Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә
Иман нуры һаҡланы ауылымды
Башҡорт халҡы бик боронғо замандарҙан уҡ шәжәрә алып барған, әммә, билдәле булыуынса, илебеҙҙәге төрлө ауҙарылыштар арҡаһында улар юғала йәки юҡ ителә килгән. Шуның өсөн дә шәжәрәләр урыҡ-һурыҡ ҡына һаҡланып ҡалған. Мин үҙебеҙҙе­кендә бары тик атайымдан һуңғы дүртенсе быуынды – Ғәйнулла исемле уҙаманыбыҙ булыуын ғына – асыҡлай алдым. Ете башҡорт егете: Ғәйфулла, Ғәйзулла, Сәй­фулла, Миңлеғәли, Муллағәли, Ахунйән, Айытбай. Минең атайым – Миңлеғәлиҙең ейәне. Олатайҙы беҙ күрмәнек, әммә Бикәнәсовтар уның барлығын ғүмер буйы тойоп йәшәне.
Атайым үҙ нәҫеле ебенә, оло быуын туғандарына һәр ваҡыт ихтирамлы ҡараны, уларҙы йылы һүҙҙәр менән хәтергә алды. Әммә Миңлеғәли олатай тураһында һөйләгәндә һәр саҡ ниндәйҙер сәйер һаҡлығы тойолдо. Уның фамилиялаш туған икәнлеген әйтһә лә, әле инде мин белгән тиклем яҡын туған, үҙенең олатаһы икәнлеген өндәш­мәй ине. Ҡаты сер итеп һаҡланған был туғанлыҡ тойғоһо миндә һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу уята торғайны. Ауылыбыҙ өлкәндәренең тәрән уфтаныу менән: “Муллағәли тиклем аҡыллы кеше юҡ ул хәҙер”, – тип телгә алыуҙары, мәктәптә ғаиләбеҙ­ҙәге биш баланың да яҡшы уҡыуы, башҡаларҙың беҙҙе: “Исламғәлиҙең үҙе лә, балалары ла Муллағәлигә оҡшап зирәк инде”, – тип маҡтау­ҙары үҫә килә мине уғата уйға һала ине. “Бикәнәсовтар тотош нәҫеле менән отҡорҙар улар”, – тигәнгә лә: “Уныһы шулай, тик Миңлеғәли аҡылы айырыуса яҡты ине. Ул тотто бит ауылдағы татыулыҡты, иманды. Иман нуры һаҡланғанға халҡыбыҙ әҙәпле беҙҙең”, – тигән яуап ишетеп, атайымдан төпсөнөп һорашмаҡсы булһам да, ул минән ҡарашын йәшерә лә: “Бикәнәсовтар нәҫеле инде, әллә ни яҡынлыҡ юҡ. Ауыл­дың яртыһы Бикәнәсовтар бит”, – тип, арҡанды шылдырып бәйләй ҙә ҡуя торғайны.
– Ә туғанлыҡ ептәрен ҡайҙан белеп була ул? – тип ныҡышам һаман атайымдан.
– Хәҙер әйтә алмайым инде, балам...
– Ә борон?
– Борон ҡарттар шәжәрә алып барған. Ағас рәүешендә лә, өй һымаҡ итеп тә төҙөй торғайнылар. Тармаҡ-тармаҡ туғандарҙы теркәй баралар ине. Дингә ҡаршы яу асылғас, ғәрәпсә яҙылған китаптар менән бергә шәжәрәләребеҙҙе лә яндыра башланылар. Шунан өлкән кешеләр ғүмер буйы изге китап итеп һаҡлаған Ҡөрьәндәрен, шәжә­рәләрен, боронғо ғилем китаптарын, ҡиссаларҙы, нәсихәттәрҙе, йәшереп алып ҡалып, үҙҙәре менән бергә ерләргә тип, васыят әйтеп ҡалдыра барҙы. Ҡәҙерһеҙләмәһендәр, аяҡ аҫтында тапалмаһын, утҡа быраҡ­тырып яндырмаһындар, тигәндәр инде. Кеше аңы китап аша яҡтыр­ғанын яҡшы белә ине боронғолар. Шуға һәр төрлө китаптар булды беҙҙә. Кистәрен йыйылышып, ҡыс­ҡырып уҡый торғайнылар. Хәҙерге һымаҡ өй һайын булманы, әлбиттә, китаптар. Радио ла юҡ ине.
