Киң даирәле, рухи бейеклеккә ынтылған һәм тәрән ижад юлынан барған мөхит күҙ алдына баҫа Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармонияһы тураһында уйланғанда. Ҡатмарлы аңлатмалар менән баһаланыммы? Ғәмәлдә үтә лә ябай һүҙҙәрҙең асылына филармонияның художество етәксеһе Лира Әнүәр ҡыҙы ФӘЙЗУЛЛИНА менән бергәләп төшөнәйек, әңгәмә йүгәнен сирек быуат тарихҡа тартып.Муниципалитеттан –республика кимәленә
– “Юбилей” төшөнсәһен күҙ уңында тотоп, туғыҙ тиҫтәнән ашыу ижади шәхесте берләштергән коллективтың тәүге һулышын урап үтеү яҙыҡ булыр.
– Филармония үҫешендә яҙмышын һуңғы сәғәтенә тиклемме, ваҡытлысамы бәйләгәндәр бихисап, был илаһи йорт барлыҡҡа килеүҙә туранан-тура ҡатнашҡандар бар. Һәммәһенең исемен атау мөмкин дә, мөһим дә түгел. Шулай ҙа бер нисә шәхесте хөрмәтләп иҫкә алам. Ҡалаһының үҙ театры, үҙ университеты һәм филармонияһы булыуы хаҡында хыялланған Стәрлетамаҡтың ул саҡтағы етәксеһе Спартак Әхмәтовтың булдыҡлылығы менән ҡала мәҙәниәт һарайында был ижади мөхиткә лә нигеҙ һалына. Данлыҡлы йырсы Венер Абдуллин етәкселегендә алты кешенән торған коллективтан ғибәрәт була был филармония. Уның составында Фирзинә Абдуллина, Рәйхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар, Зәйнәб Иҫәнғолова, Ильяс Йосоповтар эшләй. Әйткәндәй, Хәсәновтар филармониябыҙға бөгөн дә хеҙмәт итә. Миңлеғәле Ибраһим улының – ҡурай моңона, Рәйхана Ҡорбан ҡыҙының бейеүҙәренә үлеп ғашиҡ тамашасы.
Эйе, ҡала тарихында тәүге тапҡыр филармония барлыҡҡа килә, тик бына тәүге йылдарҙа эштәр бик үк өҫкә үрләй тип әйтеп булмай. Музыкаль ҡорал да алырға кәрәк, матур-матур сәхнә костюмдары ла талап ителә, әммә муниципаль бюджетҡа бынан тыш учреждениелар аҙ ҡарамай шул. Тимәк, яңы мөмкинлектәр эҙләргә… республика кимәленә сығырға!
1995 йылда береһе директор, икенсеһе художество етәксеһе булып эшкә килгән Рима һәм Зөфәр Шакировтар үҙҙәре алдына шундай маҡсат ҡуя һәм был коллективта тәүге хеҙмәт көнөнән үк ошо идеяға егелеп эш башлай. Өфөнән, Салауаттан, ҡайҙан ғына таланттар эҙләмәй улар. Мине, мәҫәлән, әлеге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған мәлемдә килеп таптылар. Шул уҡ ваҡытта артистарҙы тау-тау буш вәғәҙәләр менән дә саҡырмайҙар ине, ҡала һәм Мәҙәниәт министрлығы етәкселегенең тупһаларын тапай-тапай, торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләрен күтәрҙеләр (был тәңгәлдән йәштәрҙе эшкә ылыҡтырыу ул саҡта бөтөнләй икенсе ине шул), филармонияны музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары менән тәьмин итеүҙә күп көс һалдылар. Ошо уҡ йылдарҙа коллектив та ишәйҙе. Ә 1996 йылда директорыбыҙ Зөфәр Замил улы менән художество етәксеһе Рима Шәһит ҡыҙының эштәренең һөҙөмтәһе булып филармония дәүләт статусын алды. Ошо коллективта 17 йыл эшләгән кеше булараҡ шуны ла өҫтәр инем: улар ҡабыҙған рух, сәнғәткә тоғролоҡ тойғоһо филармониябыҙҙа бөгөн дә балҡый.
– Гел шулай үргә табан ғына атланығыҙмы?
