Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » МӨХӘММӘТ ПӘЙҒӘМБӘР
 МӨХӘММӘТ ПӘЙҒӘМБӘР Шиғри романдан өҙөк
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Бөйөк пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошо тураһында күптәребеҙ белеп бөтмәйҙер, моғайын. Мин дә, ислам ғалимдарының китаптарын уҡымаҫ элек, уның хаҡында өлкәндәрҙән өҙөк-һурыҡ ҡына ишеткеләнем. Китаптарҙағы төрлө мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, олуғ пәйғәмбәребеҙҙең тормошон әҙме-күпме сағылдырған әҫәр яҙыу теләге тыуҙы. Романды, ҡатмарлы әҙәби алымдар ҡулланмай, аңлайышлы итеп яҙырға тырыштым. Нисек кенә булмаһын, бөйөк пәйғәмбәребеҙҙең ғүмер юлы тураһында һәр мосолман белергә тейеш.
Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булһын.



7. Әбү-Талип тәрбиәһендә

129
Әбү-Талип вәғәҙәһендә торҙо:
Мөхәммәтте (с.ғ.) алды үҙ өйөнә.
“Был балала – минең бәхетем”, – тип,
Ҡылыҡтарын күреп, ул һөйөнә.
130
Ҡом сәғәте ҡомон ҡойған кеүек,
Көндәр, айҙар, йылдар тынмай аҡты.
Мөхәммәт тә (с.ғ) үҫмер малай булып,
Ун өсөнсө йәше ишек ҡаҡты.
131
Әбү-Талип уны бер ваҡыт та
Йөрөтмәне алыҫ сәфәренә.
Тырышты ул сауҙагәрлек эшен
Башҡарырға Мәккә шәһәрендә.
132
Ләкин бер көн, тәүәккәллек итеп,
Шам яғына сәфәр ҡылмаҡ булды.
Улар юлға сыҡҡас, Мөхәммәтте (с.ғ.)
Һағыш баҫып, күҙе йәшкә тулды.
133
“Айырылыуҙы уйлап илайһыңмы? –
Тип һораны унан Әбү-Талип. –
Әммә бындай алыҫ ятҡан юлға
Сығып булмай үҫмер бала алып”.
134
Мөхәммәттең (с.ғ.) үтенесе уттай
Әбү-Талип йәнен өтөп үтте.
Һәм, килешеп сауҙагәрҙәр менән,
Малайҙы ул бергә алып китте.
135
Оҙон-оҙаҡ юлдан килә торғас,
Барып терәлделәр бер сумғаға.*
Сауҙагәрҙәр, хәл алырға теләп,
Шунда туҡтанылар төн ҡунмаға.
136
Ә сумғала күпте белгән бер зат –
Бәхирә тигән монах йәшәй ине.
Тыуасағын тойоп пәйғәмбәрҙең,
Доға ҡыла ине көнө-төнө.
137
Әбү-Талип Мөхәммәтте (с.ғ.) алып,
Ҡоро ағас төбөнә барып ятты.
Иртән торғас, был ағастың йәшел
Япраҡтарын күреп, ул шаҡ ҡатты.
138
Был хәлдәрҙе монах ҡарап торҙо,
Ләкин баҫты эсен өткән утты.
Барыһын да ғәжәпләндереп ул,
Килеп Мөхәммәттең (с.ғ.) ҡулын тотто:
139
“И, бәндәләр, бына ошо бала
Пәйғәмбәрҙең иң олоһо булыр.
Аллаһ уны яратҡанға күрә,
Тапшырылған уға бөйөк был нур”.
140
Бәхирәнең әйткән һүҙҙәренән
Әбү-Талип тамам аптыраны.
Байтаҡ ҡына уйлап торғандан һуң:
“Ҡайҙан белдең быны?” – тип һораны.
141
“Һинең каруаның килгән саҡта
Бар ағастар уға саждә ҡылды.
Унан башҡа тағы һеҙ күрмәгән,
Аҡыл етмәҫ ғәләмәттәр булды”.
