Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнәбеҙҙең солтаны
Туймазы татар дәүләт драма театрынан сыҡҡан беренсе халыҡ артисы Айрат Хәмит улы Солтановҡа быйыл 50 йәш тулды. 1992 йылдан, йәғни театр ойошоп ҡына килгән ваҡыттарҙан алып, бөгөнгәсә театр сәнғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәтен һалған Айрат ағай, әлбиттә, күптән ижадыбыҙҙы әйҙәп барыусы артистар рәтендә.
Башҡарған ролдәренә күҙ һалам: Т. Миңнуллиндың “Беҙ бит ауыл малайы” комедияһында – Айтуған, “Илгизәр+Вера” драмаһында – Тамада, “Йәшлек менән осрашыу” лирик комедияһында – Ғилфан, Г. Хәджибәковтың (азербайжан драматургы) “Аршын мал алан” исемле музыкаль комедияһында – Ғәскәр, Н. Хикмәттең (төрөк драматургы) “Онотолған әҙәм” драмаһында – Спортсмен менән Медик, У. Шекспирҙың “Гамлет” трагедияһында – Лаэрт, А. Дударевтың “Рядовойҙар” драмаһында – Буштец, М. Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһында – Гермес һәм башҡалар. Ниндәй генә спектаклдә уйнаманы: сит ил, урыҫ, башҡорт, татар сәхнә әҫәрҙәрендә; классика, хәҙерге заман пьесалары; жанрҙары ла төрлөсә. Ҡайһы ғына ролен алһаң да, ул тыуҙырған образдарҙың характерҙары бар нескәлеге менән тулыһынса асылған, замананы тойоп, тормош ысынбарлығы менән һуғарылған. Сәхнәгә тоғро, тамашасыға хөрмәт менән ҡараған ижадсы ролдәрен ҙурға-бәләкәйгә бүлмәй, бөтәһен дә теләп, яратып, бирелеп башҡара. Шуғалыр ҙа үҙе һәр саҡ тамашасының иғтибар үҙәгендә.
Айрат ағайҙың һуңғы йылдарҙа уйнаған ролдәре араһында миңә айырыуса Ф. Бүләковтың “Ҡәһәрле мөхәббәт” мистик драмаһындағы Марсы оҡшай. (“Ҡәһәрле мөхәббәт” 2009 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Башҡорт драматургияһы” фестивалендә ҡатнашты. Айрат Солтановтың был роле унда “Иң яҡшы ир-ат роле” призын алды.) Спектакль эстәлеге буйынса былайыраҡ.
Роза йәшлегендә яңы тыуған улынан баш тартҡан. Беренсе осраған кешегә, Марсҡа, яратмай ғына кейәүгә сыҡҡан. Инде ҡыҙҙары үҫеп еткән, ә һаман Марсҡа өҫкө ҡаттағы йәшлек мөхәббәте Булат менән хыянат итеп йәшәй. Марс, был хурлыҡты күтәрә алмай, иҫәргә һабышҡан.
Оҡшай тиһәм дә, спектаклде ҡарағас аптырабыраҡ ҡалдым. Яйы сығып, Айрат ағайҙан:
— Ни өсөн Марс иҫәргә һабышҡан? Роза менән аңлашып ҡарарға, бик тә булмаһа, айырылышырға була бит, — тип һораным.
Ул хәйләкәр генә йылмая.
— Эйе, тормошта күпселек ир-ат шулай эшләй. Шуға ла Марсты йөҙ ир-аттың бер проценты ғына аңлай.
— Марс ҡурҡаҡмы, ебекме, проблеманан ҡасып, еңел юлды һайлағанмы?
Үҙем һораным, шул уҡ ваҡытта үҙемдең күңелдә быға яуап та табылды. Ҡурҡаҡ түгел, киреһенсә, көслө кеше булып сыға ул. Марс Розаны фанаттарса ярата, ә Розаға бик ауыр. Ул уны был хәлдә ҡалдырырға теләмәй. Тилегә һабышһа ла, ул ҡыҙы өсөн иҫ киткес яҡшы атай.
Был спектаклдә Марс йөҙгә төрләнә. Спектакль башында бахыр, яҡлауға мохтаж, бер ҡатлы итеп күҙ алдына баҫа, артабан уның хәйләкәр, төртмә, “ҡаҙау” телле булыуын да күрәбеҙ, аҙаҡтараҡ иһә төплө фекерле, аҡыллы, яҡындарын яҡлай алырлыҡ ысын ир-ат, ғаилә башлығына әүерелә. Марс Розаға малайы хаҡында ҡәҙерле мәғлүмәт табып биреп, уны оҙаҡ йылдар буйы йөрәген өткән ғазабынан азат итә, уға йән тыныслығын ҡайтара, ғаиләләге хыянатҡа нөктә ҡуя, матур, керһеҙ, изге күңеле менән Розаның мөхәббәтен яулай.
Һ. Сәйетовтың “Ҡарға туйы” фольклор комедияһында Айрат Солтанов — Таргиб ролендә. Таргиб — эшсе, ер кешеһе, ҡатын-ҡыҙға баш бирмәҫкә теләп, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарый. Айрат импровизацияны оҫта ҡулланыуы, еңел кәүҙәле булыуы, шаянлығы, шуҡлығы, өлгөрлөгө менән залда ултырған һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Тамашасы уның һәр хәрәкәтен күҙәтә, рәхәтләнеп көлә, ял итә.