– Әлбиттә, һәр мөхит кеүек филармония тарихы гел генә ал да гөл барманы. Техник һәм матди ҡыйынлыҡтар аша ла үттек, йыш алмашынған етәкселәр ҙә булды. Уның ҡарауы, филармония бер саҡта ла ижади көрсөк кисермәне. Миңә ҡалһа, иң мөһиме ошолор. Ә бөгөнгө көндә инде бер нисә коллективтан тупланып, гөрләп эшләп килгән көнөбөҙ.
Төҫлө мәрйендәй балҡыған ижад
– Әлеге бер нисә коллективты барлап китһәк ине.
– Филармонияла биш ҙур коллектив эшләй. Иң беренсе булып башлағандар – “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө артистары. Бер нисә йылдан үҫешебеҙгә яңы һулыш биреп, концерттарыбыҙ бейеү театры сығыштары менән байытылды. Унан алда ғына филармония составында рус халыҡ инструменттары оркестры уйнай башлағайны. Ике тиҫтә йыл тарихы булған әҙәби-музыкаль лекторий – булмышыбыҙҙың шулай уҡ айырылғыһыҙ өлөшө. Виолончель, пианино, скрипка һәм ҡурай моңдары аҫтында меццо-сопрано тауышы менән башҡарған әҫәрҙәр һәр филармония репертуарында юҡ. Академ йүнәлеш менән дә, эстрада-фольклор буйынса ла байбыҙ. Һуңғы йүнәлеште йәнә “Сәрби” сыуаш эстрада-фольклор ансамбле байыта.
Дөрөҫөн әйткәндә, коллективтар рәсми ҡағыҙҙа ғына бишәү, ижади берлектәр, дуэттар менән бихисап йыйылып китә улар. Мәҫәлән, лекторийға ҡараған “Con anima” триоһы үҙе айырым программа төҙөп сығыштар яһай. Ғөмүмән, артистарыбыҙ һәр саҡ ижади эҙләнеүҙәр, проекттар менән янып эшләй. Әммә, белеүегеҙсә, эҙләнеүҙәр ижадты тәрән тойоуҙы, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, үҙ эшенең оҫтаһы булыуҙы талап итә.
– Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: коллективтар төрлө милләт мәҙәниәтен сағылдыра.
– Ысынлап та, был йәһәттән әйтер һүҙебеҙ бар. Башҡорт халҡының булмышын ашҡаҙарҙар һөйләй, оркестр концертында рус халҡының рухи донъяһына сәйәхәт ҡылаһың, ә инде “Сәрби” сыуаш йырҙарына ғашиҡ итә. Шул уҡ ваҡытта төрлө мәҙәниәтте сағылдырған төрлө төҫтәге мәрйендәй балҡыған ижад коллективтарҙың исеменә генә бәйле түгел бит. Уларҙың репертуары был тәңгәлдән бөтөнләй ҡитғанан сығып китә. Мәҫәлән, бейеү театры сығыштарында донъяның әллә нисәмә милләтенең тормошо күҙ алдына баҫа. Бейеүселәр бигерәк тә кавказ әҫәрҙәрен оҫта башҡара. Күрәһең, был темперамент ауаздашлығынандыр.
Эстрада менән эстрада араһында ниндәй айырма ята?– Ижад төрлөлөгө милли мәҙәниәт төрлөлөгөнә генә ҡайтып ҡалмай. Опера йырсыларығыҙ ҙа бар, эстрада төркөмдәре лә эшләй һеҙҙә…
– Филармониябыҙҙың үҙенсәлеге шунда: беҙҙә республикала “бер бөртөк” статусына эйә бейеү театры һәм рус халыҡ ҡоралдары оркестры ижад итә. Ҡурайҙа ла, скрипкала ла уйнайҙар, халыҡ йырҙарын да башҡаралар. Был йәһәттән даирәбеҙ киң. Атап әйткәндә, төрлө тамашасының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алабыҙ – кемдер үлеп башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ, икенселәр пианино тыңларға ярата, бәғзеләр дәртле хитҡа бейергә килә.
– Ә концерт программаһы нисек төҙөлә һуң?
– Ил кимәлендә һүҙ йөрөтһәң, тәжрибә туплағанда шуға инанаһың: үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер филармониялар замана шарттарына яраҡлашам тип йәки тамашасыһын юғалтмаҫ өсөн төп булмышынан бөтөнләй ситкә тайпыла. Ярым шәрә кейенгән артистар сығыштарын фонограмма менән байыта, телдән төшмәгән хиттар ғына башҡарып йөрөй. Һуң ошомо филармония бурысы? Беҙ бит эйәреүсе түгел, әйҙәүсе. Тамашасыны рухи юғарылыҡҡа әйҙәүсе!