142
Ҡунаҡтарҙы йортҡа саҡырҙы ла
Йәйеп ҡуйҙы ризығының барын.
Әбү-Талиптың ул күреп торҙо
Мөхәммәткә (с.ғ.) булған иғтибарын.
143
Һәм һораны: “Был улыңмы һинең?”
“Эйе”, – тип баш ҡаҡты Әбү-Талип.
“Белеүемсә, уның ата-әсәһе
Вафат”, – тине монах, уйға ҡалып.
144
Әбү-Талип ахыры: “Дөрөҫ, – тине. –
Минең туғанымдың балаһы ул,
Ләкин уны үҙ баламдай һөйәм,
Ҡыуанысым, күҙем алмаһы ул!”
145
Һәм Бәхирә Мөхәммәткә (с.ғ.) атап,
Һорау бирҙе: “Йоҡлайыңмы ойоп?”
“Күҙем ойор, күңелем уяу булыр”, –
Тине малай, һүҙ асылын тойоп.
146
“Күҙеңдәге был илаһи һөрмә
Ҡойолғаны юҡмы берәй заман?”
“Уның ҡойолғанын күргәнем юҡ,
Һаҡлана ул шулай әле һаман”.
147
Һорауҙарын монах дауам итте:
“Аллаһ ҡуймағанмы мөһөр һалып?”
Мөхәммәттең өҫ кейемен сисеп,
Арҡа яғын асты Әбү-Талип.
148
Тора ине унда йомро оро, –
Барыһы ла күреп, хайран ҡалды.
Күҙҙәренә тулған йәшен тыймай,
Әбү-Талип уны үбеп алды.
149
Әйтте монах: “Пәйғәмбәрҙең иң
һуңғыһы,
Иң олоһо булыр ошо бала.
Уның шәриғәте өҫтөн сығып,
Киң таралыу алыр бар донъяла.
150
Тик уны һин Шамға алып барма,
Йәһүдиҙәр – уның дошмандары.
Был баланы, күҙ алмаһы кеүек,
Һаҡлап йөрөтә күр бынан ары”.
151
Бәхирәнең ошо һүҙенән һуң
Әбү-Талип тәрән уйға батты.
Сауҙа эшен тамамланы ла ул
Мөхәммәтте (с.ғ.) кире алып ҡайтты.
8. Хәҙисә ханым

152
Мөхәммәткә (с.ғ.) егерме биш тулды, –
Өйләнергә хәҙер ваҡыт ине.
Ғәбделмоталлиптың ҡыҙы Ғатиҡа
Әбү-Талипҡа килеп былай тине:
153
“Хәҙисә Шамға каруан әҙерләгән,
Ләкин тапмай ышаныслы кеше.
Бәлки, Мөхәммәтте (с.ғ.) тәғәйенләр, –
Уға таныш сауҙагәрлек эше”.
154
Хәҙисә ханым Мәккә ҡалаһында
Ирһеҙ ҡалған бер бай ҡатын ине.
Сибәрлеккә ҡыҙҙар кеүек булып,
Байтаҡ яусы ишек ҡаҡҡан ине.
155
Әбү-Талип фатихаһын алып,
Ғатиҡа ханым Хәҙисәгә килде.
Ә Хәҙисә Мөхәммәт (с.ғ.) тураһында
Кешеләрҙән ишетеп, күптән белде.
156
Мөхәммәтте (с.ғ.) саҡырып алды ла ул,
Хайран ҡалды егет йөҙөн күреп.
Һәм сәфәрҙең көнөн билдәләне,
Мөхәммәткә (с.ғ.) ризалығын биреп.
157
Юлға сығыр көн дә килеп етте,
Хәҙисә ханым хәстәрлеген күрҙе, –
Ҡоло Мәйсәрәне саҡырҙы ла
Яҡшы дөйә менән кейем бирҙе:
158
“Был дөйәгә Мөхәммәтте (с.ғ.) ултырт,
Ошо кейемдәрҙе кейҙер, – тине. –
Ҡушҡанымды әгәр үтәп ҡайтһаң,
Мул өлөштән мәхрүм итмәм һине”.
