Моң, көс һәм матурлыҡ. Милләтебеҙҙең төп һыҙаттары улар. Халҡыбыҙға Буранбай, Сибай, Хәмит кеүек бөйөк сәсәндәрҙе биргән, мәшһүр “Сибай”, “Азамат”, “Сәлимәкәй” һымаҡ йырҙарҙы бүләк иткән сал төбәктең өс көн буйы “Ирәндек моңдары”ның сихри көйҙәрендә бәүелдереүе, сараға ярашлы шулай уҡ “Ирәндек батыры-2016” спорт фестивале, “Милли кейем” көнө үтеүе халҡыбыҙ өсөн күңел тантанаһына әүерелде.Сал Ирәндек йыйҙы
йырсыларынИке тиҫтә йыл элек Сибай ҡалаһы хакимиәте башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсы быйыл да киң майҙан йыйҙы. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән, мәшһүр йыраусылары менән дан тотҡан, илаһи моңдарыбыҙҙың иң гүзәл өлгөләре һаҡланған аҫаба төйәк йәнә гөрләп торҙо.
Шарттарға ярашлы, конкурста 35 йәшкә тиклемге 88 кеше ҡатнашты. Уларҙың 11-е – профессиональ йырсылар, 30-ы – үҙешмәкәрҙәр, 47-һе – балалар. Бәйгеселәр республикабыҙҙың 12 районынан, дүрт ҡалаһынан, Силәбе, Свердловск өлкәләренән килгәйне.
“Ирәндек моңдары”нда күркәм йола бар: унда сит илдәрҙән саҡырылған йыраусылар һәм йырсылар ҡунаҡ булараҡ сығыш яһай. Ошоға ҡәҙәр Алтай, Ҡаҙағстан, Ҡалмыҡстан, Грузия, Япония оҫталарының сығышын тыңлау, милли кейеме, музыка ҡоралдары менән яҡындан танышыу бәхете тейһә, был юлы байрамға башҡорт телендә һөйләшкән венгр этнографы Давид Кара Шомфаи менән Венгрияла киң танылған актриса, йырсы һәм композитор Марта Шебештьен ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәне.
Бәйгеселәрҙең эшен абруйлы жюри – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова етәкселегендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, арҙаҡлы фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәнов, Башҡортостандың халыҡ артистары Азат Айытҡолов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Азамат Тимеров, атҡаҙанған артист Баязит Байназаров – баһаланы.
Эйе, башҡорттоң оҙон көйөн һаҡлау, киң таратыу, таҙа, саф көйө киләсәк быуынға еткереү, йыр сәнғәтенә йәштәрҙе йәлеп итеү, үҙенсәлекле талант эйәләрен асып, ҙур сәхнәгә сығарыу кеүек маҡсаттарҙы үҙ эсенә алған “Ирәндек моңдары” йылдар дауамында бурысын лайыҡлы үтәп килә. Ҡасандыр балалар араһындағы бәйгелә ҡатнашып, призлы урын яулағандар аҙаҡ өлкәндәрҙекендә гран-приға лайыҡ булып, ҙур танылыу яуланы. Мәҫәлән, Баязит Байназаров, Альберт Салауатов, Сөмбөл Моратова, Ғаяз Ғәйетбаев, Зәлиә Нурлы, Азамат Тимеров, Рөстәм Шаһыбалов, Сәйет Билалов, Марсель Ҡотоев, Филүз Ҡалмырҙин – конкурстың төрлө йылдарҙағы еңеүселәре. Күренеүенсә, бәйгенең күңелдәрҙә халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Быйылғы конкурсҡа килгәндә лә, оҙон көйҙө оҫта башҡарғандарҙың маһирлығы һоҡландырҙы. Мәғлүм булыуынса, башҡа йыр бәйгеләренән айырмалы, “Ирәндек моңдары”нда ҡатнашыусылар “Урал”, “Сибай”, “Буранбай”, “Ильяс” кеүек боронғо йырҙарҙы мотлаҡ башҡара белергә тейеш. Ә уларҙы бер нисә көн эсендә өйрәнеп, ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән тамашасыны хайран итеп, абруйлы жюри ағзалары хөкөмөнә сығарыу мөмкин түгел. Тап ошо сәбәпле бәғзеләр конкурстың икенсе турына үтә алманы.
