Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмеремдең сәғәте алға китә лә бара...
Ғүмеремдең сәғәте алға китә лә бара... Етди, абруйлы ойошмалар, уҡыу йорттары, мәҙәни усаҡтар күпләп урынлашҡан, Өфөнөң йөрәгеләй типкән, көн дауамында гөрләп торған урамдарҙың береһендәге йорттоң иң бейек ҡатындағы оҫтаханаға килеп индек. Иркен, яҡты бүлмәлә – ҙур ҙа, бәләкәй ҙә картиналар – китап-журнал, Интернет аша ғына күреп белгән һүрәттәрҙең ысын варианттары. Һанһыҙ бумала, буяуҙар хаҡында әйтеп тораһы түгел. Бейек диуар буйлап “йүгергән” күҙ өҫтә ҡояш нурҙарынан балҡып торған тәҙрәлә туҡтап ҡала. Абау, аҫтараҡ – бик ышаныслы баҫҡыс та бар икән. Төшөндөк: тәҙрәне асыр-ябыр өсөн ошо ҡымшанмай ҙа, олпат урынлашҡан баҫҡыс буйлап менеү кәрәк. Хәйер, рәссам Хатип ФАЗЫЛОВтың да булмышы ошо ябайлығы менән бөйөк күренештең үҙе кеүек.

Ғүмеремдең сәғәте алға китә лә бара...– Бәләкәй саҡта, атай-әсәй янында иҙрәп кенә йәшәр урынға, күҙ йәштәре аша булһа ла, әммә ҡалаға уҡырға китеү кәрәкләген нисек, ҡасан аңланығыҙ?
– Һүрәт эшләргә яратҡас, артабан был өлкәлә үҫешеү, камиллашыу ихтыяжын тойҙом. Был ниәтемде эстән генә уйлап йөрөнөм, башҡа берәүгә лә, хатта атай-әсәйемә лә әйтмәнем. Һигеҙенсе класты тамамлағас ҡына яҡындарыма Өфө ҡалаһына юлланыу теләгемде белдерттем.
– Һүрәтте нисә йәштә һүрәт төшөрә башланығыҙ һуң?
– Мәктәпкә алты йәштә барһам, рәсем яһай алыуымды шул ете йәштәрҙә аңланым.
– Тормоштоң аҡлы ла, ҡара ла күренештәре осрап тора. Уларҙы нисек кисерәһегеҙ?
– Барыбыҙ ҙа – әҙәм балалары. Һәр осраҡты күңел аша үткәреп, баһалап, ҡайһыһында борсолоп, шатлығына һөйөнөп йәшәйбеҙ инде. – Тап шундай ваҡытта буяу-бумалаға тотонған мәлдәр юҡ түгелдер?
– Һүрәттәрегеҙҙән самалауымса, байтағында Әбйәлил районы күренештәре сағылдырылған...
– Әбйәлил инде, күпселек Әбйәлил. Салауат районына барып эшләгән инем, ул яҡтарҙың тәбиғәте лә бар. Ҡытай вәкилдәре һатып алып китте шул. Уның ҡарауы, сентябрь айында 15 көнгә тап Ҡытайға, Монголия тарафтарына йыйынабыҙ. Рәсәйҙән барлығы 17 рәссам саҡырылған, шунда барып һүрәт эшләп ҡайтасаҡбыҙ.
– Әллә ни ишеткән юҡ был сара хаҡында. Йыш үткәреләме ул?
– Һуңғы ике йылда саҡыралар. Ул халыҡтар беҙҙең һүрәтте ярата. Рәсәй рәссамдарының эштәрен туплаған музей ҙа асмаҡсылар. Ғөмүмән, беҙҙең илдә һынлы сәнғәт мәктәбе, башҡалар, шул уҡ Европа менән сағыштырмаса, яҡшы һаҡланған. Заманында үҙебеҙ уларҙан белем алһаҡ та, тейешле кимәлдә йәшәтеүгә, ҡалдырыуға өлгәшкәнбеҙ. Әле лә Рәсәй һынлы сәнғәт мәктәбе көслө. Академиялар, институттар әүҙем эшләй.
