Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең дәүер моңо
Беҙҙең дәүер моңо Ҡәҙим Аралбай – дала улы. Таңатарға (шағирҙың тыуған ауылы) Ырымбур сиге килеп терәлә лә артабан инде Хәйбулла далаһы йәйрәп китә. Ул далалар киңлеген күҙ ҡарашы иңләп бөткөһөҙ. Алыҫ-алыҫта Ырымбур өлкәһенә ҡараған Орск, Гай ҡалаларының бейек торбалары күренер-күренмәҫ төҫмөрләнә, уттары емелдәй.
Сикһеҙ дала мәңгелек ысын донъя тураһында, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйландыра. Үткәндәге шанлы тарих, алдағы билдәһеҙ киләсәк уй уйлата.



Уй-фекерҙә,
һүҙ-лөғәттә –
дала иркенлеге


Ҡәҙимдең шиғырҙарында да­ла­ның үҙенсә төҫтәре һәм еҫтәре нағышлана. “Киске далала” бына ниҙәр күрә шағир:
Эңерҙә ҡыбырлай убалар,
Өҫтөндә ҡалҡҡандай ҡалалар.
Һағыммы, төтөнмө, томанмы –
Даланы зәңгәр ау сорнаны.
Ситтә күп йөрөһәм тилереп,
Далаға ҡайтамын тилмереп.
Ауыҙ ит ыҫланған ҡымыҙҙан!..
Тарала талғын моң ҡурайҙа...
Сал далам йәшәһен һиллектә,
Яйыҡтар үҙ иткән киңлектә.

Ошо “Киске далала” шиғыры “Йыр йылыһы” китабында Ҡәҙим­дең тыуған ер хаҡындағы шиғыр­ҙар циклын асып ебәр­гән­дәй. Унда инде шағирҙың эскән-кискән һыуы – Таналыҡ, Һаҡмар йылға­лары сылтырап-йылтырап ята булыр.
Ҡәҙим Аралбайҙың тыуған яҡҡа арнал­ған шиғырҙарын бер юлы уҡып сыҡҡас, үҙенән-үҙе ошондай һүҙ тел осона килә: “Уй-фекерҙә, һүҙ-лөғәттә – дала киңлеге”.
Ҡәҙим Аралбайҙың ике дала­һы бар: береһе – ул үҙе күреп-гиҙеп үҫкән, әсәй-апа­йы, нәҫел-ырыуы, яҡташтары ғүмер ки­сер­гән икһеҙ-сикһеҙ ысын дала. Икен­сеһе – шағир Аралбайҙың шиғриәт дала­һы. Ошо ике дала береһе икенсеһенә кү­сеп, бер-береһен көсәйтеп, “Ҡәҙим Аралбай шиғриәте” тигән уй-фекергә дала шикелле киң, һүҙ-лөғәткә сағыу рух донъяһын барлыҡҡа килтерә. Дим буйҙарын, Оло Эйек яҡта­рын үҙ эсенә һыйҙырған Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишеваның яр­һыу ағыштарҙы, сөңгөл тәрәнлек­тәрҙе, үткел зәңгәрлектәрҙе, тул­ҡын сайпылыштарын туплаған әҙәби донъяларын иҫкә төшөрөп, хәтерләүҙәр, ғүмер һәм мәңгелек хаҡында уйҙар уята. Сал ҡылған­дар тирбәлеүе уның өсөн быуат-быуат аҡҡан дәүерҙәрҙең күҙ алдынан үтеүе түгел, тип кем әйтер? Сал дала, Һаҡ­мар, Таналыҡ Ҡә­ҙимдә тарихи аң тәрбиәләгәндер. Юҡҡа ғынамы ни ул “Мәмбәт ыры­уы шәжәрә”һен ентекләп өй­рәнде, китап итеп баҫтырып, ха­лыҡҡа ҡайтарҙы. Тарихи фекер­ләү шиғыр һәм поэмаларҙа бөгөн­гөнөң үткән менән еңел, тәбиғи ара­лашыуын, бер-береһенә үтеп инеүен, береһенең икенсеһенә күсеүен тәьмин итә. “Күк бүре” поэмаһының төп поэтик компоненты хатта тарихи-ырыу атама­һына барып тоташа. Унда ошондай өҙөк бар:
Һаҡмарыма ҡайтам – Бүреләргә,
Бүреләрҙең бында ояһы:
Баш Бүре,
Һаҡмар Бүреһе,
Ҡатралы Бүреһе,
Наҙарғол Бүреһе,
Таналыҡ Бүребайы... –
Ана ниндәй өйөр булғанбыҙ!
Таралғанбыҙ, донъя тулғанбыҙ!
Инә Бүре алып килгән беҙҙе
Күпме ара үтеп Алтайҙан...