159
Алыҫ юлға каруан сығып китте,
Һәм Мәйсәрә, үткәс байтаҡ ерҙе,
Мөхәммәткә (с.ғ.) яҡшы дөйә биреп,
Яңы кейемдәрен кейендерҙе.
160
Юлда барған саҡта ике дөйә
Хәлһеҙ булып, артта тороп ҡалды.
Һәм Мөхәммәт (с.ғ.) ошо дөйәләрҙең
Аяҡтарын һыйпап, доға ҡылды.
161
Хайуандарға шул саҡ көс-хәл инеп,
Каруанды шундуҡ ҡыуып етте.
Быны ҡарап торған барыһының,
Мөғжизәне күреп, иҫе китте.
162
Бара-бара каруан Бәхирәнең
Сумғаһына морон төрттө килеп.
Улар ҡаршыһына берәү сыҡты,
(Бәхирә иһә ҡалған ине үлеп).
163
Мөхәммәттең (с.ғ.) эргәһенә монах
Килеп еткәс, әйтте ошо һүҙҙе:
“Ғайса пәйғәмбәргә Инжил биргән
Аллаһ менән антым: был бит – Үҙе!”
164
Аҙаҡ Мәйсәрәнән һораштырҙы
Мөхәммәттең (с.ғ.) төрлө сифаттарын.
Ә Мәйсәрә ихлас күңел менән
Һөйләп бирҙе белгәненең барын:
165
“Эҫе көндә уның баш осонда
Һәр ваҡытта болот хасил була.
Әгәр уның ҡулы тейә икән,
Ризыҡтар ҙа татлы һутҡа тула...”
166
Монах әйтте: “Тамсы шик ҡалманы –
Ахырзаман пәйғәмбәре икән.
Уны бер күрергә хыялландым,
Ҡабул булды, шөкөр, минең көткән.
167
Тик һин уны Шамға алып барма,
Зинһар өсөн, берүк һаҡлап йөрөт!
Зыян итеүҙәре бик ихтимал,
Мөхәммәтте (с.ғ.) унда дошман күреп”.
168
Был монахтың һүҙе Мәйсәрәнең
Күңеленә бик ныҡ тәьҫир итте.
Шамға бармай, бөтә тауарҙарын
Басра* баҙарында һатып бөттө.
169
Сауҙалары бик уңышлы барҙы, –
Күп табыштар алып ҡыуандылар.
Көр күңел һәм күтәренке хистә
Ҡайтыр яҡҡа ҡарап сыҡты улар.
170
Каруаны имен-аман ҡайтҡас,
Хәҙисә ханым һөйөнөскә тулды.
Итәғәтле, тоғро һәм намыҫлы
Мөхәммәткә (с.ғ.) ҡатын ғашиҡ булды.
171
Егеттең ул исемен ишетһә лә
Йөрәге ҡубыр ине урынынан.
Ҡараштарын һағыш сорнап алды,
Тамам яҙҙы ҡатын йоҡоһонан.
172
Хәҙисәнең яҡын әхирәте
Нәфисә уның серен торҙо белеп.
Бер көндө ул, уңайлы мәл табып,
Һүҙ башланы Мөхәммәткә (с.ғ.) килеп:
173
“Йә, Мөхәммәт (с.ғ.), һинең өйләнмәүҙә
Берәй төрлө етди сәбәп бармы?”
Егет әйтте: “Ҡулда мөлкәтем юҡ,
Ғаилә аҫрарға хәлем ярлы”.
174
Нәфисә уға сер йомғағын систе:
“Бер ҡатын бар, ҙур мөлкәткә эйә.
Күркәм йөҙлө, камил аҡыллы зат,
Һәм үҙе лә һин тип янып-көйә!”
175
Мөхәммәт (с.ғ.) бер аҙ уйға сумып торғас:
“Ул ҡатын кем булыр икән?” – тине.