– Улайтып китап уҡып, тыңлап ултырғас, башҡорттар уҡый-яҙа белгән дә инде! Ә ни өсөн мәктәптә, башҡорттар наҙан булған, тип өйрәтәләр?
– Боронғо китаптар хәҙерге кеүек түгел ине. Хәрефтәре икенсе төрлө, яҙылышы ла уңдан һулға табан булды. Боронғоно уҡығандар хәҙер­гене белеп етмәй әле. Шуға наҙан тиҙәр инде.
– Атай, боронғо китаптарҙа ла хәҙерге кеүек белем яҙыла инеме?
– Әлбиттә, ҡыҙым. Аҡыл шул китаптарҙан килә инде. Боронғо халыҡ та аҡыллы булған. Үҙ донъяһын үҙе көткән, үҙ ауырыуын үҙе дауалаған, әллә ҡайҙа Ҡырымға-Ҡытайға йөрөмәгән. Тик, балам, мин әйткәндәрҙе зиһенеңә һал да биклә лә ҡуй. Мәктәптә уҡытыусы­ларың менән бәхәскә инмә. Зирәкһең, отҡорһоң. Яҡшы уҡы. Һиңә ҡарап, туғандарың тартылыр. Алғы тәгәрмәс ҡайҙа тәгәрәһә, артҡыһы ла шунан бара.
Беҙ Мең ырыуына ҡарайбыҙ. Атайымдың һөйләүе буйынса, атай-олатайҙарыбыҙ хәҙерге Иҫке Өфө ултырған ерҙәрҙә йәшәгән. 1557 йылдарҙа Өфө ҡәлғәһе һалына башлағас, ерҙәре ҡыҫыла, шунан Мең башҡорттары көньяҡ-көнбайыш тарафтарына ҡуҙғала. Егерме биш саҡрым самаһы ер үткәс, туҡтал­маҡсы булалар. Шунда араларынан берәү: “Ай-һай, бында ла килеп етер ул ҡәлғәселәр. Төшөмдә шәм күрҙем әле мин”, – тигәс, арыраҡ китергә хәл итәләр. Ысынлап та, күп тә үтмәй, ул ерҙәрҙә урыҫ ауылы һалына.
Мең ырыуының ерҙәре иркен, киң була. Улар, йөрөй торғас, хәҙерге Дәүләкән районының Мерәҫ ауылы ултырған төбәккә барып сыға. Мул һыулы Өршәк йылғаһы, бил бауырынан үлән баҫҡан сабынлыҡ меңдәр күңеленә хуш килә. Шулай итеп, улар ошонда туҡ­тала. Рәсми яҙмаларҙағы мәғ­лүмәттәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Документтар буйынса, Мерәҫкә – 1724, Усман ауылына 1795 йыл­дарҙа нигеҙ һалынған. Өлкәндәрҙең һөйләүе буйынса, Усман-Ҡаҙ­моронға ошо Мерәҫтән күсеп ултырғандар. Был ауылда бик бай ҡаҙаҡ йәшәгән, ул үҙ туғандарын да ошонда тупламаҡсы булған. Быны ишетеп ҡалған башҡорттар Стәрлетамаҡ өйәҙенең 7-се кантоны начальнигы ярҙамсыһы Усман Ибраһимовҡа кәңәшкә барған. “Күмәгегеҙ бер булып ҡыуаһығыҙ икән, ҡыуығыҙ. Уның малы күп булғас, мал-маҙар биреп алдаш­тырмаҡсы итер – ымһынмағыҙ. Байҙың үҙенә зыян килтермәгеҙ”, – тигән тегеһе. Шунан башҡорттар бер булып, ҡулса яһап, байҙы мал-тыуары, ғаиләһе менән бергә Солтанморат ауылына тиклем “һөҙгән”. Ҡаҙаҡтың танауы ҡаҙ моронона оҡшап торғас, ҡушамат таҡҡандар. Был ҡушамат ауыл исеменә лә тағылған. Ауылға исемде Ибраһи­мов хөрмәтенә Усман тип ҡушҡан­дар.