Ырыу тарихы ярылып ята бында. Тик поэма тарихи әҫәр түгел, сөнки шағир үҙ ырыуының бө­гөнгө яҙмышы хаҡында уйлана. Уйланырлыҡ урын да бар: тыуған ауылы Таңатар Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Таналыҡ, Һаҡмар йыл­ғалары ағыштары йыуашланған, ҡыуан елдәргә бирешмәй ятҡан дала битенән уңдырышлы тупраҡ ҡатламы йоҡарып бөтә бара.
Тарихи фекерләү Ҡәҙим Аралбай шәхсиәтенең йәнә ошондай мөһим үҙенсә­легенән дә килә: милләттең бөгөнгө яҙмышы өсөн тәрән борсолоу. Ергә-һыуға эйә булыу хоҡуғы, телдең тиңдәр ара­һында тиң булып йәшәүгә хоҡуғы милләт азатлығы, дәүләт үҙаллылығы кеүек көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе күтәрә һәм яҡлай Ҡәҙим Аралбай шиғриәтендәге тарихи фекерләү. Тимәк, тыумыштан килгән асы­лыңды барлау тойғоһо шәхес формалашыу барышында тарихи ҡараш булып ойош­ҡан, нығынған һәм таланттың үҙен­сәлекле асылыуына, үҫеүенә ерлек биргән. Шәхсиәт менән шиғ­риәт бер-береһен шулай ҡеүәт­ләй, шағир менән уның ижадын тығыҙ бер бөтөн итә, ижадҡа тормошсан­лыҡ бирә.
Тик шулай ҙа шағир ғәме ҡыл­ғанлы дала, Һаҡмар, Таналыҡ йыл­ғалары, Мәм­бәт ырыуы кеше­ләре ысынбарлығы менән сиклә­неп ҡалмай. Ижадында киң иле­беҙ, төрлө халыҡтар тормошон­дағы бик күп ваҡиғалар, шәхестәр урын ала. Ә айырыу­са тулы кәүҙәләнгән ысынбарлыҡ – үҙ тиҫтерҙәренең рухи биография­һы. Ошо асылды “Шиғриәттә – быуын яҙмышы” тип дөйөмләште­рергә мөмкин. Был йәһәт­тән Ҡәҙим Аралбай ижады Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаев, Ирек Кинйәбулатов, Әнисә Таһирова, Ғәзим Шафи­ҡовтар шиғриәтенә ауаздаш. Бала сағын һуғыш уты көйҙөргән был быуын, ергә сүктерерҙәй ауырлыҡтарҙы ла еңеп йәшәгән кешеләр, һәр саҡ тормош йөгөн дә, ижад йөгөн дә төпкә егелеп тартты һәм тарта. Ошо шағир­ҙарҙың тауышы баш­ҡорт лири­каһында бер аҙ ҡырыҫыраҡ яңғыраған һымаҡ. Ә Ҡәҙимдең шиғырҙары тағы ла ҡырыҫыраҡ төҫлө. Был да шәхсиәттән килә­лер. Буран ҡоторған далала юлға сыҡҡан кеше ниҙәр генә күрмәй: аҙашыуҙар, өшөп-туңыуҙар. Ярай ҙа, бөтөнләй аҙашмайынса, имен-аман барып сыҡһаң. Аяуһыҙ ҙа заманалар... СССР тигән ныҡлы дәүләттең юҡҡа сығыуы ғына – ниндәй ғибрәт. Ошондай заман­дарҙа әҙәбиәт тә ҡаты һынау тота. Ә шиғриәт айырыуса ҡы­рыҫлана, ҡәтғи сифаттар ала. Уның ҡарауы, ҡырыҫ лирика заман­даштың ихтыяр көсөн тәрбиәләүгә һәләт­ле, изгелекте, матурлыҡты тәрәнерәк тө­шө­нөргә һәм баһаларға ярҙам итә. Йәшәү бәхетен, тормош ҡәҙерен бөтә ысынбар­лығында аңларға, тойор­ға булыша.