Нәфисә уға шундуҡ яуап бирҙе:
“Ул күркәм зат Хәҙисә ханым ине”.
176
Хәҙисәнең исемен ишетеү менән,
Мөхәммәттең (с.ғ.) китте йөҙө балҡып.
Был ҡатынға ул үҙе лә күптән
Йөрөй ине инде күҙен һалып.
177
Мөхәммәттән (с.ғ.) ыңғай яуап алғас,
Нәфисәнең ҡыуанысы ташты.
Сайпылдырмай уны, тиҙ арала
Хәҙисә ханым менән уртаҡлашты.
178
Был хәбәрҙе ишетеп, Мөхәммәттең (с.ғ.)
Туғандары сумды тәрән уйға:
Фәҡирлектә йәшәмәйҙәр, ләкин
Бик ҙур мөлкәт кәрәк ине туйға.
179
Шул саҡ килеп инде Әбү-Бәкер,
Һораны ул: “Ниндәй хафа төштө?”
Әбү-Талип уға түкмәй-сәсмәй
Һөйләп бирҙе бөтә булған эште.
180
Әбү-Бәкер әйтте: “Хафағыҙ буш,
Булыр туйға кәрәгенсә алтын.
Мин һаҡланым Ғәбделмоталлиптың
Мөхәммәткә (с.ғ.) тигән аманатын”.
181
Шулай итеп, никах уҡыттылар
Хәҙисә ханым менән Мөхәммәткә (с.ғ.).
Аллаһының ризалығы булып,
Сумды улар ҡайнар мөхәббәткә.
182
Мөхәммәткә (с.ғ) ул саҡ – егерме биш,
Хәҙисәгә ҡырҡ йәш булған ине.
Ике ғашиҡ йөрәк ҡауышҡанда
Бөтә Мәккә нурға тулған ине.


9. Хира тауындағы мәмерйәлә

183
Мөхәммәт бик йыш Хира тауындағы
Мәмерйәлә ғибәҙәттәр ҡылды.
Ғибәҙәттән бушап торғанында,
Күңеленә төрлө уйҙар тулды.
184
Бер көн шулай ошо мәмерйәлә
Доға ҡылған саҡта китте ойоп.
Һәм һиҫкәнеп башын ҡалҡытты ул,
Үҙ янында кемдер барын тойоп.
185
“Кем булаһың?” – тиеп һораны ул,
Ҡаршыһында күреп күркәм затты.
“Мин – Ябраил, – тип ул Мөхәммәткә
(с.ғ.) –
Уҡы!” – тине, һуҙып бер китапты.
186
“Ни уҡыйым? Уҡый белмәйем мин”, –
Тип Мөхәммәт (с.ғ.) аптырашта ҡалды.
Һәм Ябраил тағы: “Уҡы!” – тиеп,
Күкрәгенә уны ҡыҫып алды.
187
Тау баҫҡандай булды Мөхәммәтте (с.ғ.),
Ҡуҙғалырлыҡ түгел, ауыр ине.
Көс-хәл менән һулыш ала-ала:
“Мин бит яҙыу танымайым”, – тине.
188
Өс мәртәбә ҡабатланды был хәл,
Һәм Ябраил (ғ.с.) үҙе уҡып бирҙе.
Изге китаптағы тәүге аят
Мөхәммәттең (с.ғ.) күңеленә керҙе.
189
“Йә, Мөхәммәт (с.ғ.), һин бөгөндән алып
Рәсүлеһең Аллаһ Тәғәләнең”, –
Тип Ябраил (ғ.с.) күтәрелде күккә,
Үтәп Бөйөк Хаҡтың теләгәнен.
190
Мөхәммәттең (с.ғ.) йәнен шом биләне,
Бөтә тәне ҡалтырана ине.
Ул өйөнә ҡайтҡас, Хәҙисәгә:
“Мине ауыр хафа баҫты”, – тине.