Быйылғы бәйгелә һирәк башҡарылған “Суҡан батыр”, “Ҡаранай батыр”, “Ҡарат” кеүек йырҙарҙың ишетелеүе күптәрҙең йөрәгенә май булып яғылғандыр. Шул уҡ ваҡытта көйөндөргән осраҡтарға ла юлығылды. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр үҙе башҡарған йырҙы, тарихын белмәгәнлектән, тамашасы күңеленә еткерә алманы. Өҫтәүенә байтаҡ сығыштарҙа бер үк көйҙәрҙең яңғырауы ла килешмәне. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, бәйгенең положениеһына бер аҙ үҙгәреш индереү кәрәклеге әйтелде.
Өлкәндәр һүҙе –
аҡылдың үҙеПрофессионалдарҙың фекерен ишетеү, кәңәштәрен тыңлау – ҙур мәртәбә. Ошо нигеҙҙә конкурста арҙаҡлы жюри ағзалары менән бәйгеселәр яҡындан аралашһын өсөн ижади лаборатория ойошторола. Әлеге фекер алышыуҙағы бер нисә тәҡдим-кәңәшкә ҡолаҡ һалып үтәйек.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова әйтеүенсә, сығыш яһағандарҙың байтағы тынды дөрөҫ алмай, шунлыҡтан йырҙы саманан тыш һуҙып, боҙоп башҡара. Ижектәрҙе дөрөҫ әйтмәйенсә, һүҙҙәрҙе үҙгәртеп ебәргәндәр ҙә юҡ түгел. Халыҡ йыры еңел-елпе башҡарылмай, ул тыңлаусының тәнен семетеп, күңелен һиҫкәндереп ебәрергә тейеш. Әгәр бындай һөҙөмтәгә өлгәшелмәгән икән, тимәк, сығыш яһаусы оҙон көйҙө башҡарыу кимәленә етмәгән.
– Әгәр йырҙы боҙһағыҙ, яңылышлыҡ артабан да дауам итәсәк. Шуға күрә тәүҙә йөрәгегеҙҙе уятығыҙ, унан ғына оҙон көйгә тотоноғоҙ, – тине Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы. – Халыҡ йырын бәләкәйҙән йырлап өйрәнергә кәрәк, шул ваҡытта тынды көсәйтеү мөмкин. Ә был конкурс йылдар дауамында әҙерләнеүҙе талап итә. Бәйгелә бер үк йырҙарҙың яңғырауы ла килешкән эш түгел. Һирәк башҡарылғандарҙы эҙләмәйбеҙ, өйрәнмәйбеҙ, анһатҡа һалыштыҡ. Артабанғы конкурстарҙа үҙегеҙ башҡарған йырҙың тарихын мотлаҡ белеү кәрәк буласаҡ, үҙ өҫтөгөҙҙә ныҡлы эшләгеҙ.
Балалар араһындағы конкурстың баһалама етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева әйтеүенсә, быйыл төрлө райондан килгән 47 баланың сығышы тыңланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында ла ҡайһы берәүҙәр башҡарған йырының тарихын белмәй. Бәйгегә әҙерләгән ата-әсә, уҡытыусылар баланың тауышына, башҡарыу мөмкинлегенә ярашлы көй һайлаһын ине тигән теләктә жюри ағзалары.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова иһә йырҙы өйрәнгәндә уны башҡарған оҫталарҙың яҙмаһын күп тапҡыр тыңларға кәңәш итте. Өҫтәүенә ауылдағы инәй-бабайҙарҙың нисек көйләгәненә лә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Алда әйтелгәнсә, иң мөһиме – йырҙың тарихын белеү. Ошо нигеҙҙә башҡарыусы моңдо йөрәгенән сығарып, тамашасыларҙың күңелен тетрәндерергә тейеш.
