якутскиҙа “Йәш композитор” тигән тәүге төбәк-ара конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан, Саха (Яҡут), Бүрәт республикаларының музыкаль белем биреү усаҡтары уҡыусылары һәм студенттары ҡатнашты. Бәйге иһә яҡут музыка сәнғәтенә нигеҙ һалған Марк Жирковтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылды.
Конкурсҡа скрипка, гитара, йыр һәм романстар өсөн пьесаларҙан алып ҡыллы квартеттарғаса төрлө башҡарыусы составтарға ҡаралған эштәр тапшырылды. Араларында хатта симфоник оркестр өсөн фантазиялар ҙа булды. Ҡатнашыусылар иһә йәш үлсәмдәренә ҡарап бүленде: 11–14, 15–18 һәм 19–23 йәштәгеләр.
Башҡорт йәштәре һәр йәш төркө­мөндә лауреат булды. Мәҫәлән, 11–14 йәштәгеләр араһында хатта өс урынды ла беҙҙекеләр яуланы. Урта төркөмдә лә алдынғылыҡты бирмәнеләр. Был йәһәттән Өфө ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернат уҡыусылары әүҙем булды.
Өлкәндәр араһында иһә I урынды Баймаҡ районының Темәс ауылынан Гөлйемеш Баязитова яуланы. Ул, конкурс талаптарына ярашлы, үҙе ижад иткән көйҙө тәҡдим итте. Икеһе лә, өҫтәүенә, дүрт ҡыллы музыка ҡоралына яҙылған. Ул квартетҡа ике скрипка, бер альт һәм виолончель инә.
– Урын яулағанымды белгәс, ышанманым. Был хаҡта һис уйламаным да, сөнки, беренсенән, көйҙәрем “Фуга” һәм “Пассакалья” тип аталып, XVI – XVII быуаттарҙағы полифония жанрына ҡарай. Ә хәҙер бит композиторҙар заман талаптарына тап килгән көйҙәр яҙа. Фуга менән пассакальяны өҫтәүенә европаса һалалар. Ә мин башҡорт интонациялары менән яҙғайным. Икенсенән, яҡут, бүрәттәр һәм үҙебеҙҙең уҡыусылар, студенттар бик көслө, урын яуларлыҡ кимәлдә ине. Һуңынан “Ысынмы был, бушмы” тип, дипломымды ҡулға алғас, яйлап ҡына берәй ун тапҡыр уҡығанмындыр. Ҡыуанысымдан, шатлы­ғымдан ни эшләргә лә белмәнем. Бөтә конкурстарға ла мине уҡытыусым – композитор, доцент Салауат Рафиҡ улы Сәлмәнов әҙерләй. Уға рәхмәт! – ти Гөлйемеш үҙе был хаҡта.
Музыка менән бала саҡтан шөғөлләнә икән ул. Тәүҙә ауылындағы мәҙәниәт йортондағы йыр һәм бейеү түңәрәгенә йөрөгән. Һуңынан Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына уҡырға ингән, ләкин унда ла музыкант булырға уйламаған. Хыялында үҙен юрист йәки журналист итеп күргән. Хатта шул гимназиялағы “Ҡурай” гәзитен етәкләгән, һуңынан “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булған. Әйтеүенсә, хыялы тормошҡа ашты тигәндә, иғландар таҡтаһында “Композитор Нур Дауытов “композиция” түңәрәгенә уҡыусылар йыя” тигән белдереүгә юлыҡҡан. Шунан бирле инде көй ижад итә. Хәҙер иһә Гөлйемеш Өфө сәнғәт институтының музыка факультетында өсөнсө курста белем ала.
Саха (Яҡут) республикаһының атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, гимнда­ры­ның авторы Кирилл Герасимов етәксе­легендәге профессиональ баһалама ағзалары һәр йәш ҡатнашыусының юғары музыкаль әҙерлеген, һәләтен, фантазия һәм ижади хыял ҡеүәһен билдәләгән. Еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779