191
Ҡатынына барын һөйләп биргәс,
Хәҙисә ханым уға былай тине:
“И, Мөхәммәт (с.ғ.), Аллаһ хәүеф һалмаҫ,
Ул илсеһе итеп ҡуйған һине”.
192
Ағаһы Вараҡаға барып ҡатын
Һөйләп бирҙе ире тураһында.
Вараҡа ҡарт иһә яуапланы:
“Ҡалабыҙға беҙҙең тулған һындар.
193
Шул һындарға табына тотош халыҡ,
Аллаһ барын улар танып белмәҫ.
Юлдан яҙған, аҙған был ҡәүемгә
Ябраил фәрештә лә килмәҫ”.
194
“И, ағайым, – тине Хәҙисә ханым, –
Әйтсе, “Тәүрат” йәки “Инжил”дә
Бер етемгә пәйғәмбәрлек инеү
Тураһында юҡмы бер билдә?”
195
“Изге китаптарҙа хәбәрҙәр бар, –
Тип Вараҡа әйтте уға һүҙен. –
Сәләмләрҙәр уны ағас, таштар,
Уның дине солғар ерҙең йөҙөн.
196
И, Хәҙисә, ул зат килмәй ҡалмаҫ,
Килгән саҡта, ирең янында бул.
Сәсеңде ас. Иблис икән – аҙыр,
Ә фәрештә булһа, юғалыр ул”.
197
Хәҙисә ханым Мөхәммәткә (с.ғ.) әйтте:
“Ағайымдың һүҙе, бәлки, хаҡтыр.
Әгәр ул зат тағы килә икән,
Һин яныңа, зинһар, мине саҡыр”.
198
Ябраил тағы пәйҙә булды
Мөхәммәт (с.ғ.) кис доға ҡылған саҡта.
Һәм пәйғәмбәр, уны күреү менән,
Хәҙисәгә әйтте ошо хаҡта.
199
Хәҙисә ханым килеп, Мөхәммәтте (с.ғ.)
Һул теҙенә алды һәм һораны:
“И, Мөхәммәт (с.ғ.), һиңә күренгән зат
Әле һаман бында торамы?”
200
“Эйе”, – тиеп яуап биргәс ире,
Ҡатын алды уны уң теҙенә.
Ә Мөхәммәт (с.ғ.) яуапланы тағы:
“Әле һаман күренә ул күҙемә”.
201
Хәҙисә ханым шунда сәсен асып,
Мөхәммәтте (с.ғ.) ҡосағына алды:
“Һаман да ул затты күрәһеңме?”
Һәм пәйғәмбәр әйтте: “Юҡ, юғалды”.
202
“И, Мөхәммәт (с.ғ.), – тине Хәҙисә ханым. –
Бәрәкәт насип итһен изге эштә.
Һиңә күренгән зат шайтан түгел,
Аллаһ Тәғәләнән ул – фәрештә”.
203
Аҙаҡ улар Вараҡаға барҙы,
Ҡарттың күҙҙәренә йәш төйөлдө.
Мөхәммәттең (с.ғ.) ҡулдарынан үбеп:
“И бәхет эйәһе, – тип һөйөндө. –
204
Муса пәйғәмбәр ҙә заманында
Әйткән үҙенән һуң килер затты.
Бар донъяны дине иңләп алыр,
Әхмәт булыр, тигән, уның аты.
205
Әгәр минең көслө сағым булһа,
Бер яҡлаусың булыр инем һинең.
Рөхсәт итһәң, шәриғәтеңде мин
Икеләнмәй ҡабул итер инем”.
206
Ошонан һуң зирәк Вараҡа ҡарт
Ислам динен ихлас ҡабул итте.
Тыныс күңел менән, доға ҡылып,
Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа китте.
10. Тәүге мосолмандар

207
Мөхәммәт пәйғәмбәргә Хәҙисә ханым
Һәр ваҡытта һуҙҙы ярҙам ҡулын:
“И, Мөхәммәт (с.ғ.), Аллаһ илсеһе һин,
Хаҡтыр, – тине. – Һинең тотҡан юлың”.