Тик, баштараҡ әйткәнемсә, һәр кем дә тәрән мәғәнәгә эйә боронғо халыҡ йырҙарын хушһынып тыңламай. Ә нисек сығырға һуң килеп тыуған хәлдән, нисек тәрбиәләргә йәш быуынды? Әлбиттә, ҡолаҡҡа ятмаған һүҙҙәрҙән торған йыр башҡара алмайбыҙ, әммә рухи ҡиммәткә эйә әҫәрҙе, киң таралған һүҙбәйләнеш менән әйткәндә, заманса эшкәртеп һеңдереп була бит. Тәбиғи, был алымды һәр йүнәлештә лә ҡуллана алмайбыҙ, әммә әҫәрҙең төп вариантына һөйөү уятыу өсөн шундай мутлыҡтарға ла барыла. Нисек кенә булмаһын, тамашасы барыбер ҙә классик музыкаға тартыла. Мәҫәлән, күптән түгел генә тик боронғо классик музыка яңғыраған концерт ҡуйҙыҡ. Биш тиҫтә кеше йыйылырмы тип ҡурҡҡайныҡ, зал тулы булды. Ғөмүмән, программаны бер ҡалыпҡа ғына һалып төҙөмәйбеҙ. Тамашасы бер үк ваҡытта ял да итергә тейеш, уйланһын да, тетрәнһен дә!
Әлбиттә, “ярым шәрә” методына буйһонмағас, эстраданан йыраҡлаша тип ғәйепләүселәр ҙә табылалыр. Тик был төптө хата: эстрада – ул мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Әммә эстрада менән эстрада араһында ҙур айырма ята. Мәҫәлән, Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаҡов, Лилиә Букеева, Фәриҙә Ҡудашева, Иосиф Кобзондар эстрада йырсылары, был исемдәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә “ярым шәрәлек” күҙ уңында тотолмай бит. Бына ниндәй йүнәлештә булырға тейеш “эстрада ҡиблаһы”, беҙ ҙә шул йүнәлештә барабыҙ. Ғөмүмән, тамашасыбыҙҙы ысын сәнғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ итергә тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ.
Филармония сәхнәһендә спектакль?
– Алдығыҙға ҡуйған бурыстарығыҙ ҙа, башҡарған эштәрегеҙ ҙә хөрмәткә лайыҡ. Ә бына киләсәктә ниндәйерәк юҫыҡта үҫешер был йыр-моң, дәртле бейеүҙәре менән урғылып аҡҡан сәнғәт шишмәһе?
– Алдағы көн хаҡында һүҙ барғанда, тәү сиратта артистарыбыҙға иҫәнлек-именлек теләр инем, артабан да шулай тамашасыларыбыҙҙы ижади бер бөтөн булып ҡыуандырырға яҙһын. Ә инде ниндәйҙер проекттар тураһында уйланғанда күптән бер идея тынғы бирмәй. Төрлө музыка ҡоралдарын, төрлө йүнәлештәге әҫәрҙәрҙе бер синтезға туплап, тамашасы хөкөмөнә сығарырға хыялланабыҙ. Шулай уҡ бейеү театры буйынса ла пландар бар. Был театрға нигеҙ һалыусы, ошо коллективтың ғына түгел, ғөмүмән, филармонияның йөҙөк ҡашына әйләнгән бейеүҙәрҙе ҡуйыу, данлыҡлы Хәлил Ишбирҙин сәхнәләштергән хореографик спектаклдәрҙе кире ҡайтарыу. Был алым, беренсенән, репертуарҙы киңәйтһә, икенсенән, бейеүселәргә үҙҙәрен актер ролендә һынап ҡарарға ла шарттар тыуҙырасаҡ. Ғөмүмән, тамашасыны ҡыҙыҡһындырған, артистарҙы ижади эҙләнеүҙәргә әйҙәгән проекттар көтә алда.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Юбилейығыҙ менән тәбрикләп, проекттарығыҙҙың тиҙерәк тормошҡа ашырын көтөп ҡалабыҙ.