Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихсының тарихи фиҙакәрлеге
Тарихсының тарихи фиҙакәрлеге Ошо көндәрҙә абруйлы йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәриповтың 75 йәшлек юбилейына арнап “Башҡортостандың мәҙәниәте, археологияһы, этнологияһы һәм тарихы проблемалары” тигән конференция уҙғарылды.

Башҡорт дәүләт университетында үткән сараның тәүге өлөшөндә рес­публиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Башҡортостан мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, университеттың ректоры Николай Морозкин һәм башҡалар олуғ шәхесте ҡотланы. Марат Ҡолшәриповтың фән өлкәһендәге хеҙмәттәре, башҡорт халҡы, Башҡортостан һәм илебеҙ мәнфә­ғәтендәге эшмәкәрлеге юғары баһаланды.
Конференция артабан ултырыштар рәүешендә дауам итте. Унда Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй ғалимдары сығыш яһаны. Мордовия, Алтай вәкилдәренән тыш, республика­быҙҙың фән эшмәкәрҙәре, төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә бар ине.
Марат Мәхмүт улы йәш тарихсылар әҙерләүгә күп көс һалған. Уның етәксе­легендә 18 кан­ди­датлыҡ диссертацияһы яҡланған. Өс докторҙың ғилми етәксеһе лә. 2008 йылда Марат Ҡолшәрипов “Башҡорт халҡының тарихы” тигән ҙур хеҙмәттең баш мөхәррире итеп ҡу­йыл­ғайны. Был баҫма 2010 – 2013 йылдарҙа 7 томда сыҡты. Ә 2009 йылда ошо һәм башҡа йүнәлештәге эштәре өсөн Марат Мәхмүт улына Салауат Юлаев ордены бирелде.


Автор: Д. ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782