– Фәҡәт Башҡортостандағы мәктәп хаҡында ни әйтерһегеҙ? Бөгөн унда янып-көйөп ижад итеүселәр кемдәр ул?
– Яңы быуын – йәштәр тигәндән, рәссамдар араһына ҡыҙҙар күберәк килде. Әле республика Рәссамдар союзында 219 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 66-һы – ҡатын-ҡыҙ. Ғүмерҙә булмаған хәл был. Элек иһә гүзәл заттар араһынан Әҙиә Ситдиҡова, Ғәлиә Имашева, Тамара Нечаева ғына рәссам сифатында танылған ине.
– Милли һынлы сәнғәтебеҙ ниндәй кимәлдә үҫешкән?
– Хәйер, үҫеш төшөнсәһе 60-сы йылдарға күберәк тап киләлер. Бөгөн иһә яңы һулыш күҙәтелә. Апрель айында үтәсәк Рәсәй йәштәр күргәҙмәһе өсөн эштәр һайлап алынды, унда Мәскәү һәм Өфө ҡалалары рәссамдарының әүҙемлеге айырым телгә алынды. Мордовия республикаһындағы Рәссамдар союзы рәйесе менән әңгәмә барышында шул асыҡланды: баҡтиһәң, уларҙың бер генә эше комиссияны үткән икән. Уның ҡарауы, Башҡортостандан 34 һүрәт һайлап алынған ине...
Ғүмеремдең сәғәте алға китә лә бара...– Бөгөн йәштәр башлыса ниндәй темаларға мөрәжәғәт итә?
- Төрлөсә була. Рәссамдар күп, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, танылған, үҙенең йөҙө бар. Ошоноһы бик һөйөнөслө. Рәссамдар союзда яңы һәләттәргә ярҙам итеү маҡсатында 2004 йылда йәштәр ойошмаһын барлыҡҡа килтерҙек. Заманында үҙебеҙ ҙә шунда йөрөй инек. 35 йәшең тулғансы ғилем, тәжрибә, оҫталыҡ туплау мөмкинлеген бирелде. Артабан һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулына тотторола тигәндәй, шәхсән камиллашыу, ирекле ижад башлана. Кемдер бөтөнләй юғалып ҡала, һуңынан асыҡланыуынса бөтөнләй башҡа һөнәр эйәһе булып китә. Бәғзеләр артабан да белем туплап, тырышып ижад итә.
– Мәктәпкә лә йәшегеҙ тулмайынса барғанһығыҙ, яҡшы өлгәшкәнһегеҙ, Өфө сәнғәт училищеһының да тура 2-се курсына килгәнһегеҙ... Тормошоғоҙ гелән ваҡытынан саҡ ҡына алдараҡ барған кеүек. Был күренеш йыш ҡабатланымы һеҙҙең ғүмер юлығыҙҙа?
– Даими. Гел генә шулай килеп сыға. Һанап ҡараһаң, рәссамлыҡҡа ни бары өс йыл ғына уҡығанмын. 2, 3, 4 курс кимәлендә алынған ғилем ктте. Рәссамға күп кәрәкмәй. Төп, мөһим төшөнсәләрҙе үҙләштерһәң, етә. Һигеҙ-ун йыллап уҡыу артыҡ, файҙаһыҙ. Камиллашыу өсөн көн һайын һүрәт төшөрөргә, оҫталыҡты шымартырға кәрәк. Элегерәк өс көн тирәһе бумала тотмай торһам, “Художник түгелмен инде хәҙер”, тип әйтә инем.
– Ижад юлығыҙ Әхмәт Лотфуллин шәхесе менән киҫешмәй ҡалмағандыр...
– Фәҡәт мине уҡытмаһа ла, Әхмәт ағайҙы остазым тип әйтә алам. Барлыҡ рәссамдарға ла өлгө булды ул.
– Республиканың Рәссамдар союзы нисек тын ала? Мәшәҡәттәр ҙә юҡ түгелдер...
