Бәләкәй саҡта ағайҙарым әкиәт һөйләтеп, ул ваҡыттағы таҫмалы магнитофонға яҙҙыра торғайны. Аҙаҡ үҙең шуны эй иҫең китеп тыңлаған булаһың. Уйлаһаң, бер бала ләпелдәүе генә бит инде, әммә тәьҫире шундай һеңгән, хатта әле булһа күңел түрендә һаҡлана. Үҙем артығын да һөйләмәгәнмендер, бәлки, ләкин унан һуңғы тотҡан китабым “Әкиәттәр” тип аталды. Арыу уҡ ҡалынлыҡта, ә тышында аҡбуҙат һүрәтләнгән. Әгәр эсенә инеп китһәң инде, тәгәрәп ятып йәшәрлек донъя йәйрәй. Унда Урал тауы ҡалҡа, Ағиҙелдең шишмә башы сылтырай, Алдар батыр яуыздың билен быуған, Яҡтылыҡ изге көрәшкә сыға... Тик мин һүҙҙе бөгөнгө балалар йәшәгән әкиәт донъяһы хаҡында алып бармаҡсымын.Хәҙер сабыйҙарға әкиәт һөйләүсе һирәктер, ғөмүмән, ундайҙар булһа әле. Нисек тә һанлы заман үҙенекен итә. Китаптағы әкиәти донъялар йәнле һүрәттәрҙә терелә. Ике йәше лә тулып өлгөрмәгән сабый зәңгәр экранға текәлә. Тик үҫеп килгән быуын ғына халҡыбыҙҙың менталитетына, психологияһына тап килешле тәрбиә аламы? Ниңәлер ошонда шик ҡатыш хәүеф тыуғандай. Күпме таныштарымдың балалары ауыҙында бер һүҙ – “О, фиксики!”
Интернетта ла әле булһа төрлө яҙмалар күренеп ҡала. Бына шуларҙың береһе: “Еҙнәй менән икәүләп машинаһының магнитолаһын тикшереп ултырабыҙ. Нимәгәлер дисктарҙы йүнләп уҡымай. Уны улайтып та, былайтып та тигәндәй, еүеш сепрәк менән дә һөртөп ҡараныҡ. Барыбер эшләгеһе килмәй. Шул ваҡыт бәләкәй һылыуым килде лә: “Фиксики”ларҙы ярҙамға саҡырығыҙ, улар бөтә нәмәне йүнәтә”, – тип әйтмәһенме! Һын ҡатҡансы көлдөк”. Эйе, кемгәлер көлкөлөр, ләкин ошонда күҙгә йәш эркелә. Тик ҡыҙыҡ булғандан түгел, ә балаларҙың ниндәй тәрбиә алыуы хаҡындағы борсолоуҙан.
Уларға бит күңелдәренә матурлыҡ һеңдерергә ине. Юғиһә сит ил йәнһүрәттәрен ҡарай башлаһаң, ниҙәргә генә юлыҡмаҫһың... “Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар магазины” тигәнен ҡарағанығыҙ бармы? О, унда ниндәй генә ысул өйрәтелмәй!.. Йәнә әллә күпмеләрендә элмәк күрергә мөмкин. Береһендә хатта бала ошо донъяға шуның аша ҡарай һәм йәшәгән “һоро” тормоштан уға элмәк артында төҫлөһө күренгәндәй булып ҡала. Бер килеп ныҡлы төшөнкөлөккә бирелһәң, ошо йәнһүрәттәр хатта күңелеңә яҡын булғандай ҙа тойолор... Шул мәлдә анау бала ни эшләр икән? Әгәр дискты йүнәтергә кәрәккәндә “фиксики”ларға мөрәжәғәт итһә, был юлы ла ысулын табыр... Хатта бер аҡыл эйәһенең әйткәне иҫкә төшкәндәй: “Әгәр дошманыңды көс менән еңә алмаһаң, уның балаһын тәрбиәлә”.
Юҡ, кемделер дошман күреүем түгел был, ләкин беҙҙең сабыйҙарҙы кем һәм нисек тәрбиәләй? Хатта халыҡ ижадының аҫыл үрнәктәрен алғанда ла, әллә нисәмә быуынды тәрбиәләгән йырҙар булһынмы, мәҡәл-әйтемме йәки бишек йырҙарынан алып әкиәттәренә тиклем ул бары милләттенә генә хас психологияһын, идеяһын үҙенә һеңдерә. Ябай ғына миҫал алғанда ла, үҙебеҙҙең Ҡамыр батыр эргәһенә күршеләрҙең мейес башында ятҡан Иваны баҫа. Уйланырға урын барҙыр.
Бер саҡ Мәрйәм апай Бураҡаева менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Темабыҙ ҙа ошо юҫыҡта ине. Ул ошондайыраҡ фекерен еткерҙе: “Әгәр ҡарттың айыуға шалҡан һабағын биреп алдаштырыуы тураһындағы әкиәтте уҡыусылар алдында һөйләһәң, урыҫ балалары “Ҡалай шәп итте” тип ҡыуанасаҡ. Ә инде араларында халыҡ ижадынан тәрбиә алған башҡорт ултырһа, ул илаясаҡ. Ниңә тиһәң, айыуҙы йәлләүен белдерәсәк. Был – беҙҙең менталитет, үҙебеҙ алған тәрбиә, үҙенсәлегебеҙ”. Урал батырыбыҙ башҡа берәй халыҡтың геройы булһа, ул тереһыуҙы үҙе йотор ине, моғайын, тип ирекһеҙҙән уйлап ҡуяһың.