Ысын тормош һәм халыҡсан геройҙар


Тиҫтәләрсә шиғри йыйынтыҡ­ авторы, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙе ижад иткән үҙен­сәлекле геройҙары менән киң ҡатлам уҡыусы күңелендә урын алды. Уның яратып йырлаған образдары һәм күренештәре инде тулыһынса асыҡланған, бик күп әҫәрҙәрҙә улар ҡабат-ҡабат күҙ алдына баҫтырылған.
Ҡәҙимдең геройҙары ысын донъянан, йәғни тормоштоң үҙе­нән яралған. Нәҡ ошо хәл – ысынбарлыҡтан алынған герой­ҙар – Ҡәҙим Аралбай поэзияһына тормош­санлыҡ, халыҡсанлыҡ алып килә. Атай. Әсәй. Ер-әсә. Заман. Тарих. Ғаилә. Мөхәббәт – уның бөтә шиғриәте, шиғыр, поэмалары, робағиҙары буйынса һынлан­ған образдар. Ә лирик герой иһә (уны күп осраҡтарҙа шағирҙың үҙе тип ҡабул итергә мөмкин) – шуларҙың һәммәһен күҙенән һәм күңеленән үткәреүсе.
Ата-әсәгә уллыҡ илтифатлығы һәм ихтирамы, оло һөйөү яңғырай Ҡәҙим Аралбай әҫәрҙәрендә. Әсә – изгелек, сафлыҡ, эшсәнлек символы. Ошо фекер күп шиғырҙар аша үтә. Шулар араһынан “Әсә­йем шишмәләре” айырыуса күңелгә үтеп керә.

Шишмә асырға яратты
Ғүмер буйы әсәйем.
Шишмәләреңдән, әсәйем,
Ятып һыуҙар эсәйем.
...Шишмә асырға яратты
Тынғыһыҙ йән – әсәйем...
Мөлдөрәп аҡҡан шишмәңдән
Ятып һыуҙар эсәйем...


Ҡәҙим Аралбай поэзияһында Әсә образы ифрат тәрән мәғә­нәле: әсә сафлығы һәм паклығы бөгөн, донъяны фәнни-техник революцияның төрлө-төрлө зарарлы эҙемтәләре баҫҡан саҡта, кешенең күңел яраларын имләй, рухтағы ауыр юшҡындар­ҙы йыуа.
Атай ҡаны ла көслө аға шағир булмышында.
Ғүмереңде, атай, дауам итәм,
Бер һыҡтаныу минән ысҡынмаҫ! –
Ут эсенә мин инергә әҙер,
Ут эсенән тик бер ҡысҡырһаң! –

тигән тәрән йөкмәткеле мөрә­жәғәте бар Ҡәҙимдең. Атаһын ул фотоһүрәте буйынса ғына белә. “Атай һүрәте” – ана шул хаҡтағы шиғыр:

Атайымдың берҙән-бер рәсемен
Юғалттыҡ та,
Күпме әсенеп,
Эй эҙләнек...
Бары бушҡа булды
Һаҡлап алып йөрөү йәшереп...
Хәтеремә һеңгән шундай һыны:
Муйыл күҙҙәр беҙгә төбәлгән;
Һынап ҡарай,
Алмаштарын барлай –
Уландарын, гүйә, теүәлләй.
Үҫмер саҡтың үрле һуҡмағында
Ошо ҡараш ҡалды сәселеп.
Әммә таптым –
Комсобилетымдан
Баҡты миңә... атай рәсеме...


Ҡәҙим өсөн яугир атай – мәңгелек пос­та. Ә үҙен һәр саҡ уға алмаш тип иҫәпләй. Ошо тойғо уның атай хаҡындағы ши­ғыр­ҙарына ҡәтғилек, пафослы­лыҡ сифаттары алып килә. “Һынап ҡарай, Алмаштарын барлай – Уландарын, гүйә, теүәлләй” тигән юлдар ана шул хаҡта һөйләй.
Әсәй-атай – Ҡәҙим Аралбай поэзияһы­ның айырылмаҫ юлдаштары, баҙыҡ образдары. Әсәй менән атай Ҡәҙим шәхесен­дә шәфҡәтлелек, сафлыҡ һәм яугирлек рухы тәрбиәләһә, шиғ­риәтендә был образдар лиризм һәм публицистик үткерлек булып формалаша.


