Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әллә заман үҙе сыҡтымы... “Йәйләү”гә?!
Әллә заман үҙе сыҡтымы...  “Йәйләү”гә?! Бер кем дә шуны инҡар итә алмай: ил инәһе, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның халыҡ этнопедагогикаһына һәм йолаларына нигеҙләнеп, йылдар дауамында тупланған хеҙмәтенә ярашлы ойошторолған “Йәйләү” лагеры Башҡортостан рухиәтендә үҙенсәлекле күренешкә әйләнде. Быйыл да республиканың бер нисә төбәгендә эшләне Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған был программа. Шуныһы инандырҙы: “Йәйләү”ҙә бер тапҡыр ял итеп ҡайтҡан балалар унда ҡабат барыр өсөн атлығып тора. Сөнки, туған телдә аралашыуҙан тыш, бындағы туғанлыҡ мөхитендә ҡанда һаҡланған милли рух тойғоһо тоҡана һәм ул ҡыҙ-малайҙарҙы берҙәм ниәтле итә.


Баймаҡ районының иң матур урын­дарының береһе булған Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан “Орленок” лагерында ике йөҙгә яҡын бала башҡорт халҡының боронғо милли асылы менән танышып, XXI быуатта ошо рухи бай­лыҡты яңыса балҡытырға мөмкинлеген иҫбатланы. Хәйер, улар нимәлер иҫбатларға ла тырышмағандыр, бары тик үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләп, башҡорт телендә аралашып, милли мөхиткә сумды.
1939 йылда Түбә руднигы етәкселеге Талҡаҫ күле буйында “Голубка” пионер лагерын асҡан. Тәүге осорҙа балалар палаткаларҙа йәшәһә, артабан таҡтанан биналар төҙөлгән. Бында мәктәп уҡыусылары даими ял иткән, сәләмәт­леген нығытҡан. Заманында төрлө учреждениелар ҡарамағында булған лагерь хәҙер Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф идаралығына ҡарай.
Әллә заман үҙе сыҡтымы...  “Йәйләү”гә?!“Йәйләү”ҙең Баймаҡ районында нисек ойошторолғаны хаҡында ситтән күҙәтеп түгел, ә улымдың ҡараштары аша фекер йөрөтә алам. Хәҙер бит социаль селтәр­ҙәр әүҙем эшләй. Бик ҙур теләк менән юлланды уртансым был лагерға. Алдан әйткәнемсә, башҡа балалар кеүек үк, ул бында беренсе тапҡыр түгел. Әммә һис көтмәгәндә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ошондай яҙма хасил булды: “Ни өсөн башҡорт лагерында тик урыҫ те­лендә һөйләшеүселәр ҙә бар? Миңә бик уңайһыҙ”. Бер яҡтан, ғәжәп итмәһәм дә, икенсе яҡтан, ни булды икән “Йәй­ләү”ҙә тигән һорау ҙа тыуҙы. Яйлап ҡына тәрбиәселәрҙән, әйҙәүселәрҙән һора­шам. Хәйер, әгәр дөйөм Башҡортос­тан­дағы хәлде күҙаллаһаң, улымдың улай тип яҙыуына аптырарға ла түгел, сөнки башҡорт ғаиләләрендә туған телгә мө­нәсәбәт шул самалы, ата-әсә үҙҙәре үк балалары алдында урыҫса аралаша.
Әлбиттә, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һа­лып булмай, әммә телде өйрәнергә беҙгә үҙебеҙҙән башҡа берәү ҙә ҡамасаулай алмай. Бөгөн дәүләт статусындағы башҡорт телен яҡлаусы, һаҡлаусы закондар ҙа етәрлек. Ана, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов “илде етем итер мәлдәрҙә лә таба алған ҡурсыу сараһын”. XXI быуатта “Йәйләү” кеүек башҡорт рухиәте лагеры ойошторолоп, унда Мәрйәм Бураҡаева үҙе балаларыбыҙға аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл, ҡот тураһында һөйләй ала, бының өсөн көрәштәр аша булһа ла мөмкинлектәр тыуҙырыла икән, тимәк, хәлебеҙ ул тиклем үк мөшкөл түгел, йәмәғәт. Шуға күрә улыма былай тип әйткем килә: балам, һин иң тәүҙә үҙең башҡортса матур итеп һөйлә­шеүеңде, аңлашыуыңды дауам ит, дуҫтарың да артыңдан эйәрер. Ә лагерға туған телебеҙҙе өйрәнергә теләгән башҡа милләт ҡыҙҙары, малайҙары ла йыйылыуы һис насар түгел. Ата-әсәләр араһында ла: “Ниңә бында тик башҡорт мәҙәниәтен, тарихын өйрәтәләр?” – тип бола ҡуптарырға йыйыныусылар булған икән. Ҙур ҡалалар эргәһендәге социаль яҡлауға мохтаждарҙың балалары йыйылған ҡайһы бер лагерҙарҙы күргәне юҡтыр уларҙың. Ә бына минең күргәнем булды. Бер танышымдың балаһын ваҡытынан алда барып алғанын беләм, сөнки ундағы тәрбиәселәрҙең үҙҙәренең үк тәрбиәгә мохтаж икәнен күрҙек. Ә “Йәйләү”гә, Мәрйәм Бураҡаева етәкселек иткән лагерға, урынлашыуға ҡыуанырға ғына кәрәк: балаң тәүфиҡтың ни икәнен белеп ҡайтыр.
