Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәғлүмәт менән кисерештән тарих тыуа
Мәғлүмәт менән кисерештән тарих тыуа Ошо көндәрҙә Динә Мырҙаҡаева күркәм юбилейын билдәләй. Саҡмағош районының Иҫке Үҙмәш ауылында тыуып үҫә ул. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә дәреслектәр редакцияһында эшләй, унан республикабыҙ халыҡтары әҙәбиәте бүлеген етәкләй. Нәшриәт тарихына, уның хеҙмәткәрҙәренә бағышланған китаптар, кластан тыш уҡыу әсбаптары авторы. Тәржемә менән дә әүҙем шөғөлләнә: бер нисә быуын мәктәп уҡыусылары тарих, география, йәмғиәт белеме, математика һәм башҡа фәндәрҙе Динә Ғәйнелбаян ҡыҙы башҡортсалаған дәреслектәрҙән өйрәнде һәм әле лә өйрәнә. Тәүгеһенән алып яңы 2017 йылғыһынаса Башҡортостан йыртма календарының, мәктәп календарының даими автор-төҙөүсеһе. “Ил батыры Салауат”, “Дәһшәтле йылдар шаңдауы”, “Изгелек һуҡмағында” һәм башҡа йыйынтыҡтарҙы, “Аҡсарлаҡ” альманахтарын туплап нәшергә әҙерләй. Мәҡәләләре “Башҡортостан”, “Кызыл таң” биттәрендә, башҡа гәзит-журналдарҙа даими баҫыла килә.
Динә Мырҙаҡаева – әле Өфөнөң “Ихлас” мәсете тарафынан сығарылған “Ихлас-Шәриф” журналы мөхәррире, Рәсәй һәм Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзына, республикабыҙ Халыҡтар дуҫлығы йортона бағланышлы “Сәхипъямал” төбәк ойошмаһы етәксеһе. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Вәзих Исхаҡов исемендәге премия лауреаты, күп тапҡыр Рәсәй һәм республикабыҙҙың Матбуғат, Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Динә Ғәйнелбаян ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлап, уның хаҡында замандаштарының фекерҙәрен бирергә булдыҡ.

* * *

Нәшриәттә хеҙмәт юлын башлаған тәүге йылдарынан уҡ беләм Динә Мырҙаҡаеваны. Шағирә, хәҙер Америкала йәшәгән Нурия Измайлова, инде матбуғат ветераны Мәликә Әминева менән әхирәт булып, шиғыр яҙышып йөрөй торғай­нылар.
Һайлаған һөнәренә, хеҙмәт юлын башлаған ойошмаһына тоғро ҡалды Динә. Ул етәкләгән республикабыҙ халыҡтары әҙәбиәте бүлегенең төҙөлөүе һәм 1993 йылдан бирле уңышлы эшләп килеүе – Динә Ғәйнелбаян ҡыҙының булдыҡ­лылығының, ойоштороу һәлә­тенең, авторҙар менән кешелекле мөғәмәлә итә белеүенең һөҙөмтәһе.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
(2010 йыл).



* * *

Динә Мырҙаҡаева – төрки ҡатын-ҡыҙҙарының иң гүзәл сифаттарына эйә булған ханым. Баҫалҡылыҡ, уңғанлыҡ, ярҙам­сыл­лыҡ хас уға. Һәләтле журналист ҡына түгел, бына тигән хужабикә, изге әсәй, тоғро ҡатын да ул. Беҙ уның ире Факил Сәлих улы менән оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналында бергә эшләнек. Мырҙа­ҡаевтарҙың бер-береһенә булған ихтирамлы мөнәсәбәт­тәренә бөтә коллектив һоҡлана ине. Шундай татыу ғаиләлә генә ижади мөхит һаҡлана ла инде. Балалар ҙа яҡшы, дөрөҫ тәрбиә ала.

Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағирәһе,
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

* * *
Динә Мырҙаҡаеваның “Китап”: Рухиәт шәжәрәһе” йыйынтығы үҙ эсенә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең 90 йыллыҡ тарихын ғына алмай, унда башҡорт китабының барлыҡҡа килеүе, халыҡ тормошондағы әһәмиәте хаҡында ла бәйән ителә, уға тотош дәүерҙәр, яҙмыштар, китап тарихы һыйған. Бер нисә ғилми хеҙмәткә торошло был баҫма аша Башҡортостан ерлегендә китап сығарыу эше күҙ алдына баҫа.
Быуындарҙың алмашыныуын, күп милләтле төбәктә әҙәбиәттең аҡҡа ҡара менән яҙылған тарихын сағылдырған бындай баҫма әлегә юҡ ине. Шуныһы менән дә ҡиммәтле был йыйынтыҡ. Баҫма мәғлү­мәткә шул тиклем бай, улар республикаға бәйлеләре менән генә сикләнеп ҡалмай. Донъялағы тәүге яҙмалар, эпос, дини китаптар һәм башҡалар хаҡында хроник белешмә бирелә, китап тураһында донъя әҙиптәренең, ғалимдарҙың әйткән фекерҙәре тупланманың офоҡтарын киңәйтеп ебәрә. Милли республикабыҙҙың яҙмышы китаптарҙа сағыла тибеҙ икән, “Китап” нәшриәте хаҡындағы йыйын­тыҡта даталар, ваҡиғалар, кешеләр аша төбәктәге китап яҙмышы тасуирлана, нәшриәттең төрлө за­ман­дағы, дәүерҙәге һулышы һәр биттә тойолоп тора.
Автор – үҙе нәшриәттә дүрт тиҫтәгә яҡын йыл эшләгән, 500-ҙән ашыу исемдәге әҙәби, фәнни-популяр, белешмә китаптар, әсбаптар әҙерләгән нәшерсе. Был мөхит, был эштең бөтә нескәлеге, үҙенсәлеге уға үҙ, таныш, ғәзиз. Әгәр сәхнә донъяһы менән сағыштырһаҡ, мөхәррир, нәшерсе – ул режиссер кеүек. Әҫәрҙең йомғаҡтай йомарланған эске моңон, логик концепцияһын һүткәндә нәшерсенең һиҙгер күңеле, профессиональ кимәле хатта кескәй генә хилафлыҡтарҙы күреп, тойоп ала. Динә Ғәйнелбаян ҡыҙының йылы тойғо менән яҙылған икенсе бер китабында – “Нәширҙәр” йыйынтығында – тап шундайҙар китап сығарыуҙа күҙ нурҙарын түккән, үҙ эшен яратып башҡарған һөнәр эйәләре холоҡ-фиғеле менән күҙ алдына баҫа.
Һүҙ барған был ике баҫма – китап сығарыу эше буйынса төбәк энциклопедияһы ул һәм үҙенсәлекле тармаҡты яҡтыр­тыуы менән “тәүге ҡарлуғас” булып айырылып тора.
Лариса АБДУЛЛИНА,
шағирә, журналист,
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


* * *
Автор булараҡ, Динә Мырҙа­ҡаеваның китаптары тураһында һүҙ барһа, уның бер уникаль баҫмаһын иҫләмәйҙәр, ғәҙәттә. Ул иң берен­селәрҙән башҡорт­са кроссвордтар, чайнвордтар йыйынтығын сығарыусы ла бит! Сирек быуат элек ул саҡтағы Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Ризуан Хажи­евтың хуплауы менән нәшер­ләнде китап. Һүрәттәрен мин эшләнем. Тыуған Башҡорт­останыбыҙға, бөйөк шәхестәре­беҙгә бағышланғанға, тәрбиәүи йөкмәткеле булғанға, йыйын­тыҡты уҡытыусылар ҡуш ҡул­лап ҡабул итте, кисәләрҙә, викториналарҙа рәхәтләнеп файҙа­ландылар.
Һүрәттәр яһағанда Динә еңгәнең шундай мәшәҡәтле, күп ваҡытты алған мауығыуына – йыбанмай башват­ҡыстар ҡойо­уына хайран ҡалып, һүҙҙе, телебеҙҙе ҡәҙерләүенә һоҡлан­дым. Ижади, тырыш, эшһөйәр пар улар Факил ағай менән. Оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәп, бәхетле йәшәһендәр!

Нәсих ХӘЛИСОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782