Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киткәндәр ниндәй ирҙәр гәүһәр сәсеп...
Киткәндәр ниндәй ирҙәр гәүһәр сәсеп... Был донъяға илап килһәк тә, уға һоҡланып йәшәү, йырлап ғүмер кисереү теләге, барыбер, тәбиғәтебеҙгә һалынғандыр. Булмышыбыҙ, шәт, шулайҙыр. Шиғриәттең ҡөҙрәтен аңлатыу әҙәбиәт ғалимдарының шөғөлөнә инһә лә, ул ғәжәйеп хәл, зиһендән уҙып, һәр кемдең йөрәген солғап ала. Шуға күрә Аҡмулланың ижады, яҙмышы менән әҙәбиәттән ситтәрәк йөрөгән кешеләрҙең дә мауығып китеүен шағир юлының мажаралылығы, әҫәрҙәрендәге социаль-әхлаҡи фекерҙәрҙең әле булһа заманаға ауаздаш ҡалыуы менән аңлатырға мөмкиндер.
Әгәр һин бигерәк тә үҫмер­лектән йәшлеккә аяҡ баҫҡан хисле ваҡытта Аҡмулланың бер шиғырын ғына осратҡанһың икән, уның фәлсәфә менән мөлдөрәмә тулы аллегориялар донъяһында мәңгелеккә әсирлектә ҡалаһың. Ошондай яҙмыш ғалим өсөн дә, шағирлыҡта йөрөүсегә лә, нәзә­кәтле һүҙгә тартылыусы һәр кемгә лә уртаҡ. Хәйер, мәғрифәтсе-шағир донъяһында һине рәхәтлек үә кәйеф-сафа көтмәй, сөнки Мифтахетдин Аҡмулла ижады зиһенде көсөргәндерә, фекерҙе ойотмай, уйлап һөйләргә һәм уйланып йәшәргә мәжбүр итә. Моңһоҙлоҡ, аҙғынлыҡ баҫҡан, сәбәләнеүле хәҙерге заманда был уғата мөһим.
Илтифатҡа йән өрөү өсөн әҙәм балаһына әллә ниндәй көслө ҡуҙғытҡыс та кәрәкмәй икән. Сабый саҡтағы тәьҫорат, кескәй генә бер табыш күңелдәге үҙең һиҙмәй йөрөгән ҡылды зыңлатып ебәрә лә, ул ғүмер баҡый, йә ҡыуаныс булып ҡанатланып, йә йөрәккә ҡан һауҙырып, шаңғырап тик тора. Олатайымдарҙың китап-фәләнһеҙ өйөндә Һаҙый Таҡташтың аҙашып ятып ҡалған шиғырҙар йыйынтығын табып алып, байтаҡ илереп йөрөгәйнем, иҫ йыя килә, Шафиҡ Әминев-Тамъян-сәсәндең атай яғынан яҡын апам (ата-әсәйеңдән өлкән ир кешегә Оло Ҡыҙыл буйында апа тип өндәшәләр) булғанына ышанырғамы-ышанмаҫҡамы белмәнем.
Беҙ Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгәндә, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында, хәтерем яңылышмаһа, Аҡмулла­ның ижади мираҫы ла, тәржемәи хәле лә тәғәйен рәүештә өйрә­нелмәй ине шикелле. Үҙемдең ошо шағир донъяһына тартылып китеүемдең сәбәбе, әлбиттә, фәнни маҡсаттан булмағандыр. Йәшлектә күптәрҙең эш-ғәмәлдәренең башында ябай ҡыҙыҡһыныу, артабан инде мауығыу торалыр. Татарстан ғалимы М. Ғәлиҙең 1941 йылда “Совет әдәбияты” журналында баҫылған “Шагыйрь Акмулла” тип исемләнгән мәҡәләһе миңә көтмәгәндә дымһыҙ һыуһыраған далала шыптыр ғына урғылып ятҡан инешкә һуғылғандай тәьҫир итте. Ах, шиғриәттең сихырлы көсө! Бер-ике юлының да һын ҡатырған мәлдәре була икән. Университеттың әҙәбиәт кабинеты мөдире Эльмира Фәсхет­динова, Республика китапха­наһын­дағы библиография бүлеге етәксеһе Рәйсә Тимерғәлина апайҙарҙың теңкәһенә тейә-тейә, төрлө сығанаҡтарҙан Аҡмулла шиғырҙарын, уның тормошо һәм ижадына ҡағылышлы мәҡәлә­ләрҙе эҙләнем.