Билдәле фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәновты йырҙың һүҙен боҙоп башҡарыу осраҡтары айырыуса борсой. Шул уҡ ваҡытта ул да тарихҡа иғтибар итеү мөһимлеген йәнә бер ҡат билдәләне.
– Сығыш яһағандарҙың ҡайһы берҙәре, йырҙың тарихын белһә, ҙур трагедияны бәйән иткән йырҙы башҡарғанда йылмайып тормаҫ ине. Тарихты уҡығыҙ, өйрәнегеҙ, – тине профессор.
“Тамырҙарым
ошо яҡта”Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, уның аҫыл өлгөләре, йолалары менән ҡыҙыҡһынғандарҙың сит ил халыҡтары араһында ла барлығы, әлбиттә, һөйөнөслө күренеш. Улар беҙгә хатта өлгө булып тора, тамырҙарыбыҙҙы ныҡлы өйрәнергә этәргес бирә. Әлеге байрамда сәхнәлә саф башҡортса һөйләп, ҡурай уйнап, өзләп, “Илсе Ғайса”ны башҡарған венгр этнографы Давид Кара Шомфаиҙың сығышы һәр кемде һоҡландырғандыр, тулҡынландырғандыр. Күптәр үҙе өсөн оялып, ғәрләнеп, сәмләнеп, туған телен белеү кәрәклеген ныҡлы аңлағандыр. Янымдағы хеҙмәттәшем дә венгр этнографының сығышынан һуң: “Һис шикһеҙ, башҡорт халыҡ йырҙарының бер нисәүһен башҡарырға тейешмен”, – тип үҙенә маҡсат ҡуйҙы. Эйе, күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте, ҡанатландырҙы, рухландырҙы Сибай ҡунағы.
– Тамырҙарым ошо яҡтарға килеп тоташа, – тине ул. – Халҡының ижады менән ҡыҙыҡһына башлауыма байтаҡ йыл үтте. Дүртенсе тапҡыр килдем Башҡортостанға. Сибай ныҡ оҡшаны – ҡала таҙа, кешеләре ихлас, йыр-моңға ғашиҡ. Башҡорт халҡының 200-ҙән ашыу йырын яҙып алдым, көйҙәрен өйрәндем. Йырсы булмаһам да, ҡайһыларын башҡарып ҡарарға батырсылыҡ итәм. Бер килгәндә ҡоролтай байрамында ҡатнашыу бәхете тейгәйне, шунда миңә ҡурай бүләк иттеләр. Был музыка ҡоралы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым, уйнарға өйрәндем. Башҡорттоң “Сибай”ы беҙҙең бер йыр менән ауаздаш. Шуға ла Марта ханымға ошо көйөбөҙҙө ҡурайға оҡшаған үҙебеҙҙең музыка инструментына эйәреп өйрәнергә тәҡдим иткәйнем, ул ҙур теләк менән ризалашты.
Ысынлап та, этнографтың юлдашы, рухташы Марта Шебештьен матур сығыш яһап һоҡландырҙы. Артабан ҡурайсы Раушан Ниязғоловҡа ҡушылып, үҙҙәренең йырын башҡарҙы, “Сибай”ҙы иһә Ғаяз Ғәйетбаев ишеттерҙе. Сәнғәттә милләт юҡ тигәндәй, төрлө телдәрҙә яңғыраған ике рухи хазинаның бер-береһенә шул тиклем ауаздаш булыуы тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Тарихыбыҙҙың ни ҡәҙәр тәрәндә ятҡанлығына дәлилдер был.
