XXI быуатта ла Ер кендегенә йәбешеп, үҙ моңон көйләгән башҡорттоң Мәңгелеккә табан юлланыуына берсә ғәжәпләнеп, берсә һоҡланып әленән-әле яҙабыҙ. Хайран ҡалырлыҡ та шул: анау хәтлем яуҙар, ҡырғындар, аслыҡ та еңә алмаған милләт асылын. Күптәр башҡорт халҡының был феноменаль күренешен үҙенсә аңлата, әммә бөгөнгө заманда өндәшмәй ҡалманылар. Үҙе иҫән саҡта Нобель премияһы лауреаты А. Солженицын да был хаҡта: “1917–1926 йылдарҙағы ҡыҫымдарҙан һәм аслыҡтан миллиондан артыҡ башҡорт һәләк булды, йәғни милләттең революцияға тиклемге 58,7 проценты яҡты донъя менән хушлашҡан. Большевиктар революцияһындағы башҡорт халҡының фажиғәһе – донъя тарихындағы геноцидтарҙың иң ҙуры һәм иң өйрәнелмәгәне”. Ана шундай Аслыҡ батша булған йылдарҙы ла халҡыбыҙ тап үҙенең йолаларына, тамырҙарына тоғролоғо, ихласлығы менән еңеп сыҡҡандыр. Ошолар хаҡында уйландым мин Әлшәй районының Ҡармыш ауылындағы “Сөмбөлә” байрамы барышында. Бөгөн дә донъя халыҡтарына глобалләшеү, юғалыу ҡурҡынысы янай, әммә революцияға тиклемге ата-бабаларыбыҙ кеүек тап боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, улар аша тамырҙарыбыҙҙан һут алабыҙ икән, беҙ рухиәтебеҙ менән артабан да Мәңгелеккә табан атлауыбыҙҙы дауам итербеҙ. Нисектер халыҡ традицияларын иҫкә төшөрһәм, йырҙарыбыҙҙы тыңлаһам, эпостарыбыҙҙан рухланһам, батырҙарыбыҙҙы телгә алһам, күңелдә бер ниндәй шикләнеүҙәргә, икеләнеүҙәргә урын ҡалмай, киреһенсә, аңлатып бөткөһөҙ мәртәбә, дәрәжә уяна, арҡалар төҙәйеп китә, дәрт арта. Ошо хаҡта милләттәштәргә лә һөйләге килә.
Әлшәй район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әҡимбәтов көҙгө уңыш, муллыҡ мәлендә асылған “Сөмбөлә” байрамына йыйылған халыҡты, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, беҙҙә был сара электән киң билдәләнеүен, был хаҡта ҡыҙҙарға ҡушылған исемдәрҙә мәғлүмәт һаҡланыуын билдәләне. Ҡармыш мәктәбе директоры Зифа Йәнгирова иһә каникул башланыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың сараға 1 сентябрҙән үк ихлас әҙерләнеүен һөйләне.
Ғалимә Розалия Солтангәрәева сценарийы буйынса бына инде бер нисә йыл рәттән “Сөмбөлә” байрамы республика райондарында ойошторола башланы. Яңыраҡ Янауыл районының халҡы ла шаһит булды был сараға. Унда халыҡ ҙур ҡалас бешереп, уны сарала ҡатнашҡан һәр кемгә ауыҙ иттереп, боронғо йоланы башҡарған. Ул – берҙәмлеккә әйҙәгән йола үҙенсәлеге.
Халҡыбыҙҙың бик күп милли байрамдарында өлкәндәр менән бергә балаларҙың да ҡатнашыуы билдәле, Ҡармышта ла шулай булды. Байрамды мәктәп уҡыусылары башлап ебәрҙе. Ралина Ишбулдина, Айзилә Садиҡова, Альбина Садиҡова, Йәмилә Ғәлимова, Регина Әхмәтвәлиева, Нияз Йәнгиров, Ғәлим Һәүбәнов, Филүс Хәсәнов күмәк бейеү, йырҙар менән, йомаҡ ҡойошоп, байрам майҙанына башҡаларҙы саҡырҙы. Ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең ҡорона өлкәндәр ҙә ҡушылып китте һәм араларынан Сөмбөләне һайларға тәҡдим итте. Эльвира Ҡотлобаеваны һайланылар байрам биҙәге итеп. “Тирәккәй” фольклор коллективы ағзалары Мәрзиә Абдрахманова, Айгөл Йәнгирова, Филүзә Ишмырҙина, Асия Шәймөхәмәтова, Рита Моратова, Зәлифә Вәлиәхмәтова шулай уҡ йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән байрамды йәмләне. Дим буйы башҡорттарының бейеүҙәре һалмаҡлығы менән айырылып тора. Һәр төбәк ана шулай күркәм үҙенсәлеген, милләтебеҙ баҡсаһы күрке булған нағышын һаҡлаһа, беҙҙең мәҙәни, этно-мәҙәни байлығыбыҙ килер быуаттарҙы ла ашыр.
