Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр әйбергә – башҡорт биҙәге
Һәр әйбергә – башҡорт биҙәге Башҡорт халыҡ йырҙары һәм Роберт Юлдашевтың ҡурай моңдары уны рухлы итеп тәрбиәләгән. Ғөмүмән, башҡортса китаптар, халҡыбыҙҙың йыр-моңдары илһамландыра һәм ҙур эштәргә этәрә икән. Һәр хәлдә, көндәлек ҡулланған әйберҙәрҙе күҙҙең яуын алырлыҡ милли орнаменттар менән биҙәгән Анжела Ғәзизова ошо хаҡта үҙе тәьҫирләнеп һөйләне.
Тәүҙә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының “Кейем төҙөлөшө һәм технологияһы” кафедраһында эшләп, теген ҡорамалы менән яҡындан танышҡан милләттәшебеҙ башына төшкән фекерен һәм һәләтен халыҡ мәнфәғәтендә ҡул­ланыуҙы кәрәкле тип таба. Йәғни үҙе шул вузда уҡып, башҡорт милли биҙәктәренә арналған темаға диплом эшен яҡлай. Һәм орнаменттарҙы тулы мәғәнәһендә асырға, уны яңыса алым менән йәмәғәтселеккә сығарырға ниәт итә ул.
Бөгөн уның әле башланғыс ҡына булған был эшендә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ әйберҙәр күп кенә: күн менән тышланған блокнотта төрлө милли биҙәктәр, ҡайһы берҙәре Башҡорт­остандың байрағы төҫтәрендә лә теҙелгән, асҡыстарға тағып йөрөтөрлөк сылты­раҡтар, паспорт тышлыҡтары, аҡса янсыҡтары, кәрәҙле телефон һәм ҡара күҙлектәр өсөн көплөктәр, лавкаға йөрөтә торған сумкалар, рәсми портфелдәр – барыһы ла милли орнамент менән һырланған, хатта улар араһында турһыҡ рәүешендә яһалғаны һәм сиректәр менән бал һалып йөрөтә торғандары ла бар. Улар тиренән, кейеҙҙән йә киндерҙән эшләнгән.
Ә был биҙәктәрҙе әйберҙәргә төшөрөү сере нимәлә һуң? Геройымдың әйтеүенсә, ул башта башҡорт милли орнамент­тарының тарихын һәм, ғөмүмән, башҡорт тарихын өйрәнгән. Ә аҙаҡ инде биҙәктәрҙе һайлап алып, компьютерҙа үҙенә оҡша­ғанса төшөргәс, уны теген ҡорамалына күсереп, әйберҙәргә беркеткән.
Әлегә ул ике генә орнамент нигеҙендә яңы биҙәктәр уйлап сығарһа, киләсәктә күберәк алымдар ҡулланырға, әммә уларҙың боронғолоғон һаҡлап, яңыса ҡулланырға теләген белдерҙе. Ҡайһы бер блокнот­тарҙың тышлығында ат һындары ла күҙгә салынып ҡала. Ысынлап та, Анжела был әйберҙәрҙә башҡорт халҡының үткәнен тап бөгөн кәрәккәнсә сағылдыра алған.
Милли орнаментлы сувенирҙар әҙме ни, тиер ҡайһы берәүҙәр. Әлбиттә, баш ҡалабыҙҙың вокзал, турист майҙансыҡ­тарында етәһе лә кеүек ундай ваҡ-төйәк, ә бит тап көнкүрештә, үҙебеҙ ҡулланған әйберҙәрҙә милли биҙәктәрҙең булыуы ҙур әһәмиәткә эйә бит. Шундай матур һәм сифатлы булыу өҫтөнә, мода күҙлегенән сығып ҡарағанда, күп халыҡтарҙы көнләштерерлек тауарҙар бит. Бына, мәҫәлән, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Ҡытайҙа яһалған ғына түгел, уның иероглифтары, аждаһалары төшкән күлдәктәр ҙә киң таралып китте, ә кейем-һалымды үҙебеҙсә эшләп алһаҡсы? Ниндәйҙер кимәлдә шунан сығып та баһаланалыр милли асылыбыҙ. Һуңғы йылдарҙа ғына Өфөбөҙҙә күпме ҡунаҡхана төҙөлдө, шуның менән, ғөмүмән, баш ҡалабыҙҙы эре туристик һәм мәҙәни үҙәк икәнен иҫбатлап та ҡуйҙылар. Ә шул ҡунаҡха­наларға урынлашыусыларға бирелгән шәхси гигиена әйберҙәрендә, мәҫәлән, халат, тапочка, таҫтамал, түшәк кәрәк-ярағында тап башҡорт орнаменттары торһа, насармы ни?! Һис һүҙһеҙ, был шулай булырға тейеш тә.
Ә бының өсөн үҙебеҙҙең дизайнер­ҙарыбыҙ ҙа, милли мәҙәниәтте, тарихты төптән өйрәнеп эш иткән белгестәребеҙ ҙә етерлек. Улар сослоҡтары менән ижади фантазияларын эшкә екһә, беҙ, халыҡ, үҙ сиратыбыҙҙа ихтыяж тыуҙырып, даими һатып алыусылар булараҡ, милли бизнес киңлектәрендә төп ролде уйнаясаҡбыҙ. Мәҫәлән, бер нисә йылдан Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарасаҡбыҙ, ә унда кейемдәребеҙ ҙә, көнкүреш әйберҙәребеҙ ҙә халҡыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә визит карточкаһы буласаҡ. Шуға күрә лә ошондай ҙур эшкә тотонған Анжела Ғәзизова кеүек милләттәшебеҙҙең үҙ маҡсатына өлгәшеүе мөһим. Ә бының өсөн уға ярҙамсылар ҙа, бағыусылар ҙа кәрәк буласаҡ әле...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780