Ер-Әсә йырға күсә

Ер-Әсә – Ҡәҙим Аралбай ижадындағы шулай уҡ киң кәүҙәләнеш алған образ. Ҡәҙим – тыуған төйәгенә иң ныҡ берек­кән шағирҙарҙың береһе, ҡыл­ғанлы дала йыр­сыһы. Был дала мең төрлө төҫ-сағы­лыш­тарҙа һынлана, был дала шағирҙы берсә шатландырып, берсә моң­ландырып, берсә хафаларға һа­лып йәшәй йөрәгендә, мәңгелек тынғыһыҙлыҡҡа саҡыра, ижад итергә илһам бирә.

Ғәзиз төбәк, тим дә күккә бағам,
Таҙарынам ваҡлыҡ, яҙыҡтан.
Таналыҡтан әгәр ҡот алмаһам,
Яҙыр ине йәнем аҙыҡтан.

Тыуған яғым, тим дә күккә бағам,
Шәфҡәт һорап ергә тәңремдән.
Ҡаҡ даламда ямғыр бейегәндә,
Ерем моңо тулай йәнемдә.


Башҡортостандың башҡа тө­бәк­тәренә юл төшкәндә, Ҡәҙим уларға үҙенең далаһы аша баға, ошо нигеҙҙә үҙенсәлекле тәрән сағыштырыу барлыҡҡа килә. Бөрйәнгә, Ал­тайға, Алатаулы Ҡаҙағстанға арналған шиғырҙар шәлкемдәрендә ошондай поэтик мәл айырыуса асыҡ күренә. “Алатау шаң­да­уы” шиғырында ошондай строфалар бар:

Мин дала улы булғанға,
Тауҙар – бер сихри донъя:
Ҡаялары – бикле ҡәлғә,
Таштары – зиннәт улъя.
Даламдың үҙ матурлығы –
Үҙ еҫе, киң сәхрәһе.
Тауҙарҙың үҙ хозурлығы
Аҡ болоттар сәхнәһе.
Тауҙар миңә үпкәләмәҫ,
Тапһам да тәнгә дауа,
Әрем еҫе аңҡып ятҡан
Далама ҡайтып ауам.


Ҡәҙимдең шиғырҙары араһын­да оло мәғәнәгә эйә ошондай бер строфа балҡып тора:

Аҡ ҡылғандар,
Уйҙарымдың осо
Әллә ниңә һеҙҙән башлана...
Йыһан гиҙеп ҡайтһа,
Космонавт та
Даланың сал ҡылғандарын ҡосоп,
Ватан ҡосағына ташлана.


Шағир һәм ил яҙмышы берлеге, тыуған төйәк һәм Ил-Әсә яҙмышы уртаҡлығы ни тиклем тәбиғи кәүҙәләнеш алған бында! Бер деталь-картинала бөтөн бер оло хәҡи­ҡәт дөйөмләштерелгән. Кескәй Ватан менән оло Ватан шағир шәхесе аша бер бөтөн булып ойоша. Ер-Әсә йырға күскән.
Ә Тыуған ерҙең бөгөнгө хәүеф­ле экологик хәле хаҡында борсолоу Ҡәҙим Аралбай шиғриәтенә драматизм рухы алып килә. Шунлыҡтан бындай шиғырҙар граж­данлыҡ лирикаһы төҫөн ала. Ҡәҙимдең замандашты тыуған ергә, Ер-Әсәгә ысын хужаларса хәстәрлек менән йәшәргә саҡыр­ған сая тауышы нисәмә йылдар буйына көслө яңғырап килә.
Бөгөнгө көн өсөн ул – шағир-граждан. Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным, һыуҙар би­регеҙ!” поэмаһында набат булып яңғы­раған Ер-Әсә матурлығының вәхшиҙәрсә юҡҡа сығарылыу темаһы Ҡәҙим Аралбай ижадында һәр саҡ өҙлөкһөҙ һәм көсөргә­нешле яңғырай. Ер-Әсә шул рәүешле шағирҙы тормошҡа тамырландырыусы, заман хәстәр­лектәренә тоташтырыусы, илһам биреүсе, һәр саҡ көсөргәнештә тотоусы, шиғриәтен һәм публи­цистикаһын үткер итеп сарлаусы хәл иткес ысынбар­лыҡ булып ҡала.

Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780