Иң бәләкәстәр майҙан түренә сыҡҡайны, байрам тағы ла нурланып киткәндәй булды. Таңһылыу Йәнгирова, Илһөйәр Ҡотлобаева, Ынйы Ишмырҙина, Айгизә Мөхәмәҙиева, Тимур Шәмсетдинов Башҡортостан тураһында тәрән йөкмәткеле шиғырҙар менән сығыш яһаны. Балаларҙың ихласлығына, әҫәрҙәрҙе еренә еткереп уҡыуына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Уҡытыусыларына афарин! Йәнә лә һәр кемдең шиғырҙың авторын атап, әҫәрҙең йөкмәткеһенә ниндәй фекер һалынғанын еткерергә тырышыуын айырым билдәләргә кәрәк. Был да мул уңыш билдәһе булған “Сөмбөлә”нең тулы мәғәнәле байрам булыуына ишаралай тойолдо.
Сарала райондың ағинәйҙәре лә ҡатнашып, үҙ һүҙен әйтте. Люциә Аҙнағолова, Лилиә Сәлимгәрәева, Рәйсә Мөфтиева, Светлана Сәйетова, Миләүшә Яхина, Зөбәржәт Ғәбделмәнова тәмле-татлы ризыҡтары, бүләктәре менән ҡатнашыусыларҙың күңелен күтәрҙе. Йола буйынса был байрамда бүләк бирешеү, атап йыр башҡарыу, теләк әйтеү хас. Ил именлеген, йылдарҙың уңышлы килеүен, туғандар татыулығын, милләт ырыҫы артыуын һоранылар Ҡармышта.
– “Сөмбөлә” байрамының тамырҙары бик боронға барып тоташа. “Урта Азияла көн иткән һәм игенселек менән шөғөлләнгән шумерҙарҙа ла был сара ойошторолған. Улар телендә “шумбул” һүҙе һары башаҡ тигәнде аңлатҡан. Башҡорттарҙа был байрамды төрлөсә атап йөрөткәндәр: “Оло ҡор”, “Алтын ураҡ”, “Он ашы”. “Сөмбөлә” йәй үтеп, көҙгө миҙгелгә аяҡ баҫҡан, уңыш йыйған осорҙа ойошторолған, – тип байрамдың йөкмәткеһе менән таныштырҙы сәсәниә, фольклорсы Розалия Солтангәрәева. Ул ағинәй аҡ яулығын Гөлсәсәк Вәлиуллина апайға япты, ә “Аҫыл башҡорт ҡатын-ҡыҙы” таҫмаһы Рита Моратоваға тағылды. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе һәр сараның уртаһында ҡайнаған, милли баҫмалар, китаптар менән ауылдаштарын даими таныштырып торған Мәрзиә Абдрахмановаға ла тәғәйенләп бүләк алып килгәйне. Байрамдағыларҙы ҡотлап, билдәле сәсәниә “Илгенәм” ҡобайырын әйтә башлағайны, зал буйлап йыр ҡото таралғандай булды. Юҡҡа ғына “Сәсән һәм шағир” тигән мәҡәләм сыҡҡас, Ырымбур башҡорто Ғүмәр ағай Ғайсин гәзитебеҙҙең сайтына инеп: “Хуп! Фекереңә инә китеп, уйға батмай булмай, ә ниңә һуң “Халыҡ сәсәне” исеме бөгөн онотолған?.. Егерменсе быуат аҙаҡтарында хатта сәсән һүҙен дә бик һирәк иҫләгәндәр. Шуны әйтәһем бар: ниңә ошоғаса Розалия Солтангәрәеваға был дәрәжә бирелмәгән?! Уның “Илгенәм” ҡобайыры әсә телен онотоуға дусар булған башҡорт балаһын тетрәндереп, үҙ милләтенә ҡайтармаймы ни?!” – тип яҙмағандыр.