208
Шулай итеп, Хәҙисә – Ислам динен
Ҡабул иткән иң беренсе ҡатын.
Пәйғәмбәргә ныҡлы терәк булып,
Үтәп барҙы һәр саҡ иман шартын.
209
Мөхәммәттең (с.ғ.) тәрбиәһендә ине
Ғәли хәҙрәт Әбү-Талип улы.
Күңеленә тулып иман нуры,
Дин юлына баҫып, мөьмин булды.
210
Пәйғәмбәрҙең аҫрау улы Зәйет
Шамдан килтерелгән бер ҡол ине.
Яңы шәриғәтте яҡын күреп,
Йөрәгенә инде Ислам дине.
211
Тәүге мосолмандар булды улар,
Йәндәрендә шытып иман гөлө.
Инандылар Аллаһ барлығына,
Ә Мөхәммәт (с.ғ.) – уның хаҡ рәсүле.
212
Бер саҡ Әбү-Талип күреп ҡалды
Мөхәммәттең (с.ғ.) доға ҡылған сағын.
Эргәһенә килеп һорау бирҙе:
“Һинең был ни ҡыланыуың тағын?”
213
“Аллаһ бер һәм Уның тиңдәше юҡ, –
Тип Мөхәммәт (с.ғ.) уға яуапланы. –
Боттар ғибәҙәткә лайыҡ түгел,
Аллаһ Тәғәләне һин дә таны”.
214
Әбү-Талип иман килтермәне,
Телгә алды баба йолаһын ул:
“Ғәбделмоталлип табынған Алланан
Башҡаларға ғибәҙәт ҡылаһым юҡ”.
215
Тупраҡҡа төшкән орлоҡ кеүек,
Ислам дине тамыр йәйә барҙы.
Мәккәнең иң данлы һәм арҙаҡлы
Ире Әбү-Бәкер дингә керҙе.
216
Уның иман килтереүе иһә
Бер мәртәбә булды Ислам өсөн.
Кафырҙарҙы оло шомға һалып,
Арттырҙы ул Мөхәммәттең (с.ғ.) көсөн.
217
Әбү-Бәкер барса туғандарын
Йыйып алып, төшөндөрҙө динде.
Ғосман, Зәбир, Талха, Сәғит кеүек
Уҙамандар яңы дингә инде.
218
Ислам динен индермәҫкә теләп
Ҡарышһа ла, кафыр тулған Мәккә,
Тик көндән-көн арта ғына барҙы
Ҡолаҡ һалыусылар Мөхәммәткә (с.ғ.).
219
Һәм пәйғәмбәр бер көн кешеләрҙе
Сафа тигән тауға йыйып алды:
“Ҡөрәйштәр* минең һүҙҙәремде
Тыңлағыҙсы, – тиеп ауаз һалды. –
220
Аллаһ мине пәйғәмбәре итте,
Ҡөрьән аяттарын һалды аңға...”
Тик Мөхәммәт (с.ғ.) һөйләп бөтөрмәне,
Әбү-Ләһәп сығып баҫты алға.
221
“Туғанымдың улы диуана булған, –
Тине Әбү-Ләһәп, уны бүлеп. –
Бабаларҙан ҡалған динебеҙ бар,
Һәр берегеҙ ҡуйһын шуны белеп”.
222
Ул көн бер кем иман килтермәне,
Ә Мөхәммәт (с.ғ.) ҡайтып доға ҡылды.
Пәйғәмбәрҙең хафаларын тойоп,
Ябраил фәрештә пәйҙә булды.
223
Ябраилдың (ғ.с) кәңәштәрен тыңлап,
Үҙ өйөнә Мөхәммәт (с.ғ.) ҡунаҡ йыйҙы.
Һыйҙан ауыҙ иткәс, Әбү-Ләһәп
Киҫәткәндәй итеп әйтеп ҡуйҙы:
224
“Мөхәммәтте (с.ғ.) бер кем хурламаһын,
Һуғылғандыр уға сихыр уты...”