Математикала бифуркация тигән төшөнсә бар. Йәғни бил­дәле бер мәлдә тигеҙ генә барған хәрәкәт үҙенең йүнәлешен ҡырт ҡына үҙгәртә һәм икенсе юлдан китеүе лә ихтимал. Ошолай уҡ булмағанда ла, журналистикаға етди әҙерләнгән һәм ҡәләм тирбәтә башлаған осоромда Аҡмулланың йоғонтоһо эҙһеҙ үтмәгәндер. Йәнә лә бер сәбәп: Марат Минһажетдинов ағай, аспирант булһа ла, кәмһенмәй, студенттар араһында мәж килеп йөрөй. Ул – әҙәбиәт белгесе, фольклорсы, Учалы районының Ҡобағош ауылы кешеһе. Әйткәндәй, Марат ағайҙың әсәһе Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы үҙе лә халыҡ ижадының гәүһәрҙәрен хәтерендә үә күңелендә йөрөткән мәғрифәтле апай ине. Ана шул Марат Хәләф улы йәйге каникулда Учалы төбәгендәге ауыл­дарҙы ҡыҙырып әйләнергә кәңәш итте. Студенттың арбаһы еңел була. Йыйындым да тәүәккәл­ләнем.
Күмертау – Учалы поезы “Ҡо­рама” станцияһында күп тигәндә ике-өс минутҡа туҡтайҙыр. Ошонда миңә төшөргә. Университет буйынса һабаҡташтарым һәм уҙаҡташтарым Хәйрулла Мортазин (хәҙер ул физика-математика фәндәре докторы, профессор) менән Вәзир Мостафин (аҙағыраҡ ул “Ленинсы-Ленинец” йәштәр гәзитенең мөхәррире булды) – Ҡорама ауылы егеттәре. Тимер юл буйында йәшәгәс, фыртлыҡ­тары ла бар инде. Юлым иһә, Минһажетдинов ағай өйрәткәнсә, ҙур һәм боронғо рус ауылы Поляковка, арыраҡ – Иҫке Балбыҡ аша Аҙнаш тигән төпкөл ауылға еткерергә тейеш. Йәйәүлегә байтаҡ ер. Аҙнаш Уй йылғаһының башында, Уйташ тигән тауға һыйынып ҡына ята. Ошонда Аҡмулла шиғырҙарын хәтерендә тотҡан Дәүләтша олатай Мө­хәмәт­шиндың йәшәүен әйткәй­неләр. Барлы-юҡлы аҡсама Вознесенское ауылында күстәнәскә шәкәр-сәй алып, Иҫке Балбыҡта бер иҫәрҙең таш тотоп баҫты­рыуынан көскә ҡасып ҡотолоп, Дәүләтша бабайҙарҙың ҡапҡаһын шаҡыным. Иҫкерһә лә, йорто, кәртә-ҡураһы ныҡлы ғына күренә. Олатай менән әбей икәүһе генә йәшәп ята икән. Нимә юллап йөрөүемде әйткәс, сәй менән тамаҡ сылатып алып, Дәүләтша олатай менән кис буйы һөйләшеп ултырҙыҡ.
Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙары башҡорт халҡы ара­һында киң таралған. Уның шиғыр­ҙарын яттан белгән ҡарттар ҡайһы бер ауылдарҙа беҙ йәш саҡта осрай ине әле. Миҫал өсөн Баймаҡ районының Икенсе Этҡол, Әбйәлил районының Ҡырҙас, Байым, Учалы районы­ның Ҡорама ауылдарын күрһә­тергә мөмкин. Мөхәмәтшин бабай хатта Аҡмулланың шул тирәлә үткәрелгән бер йыйынға килеүен дә әйтте. Шул йыйында ул, бүтән башҡорт сәсәндәре менән ярышып, үҙенең төртмәле шиғырҙа­рын һөйләгән. Был йыйын ХIХ быуаттың 80-се йылдар аҙа­ғында, Дәүләтша бала саҡта булған.
Аҡмулланың бик күп шиғырҙары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡағыҙға төшмәй ҡалған, ә ҡайһы берҙәре халыҡ телендә, халыҡ күңелендә көйө һаҡланған. Шул барыуымда мин Аҡмулланың ике шиғырын яҙып алып өлгөргәйнем. Улар бер ерҙә лә баҫылмағайны әле.
Мифтахетдин Аҡмулланың, хәҙергесә әйткәндә, программа әҫәре тип аталырлыҡ шиғыры “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тигән баш менән 1981 йылда нәшерләнгән йыйынтыҡҡа һәм 2001 йылда сыҡҡан “Башҡорт шиғриәте антологияһы”на, шөкөр, мин яҙып алған вариантта индерелде. Бынан тыш, әлеге сәфәремдә “Юлға сыҡһаң...” тигән шиғырҙы Ҡорама ауылында Камилә инәй Исхаҡованан яҙып алғайным.