Айрат ағай Н. Коляданың “Тю-тю, мөхәббәт йәки Тауыҡбаш” комедияһында — Финат Рифатович. Был яңы спектаклдәребеҙҙең береһе булыуға ҡарамаҫтан, үҙ тамашасыһын табып өлгөрҙө. Өфөгә лә барып ҡайттыҡ, унда ла йылы ҡабул иттеләр. Шул уҡ ваҡытта оло йәштәге апайҙар, хатта уҡытыусылар араһында өнәп етмәгәндәре лә осраны. Айрат Солтанов быны былайыраҡ аңлата: “Һәр тамашасының зауығын ҡәнәғәтләндергән спектаклдең булыуы мөмкин дә түгелдер һәм быға ынтылырға ла кәрәкмәй. Берәүҙәр “Йәш йөрәктәр” кеүек милли классика ҡарарға ярата, икенселәрҙең күңеленә “Ташлама утты, Прометей!” кеүек трагедия хуш киләлер, хатта кәйефенә ҡарап кешенең талабы үҙгәрә, кемдеңдер рәхәтләнеп илағыһы йәки көлгөһө килә. “Тю-тю, мөхәббәт йәки Тауыҡбаш” спектаклендә бөгөнгө көндөң йәмһеҙерәк яҡтары күрһәтеп алына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош аҡлыҡтан, матурлыҡтан ғына тормай, йәмһеҙлек тә, бысраҡлыҡ та бар. Шулай булғас, бындай спектаклдәр ҙә кәрәк театрға. Бәлки, нимәнәндер ғибрәт алыр өсөндөр ҙә. Ә былай кемдеңдер спектаклде, мин тыуҙырған образды, мәҫәлән аңлап, ҡабул итеп етмәүе иң ҡурҡынысы түгел. Тамашасыға сәхнә әҫәрен ҡарау күңелһеҙ тойолһа, уны битараф ҡалдырһа, тағы ла насарыраҡ. Әгәр уның күңелендә ниндәйҙер бәхәстәр, фекерҙәр тыуған икән, тимәк, ул был хаҡта уйланған”.
Айрат ағай ҙур ихласлыҡ менән балалар спектаклдәрендә лә уйнай. Г. Рәхимдең “Кәзә менән Һарыҡ” әкиәтендә – Бүре, И. Тоҡмакованың “Һыуыҡ бабай” әкиәтендә — Һыуыҡ бабай, Ю. Кимдың “Аждаһа һаҙлығында мажаралар”ында — Батша. М. Рыжкова-Панфилованың “Тылсымлы таяҡ” әҫәрендә Шакал образдарын мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы итеп уйнауға өлгәште.
Айрат Солтановҡа яҡшы ғына хеҙмәт хаҡы, фатир вәғәҙә итеп Ҡазанға Камал театрына эшкә саҡырғайнылар, ләкин ул китмәне.
“Бының сәбәптәре күп. Туймазы театры миңә яҡын, үҙ, ҡәҙерле. Бергә “үҫкән” артистар — үҙ-үҙенә, партнерҙарына талапсан Маргарита Сидорова, халыҡ күңеленә ҙур тәьҫир итеү көсөнә эйә Фәндил Мөхәмәтдинов, образдарының эске донъяһын, кисерештәрен тәрән аса белгән Гөлназ Латипова, һәр тыуҙырған образында ниндәйҙер яңылыҡ табырға, асыш яһарға ынтылған Гөлнара Ғәбиҙуллина, яҡшы дуҫым, һәр роле үҙенә килешеп торған Шамил Рәхмәтуллин, комедия йүнәлешендәге ролдәр тыуҙырыуға һәләтле Данил Нуриханов, тынғыһыҙ, эҙләнеүсән ижадташым Рәмилә ханым Сәлимгәрәеваларҙан нисек айырылмаҡ кәрәк? Миңә был айырылыу ауыр булыр ине. Баш ҡала театрҙары менән сағыштырып әйтмәйем, шулай ҙа Туймазы театрының ижади төркөмө көслө, эҙләнеүсән, спектаклдән спектаклгә “үҫә” бара. Мин театрҙың матур киләсәгенә ышанам. Икенсе бер сәбәп: Туймазыла минең туғандарым бар. Яратмайым ҙур ҡалаларҙы”, — ти ул был хаҡта.
Айрат ағайҙың ауылға, урманға, тәбиғәт ҡосағына тартылғанын да һиҙәм. Тәбиғәттең дә бит ниндәй миҙгелен ярата — көҙгө, ямғырлы кисте. Үҙенсәлекле була шул сәнғәт кешеләренең күңел донъяһы.
“Бына шундай көҙгө ямғырлы кистә яңғыҙым тыуған яғым Борайҙа ауыл урамын урайым. Уйланам, моңһоуланам, көҙ “илай”, минең күҙгә йәш килә. Тәбиғәт менән үҙемде бөр бөтөн итеп тоям. Тынысланам, күңел таҙарып ҡала, йәнгә рәхәт”. Был — әңгәмәсемдең һүҙҙәре.
Айрат Солтанов донъяла күптәребеҙ күреп бөтә алмаған матурлыҡты тоя, йәнлектәрҙе ярата, улар менән ысын-ысындан ҡыҙыҡһына, холоҡ-фиғелдәрен өйрәнә, хайуандар телен аңларға теләй.
Мин, театр сәнғәтенән ситкә тайпылып, быларҙы юҡҡа һөйләмәнем. Актер ни тиклем генә ҙур талант эйәһе булмаһын, ыңғаймы-тиҫкәреме, ниндәй генә роль башҡарыуына ҡарамаҫтан, уның тормошта кемлеге, ниндәйерәк кеше булыуы, әхлағы, ни дәрәжәлә тәрбиәлелеге образ менән, артист менән бергә сәхнәгә — тамашасы алдына сыға.
Гөлназ МУСИНА.
Туймазы ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780