Йәнә шуны ла билдәләп китергә кәрәк: сит ил йәнһүрәттәре экран артында ғына тороп ҡалмай. Уларҙың персонаждары уйынсыҡ йә сувенир булараҡ һынланып, магазин һәм баҙар кәштәләрендә лә урынлаша. Балаң шуларҙы күреп ҡалһа, берәүһен генә алып биреүеңдән тынысланһа әле... Һуңынан айырылмаҫ дуҫтарға әүерелә үҙҙәре. Хатта йоҡлағанда шул уйынсығын ҡосаҡлап йоҡлар, төштәрендә уны күреп һаташыр, тик башынан һис сығармаҫ. Бәләкәй булғанда, иҫемдә, үҙебеҙ ҙә ҡараған әкиәт һәм киноларҙың геройҙары булып, уларҙың тауыштарын сығарып ҡылана торған инек. Был күптәргә таныштыр. Ә бына бала Ҡамыр йә башҡа батырҙар менән уйнай башлаһа, уларҙы иҫенән сығармай йөрөтһә, ниндәй кеше булып үҫәсәк! Иң кәмендә күңелендә ниндәйҙер булһа ла бер матурлыҡ өлгөһө йөрөтөр ине.
Билдәле ғәрәп ғалимы Әл-Ғәзәли кеше организмы хөкүмәт кеүек бер нисә “өлөштән тора” тигән. Был йәһәттән “мейе – хакимиәт, кәңәшмә органы, йөрәк – хаким, ғәмәл – уларҙың эшмәкәрлеге”, ти ул. Ғалим белдереүенсә, аҡыл йәки хистең береһен генә лә үҫтергәндә, кешенең дөйөм фиғеленә йоғонто яһаласаҡ. Тимәк, бала саҡтан күңелгә үрелгән ата-бабаларҙың изге хыялдары уның ғәмәлендә лә сағыласаҡ, тигән һығымта яһарға мөмкин.
Әммә был йүнәлештәге эш аҡһай беҙҙә, ошо йәһәттән замандан артта ҡалабыҙ. Кино темаһына килгәндә лә шул уҡ хәл тиергә мөмкиндер. Ә үҙ милләтебеҙгә генә хас сифатлы йәнһүрәттәр әле булһа юҡ. Был йүнәлештәге эш, эйе, еңелдән түгел. Ни генә тиһәң дә, башҡорт балаһы ҡарарлыҡ әкиәт режиссер ғына эшләй торған эш түгел. Унда психолог, педагогтарҙың, фольклор, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт буйынса белгестәрҙең дә ҡатнашлығы булырға тейеш.
Шулай ҙа өмөттө өҙөргә кәрәкмәй. Киреһенсә, бында ниндәйҙер ғәмәлдәр генә ярҙам итер. Күптән түгел Интернет селтәрендә ошо йүнәлештә эш атҡарыу – “башҡорт йәнһүрәттәрен” булдырыу идеяһы менән янған бер егетте осраттым. Һөйләшеүҙән хатта күңелдә ниндәйҙер ҡыуаныс, ғорурлыҡ тыуғандай булды. Флорид Бағаев был йәһәттән үҙенең фекерҙәре менән дә уртаҡлашты: “Был тема миңә ныҡ яҡын, сөнки үҙем дә атай кеше. Балам ҡайһы йәнһүрәтте ҡарауы, ниндәй тәрбиә алыуы миңә бик мөһим. Ни тиһәң дә, ғалимдар билдәләүенсә, сабыйҙың шәхес булып формалашыуының төп ваҡыты икенән алып биш йәшкәсә тап килә.
Ә идея үҙебеҙҙең башҡорт телендә танып-белеү йәнһүрәттәренең бөтөнләй булмауынан барлыҡҡа килде. Әйтәйек, әлифбаны, төҫтәрҙе, һанарға өйрәнеү. Минең ҡыҙым да төҫтәрҙе тәүҙә инглиз телендә ятлап алды, сөнки уларҙың йәнһүрәттәре сифатлы һәм мауыҡтырғыс итеп эшләнгән. Анимациялары хатта һәр йәшкә, уның психологияһына, донъяны ҡабул итеүенә тиклем күҙ уңында тотоп эшләнгән. Тауыштары, музыкаһы дәртле, иҫтә ҡалырлыҡ, һүрәттәре лә ҡыҙыҡлы.
Күптән түгел башҡорт телендә лә оҡшаш йәнһүрәт сыҡты, ләкин уны Ҡушма Штаттарҙа эшләгәндәр, хаталары ла бик күп. Ғөмүмән, ниңә әле беҙҙең балаларҙы океан аръяғындағылар тәрбиәләй? Уның нигеҙен тулыһынса тиерлек “Disney” ялмап алған. Хәҙерге сабыйҙарҙың кумирҙары булып та шуға “свинка Пеппа”, “Принцесса София”, “Кеше-үрмәксе”ләр тора. Һуң, беҙ тулы быуынды тәрбиәләүҙә контролде юғалтабыҙ булып сыға түгелме?!
Йәнһүрәттәр шулай уҡ телде үҫтереүҙә, танытыуҙа, пропагандалауҙа мөһим урынды тота – шуны ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәктер”.
Хәҙер өмөт ошондай егеттәрҙә инде. Бер ваҡыт, яҡын киләсәктә, үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы милли йәнһүрәттәр менән тәрбиәләрбеҙ тигән ышаныс та тыуғандай. Уйлаһаң, ана, берәүҙәрҙең кеме лә бит “дүрәк”, ә беҙҙең ҡамырыбыҙ ҙа батыр! Шуны онотмаҫҡа кәрәктер, моғайын.