Мәғрифәтсе-шағирҙың ижады менән бер килке мауығып алыуым артабан ниндәй ҙә булһа етди һөҙөмтәләр бирмәһә лә, журналистикаға, публицистикаға килеү өсөн ул да кәрәк булғандыр тигән фекерҙәмен. Университетта студенттар ғилми ойошмаһында ҡайнашып йөрөүҙәр, 1963 йылда яҙ Урта Азия һәм Ҡаҙағстан студенттарының Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Фрунзела (хәҙер – Бешкәк) үткәрелгән ғилми конференцияһында Аҡмулла ижады тураһында сығыш яһау... Докладым ни сама булғандыр, иллә Ҡырғыҙ дәүләт университе­тындағы доцент Иманалиевтың: “Туғандаш өс халыҡ мәҙәниә­тенең вәкиле булған Аҡмулланың ижадын өйрәнеүҙә башҡорт әҙәбиәт белгестәренең өлөшө бик ҙур, был эш уларҙа әүҙемерәк тә, фәнни йәһәттән нигеҙлерәк тә алып барыла”, – тип әйтеүе урынлы булғандыр.
Аҡмулла ижадының иң уңыш­лы осоро булып ҡаҙаҡтар араһында йөрөгән һәм байҙарға ҡаршы шиғырҙары өсөн Троицк төрмәһендә ултырған ваҡыттары һанала. Уның муллаларҙан, байҙарҙан, батша чиновниктарынан көлөп яҙған бик күп сатирик әҫәрҙәре, белемгә, фәнгә өндәгән шиғырҙары ошо йылдарға тура килә. Артабан тыуған Башҡорт­останы буйлап сәйәхәт иткәндә лә, ул мәғрифәтсел идея менән һуғарылған күп шиғырҙар яҙа.
Башҡорт әҙәбиәтендә Аҡмул­ла, Салауат Юлаевтан ҡала, хаҡлы рәүештә икенсе күренекле реалист шағир булып иҫәпләнә ала. Уның әҫәрҙәрендә осраған аллегорик образдар ҡулланыу алымы башҡорт әҙәбиәтендә, ғөмүмән, яңы күренеш. Артабан был алым Ш. Бабичтың көйҙөргөс сатираһы, М. Ғафури, С. Ҡудаш мәҫәлдәре булып үҫте. Аҡмулла ижадының ошо бер яғы ғына ла уны башҡорт сатираһын башлап ебәреүсе тип әйтергә мөмкинлек бирә.
Аҡмулланың шиғырҙарын, биографияһына бәйләнешле материалдарҙы татар тикшере­неүселәре лә, ҡаҙаҡтар ҙа күптән йыя башлаған. Шағирҙың тәүге китаптары ла татар телендә, Ҡазанда баҫыла (1892, 1904, 1907). Ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәт белемендә Аҡмулла ижадын өйрәнеүгә ныҡ ҡына иғтибар бирелә.
Ҡырғыҙстандан йөрөп ҡайтҡас һәм ул сәфәрҙән алда ла миңә Аҡмулла тураһында республика матбуға­тында мәҡәләләр баҫты­рыу насип булды. 1965 йылдың июнендә, Әхнәф Харисов ағай­ҙың ярҙамы менән, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә “Аҡмул­ланың әҙәби мираҫы” тигән күләмле генә мәҡәлә сығара алдым. Һабаҡташым Рәшит Шәкүр “Изгелекле халыҡ күңеле” тип аталған кәттә мәҡәлә баҫтырҙы.
Аҡмулланың башҡорт, татар, ҡаҙаҡ әҙәбиәтенең үҫешенә йоғонтоһо ҙур. Шәйехзада Ба­бичтың “Ғазазил”ы, “Ҡандала”һы һәм, ғөмүмән, бөтөн сатираһы Аҡмулла сәскән орлоҡтоң емеш­тәре булыуын кем кире ҡаға алыр? Йә иһә Мәжит Ғафуриҙың “Себер тимер юлы” һәм мәғрифәткә өндәгән башҡа әҫәрҙәре Аҡмулланың “Уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” һ.б. шиғырҙарын юғары фәлсәфәүи кимәлдә дауам иттереү түгелме ни?!
Йылдар ҡатламы үҙенең аҫтында әллә ни тиклем асыл­маған серҙәрҙе, халыҡ күңелендә һаҡланып та, ваҡыт үтеү менән онотола башлаған рухи ҡомарт­ҡыларҙы һәм шуларҙы тыуҙырыу­сыларҙың исемдәрен һаҡлап ята. Бына шуға күрә уҙған замандар­ҙағы Башҡортостан күген йондоҙ булып балҡытҡан атаҡлы мәғрифәтсе-шағир Аҡмулла ижады рухи тормошобоҙҙа урынын нығыта ғына бара, тип раҫларға мөмкиндер.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779