Республикабыҙҙа сәсәнлек мәктәбен тергеҙеп, бөгөн дә йәштәргә тәжрибә уртаҡлашҡан Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының халыҡ ижады, йола фольклоры буйынса фиҙакәрлеген һуҡыр ғына күрмәҫ тә күңеле тар ғына тоймаҫ. Аллаға шөкөр, ырыҫлы милләтебеҙҙең яҡты күңелле кешеләре күп.
“Шәжәрә” Башҡортостан тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов “Башҡорт ырыуҙары тарихы” серияһынан “Меңдәр” (“Минг”) йыйынтығын сарала ҡатнашыусы ҡәүем вәкилдәренә таратып, ырыу, уның тарихы хаҡында һөйләне.
– Әле бер милләттә лә бындай ырыу, ҡәбилә тарихын өйрәнеп китап нәшер ителгәне юҡ. Башҡорт ҡәүеменең ырыуҙары күп, беҙ уларҙың һәр береһенең тарихы, шәхестәре менән таныштырабыҙ. Был йыйынтыҡтарҙа башҡорттоң бик күп рухи, тарихи, мәҙәни, имани байлығы, һиммәте тупланған, – тине ул.
Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы һыйлау, милли аштарҙан ауыҙ иттереү йолаһы ла башҡарылды сарала. Ағинәй Светлана Сәйетованың буҙаһын һәр кем яратып эскәндер. Ул уны шундай оҫта итеп эшләй икән. Республика ағинәйҙәр осрашыуҙарында аҫыл заттарыбыҙ бер-береһе менән төрлө рецепт өлгөләрен уртаҡлаша, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү ысулдарын өйрәтә. Әлшәй төбәген ҡымыҙсылар яғы тип иҫәпләһәк, кем белә, бәлки, республикала буҙа эшләүселәр конкурсы ойошторолһа, унда Светлана еңеп сыҡмаҫ, тип әйтеп булмай. Бына бит йолаларыбыҙ нисек тергеҙелә! 86 йәшлек Рәхимә әбей Кирәева күҙ нурҙарын түгеп үҙе бәйләгән ойоҡбаштарын бүләк итте беҙгә. Шундай тигеҙ итеп бәйләнгән, бер ниндәй фабрика ла был тиклем камиллыҡҡа өлгәшә алмаҫ ине. Етмәһә, уның шундай яҡты теләктәр менән тапшырыуы халҡыбыҙҙың йәнә лә бер йолаһының аҫыл миҫалы бит – башҡорттар бүләкте изге һүҙҙәрен әйтеп бирә. Ниндәй матур күренеш! Нәнәйемдән бер нисә йәшкә генә йәш ете бала әсәһенән ошо хәтлем йылы һүҙҙәр ишетеү бик килеште йомшаҡ күңелгә.
Сара аҙағында сәсәниә Розалия Солтангәрәева ҡот саҡырыу йолаһын башҡарып, еребеҙ, һыуыбыҙ, илебеҙ, ҡәүемебеҙгә яҡты теләктәр еткерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡушылып, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа, йыйып алған уңышты именлектә ҡулланырға яҙһын, ил-йортобоҙ бәрәкәтле булһын, тип теләне. “Сөмбөлә” байрамының төп маҡсаты ла ана шунда бит: булғанын шөкөр итеп, яҡты маҡсатты, яҡшы уйҙы ҡыш миҙгеленең юрғаны аҫтына орлоҡ итеп һалып ҡуйыу.
ДИМ ЙЫЛҒАҺЫ ҺҮҘЕ
Күҙен асҡан мәленән үк нурлы,
Яҡты ниәтле ул Дим һыуы.
Юҡҡа түгел унда йөҙгәндәрҙең
Баҫылыуы янып-ярһыуы.
Сылтыр моңо менән имле ағым
Илем яландарын һуғара.
Маҡсатына өлгәшергә теләп,
Баш ҡалала атын туғара.
Бөгөлдәре менән Дим йылғаһы
“Аллаһ” һүҙен яҙған был ергә:
Борондан уҡ иң бөйөк Моң беҙгә
Үҙәндәре аша әйтелгән.
Нарыҫтауға менеп баҫайыммы
Ҡоштар бейеклеген тоторға?
Тәсбих әйткән мәлдәренең ҡотон
Йөрәгемә һалып оторға.
Ҡоштар тубы серен сисеп осто:
Имләп аға Димем ил-йортон.
Йылғаларың зекер әйткән саҡта
Сәждә ҡылдыңмы һуң, башҡортом?!.