Ә пәйғәмбәр уның әйткәненә
Ҡаршы былай тиеп һүҙен тотто:
225
“Һинең ҡәбиләнән бер кеше лә
Хилаф эш ҡылманы халҡы өсөн.
Һин башҡарҙың уны, Әбү-Ләһәп,
Ләкин зая булыр түккән көсөң.
226
Кемдәрегеҙ Хаҡ юлына баҫа,
Улар минең ҡәрҙәштәрем булыр.
Ә кемегеҙ ҡаршы төшә икән,
Күңелдәре дошманлыҡҡа тулыр”.
227
Мәжлес үткәс, кафырҙарҙың йәнен
Пәйғәмбәргә булған нәфрәт өттө.
Әбү-Жәһил менән ярандары
Үлтерергә булды Мөхәммәтте (с.ғ.).
228
Иманлылар булыу менән бергә
Көфөрлөккә тулған ине Мәккә.
Әбү-Жәһил бөтә кешеләрҙе
Ҡаршы ҡотортто гел Мөхәммәткә (с.ғ.).
229
Әйтте ярһып: “Уға таш атығыҙ,
Юҡһа, нәфрәт орор үҙ аллабыҙ.
Мөхәммәтте (с.ғ.) һәләк итмәй тороп,
Был афәттән ҡотола алмабыҙ!”
230
Тамам ҡоторондо кафыр халыҡ,
Йөрәктәре тулды үскә ташып.
Пәйғәмбәрҙе күреп ҡалыу менән,
Тотондолар таш атырға шашып.
231
Ҡанға батты Мөхәммәттең (с.ғ.) тәне,
Өҙгөләнде йәне был ғазаптан.
Кафырҙарға булған рәнйештәрен
Ябраилға (ғ.с.) әйтте ул аҙаҡтан.
232
“Аллаһ Тәғәлә барын белеп тора, –
Тип Ябраил (ғ.с.) әйтте Мөхәммәткә (с.ғ.) –
Һин теләһәң, кафырҙары менән
Ер йөҙөнән юҡҡа сығыр Мәккә.
233
Һәм пәйғәмбәр былай тине уға:
“Мин халҡымдың һәләкәте булмам.
Аллаһтың берлеген танытмайса,
Кире ҡайтаһым юҡ изге юлдан!”
234
Ул ваҡытта ҡөрәйштәр халҡы
Ҡәғбәгә хаж ҡыла торған булды.
Кафырҙарҙың хөсөтлөгө менән,
Пәйғәмбәргә ҡаршы ғәйбәт тулды.
235
Бер көн улар шулай йыйылышып,
Һүгеп торған саҡта яңы динде,
Көтмәгәндә, Мөхәммәт пәйғәмбәр
Улар араһына килеп инде.
236
“Халҡыбыҙҙы ниңә бүләһең?” – тип
Йәбештеләр улар Мөхәммәткә (с.ғ.) –
Беҙҙең динебеҙҙе мыҫҡыллауың
Төшәсәк ул һиңә бик ҡиммәткә!”
237
Шунда Әбү-Бәкер пәйҙә булып,
Ярһып ыҙғыш араһына инде:
“Мөхәммәткә (с.ғ.) әгәр ҡағылһағыҙ,
Күтәрермен бөтә ҡәүемемде!”
238
Әбү-Бәкер әйткән ошо һүҙҙәр
Уттай тәьҫир итте тегеләргә.
Эт шикелле шашҡан иманһыҙҙар
Тотондолар уны типкеләргә.
239
Уны үлтерергә әҙер ине
Аҡылынан яҙған кафыр халыҡ.
Ҡәүеменән килгән яҡындары
Әжәл тырнағынан ҡалды алып.
240
Ваҡиғалар шулай дауам итте,
Кафыр мыҫҡылланы пәйғәмбәрҙе.
Ул намаҙҙа саҡта, арҡаһына
Үлгән дөйә эсәктәрен бәрҙе.
241
Яһил даны сыҡҡан Өммиәнең
Бар ине бер Билал тигән ҡоло.