1834 йылда ауылда 129 кеше йәшәгән. Умартасылыҡ менән шө­ғөл­ләнгәндәр, йәшәүҙәре һәйбәт булған, татыу көн иткәндәр. Шул арҡала аслыҡ йылдарында ла бирешмәгәндәр. Һигеҙәр балалы ғаиләләр күп булған. Колхозға ла дәррәү генә берләшкәндәр.
Әммә хәлле йәшәгән халыҡты “кулак” тип һөргөнгә ебәреү ауылды ныҡ ҡаҡшата. Өй һайын икешәр-өсәр кеше, тотош ғаиләләр Кемерово өлкәһенә оҙатыла. Ауылда ике мәсет була. Муллаһы иһә – Муллағәли Ғәйнулла улы Бикә­нәсов. Бына ҡайҙа килеп сыҡты туғанлыҡ ебенең осо! Муллағәлиҙең улы – Мирғәли, уның улы – ата­йыбыҙ Исламғәли. Муллаларҙы ҡулға ала башлағас, әсәйебеҙ яғынан олатайыбыҙ уның да исем­лектә булыуын күреп ҡала ла, төндә килеп, ҡасырға өндәй. Әммә кол­хозға үҙ теләге менән ингән, ха­лыҡҡа ярҙамынан башҡа зыяны теймәгән Муллағәли был хәбәргә шикләнеп ҡарай һәм бер ҡайҙа ла китмәй. Таң менән ҡулға алалар уны. Ауыл Советы рәйесе ошондай характеристика яҙған (әлбиттә, яҙҙырғандарҙыр, шуның өсөн исем-шәрифен күрһәтмәйем):
“Выдано от Тукумбетовского сельсовета Аургазинского района.
Биканачев Муллагали Гайнуллович с 1864 года рождения. До и после революции кулак, мулла в 1929 году был забран по линии НКВД. В хозяйстве имеет 12 лошадей, молодняк 3-4, коров 4 голов, земли 20-30 десятин, мелкий скот 15 голов. Имеет молотилку. Держал постоянного работника 1-2 человек, сезонных 3-4 человек. Сейчас постоянно ведет агитацию против колхоза.
О чем дана характеристика”.
Шунан һуң ҡултамғалар ҡуйыл­ған.
Олатайымды хөкөм иткән саҡта өс минут һайын бер кеше атылған. Улар:
Нәзметдинов Фәхретдин Миңне­ғәзетдин улы, 1874 йылғы, Солтанморат ауылы;
Әбдрәшитов Бәхтейәр Ғәбдел­насир улы, 1866 йылғы, Түбәнге Ҡарамалы ауылы муллаһы;
Ураҙбахтин Мөхәмәтғариф Мөхәм­мәтсафа улы, 1863 йылғы, Батыр ауылы муллаһы;
Насиров Ҡорбанғәли Сафа улы, 1884 йылғы, Мораҙым ауылынан;
Шафиҡов Исхаҡ Хафиз улы, 1900 йылғы, Сәлих ауылынан;
Кәримов Хөсәйен Мөфтәхетдин улы, 1870 йылғы, Талбазы ауылынан.
Хәмитов Миңнебай
Бикәнәсов Муллағәли Ғәйнулла улы, 1864 йылғы, Ҡаҙморон (Усман) ауылы муллаһы.
Эй, кешеләрем, архив аҡтарып ултырам, күҙҙәремдә – йәш. Аҡ ҡа­ғыҙға исем-шәрифтәрегеҙҙе күсереп яҙып ҡына һеҙҙең яҙмышты бер аҙ еңеләйткәндәй булам.
Бикәнәсов Муллағәли Ғәйнулла улы, шулай итеп, үлем язаһына хөкөм ителә. Мин уның делоһын ҡараным. Нисәмә йыл серле яҙмыш, серле исем булып килгән олата­йымдың исеме шулай билдәле булды. Ул 1937 йылдың 14 декабрендә атылған. 1989 йылдың 3 ноябрендә аҡланған. Шуныһы тетрәндергес: муллаларҙы атыу ваҡыты сәғәте, минуты менән теркәп барылған, өс минут һайын берәү тура килгән... Илебеҙ тарихында ундай хәл-ваҡиғалар бихисап. Иң-иңдәрен сүпләгәндәр һәр ваҡыт...
Атайым беҙҙе уҡытырға тырышты... “Зиһенле беҙҙең нәҫел, бик зиһенле. Уҡы­мышлы­ларыбыҙ бихисап беҙҙең”, – ти торғайны.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779