Марта Шебештьен атаһының Башҡортостанды яратыуы, башҡорт йырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында әйтте. “Ул һеҙҙең илде килеп күреү хаҡында ныҡ хыяллана ине, – тине. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләген тормошҡа ашыра алманы. Ҡәҙерлемдең хыялын үтәүем менән сикһеҙ бәхетлемен. Икенсе тапҡыр килгәндә башҡортса мотлаҡ өйрәнеп, йырҙарын башҡарырмын”.
Зал был һүҙҙәрҙе аяғүрә тороп алҡышланы.
Ул – Буранбай сәсән вариҫы!Конкурс юғары кимәлдә үтһен өсөн, уны ойоштороусылар, Сибай ҡалаһы хакимиәте етәкселәре, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һалған. Баһалама төркөм ағзалары ла ике көн буйы алһыҙ-ялһыҙ бик көсөргәнешле эшләне.
Һөҙөмтәлә быйылғы “Ирәндек моңдары”ның төп бүләгенә Өфө ҡалаһында эшләгән өмөтлө йәш йырсы Иҙел Аралбаев лайыҡ булды. Уға Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Беренсе урынды иһә 16 йәшкә тиклемгеләр араһында Хәйбулла районынан Роберт Исламов менән Баймаҡтан Вилдан Ҡотоев, профессиональ йырсылар төркөмөндә Өфөнән Дамир Тайыпов һәм Сибайҙан Нух Ҡотоев яуланы.
Мәғлүм булыуынса, гран-при алған Иҙел Аралбаев – данлы Буранбай сәсән тоҡомонан. Баймаҡ районының Буранбай ауылы егете, мәшһүр “Буранбай” йырын башҡарып, көсөн йәнә бер ҡат иҫбатланы.
– Еңеүемә бик шатмын, – тип ҡыуанысы менән ихлас уртаҡлашты Иҙел. – “Ирәндек моңдары” менән бергә үҫтем тиергә лә мөмкин: унда бала саҡтан ҡатнашам. Дипломант булып, урындар яулап, гран-приға килеп еттем!
Арғымаҡ кемдә?Сибайҙа йәнә бер матур йола барлыҡҡа килде: иң батыр, ҡыйыу башҡорт егеттәрен билдәләү, милли спортты үҫтереү, сәләмәт тормошто пропагандалау, ҡала-райондар араһындағы бәйләнеште нығытыу, үҫеп килгән быуынды халыҡ йолалары аша рухлы итеп тәрбиәләү маҡсатында “Ирәндек батыры” фестивале үтә. Уны ойоштороусылар – Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Сибай ҡалаһы хакимиәте.
Урындағы физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Радик Ғәбитов әйтеүенсә, өсөнсө тапҡыр үткәрелгән сарала Учалы, Белорет, Сибай ҡалаларынан, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Мәсетле, Учалы райондарынан барлығы 63 бәйгесе көс һәм таһыллыҡта, етеҙлектә, мәргәнлектә уҙышҡан.
Тәүге көндә егеттәр йүгереп көс һынашты, пневматик мылтыҡтан атып, мәргәнлеген күрһәтте. Иртәгәһенә иһә милли көрәш буйынса сәмле алыш барҙы. Эйе, нисек кенә булмаһын, спорт ярыштары араһында бил һынашыу иң мауыҡтырғысы булып ҡала. Элек-электән ата-бабабыҙҙың һәр йыйын-байрамда келәм батырын билдәләүенә бәйлелер был. Әйткәндәй, майҙан батырҙарының күбеһе ҡала-район, республика кимәлендә еңеүҙәр яулап, ярышҡа ҙур әҙерлек менән килгәйне.
Спорт фестивале программаһына ярашлы, еңеүселәр 16-18 йәшлектәр һәм 19-ҙан өлкәндәр араһында билдәләнде. Һөҙөмтәлә “Ирәндек батыры” исеменә БДУ-ның Сибай институты студенты Зөфәр Шөғөров (Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан) менән Сибай педагогия колледжынан Баязит Исхаҡов (Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан) лайыҡ булды. Егеттәр икеһе лә физкультура һәм спорт бүлегендә белем ала.
Еңеүселәргә арғымаҡ тапшырылды.