Әллә заман үҙе сыҡтымы...  “Йәйләү”гә?!Бында аяҡ баҫыу менән ҡолаҡҡа ҡурай моңо, йыр салынды. Улым һәм уның тәрбиәсеһе — Динә апаһы — ҡаршы алғас, тамашалар майҙанына юлландыҡ. Һигеҙ ырыуға бүленеп, 20 көн бергә аралашҡан балаларҙың сменаһы тамамланырға бер генә көн ҡалған. Ошо арала ҡыҙҙар һәм егеттәр башҡортса һөйләшергә (хатта урыҫ балалары ла), йырларға, бейергә, ҡурайҙа уйнарға, ҡумыҙ сиртергә өйрәнгән. Бөрйән, әйле, табын, тамъян, ҡыпсаҡ, юрматы, мең, үҫәргән ырыуҙары вәкилдәре булып көйгә баҫҡанда табандарынан ут сәсрәп торҙо.
Милли йолаларҙы өйрәнеү бының менән генә сикләнмәгән: балалар башҡа уйындар, көрәш-алыштар менән бер рәттән уҡ атырға ла өйрәнгән. Мәғлүм булыуынса, күптән түгел республи­кабыҙҙа беренсе тапҡыр мәргәндәр ярышы ойошторолдо. Башҡортостандан ҡыҙҙар аҙ ҡатнашты, тинеләр. Кем белә, киләһе йыл бәйгелә тап “Йәйләү”ҙә ҡулына уҡ, һаҙаҡ тотҡан берәй һылыу еңеү яулап та ҡуйыр әле.
Баймаҡ районы – Башҡортостандың беренсе тарихи баш ҡалаһын үҙ эсенә алған төбәк. Был яҡта бик күп арҙаҡлы шәхес тыуған. Шуға күрә тәбиғәт ҡосағына поход, сәйәхәттәр, Темәс тарихи-мәҙәни үҙәген барып күреү балаларҙың күңелендә, моғайын, тәрән эҙ ҡалдырғандыр. Бөгөн килеп кенә әллә ниндәй рухи күтәрелештәр көтөргә кәрәкмәй, әммә бала саҡта, үҫмерлек йылдарында алынған һабаҡ ғүмергә йөрәк түрендә һаҡланыусан. Ш. Бабич, Ә. Вәлиди кеүек шәхестәр тап ошо төбәктә үҙенең эшмәкәрлеген киң йәйелдереп, башҡорт халҡына мөрәжәғәт иткән. Был ерҙең тупрағы, һауаһы ла балаларҙы милли рухта тәрбиәләүгә йоғонто яһай ала, минеңсә. Лагерҙағылар заман технологиялары, айфондар, телефондар ярҙамында һәр сәйәхәттән репортаж эшләп, фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә кисерештәре менән уртаҡлаша. Башҡорт телендә.
Башҡортостан балаларынан тыш, бында Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәлә­ренән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡала­ла­рынан килгәндәр ҙә ял иткән. Смена аҙағында лагерь директоры Ришат Ишембәтов лайыҡлыларға рәхмәт ҡағыҙ­ҙары тапшырҙы, тәрбиәселәр балаларға яҡты теләктәрен еткерҙе. Баймаҡ егете Виктор Лычевты башҡорт телен өйрә­неүе генә түгел, әүҙемлеге өсөн дә маҡ­танылар. Хәйер, Баймаҡ менән Бөрйән урыҫтары айырым халыҡ кеүек бит инде. Ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙән былайыраҡ башҡортса һөйләшә улар. Ана, әйҙәүсе Тәнзилә Кейекбаеваның ырыуында урыҫ ҡыҙҙары ла бар. Улар “Йәйләү”ҙә башҡортса һөйләшергә өйрәнеп кенә ҡалмаған, хатта сәхнәгә сығып шиғыр ҙа уҡып ишеттерҙе. Ошонан һуң телде өйрәтеүе, өйрәнеүе ауыр тип әйтеп ҡарағыҙ әле, башҡорттар. Теләк һәм ихлас ниәт кенә булһын, Аллаһ Тәғәлә кеше ғүмерҙә ишетмәгән телдең асҡыстарын бирә. Әгәр һиндә башҡорт ҡаны аға икән, тәбиғәттән ул халыҡтың телен өйрәнеү өсөн ырыҫ һалынған, тимәк. Ә баяғы ҡыҙҙарҙы бары тик: “Афарин, бәләкәстәр!” – тип маҡтап, арҡаларынан ҡағаһы ғына ҡала.
Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы үҙ районы уҡыусылары өсөн быйыл беренсе тапҡыр “Йәйләү” программаһы нигеҙендә ял итеү үҙәге ойошторҙо. Был программа төбәктең егермегә яҡын лагерында төп тәрбиә йүнәлеше итеп алынды. “Орленок”тың бер сменаһында “Йәйләү” ойоштороласаҡ тигән хәбәр тиҙ арала таралып өлгөрҙө, унда барырға теләүселәр бихисап булды. Мәғариф идаралығы етәксеһе И. Зәйнуллин улар өсөн утыҙ урын бүлде.
“Йәйләү”ҙең үҙенсәлеге, ундағы мөхит тураһында кистәр буйына һөйләргә була. Иң ҡыуандырғаны шул: балалар лагерға бик теләп йөрөй. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы был программаны киңерәк йәйелдереү тураһында күрһәтмә биреп, ғәйәт дөрөҫ, маҡтап бөтмәҫлек эш башҡарған. Быға тиклем “Йәйләү” йылына бер генә тапҡыр республика кимәлендә һайланма, йәғни һәләтле балалар өсөн генә (йөҙгә яҡын) ойошторолһа, быйыл республикала ошондай алтмышҡа яҡын ял итеү үҙәге эшләгән. Өлкән тәрбиәсе Әлиә Атнағолова әйткәнсә: “Был программа нигеҙендә айыуҙы ла башҡортса бейетергә була, тик әҙерлекле тәрбиәселәр генә кәрәк”.
Әйткәндәй, быйыл “Орленок”та уҡыусылар менән 24 әйҙәүсе һәм тәрбиәсе шөғөлләнде. Лагерь ябылыр алдынан аяҡ баҫҡас, миңә уларҙың ижади эшмәкәрлегенең матур һөҙөмтәһен күрергә насип булды, төнгө усаҡ эргәһендәге йыр-моңдар әле лә ҡолаҡта сыңлап тора. Хатта үҙемдең пионер йылдары, Асылыкүл буйындағы лагерҙағы иҫтәлекле мәлдәр иҫкә төштө. Тик был балалар шуның менән бәхетле: улар башҡортса йырланы, бейене, аралашты. Ә беҙ, ауыл ҡыҙҙары, тик урыҫса йырларға мәжбүр инек. Хатта үҙ-ара башҡортса һөйләшкәнде ишетеп, көлөүселәр аҙ булдымы ни тигән ваҡыттар, Аллаға шөкөр, артта ҡалған. Был зар түгел, ә XX быуаттың ысынбарлығы ине. Яуланған үрҙәрҙән кире сикмәйек, замандаштар!
Илай-илай хушлашты балалар апайҙары һәм ағайҙары менән. Бигерәк тә йомшаҡ күңелле ҡыҙҙар күҙ йәштәренә ирек бирҙе, күңелдәрендә туған мөхит ауазын яңыса яңғыратҡандары өсөн ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
Тарихҡа бай, эпостар тыуған, яҙылған төбәктәрҙә бындай лагерҙарҙың ойошторолоуы республикаға исем биргән халыҡтың ырыҫын ғына түгел, тотош Башҡортостандың яҡты, рухлы киләсәген күҙалларға мөмкинлек бирә. Аҫаба милләт балалары бит улар:
Килер бер көн – рухы ныҡлы ҡалыр,
Рухиәттә йәшәр ул халыҡ.
“Аҫабалар беҙҙе һаҡланы!” – тип
Әйтер улар рухҡа таң ҡалып!
Донъялағы иң шәп компьютер ул кешенең рухи, ижади мөмкинлектәре икәнен яҡшы аңлап ҡайта үҫмерҙәр, балалар, тип ышанам мин. Компьютер – робот, уның мөмкинлектәре сикле, программалаштырылған. Ә бына кешенең йөрәк, аҡыл, рухи мөмкинлек­тәре икһеҙ-сикһеҙ. Тап тәрән тамырлы халҡының рухиәтенән һут алып, XXI быуатты даланлы итер “Йәйләү”!








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 418

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576