Әҫәрҙән өҙөк
— Әсәй, ниңә беҙҙе иртә ташлап киттең? Бында ҡыйын. Һине уйламаған көнөбөҙ юҡ. Ишетәһеңме мине, әсә-ә-әй!
— Сеү, илама, улым. Күҙ йәштәрегеҙ ҡәберемә һыу булып тула. Белһәгеҙсе, ни хәтлем йәнем өҙгөләнгәнен... Анау көндә тәрбиәсегеҙ асҡыс менән һинең башыңа һуҡҡанын күрмәне тиһеңме, улыҡайым? Эй, әрненем шунда! Тик ярҙам итә алмайым, шуныһы үкенесле...
— Теге донъяла рәхәт, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
— Йән киҫәккәйҙәремдән айырылғас, ожмахтың да тәмен һиҙмәйем. Һеҙҙең менән хушлашҡан һуңғы минуттарҙы иҫкә төшөрәм дә һыҡтайым. Ә һин унда үҙеңде ҡыйыу тоттоң, улым.
— Ул көндө мин бөгөнгөләй хәтерләйем. Бөтә халыҡ Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә ине. Ә һин шул көндә, ғәҙәттәгесә, ауырының. Әсәй, нисек түҙҙең икән шул хәтлем һыҙланыуҙарға? Өс йыл яттың бит тормайынса. Дауаханаға ла ниңәлер ашыҡманың.
— Әле булһа үкенәм, балам. Табиптар мине күпме өгөтләне, операцияға ят тип. Әгәр унан баш тартһаң, был шештең ҙурайыу ихтималлығын да иҫкәрттеләр. Береһенән-береһе кеселәремде яңғыҙҙарын ҡалдыра алманым. Атайығыҙ көн һайын эштә. Дауаханаға бер мәл ятырға булғайным да ул, өс кенә йәшлек Зөлфирәбеҙ итәккә килеп йәбеште лә иларға тотондо. “Әсәй, ташлама инде беҙҙе, ташлама”, ти. Уның артынса һеҙ өсәүләшеп мине һырып алдығыҙ. Һәр кемегеҙҙең күҙе йәшкә тулған. “Китмә, әсәй”, тиһегеҙ. Мөлдөрәп төбәлгән күҙҙәрегеҙҙе күреп, нисек ҡалдырып китмәк кәрәк. Ҡалдым шул. Ә аҙаҡ инде һуң булды. Табиптар яман шеш тапты... Ҡабат аяҡҡа баҫа алманым.
— Һуңғы айҙа ауылдағы фельдшер Хәнә апай һиңә аҙна һайын укол һала торғайны. Ул ауыр ғына сумаҙанын тотоп килеп инә лә баш осоңа ниндәйҙер шешә менән дарыу ҡуя, аҙаҡ шуны ҡулыңдағы ҡан тамырыңа ебәрә. Шунан һуң кәйефең дә күтәрелеп китер ине. Тик һуңғы көндәрҙә беҙгә йышыраҡ килә башланы фельдшер. Әллә күпме укол яһай ҙа ҡайтып китә. Ә унан ҡалған шприц-фәләндәрҙе мейестә яндыра инек. Яңы йылды ҡаршылар көндә бигерәк һыҙландың шул. Ниндәйҙер ҡурҡыныс тауыштар сығарып ыңғыраштың. Быны күреү беҙгә лә ауыр ине. Атай ҙа үҙенә урын таба алмай. Бер тышҡа сыға, бер инә. Туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтә. Бүтән көндәге кеүек беҙҙең менән уйнаманы ла. Ә һинең хәлең һәйбәтләнмәне. Ахыр сиктә, атай мине Алһыу апайым менән Хәнә апайға ебәрҙе. Яйлап йөрөмәгеҙ, ти, әсәйегеҙҙең хәле хөрт. Үҙе һине өйҙә яңғыҙыңды ҡалдыра алмаған, күрәһең. Беҙ йән-фарманға фельдшерҙың өйөнә йүгерҙек.