– Ундайы ғына була инде, эш бит ҡайнап торған ҡаҙан кеүек. Хеҙмәтебеҙҙе республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә алып барабыҙ. Һәр бурыс-йөкләмәне үҙ ваҡытында үтәп барһаң, еңелерәк тә. Төрлө грант, субсидия юллау кеүек эштәрҙе кәңәшләшеп, берҙәм башҡарабыҙ. Ярҙамсыларым, командабыҙ, шөкөр, шәп, ышаныслы. Заманында Рәссамдар союзының бер-нисә бинаһын, күргәҙмә залдарын ҡайтарып алыу, судтарҙа ҡатнашыу ҙа булманы түгел. Әле лә оҫтаханалар өсөн “көрәшәбеҙ”. Яңы һәләттәрҙе дәртлендереп, үҫтерегә тырышабыҙ. Ил, донъя кимәлендә үткәрәсәк сараларға әҙерлек алып барабыҙ.
– Әле республиканың баш ҡалаһында нисә күргәҙмә залы бар?
– Өфө художество галереяһын, Ленин урамындағы кесе күргәҙмә залын атап үтә алам. Башҡалары иһә коммерция нигеҙле. Ундайҙар бөгөн бар, иртәгә юҡ. Маҡсаттары – килем алыу ғына. Рәссамдарҙы үҫтереү, оҫталыҡтарын арттырыу урынына, әҙер тауарҙы һатыу менән генә шөғөлләнәләр. Хәйер, әгәр күңелендә бар икән, рәссам ас йөрөһә йөрөй, әммә һүрәт төшөрөүҙе ташламай.
– Балаһы һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһынған, уны тәрбиәләгән ата-әсәләргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Мәҫәлән, Японияла балаларҙы бәләкәйҙән X класҡа тиклем һынлы сәнғәт серҙәренә төшөндөрәләр. Рәссам буламы-юҡмы, әммә барыһын да эстетика, матурлыҡ күрергә өйрәтәләр. Беҙҙә иһә, белеүемсә, был дәрес 6-7 класс тирәһендә туҡтатыла. Юҡҡа ғына дизайн, машиналар эшләү япондар араһында киң, яҡшы таралмағандыр бит?! Уйланырға урын бар.
Ғүмеремдең сәғәте алға китә лә бара...– Һеҙ тыуып-үҫкән ғаиләлә тағы рәссамдар бармы?
– Беҙ дүрт малай, бер ҡыҙ үҫтек. Иң ҙурыбыҙ – Фатих ағай яҡты донъя менән хушлашты. Танылған эшҡыуар ине. Ике ҡустым да үҙ өлкәһендә хеҙмәт итәләр. Һеңлем ауылда, фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Әсәйем иһә элек батмус ултыртып бейене – райондың “Йәшлек” ансамблендә йөрөнө. Заманында атаҡлы Фәйзи Ғәскәров килеп, бейеүҙәренең уныһын-быныһын тикшереп, кәңәштәр биреп киткән. Ғәзизебеҙгә сәнғәт, ижад ят түгел ине. Беҙ – балалар ҙа сәнғәттәге тормоштоң нисек икәнлеген күреп, ишетеп үҫтек.
– Һеҙ ғаилә төшөнсәһе нисегерәк аңлайһығыҙ?
– Иң ҡәҙерлеһе.
– Дуҫтарығыҙ күпме?
– Аллаға шөкөр, арыуыҡ. Ысын дуҫтар һирәгерәк инде.
– Сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?
– Сит илдәргә барһам башым ауырып ҡайта. Төркиәлә 17 көн булырға тура килде, минең өсөн был бик оҙаҡ күренде. Ялҡытты. Үҙебеҙҙең яҡтар күпкә яҡшыраҡ. Йәйге ял мәлендә Әбйәлилгә ҡайтып, тал төбөндә ултырып балыҡ ҡармаҡларға яратам. Ошо мәлдә барлыҡ тәнем-йәнем ял итә, тулыһынса тынысланам. Шулай уҡ тәбиғәт ҡосағында, тауҙарҙа ла йөрөргә яратам.

Гөлсәсәк МОСТАЕВА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780