Хаҡ мосолман булып, йәшерен генә
Ул Ҡәғбәгә барып, доға ҡылды.
242
Быны һиҙеп ҡалған Өммиәнең
Бар күңелен нәфрәт солғап алды.
Һәм Билалды эҫе ҡом өҫтөнә
Аяҡ-ҡулдарынан бәйләп һалды.
243
“Иманыңдан ҡайт, юҡһа, йәнең
Фиҙа булыр бында!” – тип екерҙе,
Ләкин хәле бөткән Билал уға:
“Аллаһ – берҙән-бер!” – тип яуап бирҙе.
244
Әбү-Бәкер белеп Билал хәлен,
Вәхшилеккә тамам хайран ҡалды.
Өммиәгә ун алтынын түләп,
Ул Билалды үҙенә һатып алды.
245
“Бик ҙур зыян ҡылдың һин үҙеңә,
Был аҡсаға ярты баҙар килә.
Ғәрип ҡолға бер тин бирмәҫ инем”, –
Тине кафыр унан көлә-көлә.
246
Әбү-Бәкер әйтте: “Мосолмандар
Булыр диндәшенең ҡайғыһында.
Һин һораһаң әгәр, уның өсөн
Бирер инем бөтә байлығымды”.
247
Әбү-Бәкер ҡолдо алып ҡайтты,
Яңы кейемдәрен кейендерҙе.
Халыҡ алдында ул вәғәҙә биреп,
Ҡолдо азат итеп һөйөндөрҙө.
248
Дингә кергән үҙ ҡолдарын шулай
Язаланы Мәккә кафырҙары.
Аяҡ-ҡулын бәйләп, эҫе ҡомда
Үлтерерҙәр ине бахырҙарҙы.
249
Әбү-Жәһил менән ярандары,
Мосолмандар динһеҙ, аллаһыҙ, тип
Ҡотҡо һалды, улар сауҙа иткән
Әйберҙәрҙе һатып алмағыҙ, тип.
250
Сауҙа иткән мосолмандар өсөн
Ауырлаша барҙы ғүмер итеү.
Өҫтәүенә, аслыҡ ҡулын һуҙып,
Тик бер сара ҡалды – илдән китеү.

Редакциянан. Хөрмәтле дуҫтар, әҫәр­ҙең тәүге өлөшө быйыл гәзи­те­беҙҙең 16 февраль һанында донъя күрҙе, бөгөн тағы бер өлөшөн һеҙҙең иғтибарға тәҡдим иттек. “Башҡорт­остан” гәзитен алдырғандар киләһе ярты йыллыҡта уның дауамын уҡый аласаҡ. Бергә булайыҡ! Гәзитебеҙ һеҙ­ҙең йортоғоҙға рухиәт нуры бөркөр.

*Сумға – монастырь.
*Басра – ҡала исеме.
*Ҡөрәйш – ҡәбилә исеме
.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айҙар
    Айҙар от 24.05.2016, 15:01
    Быны китап уҡырға яратмаған кеше лә уҡыясаҡ, сөнки еңел уҡыла,хәтергә һеңеп кенә тора.Китап булып сыҡһасы.Киоскала,мәсет яны магазинында һатылһа, зрә лә шәп булыр ине.Күңелегеҙгә ауыр алмағыҙ,бер генә нәмә әйтәм :"ҡала атамаһы","ҡәбилә атамаһы" тип яҙыу мәслихәт."Исем" ,ғәҙәттә, кешегә ҡарата әйтелә:энемдең исеме -- Шәкир. Бабамдың исеме ( "аты" тиергә лә мөмкин) -- Йәноҙаҡ.Әсәмдең аты --Зөләйхә. Авторға был шиғри роман өсөн ҙур рәхмәт.

  2. Сибай
    Сибай от 27.05.2016, 18:29
    Моңло бер йыр кеүек, ағыла ла ағыла. Ҡәләмеңдән ҡыуан, Салауат. Ижадың һүрелмәһен, тел асҡыстарың киң булһын.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779