– Сибай ерендә барлыҡҡа килгән был спорт фестивале киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ майҙан йыйыр, – тип ҙур ышаныс белдерҙе Баймаҡ районы хакимиәте етәксеһе Илшат Ситдыҡов менән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, егеттәргә арғымаҡтарҙың йүгәнен тоттороп.
Милли кейем
бөтөн ерҙә килешә
Байрамға ярашлы, Сибайҙа беренсе тапҡыр Милли кейем көнө лә билдәләнде. “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе үҙәге етәксеһе Асия Ғәйнуллинаның башланғысы менән ойошторолған сарала ҡаланың ағинәйҙәр ҡоро, мәғариф учреждениелары, “Ете ҡыҙ” матурлыҡ студияһы, күрше райондар вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Һуңғы йылдарҙа гүзәл заттарҙың боронғо кейем өлгөләренә, биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныуы арта. Селтәр-ҡашмау таҡҡан башҡорт һылыуҙарын мәҙәни сараларҙа ла йыш осратырға тура килә. Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләү һәм йәштәргә өйрәтеү һәм башҡа изге маҡсаттарҙа үткәрелгән әлеге сара үҙе бер күркәм байрамға әүерелде. Селтәр-ҡашмауҙы үҙ ҡулдары менән яһарға теләгәндәр ифрат күп булып сыҡты. Өлкәндәрҙең генә түгел, йәштәрҙең дә конкурста ҡатнашырға ихлас теләк белдереүе йөрәккә май булып яғылды. Тәүге көндә шулай уҡ ҡул оҫталарының күргәҙмәһе ойошторолдо, байтаҡ балалар баҡсаһы коллективтары ла күңел һалып башҡарған эштәрен халыҡ хөкөмөнә сығарҙы.
Конкурста ҡатнашҡан һәр ойошма, айырым кеше үҙҙәре теккән милли кейемдәрҙе жюри ҡарамағына алып сыҡты. Күҙҙең яуын алып, йәйғор төҫтәрендә балҡыған балитәкле күлдәктәр, тәңкәле камзулдар, селтәр-ҡашмауҙар... Уларҙы кейеп, тағып, бихисап халыҡ Таусылар проспекты буйлап үтте. Артабан был өлгөләрҙе баһалама комиссияһы алдында яҡланылар.
“Сулпылар” балалар баҡсаһы өсөн махсус рәүештә Зифа Ғәзизова авторлығында тегелгән милли коллекция, билдәле йырсы Мәмдүҙә Илбаҡованың күлдәге, “Ете ҡыҙ” матурлыҡ студияһы һылыуҡайҙары, ҡаланың 9-сы лицейы уҡыусылары, “Аманат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары тәҡдим иткән өлгөләр бар яҡлап уйланылған, милли калоритлы, халыҡсан булыуы менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Күптәр уйлағанса, милли кейем мәҙәни саралар өсөн генә килешле. Юҡ икән шул. Уларҙы зауыҡ менән бөхтә итеп тегеп, көндәлек тормошта ла ҡулланырға мөмкин.
Күңелдәргә дәрт һалған, рухи байлыҡ өҫтәгән был матурлыҡ һәм нәзәкәтлек байрамын артабан да үткәреү кәрәклеген, балаларҙы ла шулай тәрбиәләү мөһимлеген билдәләне һәр кем. Һикһән йәшлек оҫта ҡуллы Рауза инәй Ғафарованан алып әле генә килен булып төшкән Миңзәлә Йәндәүләтоваға тиклем бихисап кеше башҡорт кейемен тегеүҙә үҙ көсөн һынаны. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы “Талир тәңкә” ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары ла селтәр-ҡашмау эшләү серҙәренә төшөнөргә килгәйне.
Эштә лә, өйҙә лә милли кейемдә йөрөү мөмкинме? Әлбиттә, ниңә булмаһын?! Тап ошо башланғысты киң йәйелдермәксе сараны ойоштороусылар.