Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәгендә ут дөрләй
Йөрәгендә ут дөрләй Уның булмышын ут менән сағыштырырға була. Халҡына яҡтылыҡ һәм йылы бөркөп, осҡондарынан кешеләр күңелендә усаҡ ҡабыҙып, янып йәшәй Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир һәм журналист, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Сәлимов.


Уның “Ғәмәл дәфтәре”нә күҙ йүгертеп сыҡһаҡ, шулар шәйләнер: Ғафури районының Яугилде ауылы егете Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә директор урынбаҫары, тыуған ауылындағы белем усағында директор булып башлай. Бер аҙҙан талантлы йәш белгес “Йондоҙ” район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, һуңынан республика йәштәренең “Ленинсы” гәзите мөхәррире урынбаҫары итеп үрләтелә. Башҡорт йәштәре гәзите “Йәшлек”те булдырыуға ҙур көс һала, уның мөхәррир урынбаҫары була. Бер аҙҙан Ниязбай Булатбай улы Ғафури районының “Звезда” — “Йондоҙ” гәзите мөхәррире итеп ҡуйыла. Уның тырышлығы менән Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып башҡортса “Табын” гәзите донъя күрә. Ырымбур өлкәһе йәмәғәтселеге үтенесе буйынса, ошо гәзит редакцияһы нигеҙендә Ырымбур башҡорттарының “Каруанһарай” гәзитен нәшер итә.
Абруй ҡаҙанып өлгөргән “Табын” гәзите мөхәррирен “Йәшлек” гәзитен етәкләргә саҡыралар. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә ул ошо баҫманың тиражын ике тапҡырға арттырыуға ирешә.
Артабан Ниязбай Булатбай улы Башҡортостан Президенты Хаки­миәтендә эшләй, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире була. Әлеге көндә – Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урын­баҫары.
Еңел генә теҙеп сыҡҡан ошо юлдар араһында күпме ғазаплы һәм ләззәтле йылдар ята! Улары иһә күңел нурҙары булып китаптарына, мәҡәләләренә теркәлә барған, шиғырҙар булып ҡанатланған. “Ҡурсаҡ булғым килмәне”, “Атайым йомаҡтары”, “Әнүзә һәм шуҡ кәзә”, “Ҡояш – ул ҡош” тигән шиғри китаптары менән ул балаларҙың күңеленә үтеп инде, “Ураҡ осоро” йыйынтығы шиғриәт һөйөүселәрҙең йөрәген елкендерҙе...
Ниязбай Сәлимовтың илһамлы ҡәлә­менән ағылған юлдар тураһында оҙон-оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Мәҫәлән, быйыл бер нисә ай эсендә генә респуб­ликабыҙҙың төрлө гәзит-журналдарында донъя күргән “Тарихи мираҫ һағында”, “Мәҫәлдәге Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош кеүек...”, “Шәжәрә – тарихҡа тәҙрә”, “Тел яҙмышы – үҙ ҡулыбыҙҙа”, “Һәйкәлдәр – тереләр өсөн”, “Сәсән һүҙе – аҡыл ҡаҙнаһы”, “Урал бөркөтөнөң үлемһеҙ осошо” кеүек яҙмаларын телгә алыу ҙа етә. Уларҙа автор телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ яҙмышы, ил улдарының батырлығы тураһында уйлана, милләтте борсоған мәсьә­ләләрҙе күтәрә.
Ниязбай Сәлимовтың күптән түгел донъя күргән “Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов” тигән китабы рухиәтебеҙ ҡаҙнаһын байытты тип икеләнмәй әйтергә була. Бала сағынан уҡ Мәжит Ғафури менән дуҫ булған, “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә бергә уҡыған данлы сәсәнебеҙ тураһында бөгөн беҙ онотоп барабыҙ. Ә бит уның “Салауат менән Юлай” поэмаһы ғына ни тора! Әлбиттә, сәсәнебеҙ ижадын халыҡҡа ҡайтарыу йәһәтенән Ниязбай Сәлимов тарафынан ҙур эш башҡарылған, күпме архив материалдары табылған: “Вәлиулла мәҙрәсәлә бик яҡшы уҡый, тәнәфестә лә китабын ҡулынан төшөрмәй. Хатта хәлфәләр үҙҙәре бушамағанда уға дәрес үткәрергә ҡушыр булған. 1910 йылда мәҙрәсәне уңышлы тамамлағас, Вәлиулланы, иң яҡшы шәкерт булараҡ, алыҫ Үзбәкстанға имам-хатип итеп эшкә ебәрергә уйлайҙар. Әммә ул, мин башҡорт балаларын аң-белемле итер өсөн ғилем эстәнем, тип тәҡдимдән баш тарта. Шунан ул хәҙерге Ауырғазы районына ҡараған Үтәймулла ауылына эшкә килә. Йәш мөғәллим мәҙрәсәлә дини дәрестәрҙән тыш донъяуи фәндәрҙе – арифметика, рус теле, яҙыу һәм тасуири уҡыу дәрестәрен алып бара.
Ауыл ҡарттары: “Вәлиулла, дини әсбаптарҙан ситләштерәһең бит балаларҙы, үҙең һымаҡ дәһри (динһеҙ) булалар инде”, – тип шаулашҡас, ул: “Етер һуҡырлыҡ, йәштәрҙең күҙен асырға кәрәк”, – тип яуаплай”.
Әйткәндәй, Вәлиулла Ҡолом­бә­товтың ошо дәүерҙәге эшмәкәрлеге Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы” романында ярайһы уҡ тулы һүрәт­ләнгән.
Ғөмүмән, Ниязбай Сәлимовтың публицис­тикаһы – үҙе бер донъя. Уларҙы мауыҡ­тырғыс әҫәр кеүек кинәнеп уҡыйһың. “Башҡорт әҙәби теленең публицистика стиле” тигән фәнни хеҙмәт яҙған заман­дашыбыҙ, һис шикһеҙ, был жанрҙың алымдарын, тәьҫир ҡеүәһен биш бармағы кеүек яҡшы белә.
Тамсы ла шигем юҡ: илгә, телгә, халыҡҡа булған һөйөүен һүҙҙә генә түгел, эш менән раҫлаған Ниязбай Сәлимовтың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен ҡәләм әһелдәре хуплар, моғайын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779