Хәнә апай беҙҙе күргәс тә, эштең нимәлә икәнен аңланы шикелле. “Байрамға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды, әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ”, — ти. Апайым менән икебеҙ өҫтәл янына ултырырға ашыҡманыҡ. Тиҙерәк килеп укол яһауҙарын һыҙланып көтөп ятыуыңды беләбеҙ бит. Шулай ҙа фельдшер күндерҙе. Ҡабаланып ҡына берәр шәшкене “түңкәрҙек” тә кейенә башланыҡ. Беҙҙең өҙгөләнеүебеҙҙе күреп, Хәнә апай ҙа башҡаса көсләшеп торманы. Ғәҙәттәгесә, дарыуҙар менән тулы ҙур сумаҙанын алғас, беҙҙең яҡҡа атланыҡ.
Тышта ап-аҡ ҡар яуа. Белһәңсе, әсәй, шул ваҡытта минең нимә теләгәнемде! Әсәйем тиҙерәк йүнәлһен тигәйнем... Тик ул барыбер тормошҡа ашманы. “Хәнә апай, берәй яҡшыраҡ дарыуығыҙ юҡмы? Әгәр булһа, бирегеҙсе уны әсәйемә. Мин ҙурайһам, һеҙҙең алдығыҙҙа буш ҡалмам”, — тип үтенгәйнем шунда. Фельдшер бер һүҙ ҙә әйтмәне, бары ауыр һулап ҡуйҙы. Ул шул көндә һиңә тағы ла укол яһаны, һуңынан ҡағыҙға ҡултамғаңды ҡуйҙыртты. Яңы йыл етеүгә ике сәғәт ҡалды тигәндә, хәлең яҡшырғандай тойолдо. Тик барыбер өйҙә байрам кәйефе юҡ.
Хәнә апай изге бурысын үтәгәс: “Оҙатып ҡуйығыҙ әле”, — тип атайға өндәште. Кәртәлә икәүләшеп нимәлер хаҡында оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙолар. Күпмелер ваҡыт үткәс, атай инде. Ҡаштары төйөлгән, йөҙөндә ниндәйҙер моңһоулыҡ сағыла. Быны һин үҙең дә һиҙҙең бит, әсәй. Етмәһә, фельдшер нимә хаҡында әйтте, тип атайҙан ҡат-ҡат һораның. “Бер нимә лә тимәне, Гөлнурым, оҙаттым ғына”, — тине ул. Тағы бер сәғәт ваҡыт үтте. Беҙ, дүрт бала һәм атай, һинең яныңда ултырабыҙ. Ике ағайым менән апайым был мәлдә ҡалала уҡыуҙа ине.
Нисек ете балаға ғүмер бирергә ҡыйыулыҡ таптың, әсәй? Ауыр булғандыр һиңә. Яңы йылға һанаулы ғына минуттар ҡалды. Ниңәлер байрамға әҙерлек тә булманы өйҙә, атайҙың да мәшәҡәте етерлек. Эстән генә киләһе йыл бары һаулыҡ, именлек килтерһен өйөбөҙгә тигән теләгемде әллә күпме ҡабатланым.
“Утты һүндерегеҙ, зинһар”, — ти башланың бер заман. Ятҡан ереңдән йә һул яҡҡа, йә уңға башыңды борғоларға тотондоң. Атай беҙҙе икенсе бүлмәгә алып инде. Ә һинең шул уҡ һүҙҙәрең йәнә ҡабатланды: “Утты һүндерегеҙ, утты!” Ыҙалауыңды бәләкәстәрем күрмәһен тинеңме? Әллә беҙҙе ҡурҡытмайым тип уйланыңмы? Ошо төндә беҙҙең йөрәк нисек типкәнен белһәңсе?! “Әсәй үлергә итә шикелле” тип хафаға ҡалды Әлиә апай. Быны ишеткәс, күмәкләшеп иларға тотондоҡ. Егет кеше күҙ йәшен түгергә тейеш түгел, тигәйнең бит. Мин әйткәнеңде үтәргә тырыштым. Һиҙмәҫтән, өҫ кейемемдәге төймәмде лә өҙгәнмен икән. Иламаҫ өсөн аҙаҡ уны тешләп алдым. Шул тиклем көсәнгәнмен, хатта алғы тештәрем сатнап киткән. Ҡыҙҙар туҡтауһыҙ илай, күпме тырышһам да, күҙ йәшемде тыя алманым.
(Аҙағы бар).Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.